RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡалар менән танышып, үҙебеҙҙе күрһәтеп

17.07.2012 Башҡалар менән танышып, үҙебеҙҙе күрһәтеп

Башҡалар менән танышып, үҙебеҙҙе күрһәтеп
27 − 30 июндә ҡырғыҙcтандың Чолпон-Ата ҡалаһында билдәле этнограф, тарих фәндәре докторы Владимир Николаевич Басиловҡа (1937−1998) арналған, халыҡ-ара конференция һәм “Урта Евразия төрки донъяһының рухи ҡомартҡыһы” тигән ғилми симпозиум уҙҙы. Конферен­цияны ҡырғыҙстан Республи­каһының Милли фәндәр академияһы, Тарих һәм мәҙәни мираҫ институты, “Айгине” мәҙәни-тикшеренеү үҙәге, Урта Азияны өйрәнеү буйынса Америка университеты ойошторҙо.
Абруйлы конференцияға Америка, Англия, Франция, Германия, Австралия, Гватемала, Италия, Япониянан һ.б. илдәрҙән ғалимдар һәм ҡунаҡтар саҡырылды. Рәсәйҙең Алтай, Яҡутстан, Татарстан, Пермь кеүек бик күп төбәгенән, ҡалаһынан фән эшмәкәрҙәре килгәйне. Ошо сарала Башҡортостандан да биш ғалимә – Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан фольклорсылар Розалия Солтангәрәева, Фәнирә Ғайсина, этнографтар Эльза Миһра­нова менән Юлиә Әбсәләмова, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан Розалия Баязитова ҡатнашты.
Конференция Бешкәктең изге урындары менән танышыуҙан башланып китте. Беҙҙе иң тәүҙә Байтик тигән батырҙың ҡәберенә алып барҙылар. Ул зыяратта бер нисә әүлиә лә күмелгән булып сыҡты. Шунан, “Ата-Бейит” тигән ергә барҙыҡ. Бында 1928 − 1938 йылдар­ҙа, йәғни репрессия заманында ҡырғыҙ халҡының алдынғы зыялылары атып үлтерелеп, соҡорға ташлан­ған була. Бер нисә йыл элек, был урындың тарихын белеп ҡалып, мәрхүмдәрҙе яңынан хөрмәтләп ерләй­ҙәр. Улар иҫәбендә Сыңғыҙ Айтматовтың атаһы Төрөҡул да булып, ул да ошонда ерләнгән. 2008 йылда Сыңғыҙ Айтматовтың үҙен дә бында ерләйҙәр.
Чолпон-Ата ҡалаһында Ысыҡкүл дәүләт тарихи-мәҙәни музейы менән таныштыҡ. Ул ҡырғыҙс­тандың иң яҡшы, бай йөкмәткеле музейҙарының береһе һанала. Был ҡалала “Рух-Ордо” тип аталған рухи-мәҙәни үҙәктә лә булдыҡ. Ул төрлө халыҡтарҙың мифологияһы, дине, мәҙәниәтен сағылдырған ҙур комплекс булып сыҡты.
Юлда йөрөгәндә күҙгә шулар ташланды: ҡала эсендә булыуына ҡарамаҫтан, урамдарҙа ла кешеләрҙең тирмәләре ултыра, юл буйҙарында ла тирмәләр ҡоролғайны. Уларҙың һәр береһенең алдында ҡорот, ҡымыҙ, айран, эремсек һаталар. Был үҙебеҙҙең башҡорттарҙағы һымаҡ булғас, күңелгә бик яҡын тойолдо. Ғөмүмән, ҡырғыҙҙар холҡо, төҫ-башы, ҡунаҡсыл, милли рухлы булыуы менән беҙгә ныҡ оҡшаған. Үҙҙәре лә беҙҙе, иң яҡын туғандаш халыҡһығыҙ, тип яҡын күрҙе.
Ысыҡкүл дәүләт резиденцияһында йәшәү ваҡытында һәр халыҡ үҙ йолалары менән таныштырҙы. Иртән ҡырғыҙҙар, япондар тәбиғәт ниғмәттәрен ихтирам итеү, йәғни ҡояшты ҡаршылау, һыуҙы нисек “ризалатыу”, ҙурлау кеүек боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтте. Кистәрен Гватема­ланан килгән Алехандро әфәнде (80 йәштә) майя ырыуы йолаһы буйынса, донъяның дүрт яғына сәләм биреп, Аллаһтан илдәргә именлек һораны, изге теләктәрен теләне.
Конференцияла “Хәҙерге заманда шаманлыҡ практикаһы һәм халыҡ дауаһы”, “Тере эпостар һәм хәҙерге заманда уларҙы башҡарыусылар”, “Әүлиәләр культы һәм Урта Евразия халыҡтарының дини йәшәйеше” тигән секциялар эшләне. Унда беҙҙең башҡорт ғалимәләре уңышлы сығыш яһаны. Һәр бер доклад сит ил һәм Рәсәй ғалимдарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, шуға бик күп һорауҙарға яуап та бирҙеләр. Розалия Солтангәрәеваның ҡобайыр әйтеүе барыһының да күңеленә хуш килде.
Беҙгә бик күп ҡыҙыҡлы докладтар тыңларға тура килде. Мәҫәлән, Санкт-Петербургтың Антропология һәм этнография музейының (Кунсткамера) Урта Азия бүлеге ғилми хеҙмәткәре И. Стасевич ҡаҙағстан әүлиәләрен өйрәнеп, улар тураһында сығыш яһаны. ҡырғыҙстан дәүләт университеты уҡытыусыһы Г. Садиҡова иһә фольклор материалдарында, “Манас”та Һомай образы хаҡында булған халыҡ ҡараштарын бәйән итте һ.б. Башҡа ғалимдар ҙа халыҡтарының этнографияһы, фольклорына ҡарата тикшеренеүҙәре, асыштары менән таныштырҙы. Шулай итеп, ҡырғыҙҙар донъя кимәлендә оло конференция үткәреп, үҙҙәренең дине, тарихы, халҡы ижадына иғтибарлы булыуын күрһәтте.
Һуңғы кистә “Айгине” (башҡортса “Ай нуры”) мәҙәни-тикшеренеү үҙәге ойошторған концерт булды. Унда ҡырғыҙ халҡының атаҡлы ҡомузсыһы (беҙҙең ҡыл-ҡумыҙға оҡшаған инструмент) Нураҡ Абдрахманов үҙ уҡыусылары менән сығыш яһаны. Думбыра, ҡумыҙ көйҙәре яңғырап торҙо. Йәш манассылар “Манас”ты һөйләне, алтайҙар, яҡуттарҙың да сығыштары кисәне йәмләне.
“Айгине” мәҙәни-тикшеренеү үҙәге хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтеп үтке килә. 2004 йылда был үҙәк ҡырғыҙстандың тәбиғәт һәм мәҙәниәт мираҫтарын, айырыуса әүлиәләрен өйрәнеү маҡсатында төҙөлә. Етәкселәре Гөлнара Аман ҡыҙы Айтпаева әйтеүенсә, улар ҡырғыҙстанда булған барлыҡ әүлиәләр зыяратын өйрәнеп бөткән тиерлек, хәҙер ҡәберҙәрҙе һаҡлау, изге шәхестәрҙең тормошон ғилми яҡтан тикшереү эштәрен алып баралар. Улар был эште глобаль масштабта башлаған: гранттар алып, сит ил ғалимдары менән берлектә эшләй­ҙәр, китаптарҙы өс телдә − ҡырғыҙ, рус һәм инглиз телдәрендә сығаралар. Әйтергә кәрәк, үкенескә күрә, беҙҙең Башҡортостан был йәһәттән бик ныҡ артта ҡалған. Бөтә Урта Азия, Кавказ, Дағстан үҙ әүлиәләре тураһында күптән инде күпләп китаптар баҫтыра, изгеләрен ололай, зыяраттарын рәтләй, һаҡлай. Ә беҙҙә әле һаман ундай мәҙәни үҙәк түгел, әүлиәләр хаҡында ғилми яҡтан тикшереү үткәрерлек, динде тәрән белгән (Илшат Насиров һәм тағы бер нисә кешенән башҡа) ғалимдар ҙа юҡ кимәлендә. Әммә, Аллаһ бойор­һа, беҙҙә лә боҙ ҡуҙғалыр, тигән өмөттә ҡалайыҡ. Ризаитдин Фәхретдинов: “Әҙип һәм ғалимдары булмаған ҡәүем – бәхетһеҙ, мәшһүр кешеләре булмаған халыҡ – яҡлаусыһыҙ, әҙәбиәте булмаған – рухһыҙ”, − тигән. Шуға ла, илебеҙҙә ғилемле ғалимдар, халҡыбыҙҙың рухи һәм матди мираҫын башҡа милләттәр араһында күрһәтерлек, яҡларлыҡ көслө шәхестәр күберәк булһын, тип теләйек.
Был мәртәбәле конференциянан беҙ икенсе милләттәр мәҙәниәте менән танышып, башҡа халыҡтарҙың нисек йәшәгәнен күреп, үҙебеҙҙе лә күрһәтеп, күңелдәребеҙгә рухи байлыҡ, фәһем алып, тәьҫораттарға байып ҡайттыҡ.

Фәнирә ҒАЙСИНА.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”