RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тау күтәреп ҡайттыҡ иңдәрҙә

26.10.2012 Тау күтәреп ҡайттыҡ иңдәрҙә

Тау күтәреп ҡайттыҡ иңдәрҙә
Һәр юл үҙенсә бер йыр ул. Йырҙың да төрлөһө була, һағышлыһы, шатлыҡлыһы, маршы, таҡмағы тигәндәй. ҡырғыҙ, үзбәк илдәрендә йөрөп, күреп ҡайтыу ғүмерҙә онотолмаҫ тойғолар ҡалдырҙы, хисле йырҙар уятты. Һәр кем күңеле үҙе бер айырым йыһан, кемдер симфония ла тапҡандыр, кемдер оҙон көйҙөр. Тик ҡорғаҡһып ҡайтҡан, тыуған шишмәмдән генә моң эстәйем, тип ҡайтҡандар булмағандыр. Тыуған ерҙең моңо башҡа ул.
Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы етәкселеге, атаҡлы бейеү театры һәм йырсылары мине лә үҙ арбаларына алыр­ға теләк белдергәс, ихлас ризалаштым. «Тик нишләйбеҙ әле унда беҙ?» – тип һорау бирергә лә баҙнат иттем. «Үҙебеҙҙе күрһәтәбеҙ, башҡаларҙы күрәбеҙ» – мәғәнәһеҙ һорауға бындай ҙа тапҡыр яуапты ҡайҙан табаһың! Ысынлап та, маҡсат шулайыраҡ ине. «ҡырғыҙстанда һәм Үзбәкстанда Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт көндәре» тип нарыҡланыуы сәфәребеҙҙең Республика көнө осорона тура килеүенә лә бәйлелер. Стәрлетамаҡ филармонияһы аша был илдәрҙә башҡорт сәнғәтенең иң аҫыл өлгөләрен күрһәтеү (күрһәтеү генә түгел, таң ҡалдырыу тип әйтә алам хәҙер) һәм унда йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең, илдәштәребеҙҙең, ҡәрҙәштәребеҙҙең хәлен белеү, күңелен күреү тигән теләк менән юлландыҡ юлға. Алға китеп шуны ла әйтәйек, тәғәйен туҡтар еребеҙҙә – Бишкәк, Жалал-Абад, Ош (ҡырғыҙстан) һәм Андижан, Ташкент, Сәмәрҡәнд (Үзбәкстан) ҡалаларында беҙҙе көтөп алдылар, ихлас ҡабул иттеләр. Һәр тамаша оло-оло мәҙәниәт һарайҙарында үтте һәм зал халыҡ менән шығырым тулы ине. Ихлас алҡышланылар, ҡушылып йырлап-бейенеләр, рәхәтләнеп (ҡыҙыҡ яңғырай) иланылар. Тыуған ер һағышы, туған моң ағышы шулай алҡымдан алды ла күҙ йәше булып түгелде.
– Ижад кешеһе һәр саҡ хәрәкәттә, эҙләнеүҙә булырға тейеш. Үҙ ҡаҙаныңда ҡайнау үҫеште туҡтатырға ла мөмкин. Беҙҙең ижадты аңлайҙармы, сығыштарыбыҙҙы ҡабул итәләрме, республика йөҙөн ситтә ниндәй кимәлдә сағылдыра алабыҙ? Ошо һорауҙарға яуап табыр өсөн ситкә сығып, башҡа һауа һулап ҡайтыу беҙгә бик тә кәрәк ине, – тип һөйләй филармония директоры Заһир Рафиҡ улы Шәйәхмәтов. – Мәҙәниәт министрлығынан шундай тәҡдим булғас, ҡуш ҡуллап ризалаштыҡ. Бөркөткә осор өсөн, ҡанат һәм ынтылыштан тыш, иркенлек тә кәрәк бит, ана шул иңләр күкте, осор майҙанды бирә белгән министрлыҡҡа рәхмәт тә еткергем килә.
Башҡортостаныбыҙ илап, иҫән-һау йөрөп ҡайтығыҙ, тип ямғыр тамсылары менән шыбырлап оҙатып ҡалды.

Бешкәк
Тау күтәреп ҡайттыҡ иңдәрҙә

Ике тәүлек ярым поезда елдер­ҙек. Юл мажараһыҙ үтте. Күҙ талдырыр ҡаҙаҡ далаларын ҡарап бара-бара хәл бөттө. ҡырыҫ, елдәр генә уйнар ерҙә кешеләрҙең көн күреүе берсә ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та кеүек. Осраған утарҙар, ауылдар, тимер юл станцияларының күбеһе ташландыҡ хәлдә кеүек күренде. Шуныһы сәйер, теге йәки был урында шиферҙары осҡан, тишек-тошоҡ өй ҡыйыҡтарында оло-оло ТВ тәрилкә-антенналары ултыра. Цивилизация төшөнсәһен һәр кем үҙенсә аңлай инде, тип ҡуяһың. Һәм ауылдан бер нисә саҡрым да үтмәйһең... хайран ҡалырлыҡ күренешкә тап булаһың. Иҫ киткес төҙөк зыярат. Тирә-яғы ҡалын таш стеналар менән уратып алынған. Ә һәр бер ҡәбер көнсығыш архитектураһы өлгөһө: манаралы мәсетте лә, затлы һарайҙарҙы ла хәтерләткәне бар, иң ябай тигәне лә затлы кирбестән йә таштан ипле генә ҡоршап алынған. Үлгәндәргә ҡәҙер-хөрмәт тип кенә түгел, үткәндәргә, бөгөнгөнө булдырған тарихҡа һәйкәл тип ҡабул иттем мин уны. Үҙенең йыйғаны ашау-эсеүгә, йортон ҡарарға етмәһә лә, ата-әсәһе, яҡыны рухына булған тоғролоғо, туғанлыҡ ҡиммәттәренә табынып йәшәүе йәшәтәлер был ҡырыҫ ерҙә, ҡырыҫ заманда уларҙы. Һуңынан да, оҙон сәйәхәтем буйына үзбәк, ҡырғыҙ ҡәрҙәштәребеҙҙең ғаилә, туғандар тип өҙөлөп йәшәүенә иҫем китеп һоҡланасаҡмын, минең халҡым тормошона башҡа менталитет килеп ҡушылып, ысын булмышыбыҙҙы, асылыбыҙҙы юғалта барыуыбыҙҙы, «кемдең арбаһында – шуның йыры ла» икәнен тулы килеш аңлаясаҡмын әле. Уныһы алда. Әлегә беҙ поезда.
Купела кешеләр алмашынып тора. Заһир менән беҙ генә ныҡлы киләбеҙ. Һәм ҡырғыҙ Азат. Тик ул көндөҙ ҙә, төндә лә бер нисә сәғәткә юғалып тора, ә уның урынын башҡа берәүҙәр биләп, ял итеп ала.
– Азат, һин ҡайҙа йөрөй­һөң, әллә ҡыҙҙарға барып киләһең инде? – тип шаяртабыҙ.
– Такова жизнь, – тигән була.
Һуңынан беләбеҙ: «ҡуяндар» былар. Ғөмүмән, был халыҡтар бер-береһенә ныҡ ярҙам итә, бер-береһенә йәбешеп йәшәй. Проводниктар эшенән ҡолаҡ ҡағыуҙы ла уйламай, уларҙы поезға ала. Аңлауымса, урындарҙа ҡан ҡәрҙәштәренең башлыҡтары ла бар шикелле. ҡайтышлай беҙҙең Салауат ҡалаһында бер үзбәк, кире юлда мине алырһың әле, тип проводникка өндәшкәйне, уның, если добро дадут, без слов, әкә, тип яуаплауы шундай һығымтаға төшөрҙө.
ҡайтып етер саҡта ғына асылды Азат. Ул Мәскәүҙән ҡайтып килә. Төҙөлөштә эшләгән, беҙҙеңсә әйткәндә, гастарбайтер. Дүрт ай йөрөгән беҙҙең ил йөрәгендә.
– Тәүге айҙа һәйбәт түләнеләр, 27 мең һум аҡса алдым. О-о, эштәр былай барһа, байып ҡайтам икән, тим. Икенсе айҙа эш хаҡы тотҡарлана, әҙерәк көтөгөҙ, тинеләр. Икмәк-тоҙлоҡ бирҙеләр әле. Өсөнсө ай ҙа үтеп китте. Булыр, тип өмөтләндерҙеләр. Бер саҡ ҡараһаҡ, фирма үҙен банкрот тип иғлан иткән дә юҡҡа сыҡҡан. Баҡһаң, бер көнлөк фирма тигәндәре ошо икән. Шулай алдайҙар ул. Ә беҙ баш күтәрмәй эшләйбеҙ. ҡайтып киләм, күрмәгәнде күреп, икмәк-һыу менән тамаҡты алдап өс ай йәшәлде. Башҡаса Мәскәүегеҙгә бараһым да юҡ, – беҙгә шулай асыуланып әйтеп ҡуйҙы. Күңеле матур үҙенең. Дүрт балаһы бар.
– ҡатыным, ҡайт, һағындыҡ, көтәбеҙ, тигәнгә бына ҡайтырға сыҡтым. Былайһа, оят ир кешегә...
Аңланыҡ хәлен. Юл башында ул бөтөнләй һөйләшмәҫ ине. Тыуған иленә етәрәк йөҙөндә йылмайыу хасил булды. Һуңынан беҙҙе ихласлап ҡунаҡҡа саҡырҙы. Маршрут шунан үтһә, валлаһи, барыр инек. Ысыҡкүл буйындағы фатирын шул тиклем тасуирланы ул, мин уның ҡайҙа нисек йәшәгәнен, балкон, тәҙрәһе ҡайҙа ҡарағанын, күлдең тулҡындары нисек шаярғанын, ҡайҙан ел иҫкәнен тулыһынса күҙ алдына килтерә алам хатта. «Балыҡ тотоп булһа ла көн күрермен әле, бер ҡайҙа ла китмәйем», – тип вәғәҙәләне ул беҙгә. Бешкәктә хушлашҡанда туғандар булып, ҡосаҡлашып айырылыштыҡ. Беҙ әйберҙәрҙе йыйып, төйөнсөктәрҙе төйнәгәнсе өлкән улын алып килеп, беҙҙең менән таныштырып та китте. Үҙенең шулай ҙур үҫкән улы менән ғорурланыуын белдергеһе килдеме, әллә, Рәсәйҙә бар кеше лә насар түгел, тип әйтергә уйланымы... Тик мин уның керһеҙ, эскә батҡан күҙҙәрен оҙаҡ ҡына онота алмай бер булырмын инде.
Тау күтәреп ҡайттыҡ иңдәрҙә
Ысыҡкүлде күрмәгән – ҡыр­ғыҙстанды белмәй, тип күңелде ҡуҙғытып ҡуйһалар ҙа, ымһынманым, үҙемдең уйымды бойомға ашырҙым. Күрмәгән күлме, үҙебеҙҙә лә етерлек улар. Минең башҡа иҫәп. Ғүмер эсендә тағы ҡырғыҙ иленә әллә килеп була, әллә юҡ, мин был милләтте бар донъяға танытҡан шәхесенең рухы алдында баш эймәһәм, күңелем тыныслыҡ тапмаясаҡ. Был Хоҙайҙың миңә ебәргән бүләге тип ҡабул иттем. Сәфәрҙе әйтәм. Шуныһы тағы, йәйге отпускымда бер генә юл да яҙмай, уның бар әҫәр­ҙәрен тиерлек яңынан уҡып сыҡтым. Һәм бында, уның иленә килгәс, һәр ҡыҙҙа Йәмиләне күрергә, һәр олпат ирҙә Едигейҙы, һәр ҡартта Мамунды йә Танабайҙы, һәр балала «Аҡ пароход»тағы ете йәшлек малай­ҙы, йә Кирискты күрергә ынтылыуым оло әҙиптең күңелемде бөтөнләй арбауынан киләлер. Йәл, тере килеш күреп булманы бөйөк яҙыусыны.
Яңыраҡ, йәйге бер төндә мин «Диңгеҙ ситенән йүгереп барыусы ала эт»те («Пегий пес, бегущий краем моря») уҡып ятып, бөтөнләй ҡурҡтым һәм өйҙәге уттарҙы яндырҙым. Был донъяла яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡыу ине ул. Кириск яңғыҙы диңгеҙҙә, кәмәлә, томан эсендә, дөрөҫөрәге, йыһанда, ваҡыт эсендә яңғыҙы ҡала. Ике йотом һыуы бар ҙа, тирә-яҡта – томан-бушлыҡ. Мин уның үҙен дә, хәлен дә тойҙом. Һәм тормоштоң ғына түгел, ошо беҙ йәшәгән мәңгелектең дә, фанилыҡтың да асылына әҙерәк кенә булһа ла яҡынлашҡандай булдым. ҡурҡыуҙан ғына түгел, ғаләмдә яңғыҙ ҡалған ун бер йәшлек малайға ҡапыл маяҡ булһын, типтер ҙә һикереп тороп утты яндырғанмындыр. Кем белә? Тетрәндем. Сыңғыҙ Айытматовтың бөйөклөгөнә, фекеренә таң ҡалдым. Һәм күп тә үтмәй ҡырғыҙ еренә аяҡ баҫыуымда бер мәғәнә күрҙем. Бөйөк яҙыусының рухы, таланты һәм даланы алдында баш эйгем килде.
Эйе, бында Сыңғыҙ Айытматовты белмәгән кеше юҡ. Мин уның «Ата Бейит» зыяратында ерләнгәнен белә инем. Таксисҡа шунда барыуымды белдергәс тә, ул, алыҫ бит әле, тине.
– Нисек алыҫ, унда Айытматов ерләнгән, – тип мәғәнәһеҙ һүҙемде әйтеп тә өлгөрмәнем.
– Ултырығыҙ, хаҡын килешербеҙ, – тип яуапланы. Тимәк, һатыулашыуға урын юҡ.
Водитель урыҫ булып сыҡты, Филиппич тип таныштырҙы үҙен. Ғүмере бында үткән. Иномаркаһы иҫке булһа ла, бик ҡаралған.
– Мостай Кәримде беләһегеҙме? – тим.
– Рәсүл Ғамзатовты ла беләм, – тип йылмая алты тиҫтәне ваҡлаған ағай. – Братья по перу.
– Нишләп ҡәләм генә, ти. Рухташтар, йәндәштәр. Оло совет илендә милләтте билдәләр һәм һаҡлар шәхестәр, дуҫтар.
Килеште Филиппич.
– Сыңғыҙ Айытматовты һуңғы юлға оҙата алдығыҙмы?
– ҡайҙа? Эй халыҡтың күплеге. Беҙҙең кеүек ябайҙарға унда үтерлек түгел ине. Ысынлап та, бик кәрәкле, беренсе ҡырғыҙ китеп барҙы. Ауыр булды.
Тау күтәреп ҡайттыҡ иңдәрҙә
Килешәм. Көмбәҙҙе тотоп торған алтын бағаналар ауһа, халыҡ бөлөп, ҡиблалар юғалып ҡала. Үҙебеҙҙән беләбеҙ. Мостай ҙа түп-түңәрәк ер, сатнамаған ҡояш, янып торған ут, ағын һыу ҡалдырып китһә лә, донъябыҙҙы бушлыҡ баҫты. Хайран ҡалырлыҡ хәлдәр бар: үҙе иҫән, ил түрендә ултырыр ил ағаһын, милләт атаһын хәтер, күңел зиндандарына ябып интектерәбеҙ, телебеҙҙе яҙмыш ҡосағына ташлайбыҙ... Күңел ҡапҡаларын, зиһен, хәтер ишектәрен асыр Мостайҙар юҡ шул бөгөн. Ил йөҙөнә сығып һүҙ әйтер ил ағалары юҡ.
«Ата Бейит» мемориаль комплексы, ысынлап та, Бешкәктән ситтә, аҡ башлы тауҙар ҡуйынында булып сыҡты. Ингән урында һалдаттар ҡаршы алды. Изге урын булараҡ һаҡлайҙар икән. Рәсәйҙән, ситтән икәнебеҙҙе белдергәс, еңел генә үткәрҙеләр.
«Ата Бейит» һүҙе атайҙар зыяраты тигәнде аңлата. Был исемде Сыңғыҙ Айытматов үҙе биргән, тиҙәр. Комплекс үткән быуаттың 30-сы йылдарындағы сәйәси репрессия ҡорбандары иҫтәлегенә 2000 йылда төҙөлгән. Ошо урында 19 милләттән 137 ҡорбан судһыҙ һәм тикшереүһеҙ бер ғәйеп­һеҙгә «халыҡ дошманы» булараҡ атыла. Улар араһында ҡырғыҙ совет дәүләтенә нигеҙ һалыусылар, тәүге ҡырғыҙ интеллигенцияһының аҫылташтары ла бар. ҡырғыҙ өлкәһенең икенсе секретары Торекул Айытматов та бында урын алған. Яҙыусы архив материалдарын, өлкән кешеләрҙең һөйләгәндәрен тыңлап, был ҡәһәрле лә, изге лә урынды таба. Һуңынан атаһы эргәһендә үҙен дә ерләүҙәрен васыят итеп ҡалдыра.
«Ата Бейит»кә ингән урында өс ғазап­лы кеше һыны ҡалҡҡан. Улар бер-береһенә тотоноп, ҡайҙалыр ынтыла, тик ҡулдар-аяҡтар бығаулы, ирек сикле... Улар арыған, йөҙҙәрендә − мәңге бөтмәҫ ғазап. Алдағы аркала алтын менән ялатылған хәрефтәрҙән ҡырғыҙ телендә нимәлер яҙылған. Янында ошо ҡот осҡос йылдар хаҡында музей эшләй. Уның етәксеһенән был яҙыуҙың мәғәнәһен һорайбыҙ.
– «Достоинство гнется, но не ломается».
Эйе, ғорурлыҡты, булмышты күпмелер ҡурҡытырға, өркөтөргә булалыр ҙа, тик һындырып булмай шул. Мемориаль комплекстың үҙәгендә мәрмәр плиталар урын алған, унда һәр ҡорбандың исем-шәрифе теркәлгән. Ә өҫтә, тау башында, яндырып кирбес эшләүсе мейес бар. Ул быяла менән уратып алынған. Бына ошо мейескә ил улдарының кәүҙәләрен ырғытҡандар ҙа инде.
Төптәрәк Сыңғыҙ Айытматовтың ҡәбере. Ул сәскәләргә күмелгән. Тын ҡурырлыҡ тынлыҡ бында. Юлдашым Заһир ҙа бер ни өндәшмәй. Күңелемдән оло яҙыусыға Мостай еренән сәләм еткерәм. Иленең тыныс йәшәүен теләйем.
ҡыңғырау тауышына һиҫкәнеп китәм. Заһир ҡаға икән. Уны тарихты, уның данын да, ғазабын да онотмаһындар тип ҡуйғандар. Һәр һуғыл­ған тауыш зиһендәрҙе, хәтерҙе уятһын. Йолаһы нисектер, беҙ ҙә арҡанды тартып, тауыш бирҙек. Күңелебеҙ ойомаһын, рухыбыҙ йоҡламаһын өсөн!
– ҡәҙерләй беләләр ил улдарын, – тип ҡуйҙы Заһир. – Беҙгә лә кәрәк бит ошондай комплекстар, бик кәрәк.
Моңло итеп ҡоштар һайрап ебәрҙе. Өҫтә ҡояш ҡыҙҙыра. Күккә бармаҡ төртөп:
– Ерҙәгегә ҡарағанда тегендә компания шәберәк бит, ә! – тим.
– Ниндәй компания? – Заһир аңламай.
– Йәннәт баҡсаһын әйтәм, Мостай, Сыңғыҙ, Рәсүл, ҡайсын...
– Уларҙы онотмаҫ өсөн ергә беҙ кәрәк әле! – шулай, ил улдарының данын да лайыҡлы күтәреп барыу ҙа оло йөк.
ҡайтышлай Мостайҙың Сыңғыҙ дуҫына арнап яҙған шиғыр юлдары иҫемә төшөп бер булды:
Уңыштарым егет итте мине,
Баҫынҡы ир итте табыштар.
Әммә мине шағир яһанылар
Юғалтыуҙар менән һағыштар.
Шағир итерлек һағыштар бар шул күңелдә. Ил йөҙөндә лә...

Мөнир ҡУНАФИН.
ҡырғыҙстан, Үзбәкстан.
АВТОР фотолары.
(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”