RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡартлыҡта ла шатлыҡ бар

15.01.2013 Ҡартлыҡта ла шатлыҡ бар

Ҡартлыҡта ла шатлыҡ бар
Йәш быуын уға башын эйә
1951 йылда ғаиләһе менән Салауат ҡалаһына күсеп килә. Тап ошо йылда ҡалабыҙҙа яңы балалар баҡсаһы асыла. Тәүҙә Горький өлкәһенең (хәҙерге Түбәнге Новгород) Кам­кино ауылында уҡытыусы, аҙаҡ Украинаның Запорожье ҡалаһында асылған балалар йортонда эшләгән Зәлифә Мәүлит ҡыҙы 15-се ба­лалар баҡсаһына тәрбиәсе булып урынлаша.
− Миңә Валентина Ива­нов­на Туганова, Анастасия Ива­новна Харчевникова кеүек етәкселәр менән эшләү бәхете тейҙе. Ул ваҡытта бер төркөмгә 20 − 25 бала йөрөй ине. Хәҙерге кеүек уйынсыҡтар юҡ, уларҙы үҙебеҙ эшләнек. Балаларҙың күбеһенә ата-әсә наҙы етмәгәнлеге лә һиҙелә, заман ауыр саҡ. Шуға ла һәр балаға айырым иғтибар кәрәк ине. 3-сө балалар баҡсаһында тәүлек әйләнәһенә эшләргә тура килгән ваҡыттар ҙа булды. 20 йыл ҡалабыҙҙың 8-се балалар баҡсаһында мөдир йөгөн дә тарттым. Ауырлыҡ­тар күп булды, шулай ҙа уларҙы еңеп сығырға балалар көс бирә ине, − тип хәтирәләргә бирелә Зәлифә инәй.
Зәлифә Мәүлит ҡыҙы – дүрт балаға ғүмер биргән, аяҡҡа баҫырға ярҙам иткән изге әсә лә. Ул һәр балаһына тейешле тәрбиә бирергә, иғтибар бүлергә тырышҡан. Кесе улы Харис төҙөүсе һөнәрен һайлаһа, өлкәне Роберт − уҡытыусы. ҡыҙҙары Хәлиҙә менән Рәйхана ла әсәһе юлын үҙ иткән.
Белемгә, көндән-көн күберәк белергә һәм яҡтылыҡҡа ынтылған кешеләр һәр ваҡыт һоҡланыу тыуҙыра. Бындай сифаттар кемдер “гүзәл” тип һоҡланған, бәғзеләр “көсһөҙ” тип һанаған ҡатын-ҡыҙға хас булһа, айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Яуаплы, һиҙгер күңелле, ярҙамсыл, иғтибарлы кеше, яҡшы әсәй, өлгөлө өләсәй булған Зәлифә Мәүлит ҡыҙы – маҡтау­ға, ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Ошондай ҡатын-ҡыҙҙар күберәк булғанда донъя йәмлерәк, балалар бәхетлерәк булыр ине.

Альбина ҡОТЛОГИЛДИНА.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”