RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Бәрәкәтле «Урал» һәм 124-се фараз

19.10.2012 Бәрәкәтле «Урал» һәм 124-се фараз

Бәрәкәтле «Урал» һәм 124-се фараз
«Урал батыр» эпосы тураһында хәҙер бик күп яҙалар. Арҙаҡлы ғалимдар һ.б. уҡыған кешеләрҙең эштәренән һуң минең кеүек ни бары урта белемле кешенең фекерҙәре, бер ҡараһаң, урынһыҙ ҙа һымаҡ. Шулай ҙа халыҡ аҡылы бар бит: бер аҡыллыны, бер иҫәрҙе тыңла (был осраҡта − уҡымағанды). Бәлки… «Урал батыр»ҙы мин тәүләп «Ағиҙел» журналында 1968 йылда баҫылғанында 13 йәшемдә генә уҡыным. Ул саҡта тик әкиәт итеп ҡабул иткәйнем. Бер нисә йылдан ҡулға «Юный журналист» журналында (1968 йыл, 10-сы һан) «Махабхарата» эпо­сы тураһындағы мәҡәлә-тәфсиргә юлыҡтым.
Эпостың сюжеты шундай: ер, власть өсөн ике клан араһында һуғыш бара һәм төп геройға аллалар утлы һөңгө бүләк итә. Ошо ҡорал ярҙамында әҙселекте тәшкил иткән клан еңеп сыға. Тарихсылар, эпостағы атамалар буйынса, был һуғыш боронғо Вавилон һәм хәҙерге Һиндостан территорияһында йәшәгән боронғо ил араһында булған, тип фараз итә. Иң ҡыҙығы шунда: Вавилон башняһы ҡалдыҡтарында өҫкө йөҙө ирегән таштар күп табыла, ә был хәл бары тик яҡында ядро шартлауы булғанда ғына ихтимал, ти белгестәр. Шунда Урал батырҙың утлы-йәшенле ҡылысын иҫкә төшөрҙөм һәм, беҙҙең эпос та ошондай тарихҡа эйәлер, тигән фекергә килдем. Был фекер Ф. Нәҙершинаның «Шоңҡар» журналындағы (1995 йыл, 4-се һан) «Мифтарҙа тарих сағылышы» мәҡәләһенән һуң көсәй­ҙе. Бигерәк тә «Гилгамеш» менән сағыштыр­ған урыны бөтә уйымды биләне. Атап әйткәндә, сюжет һәм геройҙарҙың исемдәренең оҡшашлығы: «Урал батыр»ҙа Зәрҡүм менән Шүлгән ҡәһҡәһәгә килә һәм уларҙың маҡсаты − тылсымлы ат, шулай уҡ Айһылыу, «Гилгамеш»та Асрак батшаһы Зәрҡ менән Гилгамеш Кахка батшаһына шундай уҡ маҡсат менән бара. Мине бигерәк тә: «Ни өсөн Зәрҡүм Әзрәҡә исемле боланды йотҡас ҡына кеше булған, ә Зәркуш Асракия батшаһы?» − тигән һорау оҙаҡ борсоно. Яуап, һәр саҡтағыса, көтмәгәндә килде. 2004 йылдың ноябрь һәм декабрь айҙарында «КП в Башкортостане» һәм «Спид-инфо» гәзиттәрендә баҫылған бер үк мәҡәлә ошо һорауға яуап бирҙе («Сказка – ложь, да в ней намек?» һәм «Сказка про трех поросят вовсе не сказка?»). Был мәҡәләлә бер Дания пенсионерының тарих уҡытыусыһының үҙ төбәге тарихын яҙырға була архивтар­ҙа тапҡан мәғлүмәттәре тураһында һүҙ бара. ҡыҫҡаса ошолай. ҡасандыр был ерҙәрҙә Навтар династияһы хөкөм иткән. Улар үҙ-ара низағлашып тарҡаулыҡ кисергәндә, Вольфтар династияһы быларҙың ерҙәрен баҫып ала. Навтарҙың береһе һарай һалдыра, туғандарының ыҡҡа килгәнен өгөтләп, килмәҫтәйен юҡ итеп, династияны үҙ ҡулына туплай һәм Вольфтарҙың үҙҙәрен баҫып ала. «Иң ҡыҙығы шунда, − тиелә мәҡәләлә, − Навтарҙың ҡалҡанындағы гербында өс ҡабан сусҡаһы башы төшөрөлгән». Йәғни тарихты замандар үткәс әкиәт итеп һөйләгәндә символдар, исемдәр персонаждарға әйләнә (Вольф − бүре, тигән һүҙ). Ошо асҡысты ҡулланып ҡарағас, эпостың бик күп сере асылды. Уралдың батырлыҡтарын барлап ҡарайыҡ. 1. Урал Зәрҡүмгә кеше булырға ярҙам итә. Зәрҡүмдең ҡәһҡәһә тарафынан сихырланып йыланға әүерелгәнен ошолай итеп аңларға мөмкин: ул ҡәһҡәһәнең вассалы булған һәм уның халҡы йыланға табынған. Әзрәҡә исемле болан (башҡа баҫмаларҙа төп антигерой Әзрәҡә менән буталмаһын өсөндөр, боландың исеме юҡ) боланды тотем иткән халыҡ йә ил булыуы ихтимал. Әлеге көндәрҙә лә боланды изге хайуанға һанаусылар − осетиндар, башҡорттарҙың Ғәйнә, Гәрә ырыуҙары – билдәле. Һуңғыларының шәжәрәһендә ҡасандыр улар­ҙың далала ҙур дәүләттәре булыуы хаҡында әйтелгән. Боронғо сарматтарҙың тотемы болан булыуы тураһында ла мәғлүмәттәр бар. «Сармат алтыны» экспозицияһында болан һындарының күплеге лә, мисәттәрҙең болан һынлы булыуы ла шуны раҫлай. Сарматтарҙың кемдәр булыуы тураһында фәндә күп бәхәс бара. Ошоларҙы тикшергәндә, миңә генә билдәһеҙме, әллә, ысынлап та, шулаймы, тарихсылар өндәр метаморфозаларына әллә ни иғтибар итмәй. Мәҫәлән: һыйыр − сыйыр, Йәмил − Жәмил һ.б. Ә бит сармат атамаһының тәү формаһы дзярмат булыуы ла ихтимал. Ошо фекерҙе венгрҙарҙың дъярмат ырыуы булыуы раҫлай. Дъярматтарҙың «туғандары» башҡорттоң Юрматы ырыуы булыуы күптәргә билдәле. Зәрҡүмдең боланды йотоп кешегә әүерелеүен ошолай аңлатырға була. Зәрҡүм Әзрәҡә («Гилгамеш»та Асракия) илен баҫып алғас, бик ҡеүәтләнеп, ҡәһҡәһәнең вассалы булыуҙан туҡтап, суверен ил булып китә (кеше булған). Зәрҡүмдең үҙенә килгәндә, уның төп формаһы Джәрҡүм тип фараз итһәк, Шәреҡ тип исемләнгән боронғо илдең тап шул булыуын тоҫмалларға була.
2. Уралдың үгеҙҙе буйһондороуын үгеҙгә (һыйырға) табынған халыҡты (илде) буйһондороуы тип әйтергә була. Хәҙерге һиндтар­ҙың әле лә һыйырға табыныуын иҫкә алһаң, барыһы ла аңлашыла.
3. Уралдың дүрт ғифритте бәреп, улар төшкән урындарҙа үле күл хасил булыуы. Хәҙерге Непал территорияһында Үле күл исемле күл бар. Урындағы халыҡ легендаһы буйынса, ҡасандыр ошонда ҡаты һуғыш булып, күп кеше күлгә батырылып һәләк ителгән (К. Йыһаншин, «Сәйәхәтнамә», «Ағиҙел» журналы).
Ошоларҙан һығымта яһаһаҡ, Урал халҡы ҡасандыр бик ҙур ерҙәрҙе баҫып алып империя тотҡан, тип фаразларға була. Эпостың тап башҡорт халҡында һаҡланыуы Урал халҡының тап башҡорт булыуында бер шик ҡалдырмай (бәлки, халҡыбыҙ менталитетының төп һыҙаты булған бойондороҡһоҙлоҡҡа ынтылыш шунан киләлер ҙә).
Эпоста тағы айырым иғтибарға лайыҡ деталь − Шүлгәндең ерҙе һыуҙан баҫтырыуы. Майяларҙың ҡомартҡылары буйынса, Ерҙә беҙҙең эраға тиклем 4 мең йыл элек тап туфан ҡалҡыуы тураһында әйтелгән. Ә «Гилгамеш» эпосында (уның «Урал батыр» менән бер осорҙо һүрәтләүен иҫәпкә алмау мөмкин түгел) төп герой, Ерҙә туфан ҡалҡҡас, бик күп кешене үҙенең кәмәһенә тейәп, ҡоро ергә алып сыҡҡас, олатаһын барып күреүе тураһында һүҙ бара. Шул уҡ майяларҙа тағы элегерәк һыу баҫыу булыуы ла әйтелгән. Ғалимдарҙың тикшеренеүҙәре буйынса, уныһы беҙҙең эраға тиклем 11 мең йыл элек булған («Вокруг света», 1992 йыл, «В поисках Ноева ковчега»). Йәнбирҙе менән Йәнбикәнең үҙҙәре генә йәшәүе, балаларының бүтән кешеләр барлығын белмәй үҫеүе, йәшәгән ерҙәренең «ваҡ-ваҡ күллек, һаҙ ине» булыуы тап ошо осорҙо хәтерләтә. Йәғни башҡорт халҡының 13 мең йыллыҡ тарихы бар Һәм «Урал батыр» эпосы ошо ике туфан арауығында ижад ителә башлай һәм ул һис кенә лә космогония менән бәйләнмәгән, ә телдән-телгә күсеп, өҫтәлеп, яңырып килгән тарих! Урал батырҙың үлеме − империяның тарҡалыуы ул. Шул ерҙә бер тарих бөтөп, икенсеһе башлана. Ул турала башҡа эпостарҙа әйтелә. «Урал» атамаһына килгәндә, уның килеп сығыуы тураһында күп кенә фараз бар. Шуларҙың береһе − арал һүҙе. Башҡа яҡта нисектер, беҙҙә арал тип ике йылға араһындағы йә бер йылғаның ике айырсаһы араһындағы ерҙе әйтәләр. Ошондай ике йылға араһында борон Месопотамия дәүләте булған (ул хәҙерге Ираҡҡа ҡарай). Шулай уҡ француздарҙың легендалары буйынса, ҡайҙалыр Рифей тауҙарында Эдем тигән бик алға киткән ил бар. Рифей ул таш йорт тигәнде аңлата, һәм күп кенә характеристикалары менән Урал тауына тура килә. Ә инде бер-береһенән әллә ни алыҫ булмаған ожмахтай тәбиғәтле Еҙем һәм Эҫем йылғаларының Эдем атамаһына оҡшаш булыуы осраҡлы түгелдер. Бәлки, ҡасандыр ошо йылғалар араһында Арал дәүләте булғандыр. Төркиҙәрҙең күбеһендә «а» өнө күберәк «оа» тип әйтелә. Бынан Арал − Оарал − Орал − Урал метаморфозаһы аңлашыла. Эпоста тәртип, йәшәйеш ҡағиҙәләре һәм ҡанундарына айырым урын бирелгән. Уларҙы батыр үҙе сығарған һәм кешеләргә васыят әйтеп ҡалдырған. Шуларҙың береһе: күлдең һыуын эсмәгеҙ, тик ағын һыуҙы ғына эсегеҙ. Бына ошонда башлана ла инде минең 124-се фараз (быға тиклем «башҡорт» атамаһының килеп сығыуы хаҡында 123 фараз булған). Атабыҙ Уралдың васыятын тотоп, башҡорт халҡы күберәк йылға буйында урынлаша. «Йылға» һүҙенең архаик төрө – «баҙы». Мәҫәлән, Дүртөйлө районында – Базы йылғаһы, Ауырғазы райо­нында – Талбазы, Ғафури районында – ҡыйбазы (уны, «ҡыйманы» һүҙенән килеп сыҡҡан, тиһәләр ҙә, минеңсә, «ҡай», йәғни таныш түгел, сит, «базы» (йылға) һүҙҙәренән яһалған). «Кеше» һүҙе архаик телдә – әрар. Ошоларҙан килеп сыға «базы+әр». Фонетика законы буйынса, теләйһеңме-юҡмы, үҙенән-үҙе «базы» менән «әр» араһына г йәки к өнө ҡыҫыла. Мәҫәлән, сауҙа + әр – сауҙагәр, һәүәҫ + әр – һәүәҫкәр һ.б. «Башҡорт» һүҙенең боронғо аталышы «Баскәр» булыуы рустарҙа әле булһа «башкир» формаһында йөрөүе, шулай уҡ боронғо карталарҙа башҡорт иле «Паскатир», «Пашхерти», ғәрәп яҙмаларында «басжард» тип аталыуы ла раҫлай. Ә һүҙ аҙағындағы «т» ялғауы күплекте аңлата. Шулай итеп, «башҡорт»тоң дөрөҫө «башкир» һәм бының өсөн рустарға һис үпкәләргә ярамай, сөнки «баскир» ул «йылға кешеһе» тигәнде аңлата. Халыҡтарҙың йәшәгән еренә ҡарата аталыуын бик күп миҫал менән нығытырға мөмкин. Мәҫәлән: мордва – мард (урман) һәм ава (хужа, эйә) һүҙҙәренән, удмурт – уд (ад – кеше) һәм мурд (мард – урман) һүҙҙәренән, тыва – ты(тау) һәм ава (эйә, хужа) һ.б.

Кесе ТАБЫНЛЫ.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”