RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәңгелеккә ҡалды Әбйәлилдә...

04.12.2012 Мәңгелеккә ҡалды Әбйәлилдә...

Мәңгелеккә ҡалды Әбйәлилдә...
Райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейында Башҡортостан Республикаһының беренсе кинорежиссеры, тамырҙары Асҡарҙан булған Малик Нәсих лы Яҡшымбәтовтың хәтер кисәһе үтте
Унда Өфөнән мәртәбәле ҡунаҡтар − Малик Нәсих улының аманаты − кинокамераһын музейға тапшырыу маҡсаты менән килгән уҡыусылары − Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Айсыуаҡ Йомағо­лов менән кинорежиссер, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рияз Исхаҡов, Башҡортос­тан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР Кинематогра­фистар союзының яуаплы секретары Фәрит Ғәбитов, бер туғандары − апаһы Рәмилә Нәсих ҡыҙы һәм ағаһы Намиҡ Нәсих улы ҡатыны, ейәнсәре менән, район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Л. Сәғәҙиева, район советы секретары Б. Исламбаев, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Г. Лавренова, район тарихын өйрәнеүсе, хаҡлы ялдағы уҡытыусылар Тал ҡусҡарынан Мөнирә Кирәева, Гөлнур Мәмлиева, Ас­ҡар­ҙан Мәфрүзә Мөхәмәтдинова, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының урындағы телеоператоры Ислам Ирғәлин, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары В. Вәлиев, туғандары С. Суфиянов, Р. Хисаметдинов һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Кино сәнғәте өлкәһендә яҡты эҙ ҡалдырған Малик Яҡшымбәтовтың ҡәберенә сәскә һалғандан һуң сараны ойоштороусы һәм алып барыусылар район музейы директоры Р. Лотфуллина, ҡаҙмаштан ве­теран-уҡытыусы, райондың музей­ҙар советы етәксеһе Ф. Са­фина ҡунаҡтарҙы күргәҙмә һәм Яҡшымбәтовтар нәҫеленең күп тамырлы оло шәжәрәһе менән таныштырҙы.
Билдәле яҡташыбыҙҙың ағаһы Намиҡ Нәсих улы һүҙ алып, ҡустыһы тураһында бик йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты.
− Малик тос фекерле, үҙенсәлекле бала ине. Ул мине күп нәмәгә өйрәтте, беҙ бик татыу үҫтек. Ул бөтә тирә-яҡҡа, һәр кемгә иғтибарлы булды. ҡыҙыҡһыныу­сан­лығы кинематографияға алып килгәндер ҙә. Ул Көнсығыш Се­бер­ҙән башҡорттар араһында ВГИК-ка уҡырға ингән беренсе студент булды...
− ҡустыбыҙҙы ололап, хөрмәтләп ошондай хәтер кисәһе үткәреүегеҙ өсөн барығыҙ алдында баш эйәм һәм музей директоры Рәмилә Лотфуллинаға, музейҙа эшләгән ҡыҙҙарға, туғаным Фирүзә Сафинаға, финанс ярҙамы өсөн район хакимиәтенә, аш-һыу менән ҡаршылаған Нәзирә Исламбаеваға оло рәхмәтемде еткерәм, − тине күҙ йәштәре аша Рәмилә Нәсих ҡыҙы.
Тарих төпкөлөнә күҙ һалһаҡ, Яҡшымбәтовтарҙың яҙмышы ла аяуһыҙ репрессия менән бәйле. Әхмәтзәки Вәлидиҙең ҡатыны Нәфисә Хажмөхәмәт Яҡшым­бәтовтың ҡыҙы була. Нәсих менән Нәфисә бер туған булғанлыҡтан, сәйәси золом тулҡыны Яҡшым­бәтовтар ғаиләһенең тыныс тормошон аҫтын өҫкә әйләндерә. Улар Кемерово өлкәһенә һөргөнгә ебәрелә. Һәм шунда, алыҫ Себерҙә, 1944 йылда Малик Яҡшымбәтов тыуа.
Шахтер улы Малик 1963 йылда Бөтә Союз дәүләт кинематография институтын тамамлай. Уҡыған сағында Башҡортостан телевидениеһы студияһында стажировка үтә. Алматыла бөтә илдә дан ҡаҙан­ған туғандаш ҡаҙаҡ киностудияһында тәжрибә туплай, оло оҫталыҡҡа өлгәшә. Был дәүер уның ижад ғүмеренең иң емешле осоро булғандыр.
Ата-олатайҙар тупрағын онотмаған Яҡшымбәтовтар ҙур һынау­ҙар аша үтеп, рухтары һынмай, тыуған илгә әйләнеп ҡайтырға көс таба. Малик Нәсих улы башҡорт сәнғәтенә, милләтенә, республикаһына хеҙмәт итә. Яңы ғына ойошторолған «Башҡортостан» киностудияһының художество етәксеһе булып эшләй башлай. Ике генә йыл эсендә «Салауат Юлаев көндәре», «Аксаков һәм Башҡортостан», «Азатлыҡ ҡапҡаһы», бөйөк шағир Ш. Бабичтың фажиғәле яҙмышына арналған «Таштағы ҡуйы ҡандарым» тигән тәрән мәғәнәле һәм үткер фекерле документаль-публицистик фильмдар төшөрөп өлгөрә. Беренсе тулы метражлы нәфис-публицистик «Азатлыҡ ҡапҡаһы» картинаһы 1992 йылда төрки телле халыҡтарҙың Ашхабадта уҙғарылған «Көмөш ярым ай» халыҡ-ара кинофестивалендә премия менән бүләкләнә. Ошо фильмда Ил инәһе ролен башҡарыусы сәсәниә Гөлнур Мәмлиева хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Тәүге тапҡыр Салауат көндәрендә сәсәндәр бәйгеһендә беренсе урын алғандарында танышыуҙары, аҙаҡ Малик Нәсих улы менән аралашып тороуҙарын оло тулҡынланыу менән һөйләне.
− Ул бәйгелә сапҡан ат кеүек ине, − тине сәсәниә.
− Ике йылдан М. Яҡшым­бәтов­тың юбилейына арналған хәтер кисәһен ҙурлап үткәрергә йыйынабыҙ, − тигән Г. Лавренованың вәғәҙәһе тормошҡа ашырына тулы ышаныс бар. Ғөмүмән, сығыш яһаусы һәр кем Малик Нәсих улы тураһында тик йылы тойғолар һаҡланыуын бәйән итте.
Хәтер кисәһенең төп маҡсаты − «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы тормошҡа ашыра башлаған «Яҡташтар» проекты сиктәрендә төрлө мәҙәни саралар аша киләсәк быуынға яҡташ шәхестәр тураһында мәғлүмәт биреү.
Республикабыҙҙың беренсе кинорежиссеры, ғорурлығыбыҙ, Әбйәлилдең оло шәхесе Малик Яҡшымбәтовтың йөрәге бик иртә, 49 йәшендә тибеүҙән туҡтамаһа, ул әллә ниндәй юғары ҡаҙаныштары менән һоҡландырыр ине. Кино хеҙмәтенә башланғыс һалған режиссерҙы Әбйәлил, ғөмүмән, Баш­ҡортостан халҡы, туғандары бер ваҡытта ла онотмаҫ. Сөнки данлап һөйләргә уның яҡты эҙе, эше ҡалды...

Зөлфиә ЗАҺИТОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”