RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бөгөн беҙҙә һабантуй – Эштәреңде ситкә ҡуй!

04.06.2013 Бөгөн беҙҙә һабантуй – Эштәреңде ситкә ҡуй!

Бөгөн беҙҙә һабантуй – Эштәреңде ситкә ҡуй!
– Әсәй, беҙ хәҙер тәмлекәстәр ашайбыҙмы? – аллы-гөллө күлдәгенең итәген яратып ҡына тартып һыйпап килгән ҡыҙсыҡ үҙҙәренән алдараҡ атлаған ғәзиз кешеһенә өндәште. Ләкин әсәһе, хәбәргә әүрәп, уны ишетмәне, ҡыҙсыҡты етәкләгән ун-ун ике йәшлек ҡыҙыҡай яуап бирҙе:
– Эйе, мин һиңә әйттем дә инде, һабантуйҙа тәмлекәстәр кү-үп була, унда уйынсыҡтар ҙа милйон!
«Миллион» һүҙен ҡыҙыҡ итеп «мил­йон»ға әйләндергән ҡыҙ, ҙур шарға төртөп күрһәтеп:
– Әсәйгә әйтәйек тә, шунда барайыҡ, шәберәк атла! – тип һеңлеһен ашыҡтырҙы. Ҡыҙсыҡ инәлттереп, мы­жып торманы, оҙон күлдәгенең итәген елберләтеп йүгергән булды, һәм бер аҙҙан улар әсәйҙәре менән бергә мәж килгән халыҡ араһына сумды – Бөрйәндә район һабантуйының иң ҡыҙған мәле еткәйне! Йылдағыса, боронғонан килгән йолаға тоғро ҡалып, бураҙналарға орлоҡ төшкәс, баҫыуҙар көҙ көнө мул уңыш биреүен теләп, бергәләп күңелле ял итеү маҡсатында бөрйәндәр Ар­ғыҙ­ма яланына йыйылғайны.
Һабантуйҙың рәсми өлөшө урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин, мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу менән башланды. Ялан батырҙары, сәсеү алдын­ғылары һабантуй әләмен тантаналы күтәргәс, яңы техника, биҙәлгән кырандастар, һыбайлылар әйҙәгән крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, ауыл хужалығы предприятиелары, ойошмалар, учреждениелар коллективтары, ауыл биләмәләре вәкилдәренең парады үтте.
Бөгөн беҙҙә һабантуй – Эштәреңде ситкә ҡуй!Һәр ваҡыттағыса, ауыл хужалығы алдынғыларына, үҙ эштәренең оҫталарына Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырылды. Бөрйән районы хакимиәте башлығы Динир Әхмәтйәнов барыһын да һабантуй байрамы менән ҡотлап, ауыл хужалығында иң яуаплы эштәрҙең береһе – иген сәсеүҙең ойошҡанлыҡ менән үтеүен билдәләне (сәсеү эштәре 1500 гектар ерҙә башҡарылған):
– Яҙғы баҫыу эштәрен Вил Яхин етәкселегендә «Урал» хужалығы, Рәфҡәт Ырыҫбаев етәкселегендә «Салауат» исемендәге хужалыҡ, Афзал Вәлиев етәкләгән «Ағиҙел» хужалығы, Альберт Сәлихов етәкләгән «Ҡана» хужалығы, «Фәнис Сәйәхов», «Фәһим Хәйбуллин» шәхси эшҡыуар хужалыҡтары һәм Кәшәф Шәрипов етәкләгән «Бөрйәнагро» муниципаль унитар предприятиеһы ваҡытында тамамланы. Мал аҙығына мохтажлыҡ булмаһын өсөн хужалыҡтар күп йыллыҡ үләндәр сәсеүгә иғтибарҙы бермә-бер арттырҙы. Ете тоннанан ашыу люцерна, күстерә, кәзә үләне, клевер орлоғо алдыртып, 340 га майҙанда күп йыллыҡ үләндәрҙең составын яңыртыу эштәре башҡарылды.
Бөгөнгө һабан байрамында үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән маҡтау­ға лайыҡ механизаторҙарыбыҙ ҡатнаша. «Урал» хужалығынан Камил Назарғолов, Рафиҡ Исҡужин, Илһам Мөхәмәтҡолов, «Салауат» хужалығынан Камил Нәҙершин, «Ағиҙел» хужалығынан Марс Тулыбаев, Ринат Вәлиев, «Хәйбуллин» крәҫтиән-фермер хужалығынан Айнур Хәйбуллин, Данияр Науразбаев, «Сәйәхов» шәхси эшҡыуар хужалығынан Рәмил Ғөбәйҙуллин, «Бөрйәнагро»­нан Ай­ҙар Зәйнуллин баҫыуҙа фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтте. Фермалар араһында «Ағиҙел» хужалығынан – «Өстамаҡ», «Үрнәк» хужалығынан – «Третий», «Урал» хужалығынан – «Бүре ҡырған», «Ҡыҙҙар киткән», «Салауат» исемендәге хужалыҡтан «Ҡарағай йылға» йәйләүҙәрендә эшләгән малсыларҙың хеҙмәте маҡтауға лайыҡ һәм улар артабан да һынатмаҫтар, тип өмөтләнәбеҙ. Тулайым һөт һауыу буйынса «Ағиҙел»дән Сажиҙә Сабитова, «Үрнәк» хужалығынан Сәлимә Ишҡолова, «Урал»дан Миләүшә Йәһүҙина, «Салауат» хужалығынан Нәсимә Алтыншина, Клара Хәй­буллина, Ғәлимә Байморатова тырышып эшләй. Ит етештереүгә тос өлөш индергән «Ағиҙел» хужалығынан Азамат Вәлиев, «Урал» хужалығынан Рәфис Дауытов, Хафиз Шәрипов, Хәбир Исхаҡов, Салауат исемендәге хужалыҡтан Илдар Мостафин, Хәсән Селәүсәнов, «Үрнәк» хужалығынан Илнур Ишмырҙин, «Брәтәк» хужалығынан Фәрит Хәйбуллин, «Ҡана» хужалығынан Зөфәр Татлыбаев, Азат Сәлиховтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Ошондай тырыш райондаштарыбыҙ ауылда хеҙмәт кешеһенең абруйын күтәрҙе һәм уларға оло йыйын алдында ҙур рәхмәтемде еткерәм.
Бөгөн беҙҙә һабантуй – Эштәреңде ситкә ҡуй!Район хакимиәте башлығының сығышынан былтыр Бөрйәндә 125 шәхси эшҡыуарҙың үҙ эшен асыуы, уларҙың төп өлөшө етештереү өлкәһенә, ауыл хужалығына һәм уның мөһим тармағына – бал ҡорто үрсетеүгә өҫтөнлөк биреүе мәғлүм булды. Йыл башына бөтә төр ауыл хужалығы объекттарында һыйырҙар һаны – 13, ваҡ малдыҡы – 17, йылҡыныҡы 14 процентҡа артҡан. Кемдеңдер эш биреүен көтөп ултырмай, тотош ғаилә һәм туғандар менән ғаилә һөтсөлөк фермаһын булдырыусылар ҙа бар Бөрйәндә.
Ләкин район һөт, ит, бойҙай етештереү менән түгел, ә тәү сиратта, балы, ҡымыҙы менән дан тота. Былтыр хужалыҡтар тарафынан 1272 центнер бал етештерелгән, йылдағыса, бал йәрминкәләрендә Бөрйән балы юғары баһаланған. Үкенескә күрә, быйыл ҡорттар өсөн ҡышлау ауыр булыуы байтаҡ юғалтыуға килтергән. Шулай ҙа умартасыларҙың тырышлығы менән бал етештереү кимәле кәмемәҫ, моғайын. Ҡымыҙ етештереү буйынса «Үрнәк» һәм «Брә­тәк» хужалыҡтары, «Фәһим Хәй­буллин» һәм «Шәрәфулла Ҡолһарин» фермер хужалыҡтары әүҙем эшләп килә. Йылҡы малының (бигерәк тә шәхси хужалыҡтарҙа) арта барыуы ауылдың социаль-иҡтисади торошоноң әкренләп яйлана барыуын күрһәтә.
– Быйыл тәбиғәт ауыл хужалығына уңайлы шарттар тыуҙырмаҡсы, быны тулыһынса файҙаланып ҡалырға кәрәк. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында тәбиғәтте, йәшәгән мөхитебеҙҙе һаҡлау буйынса ла күберәк эштәр эшләйек, – тип һүҙен йомғаҡланы Динир Әсғәт улы. – Бөгөнгө һабантуй байрамы 1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән тап килде. Ошо уңай менән районыбыҙҙың барлыҡ балаларын һәм уларҙың ата-әсәләрен ихлас күңелдән ҡотлайым, имен һәм бәхетле тормош теләйем! Һабантуй ҡотло булһын!
Көслө алҡыштарҙы күмеп: «Ә хәҙер һабантуйҙың иң күркәм өлөшө – ат сабышы башлана!» – тип иғлан итеүҙәре булды, барыһы ла сәхнә янынан ат сабышы уҙған ергә тулҡындай тартылды. Трибуналар булмағас, иң артта тороусылар бәйгене Яңы Усман клубы мөдире Шәфҡәт Мәжитовтың тауышы аша «күҙәтте». Ә ул өҫтәл артына ултырған килеш рәхәтләнеп юртаҡтарҙың һәр аҙымын тиерлек бәйән итте. Беренсе ат сабышында Баймаҡ ҡыҙы Снежана Таймасова бер кемде лә алдына сығарманы. Ике тәгәрмәсле арбаларҙа кеше күҙен ҡыҙыҡтырыр өсөн генә уҙыш уҙғарғас, стартҡа йәш аттар сыҡты (уларға биш километрҙы уҙаһы).
– Ярышсылар араһында тағы ла Снежананың булыуы йөрәккә шом һала әле ул, – тине тамашасыларҙың береһе.
– Икенсе тапҡыр еңелеп торорға беҙ һиңә кем, – тип әтәсләнде икенсеһе.
Йәш аттар саң туҙҙырып сабып сығып та китте, күҙ асып йомғансы бер түңәрәк яһап, тағы күренделәр. Һәм... Снежана алда килә ине!
һуңғы метрҙарҙа ла һыбайлы ҡыҙҙы берәү ҙә үтә алмағайны.
– Их, баҙнатһыҙ шул егеттәр, – тип көйәләнде Шәфҡәт ағай. – Үткән йыл Әбйәлил ҡыҙы артынан сапҡайнылар, быйыл Баймаҡ ҡыҙы артынан... Үҙебеҙҙең ҡыҙҙарҙы ҡуйырға кәрәк алға, әйҙә үҙебеҙҙекеләрҙе баҫтыр­һындар!
Бөгөн беҙҙә һабантуй – Эштәреңде ситкә ҡуй!– Берҙән, ҡыуаныс – ҡыҙ кеше егеттәрҙең танауына сиртте, икенсенән, эс боша – күрше район еңеп ҡуйҙы, – тип уфтанды бер тамашасы ҡатын да.
Әйткәндәй, йәш аттар сабышында ла Снежана Таймасова ауыҙлыҡлаған юртаҡ еңеү яуланы. Оло аттар ярышын иғлан иткәс, комментатор, әллә үҙен, әллә көйәрмәндәрҙе дәртләндереп:
– Был бәйгелә ҡунаҡтар юҡ, барыһы ла үҙебеҙҙекеләр, – тигән булды, йәнәһе лә, ҡурҡмағыҙ, приз нисек тә үҙебеҙҙә ҡаласаҡ. Алты оло аттың береһе шул саҡ стартҡа баҫыр­ға теләмәй ҡарышырға тотонмаһынмы!
– Ҡалай дәртле ат, хатта стартҡа ла арты менән килә, – тип халыҡты көлдөрҙө Шәфҡәт ағай.
– Бейеү көйө ыңғайына бейеп тик килә шул, – тип ҡеүәтләне уны йәш ҡатын.
Ләкин ҡарышҡыр ат, ярышырға теләмәй, шәп булғас, үҙегеҙ сабышығыҙ, тигәндәй, киреләнеп, сығынсылап, һыбайлыны алып осорҙо ла, башын текә тотоп, алыҫҡараҡ ҡасты. Инде ярыш башланғас, унан күрмәксе тағы бер ат бәйгелә ҡатнашыуҙан баш тартты – Бөрйәндә был тиклем дә үҙһүҙле аттар булыр икән! Иң һуңында өсөнсө ат та ярыштан сығып ҡуйҙы, ни бары өс һыбайлы бәйгене дауам итте.
– Аты мал булғансы – эйәһе эт була, тип юҡҡа әйтмәгәндәр, – тип һуҙҙы комментатор, башын сайҡап...
Финиш һыҙығын беренсе үткән Илнур Ғиззәтуллин Яңы Усман егете икән. Ҡайһы берәүҙәр, атҡа еңел булһын тип, хатта өсәр көн ашамай бәйгегә бик етди әҙерләнһә, ун ете йәшлек жокейға ни бары бер аҙна әҙерлек ваҡыты еткән.
– Атайым да, Миллиғәле, Ғиззә­туллин, йәш сағында ат сабышында ҡатнашҡан, тап ул мине нисек ат менән мөғәмәлә итергә өйрәтте лә инде, – тине Илнур, маңлайындағы бөрсөк-бөрсөк тирен һөртөп.
Ат сабышын ҡарап, адреналинға туйған халыҡ төрлө яҡҡа таралды: берәүҙәр, иркенләп концерт ҡарарға тип, эскәмйәлә урын алып ҡалырға һыпыртты, икенселәр спорт ярыштарында көс һынашырға еңен төрҙө, тамаҡ ялғап алырға теләүселәр ҙә бер-береһенән ҡалышманы – тәмле шешлек, былау еҫтәре аңҡыған рәттәргә ашыҡты... Сәхнә янында теҙелешкән матур милли кейемдәге ханымдар бик күптәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Баҡтиһәң, «Мираҫ» халыҡ ансамбле икән! Баштарына флүр яулыҡ ябынған апайҙар:
Француз яулыҡ кәштәлә,
Бөклә дүрткә, бишкә лә,
Һеҙҙең менән күрешеүҙәр
Кермәҫ инде төшкә лә, – тип йырлап та ебәрҙе.
Бөгөн беҙҙә һабантуй – Эштәреңде ситкә ҡуй!– Матур кейемебеҙгә ҡыҙығып, әллә нисә кеше беҙҙең менән фотоға төштө, – тигәс, бынан ары фотоға төшөргә теләүселәрҙән аҡса алып, кеҫә яғын ҡалынайтыу кәрәк, тип көлөштөк. Һабантуйҙа шулай кәйеф үҙенән-үҙе күтәренке була, ҡыуаныс күңелдәрҙе биләп ала ла ҡуя! Байназар ауылының Айгөл Буранова етәкләгән «Арғымаҡ» бейеү ансамбле ҡыҙҙары ла шат йылмайышып халыҡты күҙәтте. Район һабантуйына беренсе тапҡыр килгән Алһыу Алтынбаева менән Зилә Мансурова, әлегә сәхнәнән ары китә алмаһаҡ та, беҙгә бында бик оҡшай, тиеште: «Һабантуйҙа барыһы ла йылмайып-көлөп кенә йөрөй». Уларҙың фекерен Тәғзимә Сәғитова дауам итте: «Күптән күрешмәгән таныштарҙы осратып, дуҫтар менән аралашып, тәбиғәт ҡосағында ял итеп ҡайтыу – үҙе бер ғүмер!» Осрашыу тигәндән, һабантуй яланы инде нисә йыл күрешмәгән Килдеғол мәктәбенең башланғыс синыф уҡытыусыһы Иркә Фәйзуллина менән осраштырҙы. Уның тормош иптәше, тарих уҡытыусыһы Мөнир Абдулла улы менән дә күрешкәс, бергәләп «Рәхимйән ташы» тип аталған ярыш үткән ергә барып сыҡтыҡ.
Ҡайҙа һин, бәһлеүән егет?
Рәхимйән ташын күтәрергә
Майҙанға, әйҙә, рәхим ит! – тигән яҙыулы стендта 97 килограмм 600 грамм ауырлығындағы ташты эйәрле аты аша алып ырғытҡан Рәхимйән Шәмсетдин улы Яхин тураһында мәғлүмәт бар (батыр егерме дүрт йәшендә вафат булған). Шулай уҡ 1994 йылдан алып район һабантуйындағы спорт ярыштары программаһына ингән «Рәхимйән ташы» бәйгеһендә еңеүсе Салауат Килдейәров, Даян Хамматов, Фаяз Әхмәтов, Хәйҙәр Күлбирҙин, Зөфәр Мырҙабулатов, Илһам Сәфәрғәлин һәм башҡа бәһлеүәндәр хаҡында ла яҙылған. Таш күтәреүҙә былтырғы чемпион Азамат Бәҙәмшин 1 м 45 сантиметр бейеклекте еңел генә яуланы. Ғәлиәкбәр батыры Фаяз Әхмәтов иһә ташты 1 м 50 сантиметрға тиклем күтәреп ырғытты. Был ярышта ун йыллап ҡатнашҡан Фаяз махсус рәүештә күнекмәләр яһап ҡаңғырмай. Иптәштәре әйтеүенсә, бура бурағанда бүрәнә күтәреп көс йыя.
– Киләһе йыл был бәйге ойошторолоуға егерме йыл була, шуның хөрмәтенә бағыусы табып, еңеүсегә һарыҡ килтерәм, – тине тыуған ерен һөйгән, тарихты тәрән өйрәнгән Мөнир Фәйзуллин.
Әйткәндәй, таш күтәреп көсөн күр­һәткән Азамат Бәҙәмшин еңел машина һөйрәп тә еңеүгә өлгәште. Икенсе урынды ҡустыһы Илгиз Бәҙәмшин алды, ә өсөнсө урынға Динар Аҙан­ғолов лайыҡ булды.
Бөгөн беҙҙә һабантуй – Эштәреңде ситкә ҡуй!– Атай машинаны гел беҙҙән һөйрәтеп ҡабыҙа бит, шунан беҙ­ҙә көс булмай, кемдә булһын, – тип ауыҙ йырҙы ағалы-ҡустылы Бәҙәм­шиндар.
Ә инде батырҙарҙың төп алышы көрәш майҙанында барҙы. Уҡыусы­лар араһында Йәҙгәр Ғазиндың тәрбиәләнеүселәре Айҙар Ғазин, Ринат Хәбиров, Нурлан Айытбаев пьедес­талды тотошлай яуланы. Алтмыш биш килограмға тиклем ауырлыҡта Аза­мат Туҡтамышев, Флүр Түләбаев, Владик Ғайсин еңеүселәр булды. Фәнгиз Шәмиғолов, Ғәбит Мөхә­мәтшин, Сәғит Яҡупов та үҙ ауырлыҡтарында призлы урындарҙы үҙ-ара бүлеште. 75 килограмдан юғары ауырлыҡ категорияһында беренсе урынға Белорет районынан Ғәлим Ҡужахмәтов, икенсе урынға Яңы Мөсәт ауылынан Илфат Уразаев сыҡты. Профессиональ көрәшселәр араһында 75 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында беренсе урынды Ҡурғашлынан Юнир Ғазин, икенсе урынды Әбйәлилдән Өлфәт Шөғөров яуланы, Әтектән Әсғәт Ямғурсин уларҙан саҡ ҡына ҡалышып, еңеүселәр исемлеген «ябып ҡуйҙы». Титандар араһында, йәғни 75 килограмдан юғары ауырлыҡ категорияһында Иҫке Собханғолдан Ирек Шәмиғоловты арҡаһына һалырлыҡ батыр табылманы. «Көмөш» еңеүсе Ҡурғашлынан Илшат Ғазин булһа, «бронза» Яңы Мөсәт егете Динар Шәмиғоловҡа эләкте. Һабантуйҙың абсолют чемпионы исеме, әлбиттә, Ирек Шәмиғоловҡа бирелде.
Бөгөн беҙҙә һабантуй – Эштәреңде ситкә ҡуй!Ҡояш үргәрәк күтәрелгән һайын төрлө-төрлө ярыштар ҙа ҡыҙҙы, уйын сәме һәр кемде ялмап алды: һырғауылға ла менделәр, «балыҡ» та тоттолар, әйләнсек баҫҡысҡа ла менергә маташтылар...
Һабантуйҙан ҡайтырға сыҡҡас, ҡыуаныстан йөҙҙәре ҡояштай бал­ҡыған Ҡәҙриә Ҡасимова менән Ләй­сән Үтәбаева осраны. Улар икеһе бер тауыштан: «Һабантуй шундай ныҡ оҡшаны, бик күңелле булды», – тип халыҡ байрамына үҙ баһаһын бирҙе. Ә һабантуй яланында һаман байрам йыры гөрләй ине – халыҡ тара­лышыр­ға ашыҡманы...







Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
Автор һәм Айнабат аҠыева
фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”