RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Был хазина килер быуындарға ла етһен

22.03.2013 Был хазина килер быуындарға ла етһен

Был хазина килер быуындарға ла етһен
22 мартта бар кешелек Бөтә донъя һыу көнөн билдәләй. Ул 1993 йылда БМО-ның Генераль Ассамблеяһы тарафынан раҫланды. Рәсәй Федерацияһында был дата 1995 йылдан «Һыу – ул тормош» девизы аҫтында үткәрелә.
Бар тере йән эйәһенә кәрәкле был химик матдәнең − һыуҙың хаҡын билдәләп булмай. Үкенескә күрә, уның эсергә яраҡлыһы, сифатлыһы Ер йөҙөндә самалы. Планетабыҙҙың дүрттән өс өлөшө һыу менән ҡапланһа ла, уның тап сөсөһө етешмәй. Бар донъяла миллиардтан ашыу кеше бысраҡ һыу ҡуллана. Йыл да өс миллионға яҡын кеше, башлыса, балалар, насар сифатлы һыу арҡаһында барлыҡҡа килгән ауырыуҙарҙан һәләк була. Әйтергә кәрәк, кешеләрҙең 80 процентына сир тап һыу аша күсә.
XXI быуаттың уртаһына сөсө һыу етешмәүе глобаль проблемаға әйләнеүе ихтимал. Әлеге ваҡытта 43 илдә 700 миллионға яҡын кеше һыуһыҙ интегә. Гидроресурстарҙы тәләфләү һаман да дауам итһә, был һан 2025 йылға 3 миллиардтан ашасаҡ.
Беҙҙең илдә һәм республикала һыу запас­тары етерлек, тип әйтергә була. Әҙерләү станцияларында ла ул нормаларға тап килә. Шулай ҙа ҡулланыусыларға торба аша үткәндә дезинфекция өсөн индерелгән хлор исрафлана бара һәм шул мәлдә һыу тағы ла бысрана. Бының сәбәптәре нимәлә?
Йорттарға ингән һыу үткәргес торбаларҙың күп өлөшө насар хәлдә. Уларҙы эстән дә, тыштан да тутыҡ «ашай». Шуның арҡаһында һыуға металл эләгә, торба эстәрендә тут ҡатнашмаһы ултыра һәм унда бактериялар күпләп үрсей. Был микроорганизмдар тутығыу­ҙы тағы ла көсәйтә һәм торба тишелә башлай.
Әллә нисә километр юл үткән һыу бер урында тороп, буръяҡлана, серек еҫе һәм тәме лә һиҙелә башлай. Әлбиттә, бындай һыуҙы ҡулланыу һәйбәт түгел. Шуға күрә хлорлау кимәлен арттырырға тура килә. Ни тиһәң дә, беҙҙә лә, бар илдәрҙә лә һыу әле лә ошо ысул менән таҙартыла. Озонлаш­тырыу йәки ультрафиолет нурландырыуҙы сәнәғәт масштабтарында файҙаланып булмай.
Хлорлаған саҡта һыу станцияла ла, торба эсендә лә дезинфекциялана.
Бына тап ошо осраҡ тураһында, ике зыяндың кесерәген эҙләйҙәр, тип әйтәләр. Уныһы нимә? Ниндәй юл йәки әмәл табып, таҙа һыу эсергә? Хлорланған һыуҙы ҡулланыу­сыға еткергәс, өҫтәп таҙартырға кәрәк. Һауытҡа ҡойоп, асыҡ көйөнсә ултырт­һаң, бер нисә сәғәттән зарарлы химик матдә бөтә. ҡайнатҡан осраҡта хлор тиҙерәк оса. Ләкин был алымды ҡулланыу бик зыянлы, яман шеш тыуҙырған хлорорганик ҡушылмалар, диоксин барлыҡҡа килә.
Шулай ҙа хлорҙы һәм органик бысраҡты көнкүреш фильтрҙары тарафынан сорбциялау (йотоу) алымы менән бөтөрөп була. Уларҙың төрлө моделдәре бар – ҡайһы берҙәрендә һыу үҙ ағышы менән яйлап үтә (көршәк һымаҡтарында), бәғзеләре кранға йәки торбаға ҡуйыла. Фильтрҙар шулай уҡ етештереүсеһенә, таҙартыу алымына, картриджының күләменә ҡарап айырыла.
Активлаштырылған күмерле фильтрҙар иң популяр һанала. Улар органик һәм органик булмаған матдәләрҙе − хлорҙы, ауыр металдарҙы үҙендә тотоп ҡала. Ләкин был осраҡта ла һаҡ булырға кәрәк. Әгәр ҙә фильтр картриджын ваҡытында алмаштырмағанда, таҙартылған һыу тағы ла бысрағыраҡ булып сығасаҡ. «Кире осмос» принцибына ҡоролған фильтрҙар яҡшыраҡ. Ләкин уларҙың хаҡы ҡиммәтерәк.
Ниндәй генә һыу таҙартҡыс ҡорамалы һайлаһағыҙ ҙа, иң мөһиме – ул тап һеҙ ҡулланған һыу составына яраҡлы булырға тейеш. Һәр ғаилә ағзаһына тәүлегенә 5 литр һыу таҙарта алған фильтр кәрәк. Белгестәр кәңәшенә ҡолаҡ һалыу ҙа һис тә ҡамасауламаҫ.

Республика ташҡынға әҙерләнә

Башҡортостанда дөйөм оҙонлоғо 57 мең километрҙан ашҡан 13 меңгә яҡын йылға бар. Уларҙың төп өлөшө − һаны буйынса 99,9 процент, оҙонлоғо буйынса 87 процент – 100 километрҙан да кәмерәк оҙонлоҡтағы йылғаларға тап килә.
Республиканың төп һыу сығанағы исемен хаҡлы рәүештә Ағиҙел йылғаһы йөрөтә.
Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ арҡаһында һыу кимәленең түбәнәйеүе һәм гидрообъекттар­ҙың һыуһыҙланыуы күҙәтелә.
Көнүҙәк мәсьәлә − яҙғы ташҡынды ҡаршылау буйынса әҙерлек барышында быйыл да һыу объекттарының сифат торошо контролдә тотоласаҡ. Был йылға-күл, быуаларҙың саманан тыш бысраныуын асыҡлауҙа, өҫтәмә күҙәтеү постарын булдырыуҙа сағыласаҡ. Шулай уҡ БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының дәүләт экология надзоры инспекторҙары һыу һаҡлау зоналарын һәм һыу объекттарын бысратыуҙа хәүефле биләмәләрҙе тикшерәсәк.
Яҙғы ташҡынға әҙерлек эштәре былтыр йәй һәм көҙ миҙгелендә үк башланды. Гидротехник ҡоролмаларға капиталь ремонт эшләү өсөн федераль һәм республика бюджетынан 17 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Шулай уҡ 6,7 километр оҙонлоғонда йылға үҙәндәре турайтылған, таҙартыл­ған, ярҙары тәртипкә килтерелгән. Барлығы 31,24 млн һумлыҡ эш башҡарылған.
Яр буйҙарын нығытыу ҙа алып барылған, Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендәге ташҡынға ҡаршы һаҡлағыс дамбаның икенсе сиратында эштәр дауам итте. Әлеге ваҡытта Йомағужа һыу һаҡлағысында яҙғы ташҡынды хәүефһеҙ үткәреү өсөн гидротехник ҡоролмаларҙы әҙерләү дауам итә.

Ябылып етмәгән крандан ағып әрәм булған байлыҡ

Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, һәр беребеҙ, уртаса алғанда, көн дә 300 литр­ға яҡын һыуҙы исрафлай. Был сама күләмде күҙ алдына ла килтереү ҡурҡыныс – ул ҙур бер мискәне тултырасаҡ. Ул һыуҙы беҙ бер көндә эсеп тә, аш-һыу әҙерләп тә бөтөрә алмауыбыҙ көн һымаҡ асыҡ. Шуға күрә лә һыуҙы артыҡ исрафлауҙан һаҡлау һәр беребеҙгә өсөн көнүҙәк мәсьәлә булып килеп баҫа.
Һыуҙы һаҡсыл ҡулланыу ҡағиҙәләре ябай ҙа, үтәй алырлыҡ та. Мәҫәлән, тулыһынса япһаң да, һыуҙың сөбөрләп ағыуына крандағы махсус ҡатлау тишелеүе сәбәпсе. Уны алмаштырыуҙың бер ҡыйынлығы ла юҡ. Һыуҙы бушҡа түкмәҫкә кәрәк. Берәй нәмәне крандан килгән көслө ағым аҫтында йыуып, экономиялау тураһында һүҙ ҙә әйтергә мөмкин түгел. Йыуынған саҡта кранды кәрәгенән тыш асып ҡуйыу ҙа һыуҙы бигерәк ныҡ исрафлай.
Ошо һәм башҡа кәңәштәрҙе һәр беребеҙҙең тотоуы тәбиғәттең ғәжәйеп бүләге − һыуҙы һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итәсәк. Бөтә донъя һыу көнөн билдәләү ҙә тап ошо маҡсатты күҙ алдында тота. Тирә-яҡ мөхит өсөн бик мөһим һыу ресурстарын һаҡлап, тергеҙеп һәм киләһе быуындарға ҡалдырыу бурысының зарурлығын аңлап, уға бар йәмәғәтселек тотонорға тейеш.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”