RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сысҡанға ла сыр бушлай эләкмәй!

15.01.2013 Сысҡанға ла сыр бушлай эләкмәй!

Бөгөн төрлө банкыларҙан, финанс ойошмаларынан кредит алмаған кешеләр арабыҙҙа бармаҡ менән генә һанарлыҡтыр. Кемдән генә һораһаң да, йә мебель һатып алыуға, йә торлаҡ, йә төҙөлөшкә, йә туй үткәреүгә һәм башҡа сәбәптәр менән кредит алған. Әлбиттә, кредитты элек тә алғандар. Әммә Рәсәй тарихында бөгөнгө кеүек киң ҡоласлы кредит системаһы булмағандыр. Кредиттарҙың төрлө төрө бар, тик маҡсаты ғына бер – бурысҡа аҡса алыу.
Телевизорҙа, матбуғатта, магазиндарҙа, ғөмүмән, ҡайҙа ғына барма, беҙгә кредит алырға тәҡдим итәләр. Уларҙы тыңлаһаң, бөгөндән үк байып китер кеүекһең. Шул уҡ ваҡытта банкыларҙы кешенең түләү мөмкинлектәре әллә ни ҡыҙыҡһындырмаған кеүек тә. Ә ниңә ҡыҙыҡһындырһын, аҡса алыусынан барыбер ҙә тейешле сумманы түләтәсәктәр бит!
Ялтырауыҡлы, ымһындырғыс саҡырыу­ҙарға ышанып, кредит соҡорона батыусылар ҙа арабыҙҙа етерлек бит. Әллә тиҙ байыу теләге, әллә ҡомһоҙлоҡ, әллә туҡтай белмәүе һаҙлыҡҡа батыра ла инде бәғзе берәүҙәрҙе. Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ, тигән мәҡәлде онотто халыҡ.
Аҡыллы баштар кешенең туҡтай белмәүен, самаһыҙлығын файҙаланып ҡала ла инде. Кредит биреүсе ойошма бер ваҡытта ла отош­һоҙ ҡалмай. Кредит алғанда, уның шарттары менән ныҡлап танышмай, ҡул аҫтына һалынған бөтә ҡағыҙҙарға ла ҡул ҡуйырға ризабыҙ. Ә уның йөкмәткеһенә иғтибар ҙа итмәйбеҙ.
Өҫтәлемдә бер нисә кредит биреүсе ойошманың буклеттары ята. Уларҙа отош­ло килешеү вәғәҙә итеүсе юлдар эре хәрефтәр менән яҙылған, ә мәкерлеһе аҫта күҙгә күренмәҫлек итеп бәләкәйтелгән хәрефтәр менән бирелгән. Бер банк «Супер-экспресс» кредит тәҡдим итә. Буклеттың иң аҫтында ваҡ хәрефтәр менән: «Супер-экспресс» физик шәхестәр өсөн ҡулланыу кредиты. Кредит ваҡыты 3 – 60 ай. Кредиттың күләме – 10 меңдән 90 мең һумға тиклем. Кредит буйынса йыллыҡ процент ставкаһы – 49,9%. Биргән өсөн һәм кредит түләгән өсөн комиссия алынмай. Төп бурысты һәм проценттар­ҙы ай һайын бер күләмдә түләргә. Кредит алғандың икенсе көнөндә үк йәки башҡа теләгән ваҡытта уны тулыһынса ҡаплай алаһығыҙ. Алдан өлөшләтә түләгән осраҡта, алдан ҡаплау күләме 5 000 һумдан кәм булмаҫҡа тейеш. Ваҡытында түләмәгән осраҡта, һуңлаған түләү күләменә һәр көн өсөн 0,5 % неустойка өҫтәлә. Кредит биреү ҡарары 15 көн көсөндә була...» – тиелә. Икенсе банкыла ла экспресс-кредиттың нәҡ ошондай шарттар менән бирелеүе тураһында бәйән ителә.
Бөгөн төрлө фондтар «АктивДеньги», «На срочные нужды», «Деньги до зарплаты» һәм башҡа исемдәр аша аҡса тәҡдим итә. Йәнәһе, паспорт булһа, шул еткән. Әлбиттә, был осраҡта ла ябай халыҡ улар­ҙың ауына эләгә лә инде. Мәҫәлән, шундай ойошманың ваҡ хәрефтәр менән яҙылған ҡағыҙҙарына күҙ һалайыҡ: «Залогһыҙ, поручителдәрһеҙ, комиссияһыҙ 1 000 – 10 000 мең һумға тиклем 1 – 15 көнгә заем бирелә. Аҡса средстволары менән был төр заемды ҡулланыуға көнөнә 2 процент ставка (йылына 732 %). Залогһыҙ, поручителдәр­һеҙ, комиссияһыҙ 10 000 – 25 000 һум заемды 1 – 30 көнгә алған осраҡта процент ставкаһы заем менән файҙаланғандың һәр көнө өсөн 1,5% (йылына 549 %), 25 000 – 50 000 һумлыҡ заемды файҙаланған һәр көн өсөн 1 % (йылына 366 %). Заем урында теркәлгән, даими эш урыны булған 21 – 60 йәштәге физик шәхестәргә бирелә. Бурысты ҡайтанан иҫәпләтеп алдан түләргә була...».
Ябай тел менән әйткәндә, көпә-көндөҙ талауға тиң был шарттар. Мәҫәлән, һеҙ 15 көнгә 10 000 һумлыҡ заем алһағыҙ, көнөнә ике процент 200 һум тура килә, ә 15 көндән һуң 3 000 һум итеп арттырып түләйәсәкһегеҙ. Шуға ла 15 көн сабыр итеү, тыйылып тороу күпкә отошло, 3 000 һум аҡсаң да кеҫәңдә ҡаласаҡ. Аҡса биреүсе ҡулға-ҡул һуғып ҡына аҡса эшләй, ә кредит, заем алыусы бурыс соҡорона батҡандан-бата.
Инереңдән алда сығырыңды уйла, тигән әйтем бар. Шуға ла юрғаныбыҙға ҡарап аяҡ һуҙып йәшәргә өйрәнәйек. Еңел аҡса артынан ҡыуып, барлы-юҡлы мөлкәтегеҙҙән ҡолаҡ ҡағыуығыҙ ихтимал. Түләү мөмкинлегегеҙ сикләнгән булып, ошондай уйланмаған аҙымдар яһау үҙеңде юҡ итеүгә тиң.
Бөгөн магазиндарҙа йәнең теләгән әйбер бар. Шуға ла сабыр ғына аҡса йыйып, теләгән әйберегеҙҙе һатып алығыҙ ҙа тыныс, уйһыҙ ғына йәшәгеҙ.
ҡапҡанда ғына сыр буш була, тиҙәр. Тик был әйтем менән килешмәҫ инем. Сысҡанға ҡапҡандағы сыр бушлай эләкмәй, ул, сыр ашайым тип, ғүмерен бирә. Беҙ ҙә сысҡан кеүек, буш бирелә, тип тәҡдим ителгән «сыр»ға алданмаһаҡ ине...
Әлбиттә, илебеҙҙә аҙ процентлы кредиттар тәҡдим итеүсе абруйлы банкылар ҙа бар. Улар уңайлы проценттар тәҡдим итә һәм кредит бирер алдынан һинең хәүеф төркөмөнә ҡарамаған клиент булыуыңды тикшерә. Шуға ла аҡсаға бәйле эш алып барғанда, тәү сиратта үҙегеҙҙең хәүефһеҙлегегеҙҙе ҡайғыртығыҙ.

Рәмилә МУСИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”