RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла – “Йәшлек” менән

08.02.2013 Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла – “Йәшлек” менән

Дежур телефон ҡулға эләккәс, берсә шатландым, берсә ҡайғыр­ҙым. Шатлан­дым, сөнки бер аҙна буйы гәзит уҡыусыларҙың ғәме, тыны менән йәшәйәсәкмен. ҡай­ғырыуымдың сәбәбе – шылтыра­тыу­сыларҙан күңелһеҙ хәбәрҙәр ҙә аласаҡмын. Мәҫәлән, дүрт бала менән тол ҡалған ағаһының хәмер һаҙлығына батыуына әрнеп шылтыратты бер ҡатын-ҡыҙ. “20 йәшлек улы менән бергә эсеп тик йөрөй, нимә эшләргә лә белмәйем. Уларға хатта 80 йәшлек атай ҙа ҡушыла, – тине ул илай-илай. – Ауылда эскелек көслө, шунан ярты ауыл үлеп бөттө”.
“Иремде наркология бүлегенә һалырға ярҙам итегеҙ”, – тиеүселәр ҙә осраны. Совет осорондағы дауалау-хеҙмәт профилакторийы кеүек учреждение булғанда, әлбиттә, шәп булыр ине. Әммә бөгөн закондар башҡа. Кешене суд ҡарары менән генә көсләп наркология бүлегенә һалырға мөмкин. Кө­мөшкә һатыусылар исемлеген әйтеүселәр ҙә булды. Улар хаҡында райондың эске эштәр бүлегенә еткерҙек, тейешле саралар күреләсәк.
Гәзитебеҙҙең йөкмәткеһенә ҡағылышлы фекерегеҙҙе мыйыҡ осона урап ҡуйҙыҡ. Теләк-тәҡдимдәрегеҙ кәрәкле урынға еткерелде. Рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәгән шылтыратыусылар ҙа булды. Йылы һүҙ – йән аҙығы бит, күңелдәребеҙ иреп китте.
Дежур телефон эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем шылтыратыу­ҙар ҡабул итергә әҙер. Беҙҙең менән бергә булғанығыҙ өсөн рәхмәт!

Гәзит уҡыусы...
... борсола
З. ЛОҡМАНОВА, Әбйәлил районы:
– Күп балалы ғаиләләргә йыл аша мәктәп формаһы өсөн аҡса бүләләр. Ни өсөндөр беҙгә тәғәйенен һаман бирмәйҙәр...

Лилиә КАШАНОВА, Әбйәлил райо­нының мәғариф бүлеге иҡтисадсыһы:
– Беҙҙә әле финанслау асылмаған. Ул февралдең тәүге аҙна­һында ғына билдәле буласаҡ.

... рәхмәт әйтә
Шәмсиямал АЛТЫНБАЕВА, Мәләүез райо­ны, Иштуған ауылы:
–“Йәшлек”те “Ленинсы” сағынан уҡ яратып уҡыйым. Гәзит бай йөкмәткеле, фәһемле мәҡәләләре күп. ҡайһы саҡ барыһын да уҡып өлгөрөп булмай. Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә, тигәндәй, гәзиттәге файҙалы кәңәштәр миңә бик оҡшай. “Иман”, “Һаумыһығыҙ” биттәре күңелемә айырыуса яҡын. Һеҙ тәрбиә эшен бик яҡшы алып бараһығыҙ, гәзит битендә киләсәктә лә әҙәп-әхлаҡҡа, тәрбиәгә өндәгән мәҡәләләр күп булһын. “Йәшлек”тәргә именлек, тәүфиҡ теләйем! Әле бик матурһығыҙ, шулай матур булып ҡалығыҙ!

Илүзә МОРАТШИНА, Учалы райо­ны, Мулдаҡай ауылы:
– Проблемамды хәл иткәнегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Мин “әсәлек капиталы”н ала алмай инем, һеҙҙең ярҙамығыҙ менән моратыма ирештем. Шул аҡсаға өй һатып алдыҡ. Йортобоҙ йылы һәм иркен, рәхәтләнеп йәшәп ятабыҙ. Гәзитте яратып уҡыйым, яңыраҡ баҫылған “Йәшлек­тәге саф мөхәббәт” хикәйәһе айырыуса ныҡ оҡшаны.

... ризаһыҙлығын белдерә
Баймаҡ районынан шылтыратыусы ир-ат Баймаҡтағы ҡайһы бер инстанцияларҙың Сибай ҡалаһына күсеүенә бошондо.
– Сибайҙы Урал аръяғының баш ҡалаһы типме әллә, Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил райондарының ҡайһы бер идаралыҡтарын ошо ҡалаға күсерәләр?.. Был ҙур уңай­һыҙлыҡтар тыуҙыра. Мәҫәлән, Сибайҙағы ГАИ-ға йәки Һалым инспекцияһына йомош менән барһаң, унда һәр саҡ ҙур сират. Етмәһә, ҡабул итеүселәр йыш ҡына йә сәй эсергә, йә көйрәтергә сығып китәләр ҙә, юҡ булалар. Шунан эш көнө лә бөтә. Бер имза менән мисәт өсөн көн һайын Сибай ҡалаһына сабып йөрөп булмай бит?!
Бөгөн чиновниктар, сираттарҙы бөтөрәбеҙ, яңы-яңы уңайлыҡтар тыуҙырабыҙ, тип һөрән һала. Әммә беҙҙә тап киреһе эшләнә. Баймаҡ халҡының теләге – инстанциялар кире урынына ҡайтһын!

... ярҙам һорай
Юлай ХУТОВ, Иглин районы, Оло ҡарамалы ауылы:
– Беҙҙе бәйһеҙ эттәр борсой. Мәктәптә ике балабыҙ уҡый. Улар урамда көтөүе менән йөрөгән эттәрҙән ҡурҡып, ҡайһы саҡ мәктәптән ҡайта алмай йөрөй. Ошо проб­леманы хәл итергә ярҙам итегеҙ.
Фәнил ХӘСӘНОВ, Иглин районы­ның Ләмәҙ ауыл хакимиәте башлығы:
– Был бик етди мәсьәлә. Берәҙәк эттәр проб­лемаһы беҙҙә генә тү­гел, бөтә тө­бәктәргә лә хас. Район советында ошо һорауҙы бер нисә тапҡыр күтәргәйнем инде. Ауыл хакимиәте эттәрен бәйгә ҡуймаған хужа­лар­ға штраф һала алмай, эттәрҙе атырға хоҡуғыбыҙ юҡ. Кешеләр менән һөйләшеүҙәр алып бараһың, әммә ике-өс көндән тағы ла эттәрен бәйҙән ысҡындыралар. Был һорау­ҙы контролгә алырбыҙ.

Әнисә ВАХИТОВА, Мәләүез ҡалаһы:
– Мотлаҡ медицина страховкалау полисын ҡайһы ваҡытҡа тиклем алмаштырырға кәрәк?
2011 йылдың 1 ғинуарына тиклем бирелгән мотлаҡ медицина страховкалау полисы, закон буйынса, 2014 йылдың 1 ғинуарына тиклем үҙ көсөнә эйә. Ошо датаға тиклем яңы өлгөһө менән дә, иҫкеһе менән дә табипҡа күренә алаһығыҙ.
Гөлфирә МОРАТШИНА, Әбйәлил районы:
– 5 һәм 1,9 йәшлек ике балам бар. Ноябрҙә балалар пособиеһы өсөн документтарымды тапшыр­ғайным, һаман аҡса түләмәйҙәр...

Рим ҒӨБӘЙҘУЛЛИН, Әбйәлил районының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге начальнигы:
– Яңы закон үҙ көсөнә ингәс, 1 октябрҙән балалар пособиеһы биреүҙән туҡтатылды. Халыҡҡа яңы документ йыйырға ҡушылғайны. Йыл аҙағында “Адреслы социаль ярҙам” программаһы үҙ көсөнә инде, шуға ярашлы пособие түләнәсәк. Әлегә беҙ бюджеттан фи­нансланмағанбыҙ. Ул февралдә булыр тип көтөлә. Гөлфирә Морат­шина һәм башҡа әсәләр борсолмаһын, тиҙҙән биш ай өсөн балалар пособиеһын алырҙар.

Шылтыратыуҙарҙы
Гүзәл БИКМӘТОВА ҡабул итте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”