RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ирҙәр үлә, башын һала…

05.10.2012 Ирҙәр үлә, башын һала…

Ирҙәр үлә, башын һала…
йәки Заманалар алмашынып торһа ла, проблемаларҙың үҙгәрешһеҙ ҡала килеүе хаҡында
29 сентябрҙә сираттағы ғәҙәттән тыш хәл Ханты-Манси автономиялы округының Югра ҡалаһында булды. Нефть ҡалдыҡтарын эшкәртеүсе заводта янғын сығып, туғыҙ кеше һәләк булды, күптәре йәрәхәтләнде. Һәләк булыусыларҙың икәүһе, Венер Зыянғолов һәм Хәниф Ишмөхәмәтов, Башҡортостандан. Тағы ике яҡташыбыҙ – Валерий Петраев һәм Илдар Теүәлев ауыр хәлдә дауаханала ята.

Мәрхүм булғандарҙың туғандарына шылтыратып, ҡайғыларын уртаҡлашырға, бер юлы хәл-ваҡиғаларға асыҡлыҡ индерергә тырыштыҡ. Мәләүездән Хәниф ағайҙың ҡыҙы, беҙҙең кеүек үк, билдәһеҙлектә ине:
– Әле нимә булғанын үҙебеҙ ҙә йүнләп белмәйбеҙ. Заводта янғын сығып, көслө шартлау булған, тип кенә әйттеләр телефондан. Атайымдың табуты ҡайтып етмәне әле. Журналистар килә, туғандар килеп ҡайғы уртаҡлаша. Алда – ерләү мәшәҡәттәре...
Йылайыр районынан булған Венерҙың туғандары ла, улдарының вафатын ишетеп, Өфөгә самолетты ҡаршы алырға барырға йыйынып йөрөй ине. Шулай ҙа апаһы Роза телефон аша һөйләшергә ваҡыт тапты:
– ҡустым тәүге тапҡыр сентябрь уртаһында эшкә сыҡҡайны. Бына хәҙер ошондай бәләгә тарыныҡ. Венер 1987 йылдың 12 апрелендә Йылайыр районының ҡашҡар ауылында тыуҙы. Ул бала саҡта уҡ беҙ ғаиләбеҙ менән ошо уҡ райондың Воскресенское (Вәскәр) ауылына күсеп барҙыҡ. Бала саҡ, мәшәҡәтһеҙ саҡ – тиҙ генә үтеп тә китте. 9 йыллыҡ мәк­тәпте тамамлағас, ҡустым Юлдыбайҙағы 80-се һөнәрселек лицейына уҡырға инде, унда тракторсы-машинист һөнәренә эйә булды.
Армияға саҡырыу алғас, хәрби хеҙмәткә әҙерләнә башланы Венер. Әсәйем уға: «Улым, берәй юғары уҡыу йортона инеп ҡараһаңсы? Армияға, ней, өлгөрөрһөң әле, һинең йылғыларҙан һуң хәрби хеҙмәт 2 йылдан 1,5 йылғаса ҡыҫҡартыла бит», – тип әйтеп ҡараны. Ләкин, башҡа егеттәр кеүек, Венерҙың да ҡулына автомат тотоп ҡарағыһы килде, үҙе теләп, ике йылға армияға китте.
Хәрби хеҙмәтен тамамлап ҡайт­ҡас, ҡустыбыҙ Магнитогорск дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға инде. 2010 йылда өйләнде. Киленебеҙ Айһылыу, педколледж тамамлап, ауылыбыҙға инглиз теле уҡытыусыһы булып эшкә килгәйне. Ноябрь айында ҡыҙҙары Эльвина донъяға килде. Тиҙҙән Венер ғаиләһе менән Йомағужа ауылына күсенде, шундағы мәктәпкә эшкә урынлашты. Биология, умартасылыҡ дәрестәрен алып барҙы. Уҡытыусының хәйерсе эш хаҡы, татыу булмаған хеҙмәт коллективы уның эшенә булған барлыҡ дәртен юҡҡа сығарҙы. Эшләп алған аҡсаһы фатирға, ашарына, университетта уҡыуына саҡ етеп тора ине. Ә уға бит йорт төҙөргә, ғаиләһен аҫрарға кәрәк. Етмәһә, быйыл март айында икенсе ҡыҙҙары Вилена тыуҙы. Эй, ҡыҙҙарына һөйөнөп бөтә алмай торғайны ҡустыбыҙ! Үкенескә күрә, улар атаһын тик фотоһүрәттәренә ҡарап та, әсәһе һәм туғандары һөйләүе буйынса ғына белерҙәр инде: атайһыҙ ҡалғандарында Эльвинаға 1 йәш тә 10 ай, Виленаға иһә ете ай ғына тулып өлгөрҙө.
Ирҙәр үлә, башын һала…
Венер бер ваҡытта ла ҡалала йәшәргә атлығып торманы. Ауылды, аттарҙы яратты, уларҙы күпләп үрсетергә хыялланды. Бер нисә баш йылҡыһы булды. Тағы ла, йорт төҙөп сыҡһа, бал ҡорттары тоторға ниәтләнде. Ханты-Мансийскиға эшкә китер алдынан Венер беҙгә, йорт төҙөрлөк аҡса эшләмәйенсә ҡайтмайым, тип әйтте. Әйтте лә, вокзалдан таксиға ултырып, сығып та китте...
Әлбиттә, башҡа кешеләрҙеке кеүек, Венерҙың да үҙ хыялдары, ғаиләһе янында бәхетле итеп йәшәү теләге булды. Тик барыһы ла бер мәлдә юҡҡа сыҡты. Йәшләй генә, 25 йәшендә, үлеп ҡалды. Күп эше эшләнмәй ҡалды. Эшһеҙлек, нужа йәштәрҙе меңәрләгән саҡрым аша эш эҙләп сығып китергә мәжбүр итә. Һәм бына туғаныбыҙҙың үҙен ҡаршы алаһы урынға, уның табутын ғына ҡаршы алабыҙ.
Уҙған аҙнала бер ағай кеше, телефондан шылтыратып, һөйләшәһе һүҙе барлығын аңғартты:
– Килеп сыҡ әле яныма. Күңелһеҙ хәбәрҙәр бар.
Был күңелһеҙ хәбәрҙең асылын әлеге ағай ошолай аңлатып бирҙе:
– Беҙҙең халыҡ күпләп ситкә китә бит, ҡустым. Табип булараҡ, эшкә урынлашыр алдынан медицина тикшереүе үткән һәр бер кеше менән күрешеп, һөйләшергә тура килә. Эшһеҙлек ситкә ҡыуа барыһын да! Яңы ғына диплом алған йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр, эш таба алмағас, үҙ һөнәре буйынса булмаһа ла, ситкә эш эҙләп сығыу яғын ҡарай. Юғары педагогик белемле тегенселәр, кондитерҙар, юрист булып эшләйһе урынға юл ремонтлаусы булып йөрөүселәр. Табип булып, үҙебеҙҙең халыҡҡа файҙа итәһе урынға, баҙарҙа һатыу итеп тороусылар... Уйлап ҡараһаң, иҫ китмәле хәл бит был; ҡайҙа алып бара был донъя?! Ситкә эшкә сығыусыларҙың йәше, енесе, профессиональ әҙерлеге, стажы буйынса статистик мәғлүмәттәр туплап маташам – һөҙөмтәлә килеп сыҡҡан күрһәткестәр эс бошорғос. ҡайҙа китәләр һуң? Күберәк Сорғот, Төмән яҡтарына. Ленинград өлкә­һенә лә күпләп ағылалар. Хеҙмәт төрҙәренә килгәндә, ирҙәр төҙөлөш өлкәһендә эшләй, нефть сәнәғәте, һуңғы йылдарҙа хатта Татарстанға, КамАЗ заводтарына, эшкә сыға башланылар. Уҙған айҙа ирҙәр һәм ҡатындарҙан торған 250 кешелек төркөм өс айға Чукоткаға вахтаға китте. Шунан ғаиләләр тарҡалмай, ҡайҙа барһын – бөтә кешенең дә сабырлығы бер кимәлдә түгел бит.
Дөрөҫ әйтә был ағай – хәлебеҙ эс бошор­ғос. Сибай ҡалаһынан ғына 2007 йылда эшкә урынлашыр өсөн медицина тикшереүен 5135 кеше үтһә, шу­ларҙың 401-е, йәғни 7,8 проценты Башҡортостан­дан ситкә эшкә сығырға ниәтләгән. 2008 йылда 4486 кеше эшкә урынлашырға йыйына, шуларҙың 592-һе, йәғни 13,2 проценты тағы сит яҡтарға юллан­ған. 2009 йыл: 4296 кешенең 833-ө, йәғни 19,4 проценты ситкә китә. 2010 йыл: 5241 кешенең 1737-һе, йәғни 34,1 проценты бәхетте сит яҡтарҙан эҙләй. 2012 йылдың туғыҙ айында, йәғни йыл башынан бөгөнгәсә эш эҙләүсе 4699 кешенең 1354-е, йәғни 28,8 проценты Башҡортостан­дан ситкә сығып эш эҙләй. Күренеүенсә, йылдан-йыл беҙҙең халыҡ урында ҡа­лыу­ҙан ситкә эшкә барыу­ҙы яҡшыраҡ күрә. Был бер Сибай ҡалаһынан ғына, бынан тыш, Башҡортос­танда 54 район, 20-ләгән ҡала бар, иҫләһәгеҙ.
Эшһеҙлекте иҫәпкә ал­маһаҡ та, көнкүрешебеҙ нисектер һуғыш яланын хәтерләтә. Бер ҡайҙа ла хәрби хәрәкәттәр бармай, әммә барыбер көн дә тиерлек йә тегендә берәү иҫерек килеш машинаһы ме­нән кеше тапата, йә бында совет заманынан ҡалған ҡоролма шартлап күккә оса. Йәки, киреһенсә, осоу­ҙан туҡтап ҡолап төшә, йә тишелә һәм бата. Башҡортостан, бөтә Рәсәй кеүек үк, һөрән һалып, тантаналы рәүештә сираттағы үрҙәрҙе яулап, үҫешеп ятҡанда, егеттәребеҙ сит яҡтарҙа йөрөп башын һала. Исма­һам, йырҙағыса, бөтмәҫ дандары ла ҡалмай.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”