RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

05.02.2013 Асыҡ ишек бәләһе

Асыҡ ишек бәләһе
Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Фәриҙә БАЙБУЛАТОВАНАН редакцияға әрнеү һәм асыу тулы хат килеп төштө. Автор юл ғазаптары тураһында яҙған, дәлил итеп билеттарын да һалған. Хатты нисек бар, шулай иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.
“Тормош хәлдәре буйынса Йылайыр районының үҙәге Йылайыр ауылына юл тоттом. 17 декабрь иртәһе, ныҡ һыуыҡ. Вокзалда кеше әҙ. “Сибай – Өфө” маршруты буйынса килгән автобусҡа иртәнге сәғәт туғыҙынсы яртыға Баймаҡтан билет алдым. Кассир ҡыҙ, микроавтобус килә, ҙурын көтөп тормағыҙ, тип киҫәтте. Аҡ төҫтәге бәләкәй автобус килгәс, инеп ултырҙыҡ. Ул ҡуҙғалғас, ишеге ябылманы. Водитель шелтәне ишетмәмеш булды, бер ни булмағандай юлды дауам итте. Бер-ике сумка төшөп ҡалды, пассажирҙар шаулаша башлағас ҡына водитель арҡан менән ишекте кабинаһындағы ултырғысҡа тарттырып бәйләп ҡуйҙы. Ишек шар асылманы, әммә етә лә ябылманы. Кешеләр шыҡайып туңды, ишектән ел өрә, мейес тә эшләмәй. Беҙ шулай Юлдыбай ауылына килеп еттек. Водитель туҡталышта, арҡанды ысҡындырып, кешеләрҙе сығарҙы һәм бер нисә пассажирҙы ултыртып алды. Улар араһында минең таныштарым да бар ине. ҡашҡар ауылында ул­тыр­ған кешеләрҙән аҡса алды, әммә уларға билет бирмәне.
Бер ир арҡан менән бәйләнгән ишекте кеҫә телефонындағы камераға төшөрөп алды һәм водителгә дәғүәһен белдерә башланы. Уныһы иргә литр ярымлыҡ шешә менән һыра тоттормаһынмы?! Шул пассажир ағай һыраға һатылды.
Икенсе көндө эштәремде тамамлағас, ҡайтырға сыҡтым. Юлдыбай автостанцияһында түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ. “Стәрлетамаҡ – Сибай” маршрутындағы автобус 40 минутҡа һуңлап килде. Ни өсөн һуңлаған, ҡайҙа булған – берәү ҙә белмәй.
Был юлы ла водитель берәүгә лә билет бирмәне. Кешеләр һарыҡҡа әйләнгән, хатта һорамайҙар ҙа!
Ниндәй генә автовокзалға барып инһәң дә, урыҫ һәм башҡорт телендә шәхси автомобилдәргә ултырмаҫҡа өндәйҙәр, “Башавтотранс” предприятиеһында юғары профессионалдар, юғары категориялы хеҙмәткәрҙәр генә эшләй, тиҙәр. Ә миндә киреһенсә фекер тыуҙы.
Баймаҡ автовокзалы тураһында айырым һүҙ. Унда бер асарбаҡ йоҡлап йөрөй. Үҙе лыс бет. Ултырған урынында уларҙы һыпырып, сүпләп ултыра. Асарбаҡ хаҡында вокзалдың бөтә хеҙмәткәрҙәре белә. Унда участка полицияһының пункты бар, улар ҙа, моғайын, күрә-беләлер. “Йәшлек” гәзите хеҙмәткәрҙәре был хәлгә битараф ҡалмаҫ, тип өмөтләнәм”.

Гәзит уҡыусыбыҙҙың әрнеүле хаты буйынса “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһына мөрәжәғәт иттек. Предприятие директорының пассажирҙарҙы ташыу буйынса урынбаҫары С. Паскин хәл-ваҡиғаға аныҡлыҡ индерҙе. Рәсми яуап хатында бына ни тиелә:
– Фәриҙә Байбулатованың ялыуы буйынса тикшереү эштәре уҙғарылды. “Сибай – Өфө” маршруты бу­йын­са “”Мерседес” маркаһындағы автобус рейсҡа техник яҡтан төҙөк сыҡҡан. Көндөң ныҡ һыуыҡ булыуы сәбәпле, юлда ишек механизмы эшлектән сыҡҡан. Артабанғы автостанцияла, водителдәр көсө менән, ул йүнәтелгән. Хаттағы мәғлүмәт иҫәпкә алынды һәм контролдә тотоласаҡ.
18 декабрҙә юл үтә тайғаҡ булған. “Стәрлетамаҡ – Сибай” маршруты буйынса йөрөгән автобус пассажирҙарҙың именлеген тәьмин итеү маҡсатында, хәүефһеҙ тиҙлек менән барған. Шуға күрә ул Юлдыбай автостанцияһына 30 минутҡа һуңлап килгән.
“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы килтерелгән уңай­һыҙлыҡтар өсөн Фәриҙә Байбула­то­ванан ғәфү үтенә.
Баймаҡ автовокзалы торошо ха­ҡында бәйән ителгән хәлгә ойош­ма директоры Кирәймәргән КӘЙЕКБИРҘИНДАН аңлатма биреүен һораныҡ:
– Эйе, ысынлап та, вокзалда Исмәғил исемле бер асарбаҡ йөрөнө. Беҙҙә тәүлек әйләнәһенә полиция дежур итә. Улар уны сығарып торҙо, әммә ул халыҡ ағымы менән кире инә. Аныҡ йәшәү урыны булмаған кешене ҡайҙа илтәһең инде?
Ноябрҙә ул мәрхүм булды. Бөгөн вокзалда тулы тәртип. Иҫеректәрҙе полиция ҡарап-тикшереп тора. Беҙҙә йәмәғәт туҡланыу урыны бар, унда һыра һатыуҙы туҡтатырға булғайныҡ, әммә прокуратуранан предписание бар, беҙҙең тыйырға хоҡуғыбыҙ юҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”