RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Конституцион хоҡуҡты кемдәр боҙа?

12.02.2013 Конституцион хоҡуҡты кемдәр боҙа?

йәки Үҙебеҙ һыуын эскән ҡоҙоҡҡа төкөрмәйек
БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән 2013 йыл Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде. Рес­публика етәксеһенең Дәүләт Йыйы­лышы – ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжә­ғәт­на­мә­һендә әйтеп кителеүенсә, «уңайлы йәшәү мөхитенә хоҡуҡ – граждандарҙың төп конституцион хоҡуҡтарының береһе». Уны кемдәр һәм ни рәүешле боҙа? Фекер йөрөтөп ҡарайыҡ.
Автомобиль транспортының атмосфераны йылдан-йыл нығыраҡ ағыулауына, һыу ятҡылыҡтарының төрлө зарарлы матдәләр менән «байытылыу»ына, урман янғындары йышайыуға, ауыл хужалығы ерҙәренең ярлыланыуына, көнкүреш ҡалдыҡтары донъяны йылдың-йылы нығыраҡ баҫыуына ғәйеплеләр барҙыр бит? Әлбиттә, йәмәғәтселек, кешеләр. Тимәк, улар үҙҙәрен конституцион хоҡуғынан мәхрүм итә. Бындай хәлдә конституцион хоҡуҡты кем ҡайтарып бирергә бурыслы? Дәүләтме? Кемдәрҙең тырышлығы менән?
Яҙ етергә лә күп ҡалманы. Тимәк, ер өҫтө ҡарҙан әрселеү менән миллиондарса ватандашыбыҙ шәмбе өмәләренә – үҙҙәре үк ҡыш буйы сквер, парк, юл буйҙарына ташлап ҡалдырған сүп-сарҙы йыйырға сығасаҡ. Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, был «артыҡ» мәшәҡәт йылдың-йылы ҡабатлана, сөнки беҙҙең граждандар, туңдырма тышы булһынмы, тәмәке ҡабымы, бушаған шешәме, йәғни әле генә кәрәге сыҡҡан әйберҙе шунда уҡ ситкә ырғыта. Йылдан-йыл ишәйә барған тәмәкеселәр тураһында әйтеп тораһы ла юҡ, уларҙың «эшмәкәрлек» ҡалдыҡтары менән әҙәм аяғы баҫҡан бөтә ер тулып бара. Ватандаштарыбыҙ бында бер ниндәй ҙә тәртипһеҙлек күрмәй, сөнки ул тәпәй баҫҡандан алып ошондай тормошто күреп, уның ғәҙәтилегенә күптән күнегеп бөткән.
80-се йылдар аҙағында журналист Рәүеф ағай Насировтың Литванан йөрөп ҡайтҡас һөйләгән бер хәбәре әле лә онотолмай. Үҙе менән сәйәхәткә ҡатыны менән ейәнсәрен дә ала. Бер саҡ улар урамда китеп барғанда, ҡыҙыҡайға туңдырма алып бирәләр. Теге бала ашамлыҡ төрөлгән ҡағыҙҙы ала ла асфальтҡа ташлай. Үтеп барыусы ике үҫмер ҡыҙ былар янына килеп, ҡыҙыҡайға, теге ҡағыҙҙы алып, махсус сүп һауытына илтеп һалырға ҡуша. «Ейәнсәребеҙ шул саҡлы үпкәләне, – тип дауам итте коллега. – Илай яҙып беҙгә ҡарай. Беҙгә ҡағыҙҙы тейешле урын­ға һалырға тура килде».
Яҙын тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартып йөрөгән бер көтөү мәктәп уҡыусыһын, урам йыйыштырыусыны күрһәм, 1989 йылда Германия Демократик Респуб­ликаһына матбуғат байрамына барыу ҙа иҫкә төшә. Немецтарҙа биш тәүлек ҡунаҡ булып, әллә күпме сәйәхәт итеү араһында миңә ҡайҙа булһа аунап ятҡан бер генә бөртөк ҡый-һайҙы ла күрергә тура килмәне. Хатта төкөрөнгән кешене лә. Ә бит ошондай тәртип беҙҙең өсөн дә нормаға әүерелһә, конституцион хоҡуҡты иҫкә төшөрөү өсөн нигеҙ ҡалмаҫ, күпме урам йыйыштырыусы вазифаһын экономиялар­ға, тимәк, торлаҡ-коммуналь хаҡтарҙы ла аҙыраҡ түләргә мөмкин булыр ине.
Ә был хаҡта йәмәғәтселегебеҙ, үкенескә күрә, етди уйланмай. Миңә, мәҫәлән, Өфөлә утыҙ йыллап йәшәгән дәүерҙә бер урында ла «Сүп ташлаған өсөн – 1000 һум штраф!» тигән иҫкәртеүсе яҙыуҙы уҡырға тура килгәне юҡ. Донъяла иң алдынғы дәүләттәрҙең береһе – Сингапурҙа тәртипһеҙ граждандар өсөн 5 мең доллар штраф ҡаралған.
Беҙҙә дөйөмләштереп һөйләү традицияһы киң таралыуға ҡарамаҫтан, ғәмәлдә атмосфера һауаһын ағыулаусы, урман янғындарын тоҡандырыусы, көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡайҙа етте шунда ташлаусы аныҡ кешеләр бар. Ихтыяр һәм тырышлыҡ етерлек булғанда, уларҙы асыҡлау бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай. Иң мөһиме, бындай административ хоҡуҡ боҙоу­сыларға ҡарата ко­декста ҡаралған са­раларҙы күреү фа­рыз, сөнки республика башлығының Мө­рәжәғәтнамә­һендә «язанан ҡотолоу мөмкин түгеллеге» тура­һында ла һүҙ бара. Ошонда уҡ тәртип өсөн көрәште ойоштороуҙа урындағы үҙидара органдарының яуаплылығы хаҡында ла әйтеп үтелә.
Ләкин муниципалитеттар бөгөн үҙенең хоҡуҡ-бурыстарын еренә еткереп үтәүҙән бик алыҫ тора. Нисек кенә ғәжәп булмаһын, граждандар үҙҙәре үк был властың абруйын күрергә, унан файҙаланырға әҙер түгел. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһында ихаталар­ҙы тыңҡыслап тултырған еңел машина хужаларына ҡарата бер ниндәй ҙә сара күрелмәй. Шунан файҙаланып, ҡайһы берәүҙәр машинаһын газонға мендереп ҡуйһынмы, йә подъезд алдына килтереп терәһенме… Ғөмүмән, машиналар өҙлөк­һөҙ тегеләй-былай сабыуҙан ихаталар баҫыу юлы кеүек, йәйҙәрен саң борҡоп ята, асфальт ашалып, соҡор-саҡырҙар күбәйә. Ә бит уларҙы йүнәтеү өсөн сығымдар шунда йәшәгән кешеләр иңенә һалына – машинаһы бармы-юҡмы.
Автомобиль транспортының кешелек өсөн иң хәүефле сығанаҡҡа әүерелеүен әле, минеңсә, йәмәғәтселек аңлап, баһалап еткермәй. Атмосфера һауаһын ағыу­лауҙан тыш, юл-транспорт фажиғәләрендә һәләк булған, йә ғәрипләнгән тиҫтәләрсә мең кеше, двигателдән сыҡҡан ауыр металдарҙан ағыуланыусы биниһая күп һыу ятҡылығы, тиҙ йөрөшлө транспортта тәбиғәткә ял итергә сығып, усаҡ яғыу арҡаһында сыҡҡан урман янғындары һ.б. Быларҙы ла йәмәғәтселек тейешле кимәлдә баһалап бөтөрмәй һәм шунан үҙе үк зыян күрә. Хәҙер хатта мәғрур Ирәмәл дә ундайҙар өсөн кәртә арты саҡлы ғына.
Автомобиль транспортының йәмғиәткә зыяны, әлбиттә, әйтелгәндәр менән генә сикләнмәй. Ғәрип балаларҙың йылдан-йыл арта барыуы ла шуның касафаты түгелме икән? Ә бит ундай балаларҙы дауалау үҙебеҙҙең табиптар ҡулынан килмәй, сит илгә – Германия йәки Израилгә ебәреү өсөн сығымдарҙы бөтә илдән йыялар. Уйланған йәмғиәттәрҙә, мәҫәлән, Европа, ҡытай, Япония кеүек тарафтарҙа күптән инде транспорттың яңы төрҙәрен уйлап табыу, автотранспорт хәрәкәтен мөмкин тиклем сикләргә тырышыу кеүек саралар әүҙемерәк ҡулланыла. Минеңсә, республика башлығының инициативаһын тейешенсә баһалап, үҙебеҙҙе йәшәткән мөхиткә, ысынлап та, ихтирамлы мөнәсәбәт күрһәтә башларға кәрәктер. Кәрәктер, сөнки халыҡ тиктәҫкә генә, ҡоҙоҡҡа төкөрмә, һыуын эсергә тура килер, тип әйтмәгән бит.

Мәхмүт ХУЖИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”