RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ”Арғымаҡлы булайыҡ.

26.03.2013 ”Арғымаҡлы булайыҡ.

”Арғымаҡлы булайыҡ.
Аң, рух, ғәм, ырыҫ, моң, аҡыл, ҡот беҙгә лайыҡлы йәшәргә ярҙам итер”
Шулай бер мәл ҡулыма Мәрйәм Бураҡаеваның “Арғымаҡ” китабы килеп эләкте. Мемуар-эссе жанрында яҙылған был әҫәрҙе бер тынала уҡып сыҡтым. Беҙҙең өйҙә Бураҡаев фамилияһы йыш телгә алына ине. Донъянан иртә киткән билдәле башҡорт шәхесе Диҡҡәт Бураҡаев тураһында атайым, уның интернатташы (хәҙерге Р. Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты), йылы аралашып йөрөгән дуҫы булараҡ, гел телгә алды. Аҙаҡтаныраҡ Мәрйәм Бураҡаеваның китаптарын уҡый башланыҡ, өйөбөҙгә уларҙың улы Илгизәр ҙә – ағайымдың дуҫы – килеп йөрөнө. Шунан “Тормош һабаҡтары”н аһ итеп, һоҡланып ҡулға алдыҡ. Тағы ла һуңғараҡ талантлы йәш режиссер­ҙар, сценарийҙар авторҙары Зөһрә (ул тәржемәсе, яҙыусы ла) һәм Таңсул­пан Бураҡаевалар исеме лә танылды. Иманым камил, Бура­ҡаевтарҙың мин яҡындан белмәгән башҡа балалары ла үҙ һөнәренең оҫтаһылыр.
Студент сағымда мәктәптә практика үткәндә Мәрйәм Бураҡаеваның “Тормош һабаҡтары” буйынса лекцияһын да ауыҙ асып тыңлағанымды онотмайым. Артабан был шәхестең исеме гәзит-журналдарҙа ла, телевидение-радиола ла йыш ишетелде, күренде һәм шулай дауам итә. Бөгөн дә ул халыҡ араһында, балалар менән, саралар уртаһында.
Баш ҡалабыҙҙа беренсе башҡорт балалар баҡсаһын, тәүге ауыл гимназияһын (Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында) асыу, “Шәжәрә байрамы”, уҡыусылар араһында “Башҡортостан ынйылары” конкурсы, “Йәйләү” лагеры һ.б. – тап уның башланғысы менән башҡарылған эштәр.
“Күңел донъяһына сәйәхәт” тип тә яҙылғайны үрҙә телгә алынған китапта. Бөгөн ниндәй уйҙар менән йәшәй икән Мәрйәм Бураҡаева? Уның күңел донъяһында халыҡҡа еткерер ниҙәр бар? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән баҡтым билдәле шәхестең күҙҙәренә.

− Һеҙҙе Башҡортостан халҡы төрлө йүнәлештә эшләүсе әүҙем шәхес тип белә. ҡайһыһы күңелегеҙгә яҡыныраҡ һуң – йәмәғәт эшмәкәреме, уҡытыусы-педагогмы, яҙыу­сымы, ә бәлки, бөгөн башҡорт халҡының милли ризыҡтарын етештереүсе эшҡыуарҙыр?
− Миңә бындай һорауҙы йыш бирәләр. Әммә мин әсәй булыуға өҫтөнлөк бирергә тырыштым. Әллә килеп сыҡманымы икән, тип ҡайһы саҡта үкенес тә белдереп ҡуям, сөнки ваҡыт яғы самалы булды. Ә ҡалғаны инде ул – йәшәү рәүеше. Үҙемде ҡайҙа кәрәк таптым, шул өлкәлә эшләп алып киттем. Ғөмүмән, үҙемде уҡытыусы тип һананым. Балаларҙы бик яраттым, мәктәпте.
Мине рухһыҙлыҡ мәсьәләһе борсоно. Шуға, ҡайҙан башлана рухһыҙлыҡ, ниңә беҙ уға иғтибар итмәйбеҙ, тигән һорауҙар килеп баҫты алдыма. Төп нәмә тәрбиәгә ҡайтып ҡалырға тейеш бит. Һәр халыҡтың үҙ тәрбиәүи алымдары бар. Халыҡ педагогикаһы тип атайбыҙ. Бына ошо тәңгәлдә ниндәй эштәр башҡарып булғанын асыҡларға тырыштым.
Башҡорт мәктәптәрендә лә эшләнем, рус кластары булған мәктәптәр­ҙә лә. Шундай һығымтаға киленде – беҙ үҙебеҙҙең йолалар нигеҙендә тәрбиәләмәйбеҙ. Тел өйрәтеү менән генә булмай, төп нәмә – мөхит. Яңыраҡ ҡына шундай бер сағыштырыу ҙа башыма келт итеп килеп төштө. Талҡан ҡушып, әсетеп икмәк һалдым. Бер үк ҡамыр, бер үк шарттар, бер үк мейес, әммә икмәктең тәме өҫтөндә бер төрлө, ә аҫтында – икенсе. Телеп ҡарайым, бында ла айырмалыҡ күренә: төбө ыуалыңҡырап китте, өҫтө күҙәнәкле булып бешкән.
Ни өсөн шулай? Сөнки икмәктең аҫҡы өлөшө ҡалыпҡа һалынған, өҫ яғы иһә табанан күпереп сығып, үҙ иркенә бешә. Бына шунан һығымта яһап була. Мөхит төп роль уйнай.
− “Тормош һабаҡтары” дәреслеге лә шундай һығымталарҙан барлыҡҡа килгәндер?
− Эйе, шулай. Тәүге мәлдәрҙә дәреслек буйынса лекциялар уҡы­ғанда ла, былай осрашҡанда ла уҡытыусылар хатта күҙҙәренә йәш алып тыңлай, ҡабул итә, урыны менән аптырап та китә ине. Башҡорттоң ғилеме шул тиклем ҙур булғанын иҫбат итәм бит инде. Бөгөн йәшәйештең ниндәй терминдары ҡулланыла, халҡыбыҙҙа улар бөтөнөһө лә булған. Башҡорт үҙ донъяһын үҙе көткән, балалар тәрбиәләгән, тормош кәрәк-ярағын үҙе тапҡан, үҙен-үҙе дауалаған. Шуларҙың һәр береһенә туҡталып, дәлилдәр менән һөйләһәм, педагогтар аптырашта ҡала ине.
Хәҙер тәьҫире бер аҙ һүрелә төштө. Шулай ҙа, шөкөр, “Тормош һабаҡтары” 21 йыл уҡытыла. Әгәр ҙә уҡытыусы ихлас яратып уҡыта икән, ундағы мәғлүмәттәрҙе бала ла яратып ҡабул итә. Ошо фәнде тәүге йылдарҙан уҡытҡан уҡытыусыларға шул тиклем рәхмәтлемен. Халыҡ педагогикаһына нигеҙләнеп белем алған бала тәрбиәле була.
− Был дәреслектең рус теленә тәржемәһен дә күреп ҡалдыҡ.
− Бер китап сыҡты. Миңә рус уҡытыусылары алдында ла лекция уҡыр­ға тура килә. Шунда, дәреслегегеҙҙе ниңә рус теленә тәржемә итмәйһегеҙ, тигән һорау бирелә башланы. Тәрбиәүи әһәмиәте көслө булғанлыҡтан, педагогтар уның рус телле мәктәптәрҙә лә булыуын теләй. Минең быға яуабым шулай булды: “Тормош һабаҡтары” башҡорт халыҡ педагогикаһы нигеҙендә яҙылған. Йолаларына, мәҡәлдәргә, ғөмүмән, ниндәй тәрбиәүи яғы бар, шуға таянғанмын.
Ә һәр халыҡтың үҙенең педагогикаһы була. Беҙҙең башҡа халыҡ йолаһында, ижадында йә педагогикаһында күп нәмәне аңламауыбыҙ, ҡабул итә алмауыбыҙ бар. Был шулай ҙа. Мәҫәлән, ҡунаҡты икмәк өҫтөнә тоҙ ултыртып ҡаршылау. Беҙҙә ул, беренсенән, әҙәпһеҙлек. Нисек инде йыуылмаған ҡул менән икмәкте аяҡ өҫтө тороп ашайһың? Икенсенән, икмәк өҫтөнә бер нәмә лә һалырға ҡушмағандар, ә һауыты менән тоҙ ултыртыу бөтөнләй беҙгә хас күренеш түгел. Быға ғәҙәтләнергә ярамай.
Әкиәттәрҙә лә айырмалыҡтар күп, уларҙың мәғәнәһен, тәрбиәүи яғын хатта аңлатыуы ла ауыр.
Рус балаларына үҙ халҡының тормош һабаҡтары булырға тейештер, ә минең “Тормош һабаҡтары” тәржемәһе түгел. Бер халыҡтың да халыҡ педагогикаһы насарлыҡҡа өйрәтмәй. Ләкин һәр халыҡ үҙенең педагогикаһын үҙе аңлатырға тейеш.
Лекцияла бына ошондайыраҡ миҫалдар килтереп һөйләгәйнем, шулай ҙа Мәғариф министрлығына, дәреслекте руссаға тәржемә итегеҙ, тип мөрәжәғәт яҙғандар. Шуға унынсы класс дәреслеге тәржемә ителеп баҫылып сыҡты.
− Ә үҙегеҙҙең балаларығыҙға, ейәндәрегеҙгә иң тәү сиратта ниндәй холоҡ-фиғелде, сифатты һеңдерергә тырышаһығыҙ? Улар ҙа мот­лаҡ “Тормош һабаҡтары” ниге­ҙендә тәрбиәләнгән һәм тәрбиәләнәлер?
− Иң беренсе, әлбиттә, туған телде белеү мотлаҡ. Икенсеһе – йыр-моң. Балаға туған моңон белеү мөһим.
Туғанлыҡ тойғоһо һалынырға тейеш. Тәбиғәткә мөнәсәбәт. Балаларҙы бәләкәй саҡтарынан уҡ тәбиғәткә йыш алып сыҡтыҡ. Ауылда йыш булдыҡ. Аталары Диҡҡәт иҫән саҡта ла. Ул ҡайҙа экспедицияға китә, шул яҡҡа бара инек.
Өйҙә тик башҡортса һөйләштек. Балалар телгә ныҡ иғтибарлы булды. Һәр ваҡыт, үҙебеҙҙең матур башҡорт һүҙҙәренә иғтибарлы булығыҙ, тип өйрәттек. Әкиәттәрҙән эҙләп ултыра торғайнылар, һуңынан шул һүҙҙе гел ҡулландылар.
Кешегә мөнәсәбәт тойғоһон да белеп үҫтеләр. Беҙ атаһы менән гел әйтә торғайныҡ, кеше килһә, ихлас мөғәмәләлә булығыҙ, алыҫтан килһә, сәй тәҡдим итегеҙ, тип.
Шундай ҡыҙығыраҡ бер хәл дә иҫтә ҡалған. Беҙ күп кешегә ярҙам итә инек. Шулай берәү беҙгә үҙебеҙ өйҙә юҡта Себерҙән килгән дә балаларға ишектән русса һаулыҡ һорашып килеп ингән. Һуңынан тәьҫораттарын былай тип һөйләгән: ”Инеп, здравствуйте, тигәйнем, бер малай килеп сыҡты ла, һаумыһығыҙ, беҙҙә башҡортса ғына һөйләшәләр, тине. Шунан бер ҡыҙыҡай сығып, ағай, үтегеҙ, ҡайҙан килдегеҙ, сәй ҡуяйыммы, тип һораны. Тағы икәүһе етәкләшеп сығып, башҡортса һаулыҡ һорашып тора. Үҙем русса сәләмләп килеп инеүемә шул тиклем оялдым. Аҙаҡтан иң бәләкәс бер ҡыҙҙы күреп, һаумы, ҡыҙым, тип һаулыҡ һорашҡайным, уныһы, Аллаға шө­көр, тип яуапланы”. Аптырап та, һоҡланып та һөйләгән. Шулай, өйрәткәнде балаларыбыҙ ныҡ һеңдергән. Башҡортса һөйләшеүҙе бер мәртәбә кеүек ҡабул итәләр. Был да ҡыуандыра.
Алдан әйтеп ҡуйҙым – мин бер ваҡытта ла “мама”, ”бабушка” булмаясаҡмын. Бер ейәнсәремде музыка мәктәбенән ҡаршыларға барҙым. Шунда ҡыҙымдан:”Это твоя бабуля?” – тип һорайҙар. “Нет, − ти был бала ныҡлы ғына итеп. − Она − өләсәй”. Башҡортлоҡтарын бер ҙә кәм күрмәйҙәр.
Араларында туғанлыҡ та көслө. Шул шатландыра. Әсәйемдең тыуған ауылын, Ейәнсура районындағы Ибрайҙы, тыуған ауыл итеп алдыҡ, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр шунда ҡайтырға атлығып тора.
− Әле һеҙҙең ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ һаны нисәүгә тулды?
− Унауға тулдылар. ҡиәмәтлек ҡыҙымдың икәү. Ул Әбйәлил райо­нының Асҡар ауылында йәшәй. Шунда гимназияла уҡығанда уҡ әсәй­һеҙ ҡалғас, һуңынан атайһыҙ ҙа, уны Гөлнур ҡыҙым (ятаҡта тәрбиәсе ине) алып ҡайтҡайны. Хәҙер ул ҡыҙҙың балалары миңә, өләсәй, тип, кейәү, ҡәйнәм, тип йөрөй. ҡыҙым “Тормош һабаҡтары”нан уҡыта. Балалар ҙа туған тип аралаша.
− Һеҙҙең “Арғымаҡ” китабығыҙҙы халыҡ бик яратып ҡабул итте. ҡабат-ҡабат уҡыусылар күп булды. Бөтөн уй-фекерҙәрегеҙ, кисерештәрегеҙ, һабаҡтарығыҙ ошо китапҡа инеп бөттөмө, бәлки, дауамы ла булыр?
− Балаларға тормоштоң гел шыма ғына бармауын, ҡытыршылыҡтарын, уларҙы нисек еңеп сығырға икәнен һөйләйем дә, улар миңә уйынлы-ысынлы: ”Әсәй, һин “ҡарат” тигән китап яҙ”, – ти. Яҙаһы нәмәләр күп, шөкөр. Сөнки әүҙем генә эшләнде, йәшәлде бит. Һынауҙар ҙа күп булды. Мин уларҙы ҡаршылыҡ түгел, ә тап һынау тип ҡабул иттем һәм уларҙы еңеп сығыу юлын эҙләнем. Ә аҙаҡтан байтаҡ кәртәнең сәбәпһеҙ булыуын, миңә ҡаршы торғандарҙың мин тәҡдим иткәнде ҡабул итеүҙәрен, үтәүҙәрен күрҙем.
Бөгөн илке-һалҡылыҡ йыш осрай. “Алһыу донъя”ла йәшәргә кәрәкмәй­ҙер. Беҙ артабан башҡорт булып йәшәргә тейешбеҙме, тейеш икәнбеҙ, нимә эшләргә кәрәк? Бына ошоно уйларға. Әле мин, ни өсөн ирешелгәнде юғалтабыҙ, тигән һорауға ла яуап эҙләйем. Бәлки, шул яуаптар китап булып сығыр. Ә “Китап” нәшриәте “Арғымаҡ”тың электрон вариантын сығара.
− Һеҙҙең экология темаһын яҡтыртҡан әҫәрҙәрегеҙ ҙә бар, халҡыбыҙ йолаһын күрһәткән драмағыҙ − “Үҙем яҙған яҙмыш” Стәр­летамаҡ башҡорт дәүләт драма театры тарафынан сәхнәлә башҡарыла. Тағы ниндәйерәк әҫәрҙәр көтөргә?
− Әйткәндәй, тәбиғәтте һаҡлау буйынса мәҡәләләр ҙа күп яҙылды. Диҡҡәт иҫән саҡта ла уның тәбиғәткә бәйле теге йәки был мәҡәләһе сыҡһа, халыҡтан шул тиклем күп фекер, тәҡдим менән хаттар килә торғайны. Тимәк, халыҡтың тәбиғәткә мөнәсәбәте лә икенсерәк булған. Әле борсолдора.
Яҙыуға килгәндә, публицистикаға тотонорға ниәтләп торам. Зәйнәб Биишева хаҡында яҙыу бурысы бар. Ғөмүмән, темалар, ғибрәтле тарихтар күп. Очерктарҙа бит герой менән бергә шул кеше йәшәгән осор ҙа һүрәтләнә. Был замандаштарыбыҙҙы битараф ҡалдырмаҫ.
− Мәрйәм Сабирйәновна, бына һеҙ заманында “перспективаһыҙ” тигән мөһөр тағылып, бөтөрөлөүгә дусар ителгән башҡорт ауылдарын һаҡлап ҡалыу өсөн күп эшләнегеҙ. Шәхестәребеҙ ауылдарын һанағанда ғына ла, Күгәрсен районында Зәйнәб Биишеваның ауылы Туйым­бәт, Көйөргәҙелә Кинйә батыр­ҙың ауылы Кинйәбыҙ, Стәрлетамаҡта ҡаһым түрәнең ауылы Айыусы… Был исемлекте дауам итергә була. Әле ошо ауылдарҙың хәле тураһында хәбәр­ҙарһығыҙмы?
− Был ауылдарға барып сыҡҡылайым. ҡыҙыҡһынам. Кинйәбыҙҙа музей­ға барҙым. Туйымбәттән юл ыңғай үтеп киткән һайын шатлығымдың сиге булмай. Һәр яңы өйгә ҡыуанам. Күңелдә ниндәйҙер тантана була.
Бөгөнгө оптималләштереү шарттарында мәктәптәрҙе ябыу, статусын түбәнәйтеү хафаға һала. Бына былтыр ҙа Ейәнсура районының Ибрай ауылындағы мәктәпте дөйөм белем биреү мәктәбенән туғыҙ йыллыҡ итеп ҡалдырыу хәүефе килеп тыуғайны. Ауыл халҡына ныҡ ҡына тырышырға, урта мәктәпте һаҡларға тура килде. Был эштә иң мөһиме – ауылда сход – йыйылыш үткәреү. Шунһыҙ мәктәп ябыла ла, ҡыҫҡартыла ла алмай. Ауылдар йәшәргә һәм, әлбиттә, мәктәпле булырға тейеш. Эшһеҙлекте лә еңеп сығырға кәрәк.
− Һеҙҙең тағы бер эшмәкәрлек йүнәлеше бар бит әле. Талҡан эшләүегеҙ ҙә халҡыбыҙ мөхитенән алынған шөғөл. Уға, моғайын, эшҡыуар булам тип түгел, ә күңелегеҙгә яҡын булғаны өсөн, халыҡтыҡы халыҡҡа һаҡланһын, етһен, тип тотон­ғанһығыҙҙыр?
− Халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарында шифа шул тиклем күп. Талҡанды ғына түгел, буҙа, ҡорот кеүек ризыҡтарҙы ла оноторға ярамай. Тәбиғи продукт булараҡ, тал­ҡандың да, ҡороттоң да шифаһын тәрәндән өйрәнергә кәрәк. Иң мөһиме, уларҙы дөрөҫ ысул менән эшләү. Тәүҙәрәк әҙерәк күләмдә етештереү күҙ уңында тотолғайны, халыҡ, ахыры, үҙ ризығына һыуһаған, күберәк эшләү ихтыяжы тыуҙы. Башҡорттар ғына түгел, башҡа милләт кешеләре лә ала башланы. Һатыу сиктәре киңәйә, интернет аша ла алыусылар күп (“Бәйләнештә” селтәрендә "T a l k a n s h i f a" төркөмө лә бар − авт.).
Ғөмүмән, күңелгә ятышлы шөғөл, эш тә кешене киләсәкле итә. Шуның менән бер рәттән, аңлы ла, рухлы ла, ғәмле, ырыҫлы, моңло, аҡыллы, ҡотло булһаҡ, тимәк, беҙҙең киләсәгебеҙ бар. Шуға ынтылырға кәрәк.
− Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Уңыштар һеҙгә!

Һүҙ һуңында

Мәрйәм Бураҡаева Өфөлә лә, Ибрайҙа ла йәшәргә, эшләргә өлгөрә. Башҡортостан район-ҡалаларында үткән сараларҙа ла йыш ҡатнаша. Ил инәһе тип аталырға лайыҡлы шәхесебеҙҙең тормош позицияһы, әүҙемлеге милләттәштәребеҙгә өлгө булып торһон ине.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА
әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”