RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һөйөнөстәр ҙә, көйөнөстәр ҙә уртаҡ булһын

12.10.2012 Һөйөнөстәр ҙә, көйөнөстәр ҙә уртаҡ булһын

“Алло, ҡыуаныслы хәбәремде еткергем килә…”
“Йәшлек”тең дежур телефоны йәйен бер аҙ тыныңҡырап торғандан һуң яңынан сағыу тауыштар сығарып шылтырай башланы. Һәр ваҡыттағыса, үтенестәр-кәңәш һорауҙар күберәк инде, шулай ҙа юҡ-юҡта һөйөнөслө хәбәрҙәр ҙә ишетәбеҙ. Был юлы ла иртә менән шундай шылтыратыу булды. Ул Күптәнге әүҙем дуҫыбыҙҙан икән.

Вазифа ҒӘЛИУЛЛИНА, Ауырғазы районы, Үтәймулла ауылы:
–‒ Һаумыһығыҙ, “Йәшлек”тәр! Беренсе октябрҙә беҙҙә лә Ололар көнө бик яҡшы билдәләнде. Беҙгә ни, өлкәндәргә, күп кәрәкмәй бит – әҙ генә йылы һүҙ, иғтибар ҙа етә. Ошо көндө ауыл хакимиәте башлығы Владислав Казанцев, ветерандар советы рәйесе Әлмира Вәлиуллина ойошторған матур сараға саҡыр­ҙылар. Мәктәп уҡыусылары концерт ҡуйҙы, табын әҙерләгәйнеләр. Бынан тыш, юбилейҙарын билдәләүсе ҡарттар ҙа иғтибар­һыҙ ҡалманы. Фермерҙар Рәфил Ғәбиҙуллин, Фәнүр Ибраһимов, Фәрүәз Мөхәммәтов, Булат Ғәбиҙуллин бүләктәр таратты.
Ауылдың оло кешеләре исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Моғайын, республикабыҙҙың һәр төбәгендә ошолай саралар уҙғандыр. Иҫән-һаулыҡта киләһе йылдар­ҙа ла шулай ҡыуанышып осрашырға яҙһын.

Эҙе лә, үҙе лә юҡ…

Ғәтиәт БАЙМЫРҘИН, Хәйбулла районы:
− Ваучерҙарымды “Дока-хлеб”, ”Инвест-фонд” акционерҙар йәм­ғиәттәренә һалғайным. Әле һаман осо-ҡырыйына сығып етә алған юҡ, вәғәҙә ителгән килемдәр ҙә күренмәй. Моғайын да, эҙенә төшөп булалыр. Адрес-телефондарын булһа ла табышырға ярҙам итегеҙ әле.
Был йәмғиәттәр күптән банкрот тип иғлан ителгән. ҡайҙалыр аныҡ адрестары булыуы икеле. Бәлки, Финанс баҙары буйынса федераль хеҙмәт (Федеральная служба по финансовым рынкам) һеҙгә ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт бирә алыр. Өфөләге адресы һәм бәйләнеш өсөн телефоны: Пушкин урамы, 106-сы йорт, 228-се кабинет, 273 – 74 – 18.
Ленин урамында 37-се йортта урынлашҡан акционерҙар һәм вкладчиктарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса республика ижтимағи-дәүләт фондына ла мөрәжәғәт итеп ҡарағыҙ (телефоны – 273 – 98 – 95)

“ҡайҙа уҡырға?”

А. АҡҡУЖИНА, Баймаҡ районы, Йомаш ауылы:
− Улым телекинооператор, режиссер һөнәре менән ҡыҙыҡһына, уларға ҡайҙа уҡырға мөмкин? Өфөлә уҡытмайҙармы?
Баш ҡалабыҙҙа билдәле режиссер Булат Йосоповтың мәктәбендә курс үтергә була. Ентеклерәк мәғлүмәтте Комсомол урамы, 23-сө йортта, өсөнсө ҡатта урынлашҡан офиста белергә мөмкин. Шулай уҡ интернеттағы сайттар буйынса ла таба алаһығыҙ.
Ә Рәсәй вуздарына килгәндә, Санкт-Петербургтың Кино һәм телевидение университетында юғары белем алыу мөмкинлеге бар. Был уҡыу йортоноң сайтында бай мәғлүмәт тупланған (www.gukit.ru).
Мәскәүҙәге Бөтә Рәсәй кинематография университетында белем алырға мөмкин. Vgik.info сайтындағы шарттар менән танышығыҙ.
Вуздарҙа рус теле һәм әҙәбиәтенән БДИ ҡарала, тағы ижади һынауҙар бирергә кәрәк.

“Бушлай дарыу алырға буламы?”

Вәсилә ЗӘЙНУЛЛИНА, Баймаҡ районы, Күсей ауылы:
– Белеүебеҙсә, өс йәшкә тиклемге балаларға бушлай дарыу алыу мөмкинлеге бар. Ә күп балалы ғаиләләрҙә бала өс йәштән үтһә лә бушлай йә ташлама менән дарыу алырға булмаймы ул?
Өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаилә күп балалы һанала. Уларға төрлө льготалар, ташламалар байтаҡ ҡына. Тәғәйен дарыуға килгәндә, алты йәшкә тиклемге ба­лалар­ға табип рецебы буйынса медицина препараттарын бушлай биреү ҡаралған (РФ Президентының 1992 йылдағы 431-се, төҙәтмәләр менән 2003 йылдағы 250-се Указы).

Шылтыратыуҙарҙы
А. ИШЕМҒОЛОВА ҡабул итте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”