RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

24.07.2012 «Мин – башҡорт»

йәки Итальян ҡарты күргән партизан башҡорт тыуған яғына әйләнеп ҡайта алдымы икән?
Минең үҙем менән йөрөткән башҡорт йырҙарын тыңлағандан һуң итальян ҡарты, уйланып, шулай тине: «Төптә-ә-ә-н килә был моң… − Күҙҙәрен алыҫҡа төбәп тыңлап торҙо. − ҡуйы урман араһынан, төпкөлдән, ел алып килә был моңдо… Унда урман шауы ла, яландағы ҡылған тауышы ла, йәйрәп ятҡан икһеҙ-сикһеҙ дала еле сеңләүе лә бар. Йөрәккә барып ҡағыла…»
Эйе, ул фәҡәт «моң» тине! Бөтөнләй сит кеше, башҡорттар араһында йәшәп тә ҡарамаған 86 йәшлек оло аҡыл эйәһе әйтте был һүҙҙәрҙе! «Фәҡәт башҡорт йырҙарында ғына моң барлығын дөп-дөрөҫ билдәләне бит был аҡыллы ҡарт!» − тип иҫем киткәйне шул саҡта. Башҡорт икәнлегемде белгәс, ул миңә үҙе менән булған бер ваҡиғаны һөйләне.
− Икенсе донъя һуғышы ваҡытында булды был хәл, − тине, күҙҙәрен ҡыҫа биреп, дәһшәтле һуғыш йылдарын хәтерләп.− Беҙ Альп тауҙары башында фашистарға ҡаршы хәрәкәттә Австрия тирәһендә партизанлыҡта йөрөнөк. Шунда осраттым бер башҡортто… «Мин башҡорт», − тигәне һаман да хәтеремдә. Еңелерәк әйтеү өсөн беҙ уға үҙ исеме менән өндәшмәнек, Миша тип әйтә торғайныҡ. Немецтарға пленға эләккән булған, унан бик ыҙа менән тотҡонлоҡтан ҡотолоп, беҙгә килеп юлыҡты. Беҙҙең менән Альп тауҙарында фашистарға ҡаршы хәрәкәттә партизан булып йөрөнө.
− Ә һалдат ҡайҙа булды? Уның артабанғы яҙмышы нисек? − тип ҡыҙыҡһындым.
− Белмәйем… Ул осорҙағы буталсыҡта кемдең ҡайҙа киткәнен, артабанғы яҙмышын ҡайҙан беләһең? Урмандамы, яландамы, тауҙамы – ҡапыл килеп осрашаһың да, бергә дошманға ҡаршы һуғыша-һуғыша хәрәкәт итәһең… Уның «башкир» тигәнен асыҡ хәтерләйем. Бына әле һин: «Мин − башҡорт», − тигәс, ҡапыл шул Миша иҫкә килеп төштө… Артабан кем менән нимә булғанын һорашып йөрөйһөңмө? Үҙең иҫән ҡалғас, шул етә… Һуғыш бит ул…
Шанлы ла, дәһшәтле лә һуғыш йылдары… Ата-бабаларыбыҙ Наполеонды ҡыуып, Парижға тиклем дә барып еткән, фашистарҙы дөмбәҫләп, Альп тауҙарында ла йөрөгән…
Кем булды икән итальян ҡарты һөйләгән шул башҡорт яугиры? Үҙенең тыуған Башҡортостанына иҫән-һау әйләнеп ҡайта алдымы икән? Быныһы билдәһеҙ…

Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА.
Италия.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”