RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Гәзиттәрен рух ҡоралы итеп

22.01.2013 Гәзиттәрен рух ҡоралы итеп

Гәзиттәрен рух ҡоралы итеп
Асҡын районында күренекле яҡташтары, район гәзитенең тәүге мөхәррире, әҙип, ғалим, педагог Кирәй Мәргәндең тыуыуына – 100, сәсән Нурмөхәмәт Йомраниҙың тыуыуына 130 йыл һәм башҡорт телендә сыҡҡан «Асҡыным − йәнтөйәгем» гәзитенең донъя күреүенә 10 йыл тулыу айҡанлы фәнни-ғәмәли конференция үтте.
«Асҡыным − йәнтөйәгем» гәзите тиҫтә йыл эсендә районда киң танылыу яулай һәм халыҡ араһында абруй ҡаҙана. ҡасандыр татар телендәге «Ышаныч» гәзитенә ҡушымта булараҡ ҡына донъя күргән, тора-бара аҙнаға ике битле, артабан дүрт битле булып сыға башлаған гәзиттең тәүге исеме – «Йәнтөйәк». 2007 йылда үҙ аллы, аҙнаһына ике тапҡыр һигеҙ битле гәзит «Асҡыным − йәнтөйәгем» тип үҙгәртелә. Асҡынға айырылғыһыҙ бәйләнгән оло ике шәхестең юбилейына ла арналғайны был сара. Гәзитте ҡотлауҙан тыш, күренекле әҙип, фольклорсы-ғалим һәм педагог Кирәй Мәргәндең тыуыуына – 100, сәсән шағир, мәғрифәтсе Нурмөхәмәт Йомраниҙың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы ла төрлө тарафтан ҡунаҡтар йыйылды.
Нурмөхәмәт Йомрани заманында ныҡ белемле кеше булыуы менән халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанған. Барлыҡ ғүмерен балаларға белем биреп уҙғарған мөғәллим сығышы менән Төй улусының Йомран ауылынан (хәҙерге Пермь крайының Щучье Озеро районы), ғаиләһе менән Баҙансат ауылына (хәҙерге Асҡын районы) күсеп килеп, шунда хәлфәлек итә. Нурмөхәмәт Йомраниҙың ижады әлегә ныҡлап өйрәнелмәгән. Сөнки уның Шәйехзада Бабичҡа туғанлығы була, милләтселек хөкөм һөргән 30-сы йылдарҙа Бабич менән ҡан-ҡәрҙәш булыу, шиғырҙарын һаҡлау, уны яҙмаларҙа телгә алыу оло енәйәткә һанала. Уҡытыусының үлеменән һуң балалары шиғырҙары менән дәфтәрҙәрен йәшерә, тик һуңынан барыһы ла табылмай. Н. Йом­рани 1934 йылда ни бары 52 йәшендә вафат була, ул Төлгөҙбаш ауылында ерләнгән.
Уның улы Әхнәф Кирәев та (Кирәй Мәргән) бала сағынан белемгә тартылып үҫә. Ул башҡорт романистикаһында тәүгеләрҙән булып эшсе темаһын, тарихи прозаны күтәреүсе, филология фәндәре докторы, профессор дәрәжәһенә етә, төрлө ваҡиғаларға бай тормош кисерә.
Мәктәпте тамамлау менән Әхнәф уҡытыусылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Тик был һөнәр уны әллә ни ҡыҙыҡтырмай, егет журналист бу­лыр­ға ҡарар итә. Уға Асҡын районының яңы сыға башлаған «Колхозсы» гәзитен сығарыу бурысын йөкмәтәләр. 1932 йылда бер төркөм әүҙем йәш кешене Өфө моторҙар эшләү заводы төҙөлөшөнә комсомол мобилизацияһы менән ебәрәләр. Был ағымға «Колхозсы»ның мөхәррире лә эләгә. Тәүҙә ташсы, унан бригадир, комсорг һәм гәзит эшсеһе, ҡыҫҡаһы, Әхнәф бында тулы тормош мәктәбен үтә һәм мобилизацияға эләгеүҙе оло бәхет тип һанай. Артабан ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Башҡорт кавалерия дивизияһының тәүге тарихсыларының береһе булараҡ танылыу яулай. Һуғыштан һуң фольклорҙы, фәнде өйрәнеүгә бик күп ваҡыт бүлә, башкөллө әҙәби хеҙмәткә сума. Кирәй Мәргән һуңғы һулышына тиклем ҡәләмен ҡулынан төшөрмәй, уның ижады илленән ашыу китап, өс йөҙләп фәнни монография булып баҫылып сыға. К. Мәргәндең әсәһе Бабичева фамилияһын йөрөтә, уларҙың өйөндә Бабич культы ныҡ үҫешкән була. Шуға күрә болғансыҡ замандарҙа әҙип өҫтөнән, Шәйехзада Бабич нәҫеленән, тип хәбәр еткереүсе, ошаҡлаусы ҡара эсле әҙәмдәр күп була.
Был хөрмәтле шәхестәрҙең иҫтәлегенә бағышлап фәнни-ғәмәли конференция уҙғарыуҙы район гәзите редакцияһы коллективы күтәреп сыға һәм райондың башҡорт телен­дәге баҫмаһының юбилейын да ошо осрашыуға тура килтерә. Сараға Кирәй Мәргәндең улы – «Башинформсвязь» ойошмаһының редакция-нәшриәт бүлеге начальнигы, «Башҡортостан элемтәсеһе» гәзите мөхәррире Рушан Кирәев һәм уның ҡыҙы, БДПУ аспиранты Диләрә, фольклорсы, филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәнов, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов, әҙиптең туғандары һәм башҡалар ашҡынып килеп еткәйне.
Осрашыуҙы район хакимиәте башлығы Фларит Усманов тантаналы рәүештә башлап ебәрҙе. Артабан «Надежда» редакция-нәшриәт комплексы директоры, баш мөхәррир Фәйрүзә Юнысова конференцияны йылы мөхиттә дауам итте. Элекке район хакимиәте башлығы, бөгөн БР Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Зәки Насировҡа асҡындарҙың рәхмәте сикһеҙ. Ун йыл элек районда башҡорт телендәге гәзиттең сыға башлауына ла Зәки Ильяс улы тос өлөш индерә. «Асҡыным – йәнтөйәгем»дең тәүге һандарынан уҡ халыҡ гәзит аша аралаша башлай, башҡорт теле районда яңы кимәлгә күтәрелә, рухи яңырыу кисерә, башҡортса ижад итеүсе балалар барлыҡҡа килә, егеттәр әрменән туған телендә хаттар яҙа башлай. Элекке башлыҡ сығыш яһарға сыҡҡас, залдағы халыҡ уны хөрмәтләп апаруҡ ҡул сапты. Асҡын халҡы өсөн бөгөн дә борсолоп йәшәүсе Зәки Насиров гәзит коллективына үҙенең бүләген тапшырҙы һәм изге теләктәрен еткерҙе.
Һәр уҡыусының уҡытыусыһы тураһында ниндәйҙер хәтирәләре һаҡлана. Ә Кирәй Мәргән тураһында уның уҡыусылары Әхмәт Сө­ләй­мәнов, «Киске Өфө» гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева йөрәктәрендә тик яҡты иҫтәлектәр генә һаҡлай.
– Беренсе булып районда гәзит ойоштороусы Әхнәф Нури улы журналистикаға тормош тигән университет аша килә. Публицист, драматург, новеллист, хикәйә оҫтаһы булған уҡытыусыбыҙҙы бик хөрмәт иттек. Мәктәптә Мысыр, Һиндостан һәм башҡа илдәрҙең тарихын өйрәндек, тик башҡорт иленекен түгел. Кирәй Мәргән – беҙгә беренсе булып башҡорт халҡының тарихын да еткереүсе. Үҙе тарихсы булмаһа ла, юғары уҡыу йортонда ул беҙгә ҡайҙа ниндәй ырыуҙар йәшәгәнлеге хаҡында аңлатты. Фольклорсы булараҡ, бик күп сәсәнде асты, халыҡ ҡомартҡыларын йыйыу һәм һаҡлап ҡалыу маҡсатында башҡорттар йәшәгән барлыҡ биләмәләрҙе урап сыҡты. Кирәй Мәргәндең хеҙмәте – ун һигеҙ томлыҡ «Башҡорт халыҡ ижады» ул, – тине Әхмәт Мөхәмәтвәли улы.
Конференцияла шулай уҡ ҡәҙерле ҡунаҡтар Рушан Әхнәф улы һәм Диләрә Рушан ҡыҙы Кирәевтар сығыш яһаны. ҡыҙ олатаһының ижадын яҡшы өйрәнгән, ул К. Мәргәндең «ҡариҙел серҙәре» әҫәрен анализланы.
Таланттары менән һоҡландыра Асҡын ере. Уларҙың һәр сығышы конференцияға йәнлелек, рухи һулыш өҫтәне. Мәҫәлән, Иҫке ҡа­ҙансы ауылынан Рәзидә һәм Фәнзәт Әхмәтовтар, уларҙың балалары Миңһылыу, Алмас, Фирүзәт йырға ла, төрлө музыка ҡоралдарында ла уйнарға оҫта. Һәр район сараһы тиерлек Әхмәтовтарҙың ғаилә ан­самбле ҡатнашлығында үтә. Район үҙәгенең 2-се мәктәбе уҡытыу­сыһы Зинфира Нурғәлиева, «Йәйғор» фольклор түңәрәге етәксеһе, һәләтле балаларҙы туплай алған. Салауат Имаев, Денис Ғәлиханов һәм Данир Нурмөхәмәтов Кирәевтарҙың бы­уындар бәйләнешен сағылдырған өҙөктө сәхнәләштергәндә бигерәк килештереп уйнаны. Ә ҡубыяҙҙа баҫҡан ерҙә осҡон сәсрәтеп бейегән балалар буй еткерә – «Ынйылар» бейеү ансамбле (етәксеһе Гүзәл Ғилметдинова) солистары Рәсүл Кашапов, Рәлиф Мәснәүиев, Аде­лина Сөнәғәтуллинаның сығыштары ифрат күңелгә ятты. Солтанбәк ауылынан килгән ҡобайырсы Ильмира Манапова (етәксеһе Фәйрүзә Фәһәмәнова), ҡурайсылар Айҙар Марбиев, Тамерлан Исламов, Юлай Хафизйәнов (етәкселәре Шамил Ғиндуллин) матур тамаша бүләк итте.
Конференция аҙағында «Асҡы­ным – йәнтөйәгем» гәзите редакция­һы хеҙмәткәрҙәре Наилә Имаева, Сулпан Ғилметдинова һәм Нурсинә Әхмәроваға, баҫманың әүҙем хәбәрселәренә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”