RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Суд ҡарарының көсө – уны үтәүҙә

02.11.2012 Суд ҡарарының көсө – уны үтәүҙә

Суд ҡарарының көсө – уны үтәүҙә
Суд приставтары хеҙмәте илебеҙҙә йылдан-йыл нығыраҡ танылыу таба бара. Ойошторола башлаған ваҡытта күптәр уларҙың эшмәкәрлегенең асылын белмәһә, бөгөн, хоҡуҡтарын яҡлауҙы һорап, тап уларға мөрәжәғәт итеүселәр көндән-көн арта.
Ислам Хафизов Башҡортостанда Суд приставтары хеҙмәте ойошторола башлағандан алып эшләй. Тәүҙә Өфө ҡалаһының Октябрь районы бүлегендә ябай суд приставы булып эшләһә, бөгөн 15 йылға яҡын эш тәжрибәһе булған юрист суд приставтары хеҙмәтенең Межгорье ҡалаһы бүлеген етәкләй. Эште яҡшы аңлаған, һәләтле етәксенең ҡулы аҫтында 15-ләгән кеше эшләй. Йылына улар 7 – 8 мең башҡарыу эшен ҡарай. Күрһәткестәр һәм эште башҡарыу сифаты буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәтенең был бүлеге республикабыҙҙа алдынғы урындарҙың береһен биләй.
– Заман талаптарына ярашлы, беҙҙең системала ла компьютерлаштырыу бара. Хәҙер документтар элекке кеүек ҡағыҙҙа түгел, тулыһынса электрон системаға күсәбеҙ. Был, бер яҡтан, эшебеҙҙе еңелләштерһә, икенсенән, суд приставтарына ҡарата талаптарҙы ла көсәйтә. Суд приставына юғары белемле булыу ғына етмәй, даими рәүештә ул үҙ өҫтөндә эшләргә һәм белемен камиллаштырып торорға тейеш. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең эштә яҡшы психолог та булыу мөһим, сөнки кешеләр менән һөйләшә, аңлаша белеү кәрәк.
Беҙҙең һөнәр – ул күп яҡлы. Сөнки төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр һәм төрлө тармаҡҡа ҡағылышлы мәсьә­ләләрҙе хәл итергә тура килә. Йәғни Граждан, Адми­нис­тратив һәм Енәйәт кодекстарына таянып, граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡларға, суд ҡарар­ҙарын үтәргә булышлыҡ итәбеҙ, – тип һөйләй Ислам Исмәғил улы үҙҙәренең эше хаҡында.
Ваҡытында һалым түләмәгән ойошмаларҙан һәм предприятиеларҙан, шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙарҙан һалым түләтеп, коммуналь хеҙмәткә бурыстар­ҙы ҡайтартып, республиканың һәм илдең ҡаҙнаһын тулыландырыу, ипотека йә кредиты буйынса бурысы булған граждандарҙан бурысын ҡаплатыу, атайҙарҙан һәм әсәйҙәрҙән (ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, бындай осраҡтар ҙа бар) бәлиғ булмаған балаһына алимент түләтеү, суд барышында тәртип һаҡлау, Рәсәйҙә законһыҙ йәшәгән мигранттарҙы үҙ иленә оҙатыу – суд приставтары иңенә бына ошондай яуаплы һәм ҡатмарлы бурыстар йөкмәтелгән. Әлбиттә, улар барыһы ла суд ҡарары нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Профессиональ бурысын үтәгән ваҡытта суд приставтарына йыш ҡына үҙҙәренең ғүмерен дә хәүеф аҫтына ҡуйырға тура килә. Сөнки бурыслылар үҙ ирке менән дәүләткә бурысын ҡайтарырға, йә балаһына алимент түләргә ашыҡмай. Бына шул осраҡта суд приставтарына уларҙың йәшәгән урындарына барып, мәжбүр итергә тура килә. Әлбиттә, бында ла барыһы ла шыма ғына бармай, ҡасып ҡалырға тырышыусылар, ҡаршылыҡ күрһәтеүселәр ҙә була.
– Иң ҡатмарлы, иң ауыр мәсьәлә – ул алимент түләттереү. Һәр бүлектә иң күп башҡарыу ҡағыҙҙары ла тап ошо бурыс буйынса, – тип дауам итә һүҙен Ислам Хафизов. – 2008 йылда РФ Енәйәт кодексына үҙгәрештәр индерелде. Уның 157-се статья­һына ярашлы, хәҙер суд приставтары алимент буйынса бурысы булғандарға енәйәт эше аса һәм ҡарар сығара ала. Был алиментсылар менән эште тағы ла көсәйтергә мөмкинлек бирә.
– Балаһына алимент түләтә алмаған әсәйҙәрҙән беҙҙең редакцияға ла хаттар килә. Артынан йөрөп-йөрөп тә булдыҡһыҙ атайҙан алимент түләтә алмаған ҡатындар бик күп. Кемдер йылдар буйы алимент түләтә алмай, кемдер бер-ике ай түләй ҙә тағы юҡҡа сыға, ҡайһы берәүҙәре бер ерҙә лә эшләмәй, үҙенә генә теркәлгән мөлкәте лә юҡ. ҡыҫҡаһы, һорауҙар бихисап. Бының сәбәбе нимәлә? Әллә закондар үҙ көсөнә эйә түгелме?
– Барыһы ла суд приставының теләгенән һәм тырышлығынан һәм юридик белеменән тора, – ти Ислам Исмәғил улы. – Әгәр ҙә алимент түләргә тейешле атайға суд ҡарары булып, башҡарыу ҡағыҙы суд приставына килгән икән, ул даими рәүештә был атайҙың алимент түләү-түләмәүен тикшереп торорға тейеш. Был − уның эше. Үҙ эшенә намыҫлы ҡараған пристав шулай эшләргә тейеш. Хатта әсәйҙең йә баланың опекунының ҡабат-ҡабат алимент түләнмәүе хаҡында иҫкәртеп тороуы ла кәрәкмәй. Закон үҙ көсөнә эйә түгел, тип һылтанырға ярамай. Закон бар, ул эшләй, барыһы ла суд приставынан тора.
– Ир менән ҡатын айырылышҡандан һуң икәүһе ике өлкәлә йәшәй. Атай кеше бер йыл ғына алимент түләгән дә, хәҙер ике йыл түләмәй икән. ҡатын кеше үҙе йәшәгән ерҙә суд приставтарына мөрәжәғәт итергә тейешме, әллә иренең йәшәгән урынынамы? – тип гәзиткә килгән һорауҙарҙың береһен бирәм.
– Тап алимент мәсьәләһе буйынса суд приставы бурыслының йәшәгән урыны буйынса ла, шул уҡ ваҡытта алимент түләтеүҙе һорап мөрәжәғәт итеүсе кешенең йәшәгән урыны буйынса ла шөғөлләнә ала. Был – айырым категория. Әгәр ҙә бурыслы кешенең йәшәгән урыны билдәле түгел икән, ул ваҡытта мөрәжәғәт итеүсе ҡайҙа йәшәй, шул урын­да приставтар уның эше менән шөғөлләнергә тейеш. Ә инде бурыслы кешенең йәшәгән урыны асыҡланғас, башҡарыу ҡағыҙы шундағы суд приставына ебәрелә. Йәғни суд приставтары уның йәшәгән урынын асыҡлай һәм баш суд приставының ҡарары буйынса башҡарыу ҡағыҙын икенсе территориаль органға тапшыра. Али­ментҡа биреүсе ҡатын үҙе уның менән шөғөлләнергә тейеш түгел.
Алимент түләүҙән ҡасып, атайҙарҙың күбеһе эшкә лә урынлашмай. Аныҡ эш урыны, арес­ҡа алыу өсөн үҙенә теркәлгән мөлкәте лә булмағанда нисек алимент түләтелә һуң?
Ислам Исмәғил улы әй­теүенсә, был осраҡта уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылып, ир кеше мәжбүри эшкә йәлеп ителә.
– Конституция мәжбүри эшкә йәлеп итеүҙе тыйһа ла, ошондай сара ҡулланыла, – ти ул.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”