RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тышҡы гүзәллек тормошта уңыш килтерәме?

07.09.2012 Тышҡы гүзәллек тормошта уңыш килтерәме?

Матурлыҡ темаһына материал әҙерләргә булғас, бер көләмәс иҫкә килеп төштө.
Талантлы һәм бай драматург Бернард Шоуға бер инглиз актрисаһы килгән дә былай тигән:
– Мин Англияла иң сибәр ҡатын, ә һеҙ – иң аҡыллы ир. Беҙҙең ниндәй идеаль балаларыбыҙ буласағын күҙ алдына килтерәһегеҙме?
– Ә уларға минең матурлыҡ менән һеҙҙең аҡыл күсһә, ул саҡта нимә? – тигән отҡор әҙип.
Матурлыҡ темаһы – мәңгелек темаларҙың береһе. Һуңғы йылдар­ҙа, сит илдәргә эйәреп, сибәр тигән төшөнсәне модала булған һәр нәмәгә ҡарата ҡуллана башланыҡ. Йәки матур модалы түгел, ә теләһә ниндәй модалы әйбер бик матур тип фекер йөрөтәбеҙ. Ваҡыт менән бергә матурлыҡ үлсәмдәре лә үҙгәреп тора. Бөгөн, Мона Лизаның сихри гүзәллеге береһенең дә һушын алмаған кеүек, Ренуар картиналарында һүрәтләнгән ҡатындар­ҙың матурлығын күптәр аңламай. Сөнки бөгөнгө стандарттар буйынса нәҙек, һомғол ҡатын-ҡыҙҙар ғына матур тип баһалана. Янбаш, бил, күкрәк тирәһе стандарттарға яуап бирмәй икән – ярай, һау булып тор! Тора-бара нимәгә килеп терәлдек: ҙур экрандарҙан моделдәрҙең, артисткаларҙың зифа буй-һынына ғына ҡарап ултырырға була, ә бит-йөҙө – ҡайһы берәүҙәре төшөңә инһә, ҡурҡып уянырһың. Ә мөләйемлеге менән арбаған берәү тумалаҡ кәүҙәле йәки тәпәш буйлы булғаны өсөн тормошондағы иң ҙур хыялынан мәхрүм ҡала. Ғөмүмән, тышҡы матурлыҡ тормошта уңыш килтерәме? Был һорауға «Рәсәй – Башҡортостан» каналының «Ауаз» тапшырыуы һылыуҙары яуап бирә.

Тышҡы гүзәллек тормошта уңыш килтерәме?
Сәлимә ИСЛАМОВА:
– ҡайһы бер саҡта ҡурсаҡ кеүек һылыу ҡыҙҙар осрай. Араларында шундайҙар ҙа була: уларға берәй һорау бирһәң, туҙға яҙмаған йүнһеҙ яуап ишетергә тура килә. Матур булыуына маһайыпмы, бәлки, тәрбиәһеҙлектәндер, һылыуҡайҙарҙың хаттин ашҡан мин-минлектәренән шундуҡ биҙәһең.
Эйе, тышҡы матурлыҡ менән уңышҡа өлгәшергә була, ләкин ниндәйҙер ваҡыт ҡына. Эске матурлығың булмаһа, һине матур, ләкин буш вазаға тиңләйәсәктәр. Кешене тышҡы матурлығына ҡарап баһалауға мин ҡырҡа ҡаршымын. Уйлап ҡараһаң, һәр кем тышҡы матурлыҡты булдыра ала – өҫ-башыңды тәрбиәләп тотоу, таҙа, бөхтә кейенеү, ҡупшы прическа эшеңдә ниндәйҙер уңыштарға килтерәсәк. Шулай ҙа эске матурлыҡтың булмауы һине идеаль, күңелендә гармония хөкөм һөргән, һәр яҡлап камил шәхес итеп күрһәтмәй. Тағы ла ҡатын-ҡыҙҙар һәр саҡ ир-егеттәрҙе һоҡландыр­ған гүзәл зат булып ҡалыу өсөн аҙмы-күпме көс түгергә бурыслы. Бер нәмә лә юҡтан ғына килеп сыҡмай, ә көн дә «марканы тотоу», иртәме-һуңмы, үҙенең һөҙөмтәләрен бирә.

Тышҡы гүзәллек тормошта уңыш килтерәме?
Алһыу СУФИЯНОВА:
– Тышҡы матурлыҡ йылдар дауамында шиңә, эске мөләйемлек, алсаҡлыҡ ҡына кешене ғүмер буйы матур күрһәтә. Матурлыҡ менән өҫкә үрләргә була, ә уға аҡыл да өҫтәлһә, бигерәк яҡшы. Миңә бала сағымдан уҡ, матур­һың, тип әйтә инеләр, өләсәйемдең йыш ҡына был хаҡта ҡабатлағаны хәтерҙә. Минеңсә, һәр ҡыҙ бала ошо һүҙҙәрҙе ишетеп буй еткерергә тейеш, шул саҡта үҙ-үҙенә ышанысы арта. Был сифат иһә тормошта маҡсаттарыңа табан юл ярғанда бик-бик кәрәк. Ә бит һылыу булып та үҙҙәрен ҡарамағандар етерлек. Матурлыҡты күрһәтә белеү зарур, тип әйтмәксемен.
Шулай ҙа миңә ҡатын-ҡыҙҙар­ҙың һәр типтағы матурлығы оҡшай, йыш ҡына уларҙы күҙәтергә яратам. Тирә-йүндәгеләргә ҡарап эстән генә, был ханымға теге-был төҫ килешер ине, ә был ҡыҙ битенә төшөп торған сәсен йыйһа, йөҙө асылып китер ине, тигәнерәк һығымталар яһайым.
Беҙҙең көндәрҙә матур булып күренеү осһоҙ түгел. Арзан хаҡҡа күп әйбер алғансы, ҡиммәтле, ләкин сифатлы әйбер һине күпкә зауыҡлы итеп күрһәтәсәк. Минеңсә, яҡшы кейем матурлыҡ төшөнсәһе менән бергә тора. Әҙәм күрке – сепрәк, тип бушҡа әйтмәгәндәр бит.

Тышҡы гүзәллек тормошта уңыш килтерәме?
Гүзәл ИШКИНИНА:
– Эйе, тышҡы гүзәллек киләсәктә уңыштар гарантиялай. Тик был, башлыса, моделдәргә, һылыулыҡ конкурсында ҡатна­шыу­сыларға ҡағыла. Мин, матурлыҡ туйҙа ғына, ә уңғанлыҡ көн дә кәрәк, тигән ҡараштамын. Мәҫәлән, әлегә тиклем өлгәшкән уңыштарымда тик үҙемдең аҡылым ғына «ғәйепле». Телеви­дениеға эшкә береһенән-береһе һылыу ҡыҙҙар алына, тик бында матурлыҡҡа түгел, иң беренсе эштең сифатын ҡарайҙар. Ә үҙ-ара конкурентлыҡҡа килгәндә, һәр береһе үҙенең үҙенсәлеге менән айырылып тора, беҙҙең хеҙмәттә һәр кемдең айырым үҙ йүнәлеше бар, шуға күрә коллективта конкурентлыҡ бар, тип әйтмәҫ инем.

Тышҡы гүзәллек тормошта уңыш килтерәме?
Альбина ЗӘЙНЕТДИНОВА:
– Физиологик һәм күңел матурлығын һәр саҡ айырып ҡарарға кәрәктер. Матурлыҡты аңлаған кеше тип мин иң беренсе эске матурлыҡты тоя белгәндәр­ҙе атайым. Кейемгә ҡарап ҡаршылайҙар, ә аҡылға ҡарап оҙаталар. ҡайһы бер саҡта, ниндәйҙер мәсьәләне хәл итеү өсөн, һушты алырлыҡ сибәрлек түгел, ә уттай янып торған бер аҡыллы ҡараш та етә. Коллективта һылыу ҡатын-ҡыҙҙарҙың күп булыуы үҙ-үҙеңде артабан камиллаштырыу өсөн стимул өҫтәй. Үҙ-ара ярышабыҙ икән тип уйламағыҙ, барыбыҙ ҙа бер эш тип янғанға күрә, киреһенсә, эфирға сыҡҡанда макияж буйынса кәңәштәр бирешәбеҙ, ярҙамлашабыҙ. Сөнки тышҡы матурлыҡ булдырыу – эш процесының бер өлөшө. Телеканалдың һәм тапшырыуҙың абруйын төшөрмәү өсөн кемуҙар­ҙан тырышабыҙ.
Йомғаҡлап шуны әйтер инем, бер ҡасан да үҙ-үҙеңдән тулыһынса ҡәнәғәт булырға ярамай. Бындай ҡәнәғәтлек тойғоһо артабан үҫешергә ҡамасаулай, маҡсатыңа юл ярғанда кәртә булып тора.

Шулай итеп, башҡорттоң үҙ ҡалыптарына һалынған матурлығы бар – күңелең пак, иманлы, тәртипле булыу оло хөрмәт уята һәм бының менән беҙҙе сибәр итеп күрһәтә. Бүтәндәрҙән айырмалы рәүештә, милләтебеҙ гүзәлдәре моңло, отҡор, сая, мөләйем һәм сабыр булған. Хоҙай һәр беребеҙҙе үҙенсә яралтҡан икән, милли үҙенсәлекле матурлығыбыҙҙан ситкә тайпылмайыҡ. Башҡаларға эйәреп, булмышыбыҙҙы үҙгәртергә маташмайыҡ, нисек барбыҙ – үҙебеҙҙе шулай ҡабул итергә һәм яратырға кәрәк.

Лилиә ХӘЛИТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”