RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сит ил тауарҙары ары торһон

15.02.2013 Сит ил тауарҙары ары торһон

Сит ил тауарҙары ары торһон
Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙың “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында Өфө ҡа­ла округы хакимиәте тарафынан туғыҙынсы тапҡыр ойошторолған “УфаПромЭкспо − 2013” махсус­лаш­тырылған күргәҙмәһе үтте. Унда баш ҡаланың предприятиелары етеш­тергән продукция тәҡдим ителде.
ҡала хакимиәтенең сәнәғәт бүлеге начальнигы Александр Зарубин әй­теүенсә, форумдың маҡсаты − Өфө сәнәғәтенең мөмкинлектәрен күрһәтеү, абру­йын күтәреү, етештергән продукцияның дәғүәселеккә һәләтен арттырыу, һатыуҙы киңәйтеү. Күр­гәҙмәлә, нигеҙҙә, юғары техник-иҡтисади күрһәткестәргә ирешкән, етештереүҙең яңы алымдарын индергән, яңынан-яңы продукция тәҡдим итеп торған алдынғы предприятиелар ҡатнашты. Әгәр былтырғы күргәҙмә тармаҡтар­ға бүленеп үткәрелһә, быйыл ҡаланың һәр районы үҙ экспозицияһын ҡуйҙы. ҡатна­шыу­сылар­ҙың 30 проценты – бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре, улар араһында етештереү менән шөғөлләнгән шәхси эш­ҡыуар­ҙар ҙа бар, тине А. За­рубин.
Күргәҙмәне тантаналы асыу­ҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмит­рий Шаронов, БР сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Кар­пухин, БР Сауҙа һәм сәнәғәт палатаһы вице-президенты Михаил Качкаев, ҡала советы рәйесе Ген­надий Семи­величенко, ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов булды.
− Былтыр Өфөнөң сәнәғәт предприятиелары тарафынан 546 миллиард һумлыҡ тауар етештерелгән. Нефть менән сауҙа итеү өлкәһендәге тауар әйләнеше − бер миллиард долларҙан ашыу. Айырыуса былтыр предприятие-ойошмаларыбыҙ яңы ҡорамалдар менән тулыланғайны. Бер яҡтан, был ыңғай күренеш – тауар­ҙың си­фаты арта, икенсе яҡтан, эш урындары кәмей, сөнки кеше өсөн автоматтар эшләй. Шуға күрә беҙҙең маҡсат – эштән бушатылған белгестәргә яңы урындар табыу. Ғөмүмән, Өфөлә эшһеҙлек кимәле бик түбән, тип билдәләргә кәрәк. Вакансиялар эшһеҙҙәр һанынан ике тапҡырға күберәк. Был да ҡала сәнәғәтенең дөрөҫ юл менән барыуы тураһында һөйләй, − тине Ирек Ялалов.
Күргәҙмәлә “Востокнефте­за­вод­­монтаж”, “Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” (“УМПО”) асыҡ акционерҙар йәм­ғиәттәре кеүек ҡаланың эре предприятиелары, кейем, аҙыҡ-түлек етештергән еңел сәнәғәт вәкилдәре үҙ экспозицияларын ҡуйҙы.
Иғтибар иткәнһегеҙме, юҡмы − яңыраҡ Өфөлә бер нисә яңы троллейбус йөрөй башланы. Бер йыл элек “Башҡорт троллейбус заводы” йәм­ғиәте был электр транспортының яңы моделен етештерә башлаған. Ул элеккеһенән күпкә уңайлыраҡ. Са­лондың иҙәне тәпәш, был иһә ололар өсөн бик мөһим. Инвалидтар өсөн махсус ҡорамалдары бар. Коляскалағы инвалидтар өсөн махсус урындар бүленгән. Кузовы цинк менән ҡаплан­ған, тимәк, тутыҡмаясаҡ. Әлегә Өфөлә биш яңы троллейбус йөрөй. Шулай уҡ бишәүһе Стәрлетамаҡҡа һатыл­ған. Бы­йыл завод яңы моделде күберәк етештерергә уйлай.
“Салауат” предприятиеһы тире һәм күндән кейем-һалым етештерә. Әйберҙәре милли колориты менән айырылып тора.
− Беҙҙә ике оҫта рәссам-модельер эшләй. Йәғни кейемде авторҙар дизайны буйынса тегәбеҙ. Ижадта уларға тулыһынса ирек бирелгән. Шуға күрә улар илһамланып эшләй, һөҙөмтәлә матур, үҙенсәлекле тауар килеп сыға. Кейемдәр теккәндә этник үҙенсәлектәрҙе лә, Европа стилен дә файҙаланабыҙ. Йыш ҡына ике стиль бергә уҡмашып килә. Бөгөн был бигерәк тә әһәмиәтле. Сөнки заманса кейемдә башҡорт биҙәктәре бик модалы күренә. Предприятиебыҙ өсөн генә түгел, тотош республика халҡы өсөн был табыш булып тора. Ундай кейемде башҡа бер кем дә кеймәй бит.
Башҡорт костюмы сәхнәлә генә түгел, ҡала урамында ла күренергә тейеш. Мәҫәлән, милли стилдә те­гел­гән баш кейеме һәр кемгә килешеп тора, тип уйлайым. Шулай уҡ беҙҙең “Аҡмулла” тип аталған баш кейемен бик яраталар. Кейемдән тыш, төрлө япмалар, келәмдәр етештерәбеҙ. Баш­ҡорттарҙа һарыҡ йөнөнән бәйләнгән әйберҙәр айырыуса ныҡ баһаланған. Беҙ ҙә борон­ғо традицияларға таянып, ке­ләмдәр­ҙе һарыҡ йөнөнән тегәбеҙ, − тип һөйләй ателье директоры Зоя Демина.
Сит ил тауарҙары ары торһон
Әйберҙе ательеның үҙендә һатып алырға мөмкин. Шулай уҡ оҙаҡламай Өфөнөң Ленин урамында асыласаҡ сауҙа үҙәгендә “Салауат” етештергән тауарҙар ҙа буласаҡ. Оҫталар мода үҙгәрешен күҙәтеп тора. Хеҙ­мәттәштәре бигерәк тә модельер Роза Юлдашбаеваны маҡтай. Һи­геҙенсе тиҫтәне ҡыуһа ла, был ханым бик дәртле оҫта икән. Ателье ҡазан, Мәскәү предприятиелары ме­нән хеҙмәттәшлек итә. Әммә тирене арзаныраҡ хаҡҡа алырға кәрәк ине, ти етәксе. Республика эш­ҡыуарҙары менән килешеүҙәр төҙөлһә, был ниәттәре тормош­ҡа ашыр ине, әлбиттә. ҡыуа­нысҡа күрә, күптән түгел Күгәр­сен районында кеш, шәшке үр­сет­кән хужалыҡ асыл­ған. “Са­лауат” предприятиеһы был хужа­лыҡ вәкилдәре менән осрашҡан да инде. Үҙ ҡалаһында етештерелгән кейемде алыу­сылар күберәк булһын, тигән теләктә хеҙмәткәрҙәр. Әйт­кәндәй, күренекле яҡташтары­быҙ­ҙың күбеһе тап “Салауат” оҫталары теккән кейемдәрҙе кейә икән. Мә­ҫәлән, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдинов кәңәшсе, мосолман кейеме буйынса белгес булараҡ та ярҙам итеп тора.
Шулай уҡ хәҙрәттәребеҙ кә­ңәшенә “Иман” ательеһы ҡолаҡ һала. Был предприятие өс йыл элек асылған. Нигеҙҙә, мосолман кейемен етештерә.
− Мосолман кейеме менән сауҙа итеүселәр көндән-көн күбәйә. Әммә эшҡыуарҙар ситтән килтерелгән тауарҙы һата. Төркиә, ғәрәп кейеме йоҡа, еңел, беҙҙең ерлеккә, климатыбыҙға яраҡлашмаған. Шуға күрә үҙ ательебыҙҙы асырға булдыҡ. Имам­дар өсөн сапандар тегәбеҙ. Шулай уҡ никах уҡытыр өсөн беҙҙән күлдәктәр һатып алалар. Һыуыҡ көндәрҙә кейә торған хиджәб тегәбеҙ. Рәсәйҙә генә етештерелгән тәбиғи сифатлы туҡыманы ҡулланабыҙ. Ислам талабы буйынса ла туҡыма тәбиғи сүстән булырға тейеш. Төркиәнән килгән арзан тауар иһә был талапҡа яуап бирмәй. Теккән һайын фасондарҙы камиллаштырып торабыҙ. Сөнки беҙҙә мосолман кейемен етештереү тәжрибәһе юҡ әле. Шулай кәзәкей – ҡыш кейә торған мосолман пальтоһын етештерә башланыҡ, − ти оҫта Венера Матюхина.
Кейем махсус заказдар буйынса тегелә. Кешегә килешеп, тура килеп торһон өсөн эшләнә был. Үҙебеҙ өсөн дә шулай эшләүе ҡыҙығыраҡ, ти ателье хеҙмәткәрҙәре: “Күптәр мо­солман кейемен ала, әммә уны кейеү ҡағиҙәһен белеп етмәй. ҡыҙ­ҙарҙың ҡушҡар һө­йәктәре, шайтанашығы, муйы­ны мотлаҡ ҡапланған булырға тейеш”.
Күргәҙмәлә “Прополис” пред­­прия­тиеһы ҡуйған экспозиция ла иғтибарҙы йәлеп итте. Был ойошма бал, сәскә һеркәһе, балауыҙҙан етештерелгән тәбиғи, һаулыҡ өсөн файҙалы косметик тауарҙар, аҙыҡ-түлек тәҡдим итә. Әлбиттә, бөгөн балдан төрлө продукция етештергән эшҡыуарҙар күбәйгәндән-күбәйә. Был республика өсөн ҡыуаныслы күренеш. Тик беҙ конкурентлыҡтан ҡурҡмайбыҙ, ти предприятие директоры Гөлфирә Бакирова:
− Беҙ сирек быуат элек үк асыл­ғайныҡ. Ул ваҡытта прополисты бик танымайҙар ине. Шуға күрә был йүнәлештә эшләгән берҙән-бер предприятие булғанбыҙҙыр. Ә хәҙер балдың файҙаһын һәр кем аңлай. Бөгөн дә баҙарҙа беҙ абруйлы предприятие һаналабыҙ. Тауар­ҙарыбыҙ сит өлкәләрҙә лә һатыла. Балды республикабыҙҙың алдын­ғы умартасыларынан ғына алабыҙ, башҡорт тоҡомло ҡорттар йыйған бал файҙаланыла. Шулай уҡ һеркә, балауыҙ ҙа үҙебеҙҙән генә алына. Ҙур аҡса артынан ҡыумайбыҙ. Үҙебеҙ ҙә бал ҡорттары кеүек, иң алдан кеше сәләмәтлеген уйлап, тырышып эшләйбеҙ.
Интернет өлкәһендә үҙ эшен асҡан йәш эшҡыуарҙар ҙа булды күргәҙмәлә. Руслан Батыров үҙ коллективы менән “Виртуаль Башҡортостан” тигән интернет-проект булдырған. Уның нигеҙен виртуаль сәйәхәт тәҡдим иткән сайт тәшкил итә.
− Маҡсатыбыҙ – башҡа ерҙә булмаған, Башҡортостанды үҙенсәлекле иткән урындарҙы күрһәтеү. Сайты­быҙҙа баш ҡала һәм республика объекттары буйлап виртуаль турҙар асыл­ған. Әлегә сайтта 30 объект һәм йөҙҙән ашыу панорама урынлаштырылды. Яҡын арала виртуаль сәйәхәт ике телдә − рус һәм инглиз телдәрендә тәҡдим ителәсәк – донъяла һәр теләгән кеше Башҡортостаны­быҙ менән таныша аласаҡ, − ти Руслан.
Егеттәр үҙҙәре республиканың төрлө мөйөштәрендә булып, фотоға төшөрә, панорамалар туплай. Кү­берәк тәбиғәтебеҙҙең гүзәл урындарын төшөрәләр.
− Интернет-тауыш биреүҙе ойошторасаҡбыҙ. Халыҡ сайтта ниндәй урындарҙы, объекттар­ҙы күрергә теләй, шунда барып, материалдар туплап ҡайтасаҡбыҙ. Сайтыбыҙҙы шулай тулыландырырға уйлайбыҙ.
Егеттәр ошо рәүешле аҡса эшләргә ниәт итә. Әммә әлегә бар сығым башланғысты үҫтереүгә йүнәлтелә. ҡала хакимиәте, республика Хөкүмәте менән хеҙмәттәшлек итһәк, бик шәп булыр ине, ти улар. Бөгөн иһә һәр теләгән кеше ошо сайтҡа инеп, Башҡортостаны­быҙҙың матур урындары менән таныша ала.
Күргәҙмәлә барлығы 85 ойошма-предприятие ҡатнашты. Бында, ысынлап та, үҙ тауар­ҙарыбыҙҙың си­фат­лы, файҙалы булыуы күренә. Тик үҙебеҙ быны ҡайһы саҡта аңлап һәм баһалап етмәйбеҙ шикелле.

М. ИҡСАНОВ.
Ю. КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”