RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Был аҙнала беҙҙе...

26.10.2012 Был аҙнала беҙҙе...

Борсоуға һалды...
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Омскиҙы донъя­лағы иң тиҙ юҡҡа сығыусы ҡалалар исемлегенә индергән.
Халыҡ-ара ойошма белгестәренең иҫәпләүҙәре буйынса, 2025 йылға унда йәшәүселәр һаны 1 млн 112 мең кешегә кәмейәсәк. 20 йыл эсендә ҡала үҙ халҡының 2 процентын юғалт­ҡан. Йәғни 1990 йылдан 2010 йылға ул 1 млн 144 мең кешенән 1 млн 124 мең кешегә ҡалған. Ә 2025 йылға ул 1 млн 112 мең кешегә кәмейәсәк, имеш. БМО-ның исемлегенә Рәсәйҙең тағы ун ҡалаһы ингән. Улар – Түбәнге Новгород (5-се урын), Һарытау (6), Пермь (9), Санкт-Петербург (11), Һамар (12), Өфө (16), Воронеж (18), Волгоград (20), Силәбе (22) һәм Новосибирск (26). Бынан тыш, үлеп барыусы мегаполистар рейтингында Рим, Милан, Гавана, Бухарест, Сеул, Одесса, Будапешт кеүек билдәле ҙур ҡалалар ҙа бар.

Уйландырҙы...
Американың донъяла иң ҙур нефть етештереүсе илгә әйләнеүе ихтимал.
ҡушма Штаттарҙа нефть етештереү ҡыҙыу темп менән алға бара һәм яҡын киләсәктә донъя лидеры булған Сәғүд Ғәрәбстанын ҡыуып етеп, үтеп китеүе ихтимал. Яңы технологиялар ярҙамында Америкала нефть һәм шыйыҡ углеводородтар, шул иҫәптән биояғыулыҡ етештереү быйыл көнөнә 10,9 млн баррелгә етеүе ихтимал. Илдең Энергетика министрлығы күҙаллауҙары буйынса, киләһе йыл нефть һәи башҡа шыйыҡ углеродтарҙы етештереү кимәле көнөнә 11,4 млн баррелгә етәсәк. Әлеге лидер Сәғүд Ғәрәбстаны көнөнә 11,6 млн баррель нефть етештерә. Рәсәйҙең нефть компаниялары 2011 йылда көнөнә яҡынса 10,2 млн баррель нефть сығарған.

Аптыратты...
Бермуд өсмөйөшө тирәһендә океан төбөндә Канада ғалимдары боронғо ҡала тапҡан.
Куба ярҙарынан алыҫ түгел һыу аҫ­ты роботы емерек бина ҡалдыҡтарын, дүрт ҙур пирамиданы һәм сфинкс һынына оҡ­ша­ған әйберҙе видеоға төшөргән. Архитектура үҙенсәлектәре ҡаланың борон­ғо һинд цивилизацияһы ваҡытында, кәмендә 1,5 – 2 мең йыл элек төҙөлгән булыуын күрһәтә.

Көйөндөрҙө...
Нигерияла "Майр Сидайвер" судноһы законһыҙ рәүештә тотола.
Билдәле булыуынса, уны 20 октябрҙә ҡулға алалар. Моряктар ҡорал ташыған була, әммә быны улар законлы рәүештә башҡара һәм Ни­герияға кәрәкле документтар­ҙың бөтәһе лә тапшырылған. Суднолағы 15 экипаж ағзаһының барыһы ла – Рәсәй граждандары. Әлегә тиклем рәсми рәүештә уларға бер ниндәй ғәйепләү ҙә тағылмаған.
Моряктарҙың Нигериялағы Рәсәй илселеге вәкилдәре менән осрашыуы ла билдәле.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”