RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «ЕТӘКСЕ ГЕНӘ ТҮГЕЛ, һӘР БЕР КЕШЕ ЛӘ Үҙ ЭШЕН НАМЫҪЛЫ һӘМ ЯУАПЛЫ БАШҠАРЫРҒА ТЕЙЕШ»

05.02.2013 «ЕТӘКСЕ ГЕНӘ ТҮГЕЛ, һӘР БЕР КЕШЕ ЛӘ Үҙ ЭШЕН НАМЫҪЛЫ һӘМ ЯУАПЛЫ БАШҠАРЫРҒА ТЕЙЕШ»

«ЕТӘКСЕ ГЕНӘ ТҮГЕЛ, һӘР БЕР КЕШЕ ЛӘ Үҙ ЭШЕН НАМЫҪЛЫ һӘМ ЯУАПЛЫ БАШҠАРЫРҒА ТЕЙЕШ»
Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов 1948 йылда Баймаҡ районының Хәсән ауылында тыуған. Бер-бер артлы тыуған дүрт балаһына төплөрәк белем биреү маҡсатында, Ғөбәйҙулла һәм Фәүҡинур Йәрмөхәмәтовтар 1954 йылда Сибайға килеп төпләнә. Ошо ваҡыттан алып бөгөнгө әңгәмәсебеҙҙең яҙмышы Сибай ҡалаһы менән тығыҙ бәйләнгән: ябай эшсенән алып ҡала хакимиәте башлығына тиклем үҫеп, хәҙерге ваҡытта Зиннур Ғөбәйҙулла улы Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы менән уңышлы етәкселек итә. Уның менән һөйләшеү ауыр эш булып сыҡты. Әңгәмәсенең йомоҡлоғонан түгел, юҡ, киреһенсә, һәр һорауға ла тәфсирләп яуап бирергә әҙер ул. Тик, бына өҫтәлдәге телефон шылтырай ҙа шылтырай, шылтырай ҙа шылтырай...
– Зиннур Ғөбәйҙулла улы, бөгөнгө юбилейығыҙ алдынан, үҙегеҙҙең тормош юлығыҙға байҡау яһап, ниндәй һығымтаға киләһегеҙ? ҡәнәғәтлек тойғоһо бармы?
– Барыһы менән дә ҡәнәғәтмен: хеҙмәт юлым да, шәхси тормошом да үкенерлек түгел, Аллаға шөкөр. Сибай институты директоры вазифаһында ла эшләйһе эштәр, киләсәккә ҙур пландар етерлек. Яратҡан эшең, был эште атҡарып сығарыу өсөн яуаплылыҡ тойғоһо...

– Яуаплылыҡ, тигәндән. Эштең уңышлы барыуы йәһәтенән, һеҙҙеңсә, етәксе кеше ниндәй һыҙаттарға эйә булырға тейеш?
– Етәксе генә түгел, һәр бер ябай кеше лә, теге йә был эшкә ризалашҡанда, үҙенә ниндәй­ҙер яуаплылыҡ ала, шул йөкләмәләрен үтәп барыу мотлаҡ. Һүҙен тотоу, эше өлкәһендә компетентлыҡ, башҡалары.

– Журналист Сергей Манзуров бер мәл Сибай ҡала гәзитендә эш­ләгән саҡтарын иҫкә алып ултыр­ғайны. «ҡала исполкомы менән «Си­байский рабочий» гәзите ре­дакцияһының ыҙғышып, хатта судлашып йөрөгән сағы ла булды. Зиннур Ғөбәйҙулла улы, йөрәкһеп: «Һин үҙеңдең йомоштарың менән килерһең әле. Тубыҡланып килһәң дә, тыңлап та тормаясаҡмын!» – тип әйткәйне. Һуңынан фатир һорап бар­ҙым. Фатирҙы бер һүҙһеҙ бирҙе. Шундай кенәһеҙ кеше», – тип иҫләй ине һеҙҙе...
– Эш булғас, барыһы ла була инде. Шәхескә ҡағылышлы үпкәләр түгел бит инде. Етәксегә кенә ҡыуып ултырыу килешмәй, әлбиттә. Ә хеҙмәткәр үҙенең йөкләмәләрен атҡара алмай икән, быныһы – икенсе эш. Бер киҫәтәһең, икенсе. Артабан өгөтләү мәғәнәһеҙлектер. Әйтәләр бит – кешегә ҡояш та оҡшамай: вазифалы урында эшләгәс, ҡай саҡ кешегә яман күҙ күренеп киткән саҡтар ҙа булалыр. Тик һуңынан, бер нисә йылдан, һеҙ шул саҡта дөрөҫ әйткәнһегеҙ икән, тип аңлап, рәхмәт әйтеп киткән кешеләр ҙә осрай. Дошманлашҡандары ла булалыр, ни хәл итәһең? Шул уҡ ваҡытта эшенә яуаплы ҡараған белгестәрҙе яныма тупларға тырышам: ҡала хакимиәтендә бергә эшләгән саҡтарҙан алып уларҙан айырылмайым.

– Кешенең кем икәнен асыҡлау өсөн һеҙгә күпме ваҡыт кәрәк?
– Бер һөйләшеү етә.

– Тормошоғоҙ менән ҡәнәғәтһегеҙ. Йәшерен-батырыны юҡ – халыҡ араһында абруйығыҙ бар. Бына ошо урында, һәр бөйөк ир-уҙамандың артында шундай уҡ бөйөк ҡатын-ҡыҙ тора, тигән әйтем иҫкә төшә. Тормош иптәшегеҙ хаҡында, ғөмүмән, ғаиләгеҙ хаҡында ла белгеһе килер, моғайын, гәзит уҡыусыларының...
– ҡатыным Айһылыу, ысынлап та, минең өсөн ныҡлы терәк була белде. Институтты етәкләгәс, тәүге көндә аптырауға ҡалғайным: сәғәт киске алтынсы ярты, ә институтта әҙәм әҫәре күренмәй, шылт иткән тауыш та юҡ. Эш көнө тамам. Ә Сибай ҡала хакимиәтендә эшләгән саҡта киске сәғәт 9, 10, хатта 11-гә хәтлем эштә тотҡарланыу ғәҙәти хәл ине. Ошондай мәлдә, ҡайҙа йөрөйһөң, тип ҡатының өйҙә ығы-зығы ҡуптар­һа, эшләп булыр инеме икән? Юҡтыр. ҡатыныма, йәш саҡтағыса уҡ, һөйөү һәм ихтирам менән ҡарайым, уның ме­нән кәңәшләшәм. Әйткән­дәй, ошо йәшкә етеп, бер ялымды ла унан айырым үткәргәнем юҡ, тиһәм, хата булмаҫтыр. Балала­рыма килгәндә, улым Рөстәм дә, ҡыҙым Гүзәл дә фән юлын һайланы, әлеге ваҡытта бында, Сибай институтында эшләп йө­рөйҙәр. Ейәнем Тимурға ҡарап һөйөнөп бөтә алмайым.

– Ике һүҙегеҙҙең береһе – эшегеҙ хаҡында, Зиннур Ғөбәйҙулла улы. Һеҙ, ғөмүмән, ял итәһегеҙме ул – китап уҡып, берәй яратҡан шөғөлөгөҙ менән булышып? Эшкә, йоҡоға, ғаиләгә тип ваҡытығыҙҙы бүләһегеҙме?
– Иртәнге сәғәт алтыла уянам. Егерме минут гимнастика менән шөғөлләнәм. Һигеҙен­се яртыла эшкә киләм. Ялһыҙ эшләп булмай, әлбиттә: саңғыла йөрөргә яратам, аҙнаһына ике тапҡыр волейбол уйнарға йөрөйөм. Китаптарҙан һуңғы ваҡытта Тойғоновтың әҫәрҙәрен уҡыу менән мәшғүлмен. Тағы, һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ»ын ҡабатлап уҡыу өҫтөндәмен. ҡасан яҙылған, бала саҡтан алып нисәмә тапҡыр уҡылған, ә шулай ҙа хайран итә мине был әҫәр. Яҙыусыларға килгәндә, Мостай ағай менән таныш булыуыма ғорурланам. Һирәк-һаяҡ депутатлыҡ эшенә бәйле юлдар осрашҡанда, һөйләшеп ултырырға форсат та таба ине. Үҙенең үзбәк халҡының мәҙәниәтенән алған тәьҫораттарын иҫләп ултырғаны хәтеремдә. Баҡһаң, ҡунаҡтарынан, ҡасан ҡайтып китәһегеҙ, тип һорамай икән улар. ҡасан беҙҙе етемһерәтерһегеҙ икән, тип белешәләр, тип көлгәйне Мостай Кәрим. Шулай, йомғаҡлап әйткәндә, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты була бит инде.
– Ваҡыт, тигәндән. Бынан егерме йыл элек кенә йәштәр үҙаллылыҡ, милләт тип борсола, аслыҡ иғлан итеп, үҙ позицияларын йәмғиәткә еткерә ине. Хәҙерге йәштәрҙә ошондай уҡ аңлылыҡ, фиҙакәрлекте күҙәтәһегеҙме? Әллә бөтөнләй икенсе быуын үҫеп сыҡтымы?
– Заман ҡуйған талаптарға яуап булғандыр ундай аҙымдар. Хәҙер иһә, минеңсә, көс күрһәтеү түгел, белемлелек менән еңә торған заман. Бына, беҙҙең Сибай институтын ғына алайыҡ: дөрөҫөн әйткәндә, бөтә Урал аръяғы йәштәре өсөн тормошҡа аяҡ баҫырға мөмкинлек биреүсе уҡыу йорто бит был! Баҙарға барып, ете ят халыҡтың уңышлы сауҙа итеүен, беҙҙең һуҡмыш ирҙәребеҙҙең шунда йөк тейәүсе булып эшләп йөрөгәнен күрһәм, ҡыйын булып китә. Шул уҡ ваҡытта, юғары белем алған егеттәр һәм ҡыҙҙарыбыҙ Си­байҙа ғына түгел, Өфөлә, хатта Мәскәүҙә лә лайыҡлы эш урыны табыуға өлгәшә. Тағы ла шуны әйтәм, Башҡорт дәүләт универ­ситетының Сибай институты башҡорттоң мәғариф (мәғрифәт) өлкәһендәге мәккәһе булырға тейеш.

– Әле үк Сибай институтын ҡала эсендәге ҡала менән сағыштырыр­ға була...
– Был һүҙҙәргә яуап бер: уҡыу йорто үҙенә ҡуйылған бөтә талаптарға ла яуап бирергә тейеш. Институттың территорияһын айырым ҡойма менән уратып алыу, үҙенең бал ҡорттары, йылҡылары булған агробиостанция, айырым спорт залы төҙөү – быларҙың барыһы ла ошо юҫыҡтан сығып эшләнелә бит. Барыһын да кешегә һөйләп йөрөп булмай, әммә институттың Сибай ҡалаһы ҡаҙнаһына тос ҡына ер һалымы түләүен дә әйтеп үтергә кәрәктер. Йәштәр беҙгә уҡырға килһен, белем алһын, халҡына ярҙам итергә әҙер, уҡымышлы кеше булһын.

– Институтты һеҙҙән башҡа күҙ алдына килтереүе ауыр...
– ҡаҙағстан хөкүмәте йыл да тиҫтәләгән йәш егет-ҡыҙын сит илдәргә белем алырға оҙата. «Донъя күрегеҙ, белемле, алдынғы ҡарашлы кеше булып әйләнеп ҡайтығыҙ. Бер-берегеҙгә терәк булырға өйрәнегеҙ: ҡайһы берҙәрегеҙ министрлыҡтарҙа эш урыны табыр, кемдәрегеҙҙер башҡа өлкәләрҙә яуаплы вазифаларҙы йөкмәр, ил башлығы булыр», – тигәнерәк фатиха менән уҡырға оҙатыла улар. Әлбиттә, мин дә, башҡа берәү ҙә был донъяға мәңгелеккә килмәгән, шуға хәҙерҙән үк ошо Сибай институтын артабан үҫтерергә әҙер булған, рухлы алмашсы булырҙай белгестәр­ҙе күҙ уңынан ысҡындырмайым, уларҙы һынап, күҙәтеп йөрөйөм. Әйтергә кәрәк, алмашҡа кадрҙар (дәғүәселәр) бар һәм улар берәү генә түгел.

Илшат ҡАНСУРИН
әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”