RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Беҙ ҡайтырбыҙ һиңә, Ҡырғыҙстан!»

21.09.2012 «Беҙ ҡайтырбыҙ һиңә, Ҡырғыҙстан!»

Һәр кем үҙ милләтен бөйөк тип күрергә теләй. Борон заманда булған һәм булмаған баһадирҙарын, уларҙың батырлығын, аҡыл эйәләрен һөйләп, шапырыныусылар ҙа юҡ түгел.
Имеш, халыҡ һаны буйынса донъяла тәүге урынды тотҡан ҡытайҙы көслө ҡырғыҙ ҡеүәте әүәл-әүәлдән дер ҡалтыратып тотҡан. Тегеләр, ҡурҡыштарынан, илен диуар менән уратып алған. Ә ата-бабалары – һундар – Латин Америкаһынаса яу сапҡан! Сальвадор тигән илде ишеткәнегеҙ барҙыр. Ул ҡырғыҙ һүҙе «сал батыр»ҙан килеп сыҡҡан икән дӘ баһа.
Сейәгә бай Чилиға тәүләп аяҡ баҫҡас, кемеһелер: «Шиели икән был ил!» – тип һоҡланған (башҡортса – сейәле – шиели). Һуңғараҡ ул Чилиға әйләнеп киткән.
ҡырғыҙҙар бер мәл Украинаға баҫып ингәс, ябалаҡлап ҡар яуа ла яуа, ти. Старшина: «У-у! ҡар коп!» – тигән (башҡортса ҡар күп). Заман үтеү менән шул һүҙ «Харьков» булып үҙгәргән.
Минең әңгәмәсем Миргөл Чекаш ҡыҙы Омуралиева, ҡырғыҙ Республикаһы Фәндәр академияһының Тел һәм әҙәбиәт институтында, китап нәшриәтендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан етди ханым булараҡ, бындай лаҡапҡа көлөп кенә ҡарай.
Ул әле ғәзиз илен ҡалдырып, сит ҡитғала төпләнгән милләттәштәрен бер ҡорға туплау һәм мәғрифәт, мәҙәниәт мәсьәләһен хәл итеү менән мәшғүл. Алтмышты аша атлаған ил инәһе менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.

– Миргөл, ғүмер буйы фән менән шөғөлләнәһең. Балаларың үҫеп, кеше булған. «Сит илдәргә сығып, ғибрәт алыу» ғына түгелдер бит ниәтең?
– Башҡыр эллинә, ысыҡ салам!
(Башҡорт иленә ҡайнар сәләм! )
Европала ил, халыҡ хәстәре менән йөрөп ятам. Һәммәбеҙгә билдәле, ҡырғыҙстан яҙмышы – ҡыл өҫтөндә. Дәүләт булараҡ һаҡланып ҡалырмы ул, юҡмы? Һәр кемебеҙҙе ошо һорау борсой.
Боронғо Манас төйәгендә һуңғы йылдарҙа булған ике ҡанлы инҡилап илдең тамырына балта сапты. ҡәүем икегә айырылды һәм ауыр күңел яраһы алды.
Яңы президент һайлап ҡуйыуын- ҡуйҙыҡ. Әммә уны бар ғәмгә абруйлы шәхес тип әйтеп булмай. Ике милләтте – ҡырғыҙ һәм үзбәкте – бер ҡулда тотор оһоло юҡ. Үкенескә күрә, үҙебеҙ ҙә «ике ҡотоп»то килештерер әмәл таба алмайбыҙ.
Етәксе сығышы менән илдең төньяғынан булһа, көньяҡ хушһынмай, көньяҡтан икән – төньяҡ үҙһенмәй.
ҡырғыҙ менән үзбәктең сетерекле мөнәсәбәте бер бөгөн генәме? 1970 йылғы ҡораллы бәрелеш һөҙөмтәһендә байтаҡ әҙәм баш һалды һәм ҡырғыҙҙар илдең төньяғына күсенергә мәжбүр булды. Ләкин был ваҡиға ете йоҙаҡҡа бикләнде. Телен тыя белмәгәндәрҙе юлдан алып ташланылар. Шунлыҡтан был хаҡта күптәр хәбәрҙар түгел. Уйлап ҡарағыҙ: совет заманында ҡорал ябай халыҡ ҡулына нисек килеп эләккән? Тимәк, ул заманда ла ҡырмыҫҡа ояһына таяҡ тығыусылар булған!
Унан тыш, 1990 йылда – Ош сыуалышы. 2005, 2010 йылда йәнә инҡилап…
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу күрһәтеүенсә, ҡырғыҙстанда йәм­ғеһе 5 миллион кеше йәшәй. Бөгөн иһә шуларҙың яртыһы сит ҡитғаны төйәк иткән. Сәбәбе: һуғыш, эш юҡ, аҡсаһыҙлыҡ, енәйәтселәрҙең ҡулы сиселеүе. Ул ғына ла түгел, Афғанстандан килгән әфиүн һәр тарафты ялмап алып бара.
Күңелгә шом һалған икенсе ҡурҡыныс: АҡШ-тың Манас аэропорты янындағы хәрби базаһы. Американың үҙ ут сығанағын ҡырғыҙ еренән сығармаҫы көн кеүек асыҡ. Ниндәйҙер талап ҡуя башлаһаҡ, Ираҡ, Ливия яҙмышына дусар буласаҡбыҙ. Ә Иран был хәрби базаны юҡ итер өсөн ҡоралын ҡырғыҙ еренә тоҫҡап атасаҡ.

– Ошондай шартта һинең миссия ниҙән ғибәрәт?
– ҡырғыҙстандың, яҡын йылдарҙа хәл үҙгәрмәһә, ҡырғыҙһыҙ тороп ҡалыу ихтималлығы ҙур. Кеше, юллыҡ аҡса таба икән, ситкә китеү яғын ҡайыра. Илдә оло йәштәгеләр һәм балалар ғына тороп ҡалып бара. Ә Ғәрәбстанда, Японияла, Англияла ят ҡәүем вәкиленә кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙарыбыҙҙың, өйләнгән егеттәребеҙҙең кире әйләнеп ҡайтмаҫы аңлашылалыр.
Донъяға һибелгән ватандаштарыбыҙ милли тойғоһон, телен юғалтмаһын өсөн ҡырғыҙ йәшәгән һәр илдә йәкшәмбе мәктәбе асыу, мәҙәни, сәйәси ойошма булдырыу зарур. Йәштәребеҙ, үҙ милләте вәкиле менән ғаилә ҡороп, алдынғы уҡыу йорттарында белем алып, эш тәжрибәһе туплап, иленә ҡайтһа һәм дилбегәне үҙ ҡулына алһа ғына атайсалдың аяҡҡа баҫыуы ихтимал.
Тап ошо маҡсатты бойомға ашырыуҙа ярҙам итәйек, яҡташтарыбыҙ араһында ағартыу эше алып барайыҡ тип, беҙ, ҡырғыҙ зыялылары, сит илдә ваҡытлыса «тирмә ҡорҙоҡ». Америкала төпләнгән 7 мең милләттәшебеҙ «ҡырғыҙ клубы» ойошторҙо һәм башҡа илдәрҙә лә үҙ филиалын теркәне. Етәксеһе – Айбәк Хәкимов.
2010 йылда, ике туғандаш халыҡ араһында ҡан ҡойғос бәрелеш барған мәлдә, улар БМО-ның Генераль секретарына, утты туҡтатыуҙы ярҙам ҡулы һуҙыуҙы һорап, мөрәжәғәтнамә тапшырҙы, пикет ойошторҙо. Ут эсендә ҡалғандарға гуманитар ярҙам ебәреүҙәре лә ярап ҡалды. Юлайҡан шуны ла әйтәйек, ҡырғыҙ диаспораһы йыл һайын тыуған ергә яҡынса 600 млн доллар аҡса ебәреп (ил ВВП-һының 30 проценты), ил бюджетын тулыландырыуға ла ҙур өлөш индерә.
Ватандаштар 2011 йылдың 30 октябрендә ил президентын һай­лау­ҙа ла әүҙем ҡатнашты. Һайлау участкаһы Вашингтонда ғына булыуға ҡарамаҫтан, ҡуртымға автобус алып, 400 – 500 км алыҫлыҡтағы бөтә ҡалаларҙан милләттәштәребеҙҙе йыйып килтереп, һайлау мөмкинлеге бирҙеләр. Унан тыш, 2012 йылдың 27 мартында үткәрелгән халыҡ-ара форум милләт өсөн башҡарылған эшкә йомғаҡ яһаны һәм киләсәккә план ҡабул итте. Быйыл август башында сит илдә үҙ эшен асҡан эшҡыуарҙарыбыҙ Истанбулда осрашып, атайсалды аяҡҡа баҫтырыу мәсьәләһенә арналған ҡор йыйҙы.
Мәҙәни сараға килгәндә, быйыл, 13 майҙа, Неаполдә (Италия) «ҡырғыҙ клубы» кубогына футбол буйынса турнир үткәрелде. Унда «Манас», «Неаполь йәштәре», «Аҡ шумкар», «ҡырғыҙ клубы» командалары көс һынашты.
Америка халҡына үҙ милләтебеҙҙе танытыу өсөн милли кейем кейеп, музыка ҡоралдарыбыҙҙа уйнап, Наурыҙ байрамы көнөндә сәхнәләштерелгән парад үткәреүебеҙ ҙә һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ.
Голливуд режиссерҙарын, актер­ҙарын, төрлө ил дипломаттарын, АҡШ-тың яуаплы вазифа биләгән дәүләт эшмәкәрҙәрен саҡырып, ҡырғыҙ режиссерҙарының фильмдарын, үҙебеҙҙең моданы, фоль­клор ансамблебеҙҙе күрһәтеү ҡыр­ғыҙ артистарына Голливуд фильмында роль алырға, Перу, Израиль, Франция һ.б. илдәр менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөргә мөмкинлек бирҙе.
2012 йылдың 4 февралендә Нургөл Батырбәков Лондонда «Мәҡәл кисәһе» үткәреп, ауыҙ-тел ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыуға, милләттәштәребеҙҙе туплауға нигеҙ һалды.
Йәнә лә Сит ил ҡырғыҙҙары федерацияһын, инвестиция йәлеп итеү өсөн «ҡырғыҙ акционер-инвестиция корпорацияһы»н ойоштороу буйынса ла етди эш алып барыла.

– Ай-һа-ай, ситтә йәшәһәгеҙ ҙә, киң эш йәйелдергәнһегеҙ! Бер төптән булһағыҙ, һис шикһеҙ, ҡырғыҙ дәүләте аяҡҡа баҫыр. Эшегеҙ уң булһын, Миргөл!
– Мин һеҙгә тик сит илдә төпләнгән ҡырғыҙҙар эшмәкәрлеген бәйән иттем. Мәле еткәс, йәштәребеҙ ата-бабаларыбыҙ төйәгенә ҡайтып, илде тергеҙер, тигән ышаныста ҡалам.

Рәмилә ВАХИТОВА
әңгәмәләште.

Италия.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”