RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Юбилейың менән, Белорет!

17.07.2012 Юбилейың менән, Белорет!

Юбилейың менән, Белорет!
Белорет халҡы таң менән аяҡ өҫтөндә ине: тротуарҙарҙы һеперәләр, урамдарҙағы саңды йыуалар, майҙанды биҙәйҙәр – ҡалаға нигеҙ һалыныуҙың 250 йыллығына арналған ҡала көнө айҡанлы байрам саралары бына-бына башланып китергә тейеш. Белорет металлургия комбинатының прокат цехында ҡырҡ йыл эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Ғәббәс ҡәнзәфәров та, өйҙә түҙеп ята алмай, матур итеп кейенеп, ҡырынып майҙан­ға килгәйне. Ул сығышы менән Бүздәк районынан. Ун ете йәшендә уны Белоретҡа ФЗО-ға килтергәндәр.
– Саҡырыу ҡағыҙы колхоз рәйесе улына килгәйне, әммә атаһы улы урынына мине ебәрҙе, – тип һөйләй Ғәббәс Миәссәр улы. – ҡыйын булды, әлбиттә, тыуған ерҙән айырылып сығып китеүҙәре, ләкин рәйескә ҡаршы барып буламы?! Атай менән ағай фронтта башын һалды, яҡлаусы юҡ. Әсәйем, үҙенең аяғындағы йөн ойоҡбашын сисеп кейҙереп, сабатала оҙатты, үҙе ялан аяҡ тороп ҡалды. Ауыр булды комбинатта эшләп китеүе, ләкин түҙҙек. Бөгөн, Аллаға шөкөр, бик матур тормошта йәшәйбеҙ.
Ә Зөлфәр Ишмөхәмәтов Белорет комбинатына эшкә үҙ ирке менән килгән:
– Айыс ауылында тыуып үҫтем, Инйәр урман сәнәғәте хужалығында эшләнем. Аҙаҡ ҡалаға килеп, руда иретеүсе булып эшкә урынлаштым. Урман сәнәғәте хужалығынан һуң бындағы эш еп-еңел, анһат булып күренде, шуға ла күңел биреп, тырышып эшләнем. Бер йыл да үтмәне, фатир бирҙеләр. Һуңынан сортировщик булып күстем. ҡатыным Рауза Йәмлих ҡыҙы менән шунда таныштым, ул бригадир ине. Бергә пенсияға сыҡтыҡ. Бөгөнгө тантана беҙҙең дә байрам ул, нисек өйҙә ятып түҙмәк кәрәк?!
Район советы депутаты, почтамт начальнигы Шайморат Йомағужин да байрам тантанаһынан ситтә ҡалмаған. Үткәлдә тыуып үҫһә лә, ғүмере Юбилейың менән, Белорет!
Белорет ҡалаһы менән тығыҙ бәйле: ошонда мәктәптә белем алған, ошонда хеҙмәт юлын башлаған, ошонда ғаилә ҡорған. Башҡортостан Респуб­ликаһының атҡаҙанған энергетигы, эш буйынса ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, Белоретты гел һағынып ҡайта торғайным, ти: «Минең өсөн иң матур ҡала ул Белорет!» Шайморат Мөхәмәтдин улы менән Металлургтар майҙанында асылған «Белорет – кисә, бөгөн, иртәгә» исемле күргәҙмәлә таныштыҡ. Унда сәнәғәт предприятиелары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, социаль өлкә учреждениеларының экспозициялары урын алғайны. Байрам тап ошонда башланды ла инде. ҡала юбилейында ҡатнашҡан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов предприятиеларҙың продукцияһы, производство күләме менән танышты, халыҡ менән аралашты. Белорет менән бәйле сувенирҙар һатылған өҫтәлдәрҙе үткәндә, Президент Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Мироновҡа ҡаланың логотип-символын булдырырға кәңәш итте: «Ул ошо төбәктең бөтә төрлөлөгөн, гүзәллеген сағылдырырға тейеш». Рөстәм Хәмитов реконструкциянан һуң асылған «Металлург» кинотеатрына ла инеп сыҡты. Оҙаҡ йылдар буйына ҡаланың йөҙөк ҡашы булған бина 1954 йылда төҙөлгән. Иҫкергәс, уны 2006 йылда капиталь ремонтҡа яптылар. Эшҡыуар Данис Йыһаншин уға яңынан йән өрҙө тиһәң дә була, сөнки «Металлург» бөгөн эстән дә, тыштан да өр-яңы кеүек балҡып тора.
– Тарихи һәм архитектура ҡомартҡыһы булараҡ, кинотеатрҙың йөҙө тулыһынса һаҡланды, – тип һөйләне эшҡыуар. – Кинотеатр заманса ҡорамалдар менән йыһазлан­дырыл­ған, халыҡ рәхәтләнеп төрлө фильм­дар ҡарай ала. Кино күрһәтеүҙән тыш, бында тематик кисәләр, күргәҙмәләр, концерттар ҙа үткәреләсәк, кафе һәм ресторан эшләйәсәк.
Президент, башҡарылған эштәрҙе юғары баһалап, креслоларҙың уңайлылығын билдәләне: «Металлург» мотлаҡ ҡаланың төп ял итеү үҙәктәренең береһе буласаҡ».
Белореттарҙы иң ныҡ ҡыуандырған яңылыҡтарҙың береһе – «Ынйыҡай» балалар баҡсаһының асылыуы. Һәм республика башлығы ошо ҡыуанысты ихлас бүлеште. Заманса балалар баҡсаһы 220 балаға иҫәпләнгән, бүлмәләр иркен, яҡты, йылы, бассейн да бар. Уҡытыусы Лена Фәйрүзова, ҡыҙым тыуғас та сиратҡа баҫҡайныҡ, ниһайәт, өс йыл тигәндә, сиратыбыҙ етте, ти: «Быйыл миңә эшкә сығырға кәрәк, шуға ла ҡыуанып бөтә алмайым. Йәшәгән еребеҙҙән алыҫыраҡ инде, ләкин был проблеманы машина ярҙамында хәл итәсәкбеҙ. Иң мөһиме – балабыҙ балалар баҡсаһына йөрөйәсәк!»
Рөстәм Хәмитов, йыл аҙағына тиклем Белоретта тағы ла бер балалар баҡсаһы, киләһе йыл мәктәп асыласаҡ, тигән һөйөнөслө хәбәр менән бүлешкәс, ата-әсәләр саҡ «ура» ҡысҡырманы – бөтә ҡалаларҙағы кеүек бында ла балалар баҡсаһында урындар етешмәү проблемаһы киҫкен тора.
Тау саңғыһында шыуыу үҙәгендә барған эштәр менән танышҡандан һуң Рөстәм Хәмитов «Металлург» стадионына юлланды.
– 250 йыллығын билдәләгән Белорет ҡалаһында булыу оҡшай миңә, – тине республика башлығы, халыҡты тәбрикләп. – Белорет һуңғы йылдарҙа яҡшы яҡҡа үҙгәрә: юлдар һалына, йорттар төҙөлә, яңы объекттар сафҡа индерелә, ҡаланың төп предприятиеһы – Белорет металлургия комбинаты коллективы уңышлы эшләп килә, бәләкәй һәм урта бизнес предприятиелары дәррәү ҡалҡа. Дөйөм алғанда, Белорет – республикабыҙҙың иң яҡшы ҡалаларының береһе, тип иҫәпләйем, һәм уның гүзәл киләсәге бар, сөнки бында гүзәл, эшһөйәр, көслө кешеләр йәшәй. ҡала артабан да сәскә атһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, тип ышандырам.
Артабан Рөстәм Хәмитов «иң-иң»дәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Алексей Занин, Гөлйөҙөм Мостафина, Владимир Рязанов республиканың Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Рифҡәт Аралбаев, Александр Егонин, Риф ҡаҙанбаев, Мәсәғүт Фазлиәхмәтов, Александр Соснов, Геннадий Кольцов, Юрий Симоновтың тырыш хеҙмәте «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙан­ған металлургы» исеме менән билдәләнде. Зәбир Әхипйәновҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре», «Дефицит» театр-студияһы етәксеһе Андрей Жеряковҡа һәм үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Рәшит Мөхәмәҙиевҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре», Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаевҡа «Башҡортостан Республи­каһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре» исеме бирелде.
Тамашасыларҙы байрам менән ҡотлаған Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов яҡташтарына тырыш хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте: «Беҙ бергә, берҙәм булғанға эшебеҙ алға бара. Шулай уҡ республика Президентына, хөкүмәтенә, ҡала предприятиелары һәм ойошмаларына ла ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт!». ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә оло өлөш индергән ҡала хакимиәтенең элекке хеҙмәткәрҙәре Иван Васютин менән Вячеслав Никитин, шулай уҡ район советы депутаты, 21-се мәктәп директоры Владимир Кривоус «Белорет ҡалаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе менән наградланды. «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» Бөтә Рәсәй миҙалы менән билдәле уҡытыусылар Роман Григорьевич һәм Светлана Александровна Хазанкиндар ғаиләһе бүләкләнде.
Байрамдың тантаналы өлөшөнән һуң «Дефицит» театр-студияһы, ҡала мәҙәниәт һарайы, ауыл мәҙәниәт йорттары артистары ҡатнашлығында «Тарих кинолентаһы» исемле театрлаштырылған тамаша башланды. Ошо ваҡытта исемдәре аталмаһа ла, Белореттың данын арттырған Советтар Союзы Геройҙары Зөбәй Үтәғолов һәм Шаһи Ямалетдинов, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Ғайсар Аҫыл­ғужин, Дәүләткирәй Йәнгәрәев, Сәғиҙә Мөхәмәтдинова, Фәтих Сөләймәнов һәм башҡа билдәле шәхестәр­ҙе күптәр иҫләне – ике йөҙ ҙә илле йыллыҡ тарихҡа уларҙың да исемдәре алтын хәрефтәр менән яҙылған.
Белорет ҡалаһының юбилейын йырсы Игорь Корнелюк, «Самоцветы» һәм «Отпетые мошенники» төркөмдәре лә уртаҡлашты. Ә байрам сараларына нөктәне фейерверк ҡуйҙы.
... Валерий Ермилов менән Светлана Сучкованың ҙур, татыу ғаиләһе дөйөм сараларҙа ҡатнашманы. Сөнки был көндө улар­ҙың үҙҙәренең байрамы ине – ҡала хакимиәте республика бюджетынан бүленгән аҡсаға уларға йорт һатып алып бүләк итте. Былтыр ун өс бала тәрбиәләнгән ғаилә йәшәгән йортта янғын сығып, улар урамда тороп ҡала. Тверь өлкәһенән тыуған ерҙәренә күсеп килгән ошо күп балалы ғаилә хаҡында хәбәрҙар булған республика Президенты уларға ярҙам ҡулы һуҙҙы, һәм бынан ары Ермиловтарҙың ғаиләһе өсөн 14 июль – иң бәхетле көндәрҙең береһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”