RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Халыҡтыҡы – халыҡҡа?

26.10.2012 Халыҡтыҡы – халыҡҡа?

Халыҡтыҡы – халыҡҡа?
йәки Беҙҙе нисек төп башыбыҙға ултырттылар
Йыш ҡына редакциябыҙҙың дежур телефонына ваучерҙарҙың киләсәге тураһында ҡыҙыҡһынып шылтыраталар. Һорауҙарҙы кәрәкле кешеләргә тәғәйенләйбеҙ, әммә уларҙан күңелде ты­ныс­ландырырҙай яуап ала алғаныбыҙ юҡ. Гәзит уҡыусыларыбыҙ, ә нимә ул ваучер, ни өсөн ул беҙгә бирелде һуң, ти.
Быйыл ваучер үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Уның барлыҡҡа килеүе совет милкен тара­тыу­ҙың тәүге этабы булды. 1992−1994 йылдарҙа предприятиеларҙың өстән бер өлөшө шәхси ҡулдарға күсте. Хатта бик яҡшы лозунг уйлап табалар – “Халыҡтыҡы – халыҡҡа”. Ә ысынында иһә ябай халыҡ ситтә тороп ҡала. Дәүләт беҙгә 148 миллион ваучер тарата. Һөҙөмтәлә бер нисә мең кеше генә, ысынлап та, байый.
1992 йылдың йәйендә Рәсәйҙең тәүге Президенты Борис Ельцин телеэфирҙа: “Беҙгә миллионлаған хосуси милек кәрәк, ә бер нисә миллионер түгел. Хосусилаштырыу ваучеры һәр беребеҙгә иҡтисадҡа юл аса”, – тип белдерҙе.
Тиҙҙән дәүләт предприятиелары хосусилаштырыла. Рәсәй Федерацияһы граждандары ҡулына яҡты киләсәккә билет – ваучер тапшырыла. “Юл документын” тотоп “перрон”ға килгән халыҡ күпме көтһә лә, бәхет поезы килмәй. Унда бөгөн Рәсәйҙең 70 процент байлығын үҙ ҡулына алған байҙар китеп өлгөргән була.

Иҡтисади диверсия

Бөгөн социаль тигеҙһеҙлек буйынса Рәсәй Кения, Бурунди һәм Сенегал менән тиңләшә. Халыҡтың 10 проценты бөтә килемдең 33,5 процентын ала. 200 граждандың 62-һендә, доллар миллиардерҙарында, 12,5 триллион һум аҡса тупланған. Был бер йыллыҡ федераль ҡаҙнанан да күберәк! Ельциндың һүҙҙәре раҫҡа сыға, тик киреһенсә – бер нисә миллионер һәм бер нәмәһе лә булмаған миллиондар барлыҡҡа килде.
Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, ваучер­ҙы халыҡҡа таратыу күҙ буяу өсөн генә башҡарыла. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы В. Лисичкин шул ваҡытта хосусилаштырыуҙы юҡҡа ғына “тиңе булмаған иҡтисад диверсияһы” тип атамай. Ә иҡтисадсы Ю. Болдырев был хәлде “аңлы рәүештә атҡарылған ҙур масштабтағы енәйәт” ти.
Ваучерға бәйле йомаҡтар күп. Мәҫәлән, Анатолий Чубайс, Маргарет Тэтчерҙың бер нисә йыл эсендә ни бары егермеләгән компанияны хосусилаштырыуынан көлә. Анатолий Борисовичтың командаһы иһә 1994 йылдың ғинуарынан июленә тиклем 284 эре предприятиены ваучерға әйләндерә. Ни өсөн донъя рекорды ҡуйырға шул тиклем ҡабаланғандар? Мәҫәлән, Көнсығыш Европала хосусилаштырыу процесын бер ҙә ашыҡтырмағандар. Унда халыҡтың иҡтисади шоктан арыныуын, баҙарҙағы хәлдең айышына төшөнөүен көткәндәр. Предприятие­лар пулемет темпында, теләһә кемгә таратылмаған.
Ә Рәсәйҙә ябай халыҡҡа бер нәмәне лә аңлатмайҙар, киң мәғлүмәт саралары аша ваучер тураһында мәғлүмәт булмай. А.Чубайс командаһы 1991 йылдың аҙағында чеклы приватизацияға документтар әҙерләй башлай. Был ваҡытта Юғары Совет, Көнсығыш Европа тәжрибәһен иҫәпкә алып, хосусилаштырыу иғәнәләре исемлеге тураһында закон әҙерләй. Уға ярашлы, һәр граждан дәүләттән үҙ өлөшөн ала һәм уға шәхси иҫәп асыла. Унда йылдар дауамында аҡса килеп тора. Ваучерҙарҙы һатыу тыйыла. Был финанс пирамидалары, ваучерҙар менән спекуляцияға һәм башҡа ҡырағай ҡылыҡтарға юл ҡуймаҫ ине. Әммә власть әһелдәре бындай вариантты хупламай. Һуңынан Чубайс оло кинәнес менән нисек Юғары Советты төп башына ултыртыуы тураһында һөйләйәсәк. Анатолий Борисович уларҙың закон проектын Президент указы менән алмаштыра. Парламент каникулға таралғас, президент указы ҡабул ителә. Ялдан сыҡҡан депутаттар ярһыһа ла, бер нәмә лә эшләп булмай, яңы закон үҙ көсөнә инеп өлгөрә.
Беренсе ваучер хосусилаштырыуын 1993 йылдың декабрендә үк тамамларға йыйыналар, әммә Аҡ йортто утҡа тотоуға бәйле ваҡиғалар арҡаһында был датаны 1994 йылдың урталарына күсерәләр. Әйткәндәй, ризаһыҙлыҡтарҙың төп сәбәбе – парламенттың Чубайс менән килешмәүе.

Үҙең ултырған
ботаҡты сабыу

Ваучерҙы хөкүмәт ни өсөндөр Монета һарайынан түгел, ә Нью-Йорктағы “Делойт Туш Томатсу” корпорацияһынан эшләтә. Бының өсөн фәҡир ил сит илдән бер нисә миллион доллар кредит та ала, тиҫтәләгән сит ил консультантынан торған команданы йәлеп итә. Әйткәндәй, улар дәүләттең йәшерен мәғлүмәтен оҫта файҙалана. Мәҫәлән, Чубайстың ярҙамсыһы, АҡШ гражданы Джонатан Хэй аукционда “Графит” компанияһы акцияларының өстән бер өлөшөн һатып ала. Һәм яңылышмай – компания хәрби авиация өсөн углерод нигеҙендә деталдәр эшләй, бөгөн дә яҡшы табыш килтерә.
Ни өсөн ваучерҙарҙа “10 мең һум” яҙыуы бар? Бер яҡтан, барыһы ла асыҡ күренә кеүек – тәүҙә бөтә дәүләт предприятиеларын баһалайҙар. Дөйөм сумманан 35 процентты алғандар һәм шул өлөштө халыҡҡа ваучер итеп таратырға булғандар.
Был ваҡытта Егор Гайдар, ваучерҙарҙы таратмаҫҡа, ә халыҡҡа аҡсалата бирергә кәрәк, тигән. Тик ул вариант башҡаларға оҡшамай. Ошо 35 процентты бар Рәсәй халҡына бүлгәндәр, һәр бер гражданға 10 мең һум тура килгән.
Хәйләһеҙ, әлбиттә, булмай. Предприятие­ларҙы баһалағанда (улар араһында ҙур порттар, нефть һәм химия заводтары, металлургия комбинаттары һ.б. булған) мәғлүмәттәр 1984 йылда үткәрелгән балансҡа ҡарата эшләнә. Йәғни, уларҙың хаҡы совет һумдары менән иҫәпләнә. Шундай маневр арҡаһында предприятиеларҙың хаҡы егерменән алып бер нисә йөҙ тапҡырға кәметелә. 1993−1994 йылдарҙағы инфляцияны ла ҡушһаң, бөтә Рәсәй иҡтисады яҡынса 2 миллиард доллар тип иҫәпләнгән. Был бер ядро станцияһы хаҡынан да кәм.

Донъялағы иң иҫәр ил

Хосусилаштырыуҙың икенсе этабы 1995 − 1997 йылдарҙа була. Нәҡ ошо осорҙа олигархтар рәте тулылана. Бөйөк һәм бер ҡасан да ҡаҡшамаҫтай тойолған СССР-ҙың милке аяуһыҙ талана. Хосусилаштырыу иҫәбенән федераль бюджет ни бары 5,545 миллиард доллар йыйып ала. Һуңынан РФ Дәүләт Думаһы комиссияһы шәхси ҡулдарға күскән 500 эре предприятиеның ысын хаҡы 200 миллиард долларҙан ашыу булғанын иҫәпләй.

Башҡа һыймаҫлыҡ
осраҡтар

Яңы ғына 35 миллион долларға сит ил ҡорамалдары алынған Останкино заводы 3,1 миллион долларға ғына һатыла. Силәбе трактор заводы (54,3 мең эшсе) ни бары 2,2 миллион долларға алына. Төньяҡ диңгеҙ пароходсылығы һәм Мурманск флоты өс миллион долларға һатыла. Тағы ла шуныһы бар: предприятиеларҙы таратҡанда, уларҙың бурыстары иҫәпкә алынмай. Завод-фабрикалар шәхси ҡулдарға күсеүен-күсте, ә бына бурыстары дәүләт иңендә ҡала.
Бындай хаҡтарҙан аппетит үҫә генә. Шул саҡ киң билдәле булған залог аукциондары барлыҡҡа килә. “Империал”, “Инкомбанк”, “Онэксим­банк”, “Столичный” банкылары, “Менатеп” һәм АКБ халыҡ-ара фи­нанс компаниялары хөкүмәткә килешеү тәҡдим итә: дәүләт уларҙан хосусилаштырыуҙан килгән суммаға ярашлы льготалы кредит ала, ә залогҡа килемле предприятиеларҙың акцияларын ҡалдыра. Дәүләт бурысын түләмәгән хәлдә залог улар ҡулына күсә. Асыҡтан-асыҡ талау булһа ла, дәүләт жуликтар менән ризалаша. Был идеяның авторы − “Онэксим” банкыһы етәксеһе В. Потанин. Бөгөн уның планетаның иң бай кешеләренең береһе икәнлеген яҡшы беләбеҙ.
1995 йылда Борис Ельцин залог аукциондары тураһындағы указға ҡул ҡуйғас, РФ Финанс министрлығы шундай 12 килешеү төҙөй. Һуңынан асыҡланыуынса, банкирҙар дәүләткә кредитты үҙ аҡсаһынан түгел, ә ваҡытлыса ирекле валютанан биргән. Ә уны Финанс министрлығы үҙе уларҙың иҫәбенә һалған. Бындай аҙымға донъялағы иң йүләр ил генә бара алалыр, дөрөҫөрәге – коррупция һаҙлығында батҡан чиновниктар ғына.
Залогҡа һалыу схемаһы буйынса, “Норильск никеле”, “Сибнефть”, “ЮКОС”, “ЛУКОЙЛ”, “Мечел”, “Сорғотнефтегаз”, “Новолипецк металлургия комбинаты”, “Мурманск диңгеҙ пароходсылығы” шәхси ҡулдарға күсә. Иң күп аҡсаны В. Потанин түләй, бөтә предприятиеларҙың 51 проценты уныҡы. “Норильск никеле” уға 170,1 миллион долларға төшә. Хәҙер был компанияның хаҡы – 12 миллиард доллар, саф табышы – 3 миллиард доллар. Икенсе урында М. Хо­дорковский килә. “ЮКОС” өсөн дәүләткә ул 169 миллион доллар бирә. Ә был нефть компанияһының ысын хаҡы 35 миллиард доллар тәшкил итә. “Мечел” уға 13 миллион долларға төшә, бөгөн уның хаҡы 12,5 миллиард доллар тора. Бына шундай көлкөлө хаҡтарға, законға таянып, ил байлығы таратыла.
Быуат афераһы өсөн бөгөн дә бер кем дә яуап бирмәй. Ә төп жуликтар һәм бурҙар Лондон, Монте-Карлоларҙа типтерә. Чубайс, Гайдар менән бергә СССР-ҙың иҡтисадын һындырыуы хаҡында ғорурланып һөйләүен дауам итә. Путин власҡа килгәндә Рәсәйҙе талау кампанияһына рөхсәт биреүсе Б. Ельцин үҙенә, Чубайсҡа һәм уның ғаиләһенә теймәҫкә, тигән шарт ҡуйған.
Цивилизациялы илдәрҙә халыҡ предприятиеларға һалынған акцияларынан аныҡ дивидендтар ала – был пенсияға һәм эш хаҡына яҡшы өҫтәмә. Ә беҙҙең илдә ябай халыҡ һуҡыр тингә зар-интизар булып йәшәй.

(Материалды әҙерләгәндә Рәсәй матбуғаты килтергән факттар файҙаланылды).










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”