RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Тәрән шахта эсендә, алтын йыуыу эшендә...”

11.09.2012 “Тәрән шахта эсендә, алтын йыуыу эшендә...”

“Тәрән шахта эсендә, алтын йыуыу эшендә...”
Шәһит олатай Йәноҙаҡов 49 йыл рудникта тырышып эшләп хаҡлы ялға сыға
Был яҙмамды күк Ирәндек йырсыһы Батыр Вәлидтең билдәле йыр юлдары менән атауым бер ҙә юҡҡа түгел. Яратып башҡарған ул йырҙың мәғәнәһенә ҡалабыҙҙың абруйлы аҡһаҡалдарының береһе, Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветераны Шәһит Йәноҙаҡов менән әңгәмәләшкәндән һуң нығыраҡ төшөндөм. Дәртле йыр бер ҙә шатлыҡтан, ҡыуаныстан яҙылмағандыр, киреһенсә, аслы-туҡлы килеш көнө-төнө көсөргәнеп эшләүҙән, йылдарҙың ауырлығын үҙ елкәңдә күтәреүҙән тыуғандыр...
Шәһит Нотфулла улы районыбыҙҙың бөткән ауылдарынан һанал­ған, Семеновскиҙан дүрт саҡрымда ятҡан Бүреле ауылында 1932 йылдың 5 июнендә донъяға килгән. Ике малай, дүрт ҡыҙ үҫтергән ғаиләгә еңелдән булмай. Ә инде 1942 йылда аталарын шахтала ер баҫып, беренсе төркөм инвалиды булып ҡалғас, уларға нужа һурпаһын тағы ла күберәк һемерергә тура килә. Эшкә төшөүе хаҡында олатай әсенеп иҫләй.
− 11 йәшемдә 3-сө класта уҡып йөрөйөм. Уҡытыусы Галина Краснова беҙгә белем бирә. Сталинградта барған һуғыш тураһында көн һайын радио аша тыңлап торабыҙ. Левитандың көслө тауышы Сталинградты азат итеү тураһында хәбәр иткәс, мин сепрәк тоҡсайымды ташлап ебәрҙем дә: “Пора помочь фронту!” − тип сығып йүгерҙем. Шул сығыуҙан ҡабат мәктәпкә әйләнеп ҡайтманым. Ат дворында төнгө сменала ике бабай эшләй ине. Өс ай йәшенеп кенә уларға ярҙам итеп йөрөнөм. Кеҫәгә һоло һалып алам да, сәйнәп төкөрөп йөрөйөм, үҙем ярҙам итешәм, ут яғам. Шулай итеп ат дворы мөдире Шәрифйән Зәбитов мине һиҙеп ҡалған бит. Тегегә: “Мине эшкә алығыҙ, юҡһа фронтҡа китәм!” − тим. Бер заман Баймаҡтан приказ килгән. Миңә 22 баш атты Баймаҡ хәрби комиссариатына килтерергә ҡушҡандар. Аттарҙы Баймаҡҡа ҡыуып алып барып ҡайттым. Шунан мине ат ҡараусы итеп алдылар.
Олатай бына шулай ат ҡараусы булып китә. Артабан кочегар, шахтала, заводта фильтровщик булып эшләй.
− Завод Байҡарала булды. 1942 йылда Семеновск ауылына күсер­ҙеләр. Унда алтын күп ине. Түбә руднигы тип исем бирҙеләр. 1943 йылдан Түбә руднигының директоры булып Абдрахман Атанғолов эшләй башланы. Көн аша уның йортона һыу ташый торғайным. ҡатыны мине ашатып сығара ине, бәлки, шуға ла ҡыҙыҡҡанмындыр. Шулайтып Абдрахман Ғәлим улы менән танышып киттем. Аҙаҡ ул мине үҙенә күсер итеп алды. Эшләй торғас, уға уҡып, һөнәр алырға теләүемде белдерҙем. Ул АТП директоры Николай Башкиров менән һөйләшкән. Башкиров: “Беҙҙә машина бар, әммә шофер юҡ. Ике йыл тотам да шунан ҡайтарам”, − тине. Шунан Баймаҡҡа килеп, шоферҙар курсында уҡып алдым да, ике йыл АТП-ла эшләнем. Машинаның ниндәйе генә юҡ ине − барыһын да йөрөтөргә өйрәндем. Башкиров һүҙендә торҙо – ике йылдан мине ауылға кире ҡайтарҙы.
1962 йылда Абдрахман Атанғолов посын Фәрүәз Ғәйнуллинға тап­шыр­ҙы. Уға: “Был малайға рудниктың һәр ташы таныш. Уны ысҡындырма!” − тигән. Уның менән эшләй башланыҡ. Фәрүәз Әхмәҙи улы мине Силәбе өлкәһенә механикка уҡырға ебәрергә димләй башланы, тик тәҡдименә риза булманым. Бер көн заправкала ултырһам, заправкалаусы ҡатын: “Һине Ғәйнуллин көтә!” − ти. Барҙым. Ул: “Һине гараж мөдире итеп ҡуям, ҡабул итеп ал!” − ти. Мин ҡаршы төшкәйнем: “Улай булғас, эштән китеү тураһында ғариза яҙ!” − ти. Тамағыма төйөр тығылды. “Нисә йыл эшләп, нүжәли мине ҡыуаһығыҙ?” − тинем дә риза булдым. 13 йыл гараж мөдире вазифаһын тартырға тура килде. Аҙаҡ янғын хәүефһеҙлеге буйынса инструктор булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Рудникта эшләү стажым ғына 49 йыл, − тип тамамланы ул хеҙмәте тураһындағы һүҙен. 49 йыл. Үҙе бер ғүмер.
Шәһит олатай 1952 йылда өйләнә. Бибисара Хәбибрахман ҡыҙы Хәсәнова менән улар Семеновск аръяғындағы ярҙамсы хужалыҡта сәсеү ваҡытында таныша. “Бибисара үгеҙ етәкләй, ә мин һабан тотам. Ялан аяҡбыҙ, ашарға юҡ. Төшкө аш мәлендә генә йәшелсә ашаталар. Бибисара менән эш араһында танышып, бер-беребеҙҙе оҡшатып өйләнештек. Бер малай, өс ҡыҙ үҫтерҙек. 56 йыл татыу йәшәнек, үлгәненә быйыл биш йыл тулды”. Быларҙы һөйләгәндә олатай йәшереп кенә күҙ төптәрен һөртөп алды.
Әлеге ваҡытта олатай туғыҙ ейән-ейәнсәрен, дүрт бүлә-бүләсәрен яратып, көңгөр-ҡаңғыр итеп донъя көтә. Быйыл ул үҙенең 80 йәшен билдәләне.
Ингәндә таяҡҡа таянып ултырған олатайыбыҙ, һөйләшә торғас, таяғын ҡайҙа ҡуйғанын да онотоп, “Үтте лә китте йәшлегем” йырын һуҙып ебәрҙе. Йыр тыңлай-тыңлай миҙалдарына күҙ йүгертәм. Бөйөк Еңеүҙең 50, 60, 65 йыллығына арналған, һуғыш йылдарындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн миҙалдар менән бүләкләнгән. 1966 йылда Металлургтар көнөнә ҡарата һүрәте Почет таҡтаһына беркетелгән, әллә күпме Маҡтау ҡағыҙы, Рәхмәт хаты бар. Шул саҡ күҙемә ҡорал өсөн рөхсәт ҡағыҙы салынды.
− Шәһит олатай, һеҙҙең ҡоралығыҙ булдымы? − тигән һорауыма олатай:
− Журналист халҡынан бер серҙе лә йәшереп булмай, әллә нисек итеп һөйләтә алаһығыҙ бит! − тип көлөп ебәрҙе. − Алтын ташығанда дружинник булдым. ТТ−16 пистолетын йөрөттөм. Күлйортау шахтаһында атырға өйрәндек.
1972 йылда ул Баймаҡтың Крәҫтиән урамына күсеп сыҡҡан. “Бында һаҙлыҡ ине бит. Резинка итек кейеп, ҡулға штакетник тотоп, саҡ-саҡ йөрөй торғайныҡ. Урамға трактор менән тигеҙләтеп юл һалдырттым, ДСУ−3 начальнигы Константин Селезнев менән һөйләшеп, асфальт түшәттерҙем. Юғиһә, һа-а-ай, был урамдан үтерлек тә түгел ине бит!” − тип хәтерләй ул.
Олатай 15 йылдан ашыу үҙәк район китапханаһы янында эшләп килгән “Атайсал” тип янған йөрәктәр” клубының әүҙем ағзаһы булған. Шунда йырға маһирлығы ныҡлап асылған да инде.
Шулай олатай менән күҙ йәштәре аша ауыр үткәндәрҙе иҫләнек, йырлай-йырлай матур хәтирәләрҙе байҡаныҡ. Аҙаҡҡа табан әңгәмәсем фекерҙәрен хатта шиғыр юлдарына ла һалып ҡуйҙы:
Ғүмер буйы алтын йыуҙыҡ,
Ә алтын ҡайҙа китә?
Миңә бармаҡ янанылар:
“Быны һөйләргә иртә!”
Сталин тора. Парад килә.
Мотаев ҡулын болғай −
Самый алтындың хужаһы
Шул булған икән, малай...

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”