RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡарауыл һәм Бетәс тауҙары тарихы

12.02.2013 Ҡарауыл һәм Бетәс тауҙары тарихы

Борон ата-бабаларыбыҙ, ғәзиз тыуған ерен, Уралын һаҡлап, күп тапҡыр яуға, баҫҡынсыларға ҡаршы күтәрелгән. Шуның шаңдауы булып хәҙерге көндәргә тиклем ер-һыу атамалары һаҡланып ҡалған.
Беҙҙең яҡтарҙа Бетәс тауы бар. ҡарауыл тауы уның дауамы булып тора. Ошо тауҙың түбәһенә менеп ҡараһаң, тирә-яҡ утыҙ-ҡырҡ саҡрым тирәһе күренә. Борон ҡаҙаҡ яуҙары ваҡытында был тауҙа гелән ҡарауыл торған. Алыҫтан ҡаҙаҡтар күренһә, тау башына ут яҡҡандар. Уны күрше ауыл халҡы күреп, улар ҙа яуға күтәрелгән.
ҡарауыл тауы тапҡырында аҡҡан Һаҡмар йылғаһында ҡаҙаҡ кискән кисеүе бар. Ошо кисеү аша ҡаҙаҡтар икенсе ярға сығыр булған.
ҡарауыл тауы битләүендә ҡаҙаҡтар менән башҡорттар араһында ҡаты һуғыш була. Ишмырҙа ауылы яғынан килеп сыҡҡан ҡаҙаҡтар менән беҙҙекеләр араһында алыш башлана. Дошмандарҙың йөҙбашы бер пеләш башлы ҡаҙаҡ булған, ә уның эргәһендә гел бер ҡатын йөрөгән. Ана шул яугир ҡатынды уҡ та, ҡылыс та ала алмаған. Уҡ эләккән еренән ҡаҡлығып китер булған. Аҙаҡтан асыҡланыуынса, был ҡатын тәнен ҡат-ҡат ебәк менән ураған булған. Был алышта беҙҙекеләр сигенгән. ҡаҙаҡтар кисеүҙән сығып, беҙҙекеләрҙе эҙәрлекләп ҡараған. Ләкин эҙҙәренә төшә алмайҙар. Шунан улар ҡарауыл тауы менән Бетәс тауы араһындағы үҙәктә төнгөлөккә лагерь ҡороп, ял итергә була. Был ваҡытта башҡорт яугирҙары төндә Һаҡмарҙы кире сыға. Тау башына менеп, баяғы пеләш башлы ҡаҙаҡты атып үлтермәксе булалар. Ай яҡтыһында ҡәҙербәк исемле мәргән уҡсыны саҡыртып алалар, ләкин ул күрәҙәсенең күрәҙә ҡылыуын һорай. Күрәҙәсе уҡты уңға, һулға бейеккәрәк тоҫҡарға кәрәклеген әйтеп бирә.
Был мәлдә ҡаҙаҡ, башын ташҡа һалып, бер нәмә белмәй йоҡлап ята. Мәргән: «Мин йоҡлап ятҡан кешегә ата алмайым, ташҡа атам, уянһа – үлтерәм», − тигән. Ул атып ебәрә, таш селпәрәмә килә. ҡаҙаҡтың айға ялтырап торған маңлайына икенсе уҡ барып та тейә һәм ул үлә. Көтмәгәндә йоҡлап ятҡан башҡа ҡаҙаҡ яугирҙарын бер өйөр йылҡы килеп баҫа. Был аттарҙы Бетәс батыр алдан әйҙәгән, ә өйөрҙө һыбайлы яугирҙар ҡыуалап барған. Шулай йоҡлаған баҫҡынсыларҙы йылҡы менән тапатып үлтерәләр. Мәйеттәрҙе шул уҡ ерҙә түңәрәк рәүешендә ҡәберлек яһап , яу ҡоралдары менән бергә күмәләр. Яугир ҡатынды, ебәккә төрөлгән көйө, айырым ерләйҙәр. Ул урын әле лә күренеп ята, тиҙәр.
Алған яраларынан Бетәс батыр үлеп ҡала. ҡатыны шул тау итәгендә бер үҙе йәшәй башлай. Шунан был тауҙы Бетәс тауы тип йөрөтә башлайҙар. Өлкәндәр әйтеүенсә, был йорттоң нигеҙ ташы утыҙынсы йылдарға тиклем һаҡланып ятҡан. Аҙаҡтан уларҙы, шулай уҡ ҡәберлек таштарын да төҙөлөш өсөн файҙаланғандар. Бында, әлбиттә, тарих күҙ уңында тотолмаған.
Хәҙерге ваҡытта был урындың ҡайһы тирәлә булыуын Баймаҡ районының Сәйғәфәр, Йомаш ауылдарында йәшәүсе өлкән быуын кешеләре белә.

Зөмәрә КҮСӘКОВА,
Сәйғәфәр урта мәктәбе уҡыусыһы.

Баймаҡ районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”