RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әбйәлилдәр альманах сығарҙы

01.02.2013 Әбйәлилдәр альманах сығарҙы

Беҙҙең Әбйәлил – әҙәби ижадҡа маһир, сәсән телле кешеләргә ифрат бай район ул. Шуларҙың бөтәһенең иң яҡшы әҫәрҙәренән альманах туплап нәшер иткәндә ниндәй яҡшы булыр ине, тигән фекерҙе өс йыл элек билдәле шағирыбыҙ Әсхәл Әхмәт-Хужа әйткәйне. “Йәйғор” әҙәби ойошмаһы был идеяны күтәреп алып, йыйынтыҡ төҙөү бурысын тағы бер билдәле яҡташыбыҙ Гөлшат Әхмәтҡуж­и­наға йөкмәтте. Һәм ураулы-мәшә­ҡәтле юлдар үтеп, был китап, ниһайәт, ойошманы үҙ ҡурсауы аҫтына алған район хакимиәтенең мәғлүмәт бүлеге етәксеһе Лениза Сәғә­ҙиеваның ярҙамы менән, Асҡар типографияһында донъя күрҙе.
Ошо көндәрҙә район үҙәк китапханаһында, “Әбйәлил – ул беҙҙең һөйгән ил” альманахының исем туйы менән бергә, “ҡышҡы йәй­ғор” исемле ҙур шиғриәт байрамы ла үтте. Уҡыу залының шығырым тулылығы күптәр өсөн был ваҡиғаның мөһим булыуы тураһында һөйләй ине. Ойоштороусылар минән яңыраҡ яҙған “Әбейҙәргә ни етмәй?” шиғырымды уҡыуымды һораны. Баҡһаң, бының сәбәбе лә булған: “Әбейҙәргә лә ижади мөхит, фекерҙәштәр кәрәк”, – тип, уртаға 70−90 йәшлек инәйҙәр сығып теҙелде. Улар – альманахтың “Сәсәндәр ижады” бүлегенә ингән авторҙар икән. Иң ҡыҙығы шунда: ҡырҙастан Мәфтуха Мусина, Һә­йетҡолдан Вәсилә Садиҡова, Үтәгәндән Хәнифә Әбүбәкерова, Рысҡужанан Фатима Һибәтова – барыһы ла Үтәгән ауылы ҡыҙҙары, бер туған булмаһалар ҙа, апалы-һеңлелеләр. Бувылдар тип аталған араның ҡыҙҙарына Хоҙай йәлләмәй сәсәнлек һәләте бирә икән! Уларҙың тәрән мәғәнәле ижады күңелде әсир итте, айырыуса 87 йәшлек Мәфтуха апайҙың “Шиғыр яҙа әбейҙәр” тигән шаян шиғырын, Хәнифә апайҙың ошо сәсәндәргә арнап яҙған йор таҡмаҡтарын тамашасылар алҡышҡа күмде. Инәйҙәрҙең тағы бер һеңлеһе – Ишкилде ауыл клубы мөдире Мөс­лимә Мәсәлимова самауыр менән бейеү бүләк итте.
Гөлшат Әхмәтҡужина үҙенә ҡуйыл­ған бурысҡа яуаплы ҡарап, ауылдар буйлап йөрөп йыйып, 67 авторҙың шиғри, прозаик, публицистик әҫәрҙәрен тупланы. Ул баш һүҙҙә тағы 20 яҡташыбыҙҙы һанап, уларҙың төрлө сәбәптәр арҡаһында альманахҡа яҙғандарын индереүҙән баш тартыуына үкенес белдерә. Бынан тыш, киң күңелле әбйәлилдәр Сәләх Кулибай, Яныбай Хам­матов, Сажиҙә Сөләймәнова, Агиш Ғирфанов кеүек Әбйәлилдә эшләп киткән әҙиптәргә лә, Рама­зан Өмөт­баев, Зиннур Нурғә­лин, Ким Әхмәт­йәнов, Шакир Бик­ҡо­лов, Рә­мил ҡол-Дәүләт кеүек данлыҡлы яҡташтарыбыҙға ла, Өфө­лә йәшәүсе йәш таланттарыбыҙ Гөлназ ҡо­тоева, Гөлдәр Бүләкбаева-Бир­гә­нова, Гөлнара Хәлфетдинова һәм башҡаларға ла китаптан урын бирҙе.
Әбйәлилдәр, был альманахтан тыш, айырым китап нәшер итеү менән дә әүҙем шөғөлләнә. Һуңғы арала йыйынтыҡтарын ҡулға алып ҡыуанған Мәүлиә Сафиуллина, Гөлдәр Бүләкбаева, Фатима Һибәтова, Азамат Усманов, Файза Мәғәсүмова, мин үҙем китапханаға бүләк итеп, тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге етәксеһе Венера Мәһәҙиева төҙөгән “Автор тәҡдим итә” күргәҙмәһен тағы ла тулыландырҙыҡ. “Шағирҙар һәр ваҡыт бер-береһенә мохтаж. Үҙе ижад иткән кеше генә икенсе ижадсыны дөрөҫ аңлай, ялҡмай тыңлай ала. Сөнки улар икеһе лә, башҡа берәү ҙә булдыра алмағанса, шиғри һүҙҙең бәҫен, тәмен тоя белә”, – тип дөрөҫ әйтте кисәне ойоштороусы һәм алып барыусы Рәхимә Мусина. Беҙ нәҡ ошондай байрамдарҙа бер-беребеҙҙең ижады менән танышабыҙ, яңы шиғырҙарын тыңлап кинәнәбеҙ, үҙ-ара кәңәштәр бирешә беләбеҙ. Был юлы күптән арабыҙҙан юғалып торған, йә яңы килеп ҡушылған шағирҙар – Мәҙинә Йәғәфәрова, Айһылыу Хәсәнова, Илгиз Истамғәлин, Мәүлиә Сафиуллина, Ну­ри­ҙә Илһамова, Рәйес Батта­ловтарҙың һүҙ алыуы ҡыуаныслы булды. Рәйестең төпкөл ауылдан инвалид коляскаһында килеп етеүен геройлыҡҡа тиңләргә булыр ине.
Альманах оҙаҡ эшләнде. ҡайһы берәүҙәр уны күрә алмай арабыҙҙан китеп барҙы. апалы-һеңлеле – Хәлилдән Маһинур Дәүләтҡолова менән Байымдан Римма Таһирова тураһында бер туғандары Роза Таһированың хәтирәләрен тыңлап, мәрхүмәләрҙе иҫкә алып үттек. Шиғырҙарына үҙе көйҙәр яҙған Маһинур апайҙың улы Хәлил Ейәнбирҙин, ейәндәре башҡарыуында йырҙар тыңланыҡ. Шулай уҡ вафат булған “Йәйғор”сылар Мө­нирә Кашапова, Роберт Ғимранов, Мозафар Абдуллин, Булат Мөлө­ковтарҙың әҫәрҙәре лә йыйынтыҡта лайыҡлы урын алһын өсөн тырыш­ҡан тормош иптәштәре, туғандары ихтирамға лайыҡ.
Сараны ойоштороусылар альманахты нәшер иткән типография коллективын саҡырып отто. Берен­сенән, 550 битлек был ҡалын китапты бер ниндәй автоматикаһыҙ, ҡул көсө менән эшләп ултырған ҡыҙҙарҙың үҙҙәренә төбәп рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткереү, бүләгебеҙҙе биреү мөмкинлеге тыуһа, икенсенән, улар төпкөл ҡараңғы бүлмәлә бәләкәй генә эш хаҡына сауаплы, кешеләр өсөн шатлыҡлы эш башҡарып ултырыуҙарын бөтә тәрәнлегендә аңланы.
Кисәнең аҙағында һуңғы осорҙа етәксеһеҙ ҡалған “Йәйғор”ҙар бер тауыштан ойошманы етәкләүҙе ике тиҫтә йыл самаһы район гәзитендә “Йәйғор” әҙәби битен алып барған, һәр береһенең ижадын үҙенең биш бармағы кеүек белгән Рәхимә Мусинаға ышанып тапшырҙы. Китапханала директор вазифаһында яңы эш башлаған Илүзә Шәйәхмәтова әҙиптәрҙе дуҫлыҡты өҙмәҫкә, әҙәби сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

Флүрә Низамова.
Әбйәлил районы,
Хәлил ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”