RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ябай төрөк ҡатыны. Ҡатмарлы яҙмышлы ӨМӨТ

08.02.2013 Ябай төрөк ҡатыны. Ҡатмарлы яҙмышлы ӨМӨТ

Ябай төрөк  ҡатыны. Ҡатмарлы яҙмышлы ӨМӨТ
Үҙәк телеканалдарҙың кеше күпләп ҡараған ваҡытында күрһәтелгән программалары йыш ҡына ҡот осҡос була: әсәһен үлтергән ҡыҙ, сабыйын ташлап киткән наркоман әсә, олатаһын ас тотҡан ейәндәр һәм башҡалар. Күрге лә килмәй инде был бысраҡлыҡты. Ошондай геройҙар араһында ҡапыл ғына иҫ киткес ҙур һөйөү, сабырлыҡ, өмөт һәм матурлыҡтың өлгөһө булған төрөк ҡатыны – Гөлсөм апайҙы һүрәтләгән тапшырыу бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Студияға саҡырылған эксперттар ябай ҡатынды, таң ҡалып тыңланы. Мин үҙем дә күҙ йәштәрен тыя алмай, күҙҙәремә лә, ҡолаҡтарыма ла ышанмай телевизорға төбәлдем, реклама ваҡытында, ошо тапшырыуҙы ҡарарға саҡырып, дуҫтарыма шылтыраттым.
Дауахананан кем икәнен дә белмәгән сит үҫмер егетте алып ҡайтып тәрбиәләгән ҡатын тураһында ине ул. Изгелеккә ышанмай ҙа башлаған заманда йәшәйбеҙ шул – Гөлсөм апайҙың был ҡылығын, төрлө матди файҙа алырға тырыша, ана бит, табылған егеттең кейеме ҡиммәт икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алалар, тип интернет селтәрен тултырып яҙыусылар ҙа күп булды. Уларға иғтибар итергә теләмәйбеҙ. Ни тиһәң дә, ғәзиз балаһын юғалтҡан нисәмә әсәгә өмөт биргән, нисәмә кешене уйландырған, ҡыуандырған Гөлсөм апайҙың күҙҙәре, игелекле ҡулдары, сит кешене лә үҙенекеләй күреп ярата белгән йөрәге төрлө бысраҡтан күпкә юғары икәнлеген күреү өсөн әллә ни аҡыл кәрәкмәй. Үҙе бер нәмә лә эшләмәй, кеше эшләгәнде тәнҡитләп кенә йәшәүселәр ялҡытты инде былай ҙа. Ә бит телевизор ҡаршыһында әсәһен юғалтҡан нисәмә бала: “Бәлки, минең әсәйем дә терелер, уны ла кемдер шулай яратып ҡарайҙыр”, – тип һүнмәҫ өмөттәр менән ҡыуанып ултырҙы. Нисәмә әсә: “Балам тере!” – тип ышанып, юғалған яҡындарын тағы ла әүҙемерәк эҙләй башланы. Мәғәнә бит – шунда. Һөйөүҙә. Кешелә өмөт уята белеүҙә.
Төрөк ғаиләһендә тәрбиәләнгән егет тураһында интернет аша ғына түгел, үҙе барып белешеү маҡсатында Башҡортостандан Төркиәгә журналист, тәржемәсе Сәмиға Ғафарова юлланды. Һоҡланғыс ғаиләгә ҡулдан килгән тиклем ярҙам итеү, иң мөһиме – Рәсәй халҡының ошо ябай ҡатынға – Гөлсөм апайға рәхмәтен белдереү теләге лә сығарҙы уны алыҫ сәфәргә. Етмәһә, шартлы рәүештә Өмөт исеме бирелгән егеттең Учалы ҡалаһынан булыуы ихтималлығы тураһында ла һүҙ таралғайны. Журналист сәфәрҙә күргәндәре тураһында “Йәшлек” гәзите уҡыусылары менән дә бүлешергә булды.
Күптән түгел Рәсәй телевидениеһының 1-се каналында Андрей Малаховтың «Пусть говорят» тапшырыуында үҙенсәлекле сюжет күрһәтелде. «Турецкий гамбит» тип аталған сығарылыш тамашасыны тетрәтте һәм уйға һалды. Уның шаңдауы интернет киңлектәренә лә күсеп, төрлө имеш-мимеш тыуҙырҙы.
Был хәл 2008 йылда Төркиәнең Анталия ҡалаһына яҡын автобанда, йәғни машиналар юғары тиҙлек менән үтеп йөрөүсе, кешеләр үтеү өсөн ҡаралмаған трассала була. Йәш егет, юл аша йүгереп сығып барғанында, автобус тәгәрмәстәре аҫтында ҡала. Уның артынан юғары тиҙлек менән килгән еңел машина ла юлда ятҡан егеттең өҫтөнән үтә. ҡаланың иң яҡшы дауаханаларының береһенә килтергәндә унда йән әҫәре булмай. Йәшәү өсөн кәрәкле бөтә ағзалары ла тиерлек имгәнгән егет иҫәпһеҙ-һанһыҙ операция үткәрә, табиптар уны яңынан йыя, тиһәк тә, хата булмаҫ. Тере ҡалһа ла, бик ауыр хәлдә була, уколдар аша ғына ашатыла, һөйләшә һәм йөрөй алмай. Ошо хәлендә дауаханала бер йыллап ваҡыт уҙғара. Янында документтары булмағанлыҡтан, уға шартлы исем бирелә. Яҡындарын эҙләү ҙә бер ниндәй һөҙөмтә бирмәй.
Гөлсөм Кабадайы исемле төрөк ҡатыны был ваҡытта хәләл ефетенең туғанын ҡарап, янында дауаханала ятҡан була. Өмөтһөҙ хәлдәге егетте күреп, уның йөрәге һыҙлай һәм уны опекунлыҡҡа биреүҙәрен һорап, урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итә. Рөхсәт алынғас, Өмөт тигән исем ҡушып, үҙе һәм яҡындары белгән бөтә ысулдарҙы ла ҡулланып, дауалай башлай.
Яҡындары ауыр хәлдә булған кешеләрҙә була торған өмөтһөҙлөк һәм сараһыҙлыҡ, арығанлыҡ һәм ярҙам, яҡлау көтөү тойғоһо Гөлсөмгә хас түгел. Ул Өмөттө сабый бала кеүек ҡарай, был ғына ла түгел, Кабадайы ғаиләһендә сабый бала тыуғандағы кеүек шатлыҡ, тантана хөкөм һөрә. Гөлсөм һәм уның өс улы, шулай уҡ балаларҙың атаһы Зәкәриә Өмөттө бер мөғжизә, ул ғына ла түгел, Хоҙай тәғәләнең илсеһе кеүек ҡабул итә, һәм уны үҙҙәренең ғаиләһенә биргәне өсөн дәүләткә рәхмәт уҡый.
Был хәлдән һуң дүрт йыл ярымлап ваҡыт үткән. Ябығып, хәлһеҙләнгән, утыҙ килограмға ғына ҡалған егет ир ҡорона ингән. Һөйәктәренә ит ҡунып, матурланып киткән. Башын тота, аяҡ-ҡулдарын хәрәкәтләндерә һәм ҡағылыуҙы тоя башлаған.
Бындай ыңғай күренештәрҙе күргәндән һуң егеттең һөйләшә башларына ла өмөт тыуған. Иң тәүге һорау. Ниндәй милләттән һуң Өмөт? Төркиәнең Урта диңгеҙ ярҙарынан кеше өҙөлмәй, ял итеү, аҡса туҙҙырыу өсөн дә, аҡса эшләр өсөн дә килеүселәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Шулай ҙа кемдер уның русса телмәргә реакцияһы булыуын абайлап ҡала. Шулай итеп, егеттең ата-әсәһен Рәсәй һәм рус телле халыҡтар йәшәгән төбәктәр араһында эҙләргә ҡарар ителә. 2008 йылда «Көт мине» («Жди меня») тапшырыуында уның тураһында мәғлүмәт яңғырай, әммә һөҙөмтә булмай. Һәм бына, 1-се канал, билдәле тапшырыу, прайм-тайм, йәғни кеше йыш ҡараған ваҡыт һәм … ниһайәт, Өмөт тураһындағы мәғлүмәт Рәсәй кешеләренең күңелен биләп алды. Фекерҙәр, фараздар, уйҙар виртуаль киңлектәрҙе тултырҙы. Заманы шундай, кешенең күңелендә нимә – уларҙың барыһы ла интернетта.
Социаль селтәрҙәрҙә меңәрләгән кешенең шәхси профилендә Өмөт тураһындағы мәғлүмәттәр һәм, егеткә ярҙам итәйек, тигән саҡырыу­ҙар барлыҡҡа килде. «Беҙҙең туңған күңелдәрҙе иретеп, донъябыҙға яңы һулыш өрҙөгөҙ», – тип Гөлсөм әсәйгә рәхмәт һүҙҙәре белдереүселәр, Өмөттөң туғандарын эҙләп табы­шыр­ға әҙер булыусылар, матди яҡтан ярҙам итергә теләүселәр ҙә күп. Күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙыр­ғаны, әлбиттә, тапшырыуҙа бик күп дәүләт вәкиленең ҡатнашыуы һәм шәхсән бер кемдең дә ярҙам тәҡдим итмәүе.
Тапшырыу тамамланғас та, социаль селтәрҙәрҙең береһендә ошондай мәғлүмәт сыҡты. Был Молдованан 2007 йылда сығып китеп юғалған егет булырға тейеш. Фотоһүрәте лә бар. Оҡшашлыҡ бар. Икенсе мәғлүмәт буйынса, егет Башҡортостандың Учалы районынан, имеш. Өс етем баланың береһе ғәйеп булғас, уны эҙләүсе лә, күреп белеүсе лә булмаған. Өсөнсөләр белдереүенсә, Өмөт – Мәскәүҙән Төркиәгә киткән бейеүсе егет, сит илдә эшләргә рәсми рөхсәте булмағанлыҡтан, ҡайҙа эшләүен тәғәйен генә белеүселәр юҡ. Шулай итеп, ҡырҡ кеше, ҡырҡ фекер. Кемдер хатта сюжет авторҙары менән бәйләнешкә сығыуын, егеттең туғандары табылыуын, был һүҙҙәрен хатта ант менән нығытыуын белдерә. Борсолоусылар бихисап, әммә дөрөҫ кенә яуап юҡ.
Интернет йәмәғәтселеге яҙған­дар­ҙы күҙәтеп барғанда, ошондай фекергә килергә мөмкин. Ысынлап та, донъяла юғалған кешеләр күп. Шулай ҙа, юғалырға кеше энә түгел бит, ошолай йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп иткәндә, бар донъяға яу һалғанда, Өмөттөң һәм башҡа­лар­ҙың туғандарын табыу мөмкинлеге килеп сыҡмаҫ инеме икән?
Әлбиттә, һәр кешенең күңелендә мәрхәмәт тигән бер орлоҡ һалынған. Әммә мәрхәмәтле ҡараш йыш ҡына ҡыйыуһыҙлыҡ, ҡурҡыу, икеләнеү менән буталған заманда йәшәйбеҙ. Икенсе яҡтан, һәр кем үҙе тип тырышҡанда, үҙ теле менән рәхмәт тә әйтә алмаған балаға ҡуртымға алын­ған өйҙөң иң матур бүлмәһен биреп ҡуйыу, тапҡан-таянғаныңды уға тотоноу…
Ошо яҙмыш тарихы, был мәғлүмәттәр һәм уның артынан тыуған имеш-мимештәрҙән һуң төн йоҡоһонан яҙған, Өмөттө барып күреү, ҡулдан килгән тиклем ярҙам ҡулы һуҙырға теләгән кеше бер мин булмағанмындыр.
Миллионлаған телевизор ҡараусы, интернеттағы меңләгән яҙманың авторҙары Гөлсөм ханымды һәм уның ғаиләһен йөҙәтеп бөтмәнеме икән? Шылтыратып, хәл белешһәк, ярҙам тәҡдим итһәк, нисек булыр? Гөлсөм апайҙы күрә алһаҡ, социаль селтәрҙәрҙәге халыҡтың һорауҙарына ла яуап таба алыр инек – күңелде ошо һорауҙар ялмап алды.
Ауыр уйҙар менән интернет селтәренә инәм. Төркиәләге күп һанлы дуҫтарымдың береһе Ләйсәнгә яҙам. Ул минән алыҫта – Әскишәһирҙә йәшәй. Яҙғандарым ошолар. «Ләйсән, сәләм, һин яңылыш ҡына Анталияла түгелме? Өмөт тураһында ишетмәнеңме?» Шул уҡ секундта Ләйсәндән хат килә: «Сәмиға, һин Төркиәлә түгелме ул? Өмөт тигән егет тураһында ишетмәнеңме?» Ләйсән дә ошо уҡ уйҙар солғанышында икән. Улар ғаиләһе менән Анталияла, эш сәфәрендә.
Шулай итеп, Гөлсөм ханымдың телефон номерын тапҡандан һуң, диңгеҙ буйындағы хозур урындар­ҙың береһенә – Коньяалты мәхәлләһенә юл тотам. Май башын хәтерләткән һауа ҡапыл үҙгәрҙе, ямғыр ҡоя башланы. Ләйсән Башҡортос­тан­да тыуып үҫкән. Уның ҡайныһы Вәхит Ирдән Рәсәй эмигранттарының улы, яҡташым, уның аталары 1890 йыл­да, христианла­шыу­ҙан ҡасып, Башҡортостан­дың Күгәрсен ра­йонының Ибрай ауылынан сығып киткән. Төркиәлә төпләнеп, үҙ телен, ғө­рөф-­ғәҙәтен һәм ди­нен һаҡлап ҡалған, ҡан бутамаған. Шулай итеп, уларҙың Төркиәлә ғүмер итеүенә быуаттан ашыу ғүмер үтһә лә, сит тупраҡта, үҙ телебеҙҙә генә түгел, үҙ диалектыбыҙҙа һөйләшеп, үҙ ризыҡтарыбыҙҙы ашап ултырабыҙ. Кабадайы ғаиләһе менән телефон аша бәйләнешкә индек. Гөлсөм ханым иртәрәк килеүебеҙҙе үтенде, сәғәт 12-нән һуң егетте йыуындыралар икән.
ҡала үҙәгенә барып, бәләкәй булһа ла бүләктәр алдыҡ. Башҡортостан егете булыуы раҫлан­һа, Өфө менән бәйле сувенирҙарыбыҙ булмауына үкендек.
Гөлсөм ханым һәм уның ғаиләһе ҡала дауаханаһынан алыҫ булмаған урында фатирҙа тора икән. Ябай ғына йорт. Икенсе ҡат. Гөлсөм Кабадайы беҙҙе тупһала ҡаршы ала. Мөләйем йөҙлө ябай ҡатын. Өмөт ятҡан бүлмәгә инәбеҙ. Махсус карауат. Махсус түшәк. Өмөт әле иҙәндә ята, Зәкәриә бей майлы массаж яһай. Бүлмәгә инеү менән күңелде һиллек, нур солғап ала. Йылы, яҡты, нурлы, тыныс. Тәүҙә башҡортса өндәшәм, Ләйсән татарса һүҙ ҡуша. Сибәр, аҡ йөҙлө, ҡуйы ҡара ҡашлы, тештәре тип-тигеҙ. Түшәктә ятһа ла, егеттең тулы ҡанлы тормош алып барған осорҙа ни тиклем сибәр булғанын аңлауы ҡыйын түгел. «Күҙ генә тейгәндер инде балаға», – ти Ләйсән, уфтанып.
– Был бүлмәлә илаһи атмосфера бар, килгән кешеләрҙең барыһы ла шулай ти. Бында Хоҙай бар. Өмөт менән Аллаһы тәғәлә араһында кәртә юҡ. Бында наҙ сығанағы бар. Беҙгә ошо мәрхәмәтте Хоҙай бирҙе, – ти Гөлсөм апай.
Өмөттөң күҙҙәрендә яҡтылыҡ сағыла. Ул беҙҙе керпектәре менән сәләмләй. Руссалап: «Мин Өфөнән килдем, беҙҙә хәҙер ҡыш, матур, ҡар яуа», – тим. Егеттең күҙҙәре йәшләнә. Гөлсөм ханым һүҙгә ҡушыла, ул һәр ваҡыт шулай, русса һөйләшеүселәрҙе күрһә, тынысһыҙлана, күҙҙәре йәшләнә, ти. Үҙенә ярҙам итеүселәрҙе һөйләй. Тапшырыуҙы ҡарағас, бында йәшәүсе бер рус ҡыҙы телевизор килтереп, рус каналдарын тоташтырҙы, Өмөткә русса тапшырыуҙар күрһәтә аласаҡбыҙ, тип ҡыуана.
Рәсәйҙән сәләмдәребеҙҙе еткерәбеҙ. Рәсәй форумдарындағы хәбәрҙәр менән таныштырабыҙ. «Мин Рәсәй халҡы яҙғандар менән хәбәр­ҙар түгелмен. Шулай ҙа ни тиклем кеше белһә, шул тиклем яҡшы. Өмөттөң дине лә, милләте лә, ғаиләһенең хәлле булыу-булмауы ла беҙҙең өсөн мөһим түгел, иң мөһиме – сабыйыбыҙ аяҡҡа баҫһын һәм үҙ туғандарын тапһын. Миңә уны ҡарауы ауыр түгел, Аллаһымдан һәм дәүләтемдән көс алам. Шулай ҙа, белмәйенсә, туғандары табылды, тип раҫламаһындар һәм бүтәндәрҙе ышандырмаһындар ине. Сөнки бүтәндәр ҙә шулай уйлап, эҙләүҙәрен туҡтатыуы ихтимал», – тине ул. Әлеге көндә бынан бер нисә йыл элек юғалған егеттәрҙең туғандары мөрәжәғәт иткән, әммә факттар тура килмәй.
Өмөт тураһындағы мәғлүмәттәр донъяға таралғас, Анталияла йәшәүсе рәсәйҙәр беҙҙе шефлыҡҡа алды, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙып торалар, тине Гөлсөм ханым. Был ваҡиғаларҙан һуң Төркиәнең Премьер-министрынан да хәбәр килгән, ул да ошо арала Өмөттө күрергә килергә уйлай икән.
Гөлсөм ханым бығаса бер кемгә лә һөйләмәгән фекерҙәре менән ур­таҡлашты. «Донъяла бер генә бала ла юғалырға йәки ярҙамһыҙ ҡалырға тейеш түгел. Мохтаждарға һәм яңғыҙҙарға ярҙам итеү йөҙөнән Анталияла «Өмөт» тип исемләнгән фонд булдырайыҡ», – тине. Ул балаларының атаһы менән ошондай хәлдә булғандарға бушлай ярҙам күрһәтергә әҙер. Барлыҡ ата-әсәләрҙе лә унда саҡыра. «Өмөт донъяға таралған бер нур булһын. Бөтә донъя йәмәғәтселеге берләшеп, Өмөт хә­лендә ҡалғандарға ярҙам итәйек. Беҙ­ҙең өсөн дин, милләт айырмаһы юҡ, иң мөһиме, кеше булһын. Бар донъя беҙҙән өлгө алып, үҙ балаларын хәстәрләһен».
Гөлсөм ханым донъя йәмәғәтселегенә төбәп өндәште: «Минең яныма бер яҙыусы ебәрһәгеҙ, бындай ауырыуҙарҙы нисек тәрбиәләү зарурлығын өйрәтер инем. Ярҙамға мохтаждарға был китаптар бирел­һен, миңә уның әжере кәрәкмәй. Дөрөҫөн әйткәндә, бындай ауырыуҙарҙы тәрбиәләү бик ауыр, тәүҙә сабырлыҡ һәм тырышлыҡ кәрәк. Барлыҡ ата-әсәгә, ауырыуҙарҙың туғандарына дауалау алымдарын өйрәтәсәкбеҙ, быны китап хәленә килтереп, таратасаҡбыҙ. Әлбиттә, ауырыуҙарға профессиональ ярҙам кәрәк, шулай ҙа беҙ Хоҙай Тәғә­ләнең ҡушыуы менән барыһын да өйрәндек, массаж яһағанда ниндәй нөктәләргә баҫырға, ауырыуҙы нисек тәрбиәләргә. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, ул бик таҙа, йөҙө нурлы. Шулай ҙа ҡарау өсөн бик күп көс һәм сабырлыҡ кәрәк. Уның янында доғалар уҡыйым».
Кешенең һәр торошонда бәхет кәрәк: һау кешегә – тормош маҡсаты, ауырыуға – сихәт, ғашиҡҡа – яуаплы һөйөү, ата-әсәгә – рәхмәтле балалар.
Бер яҡлап ҡараһаң, Өмөт бик даланлы кеше. Ата-әсә яңы ғына тыуҙырған һау-сәләмәт сабыйын сүп һауытына ташлап киткән осраҡтар булғанда, уға йән өрөп, һәр алған һулышына шөкөр ҡылып, һыҙланыу­ҙарын баҫыусы, уның киләсәген ҡайғыртыусы кешеләр бар янында. Был да үҙенә күрә бер бәхет.
Был сәфәрҙә беҙҙең күргәндәрҙе һөйләп-аңлатып бөтөп булмай. Өмөт һәм уның туғандары күрешеү ҡыуа­нысын кисерер, Гөлсөм ханымға балаһының аяҡҡа баҫыуын күреү насип булыр, Өмөт фонды булдырылыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы күҙ ҡараһылай һаҡлағыҙ һәм өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ.

Сәмиға ҒАФАРОВА.
Өфө – Истанбул – Анталия – Өфө.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”