RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иң билдәле ун сиам игеҙәге

13.07.2012 Иң билдәле ун сиам игеҙәге

Иң билдәле ун сиам игеҙәге
Сиам игеҙәктәре инә күҙәнәктең дөрөҫ бүленмәүе арҡаһында барлыҡҡа килә. Уларҙың ҡайһы берҙәре бала табыр­ға һәләтле була һәм сиам игеҙәктәренең тулыһынса сәләмәт сабыйҙары тыуа. Элекке заманда бындай кешеләрҙе ниндәйҙер бер ҡот осҡос йән эйәләре итеп ҡабул итеп, үлтергәндәр, хатта усаҡтарҙа яндырып харап иткәндәр. Хәҙер уларҙы йыш ҡына бәләкәй саҡтарында уҡ айырыр­ға тырышалар. Әле һаман да медицинала сиам игеҙәктәрен айырыу иң ауыр операция булып һанала. Үкенескә күрә, ҡайсаҡ игеҙәктәрҙең икеһенә бер орган була, йөрәк, бауыр, ашҡаҙан кеүек органдары берәү генә булған осраҡта уларҙы айырыу мөмкин түгел. Айырған ваҡытта ла улар­ҙың береһе мотлаҡ үләсәк. Ә айырмаһаң, балалар бәләкәй саҡта уҡ яҡты донъя менән хушлаша. Сөнки организм ике кеше кәүҙәһенең эшмәкәрлеген күтәрә алмай.
Сиам игеҙәктәре һәр ваҡыт тыуған. Улар хаҡында мәғлүмәт 945 йылда уҡ яҙып ҡалдырылған. Айырылмаған сиам игеҙәктәренең береһе үлһә, бер көндән дә артыҡ тормай, икенсеһе лә теге донъя­ға китә.
Бөгөн һеҙгә иң билдәле ун сиам игеҙәге тураһында һөйләмәксебеҙ.

Энг һәм Чанг Банкер

Был ике малай 1811 йылда Таиландта тыуған, ул ваҡытта был ил Сиам тип аталған булған. Бер-береһенә тоташып тыуған кешеләрҙе “сиам игеҙәктәре” тип атау ошо ваҡиғаға бәйле лә инде. Малайҙарҙың исеме “Уң” менән “Һул” тип тәржемә ителә. Улар бер-береһенә күкрәк тирәһендә тоташҡан булған. Сабыйҙар тыуғас, ул ваҡыттағы Таиланд аҡһаҡалдары уларға үлем хөкөмө сығарған. Сөнки малайҙар ахырызаманға килтерә тип һанағандар. Балалар мөғжизә менән генә иҫән ҡалған һәм уларҙың исеме бөтә донъяға таралған. Игеҙәктәр ябай булмаған кәүҙәләре менән бик күп аҡса эшләүгә өлгәшкән. Егеттәр бер туған Аделаиде һәм Сара Энн исемле ҡыҙҙарға өйләнгән. ҡатындар икәүләшеп сиам игеҙәктәренә 21 бала табып биргән.

Зита һәм Гита Резахановалар

Зита менән Гита сиам игеҙәктәре араһында иң популярҙарҙан һанала. ҡыҙҙар ҡырғыҙстанда тыуған. Уларҙы 2003 йылда операция ярҙамында айырғандар һәм ҡыҙҙар икеһе ике кеше булып йәшәй башлаған.
Кристина һәм Вероника Кайгородцевалар

Хакасияла тыуған ҡыҙҙар бер-береһе менән янбаш тирәһендә тоташҡан булған. Үкенескә күрә, уларҙың икеһенә уртаҡ һөйәктәр, органдар күп кенә булған. ҡыҙҙарҙы Мәскәү табиптары айырған һәм улар, дауахананан сығып, үҙ йорттарында йәшәй башлаған. Тик көслө һәм сәләмәт Кристина һәйбәт кенә үҫкән, ә Вероника, игеҙәген ҡыуып етә алмайынса, көндән-көн нығыраҡ сирләп, яҡты донъя менән хушлашҡан.

Маша һәм Даша Кривошляповалар

Игеҙәктәр 1950 йылда, бер-береһенә янбаш тирәләре менән тоташып, өс аяҡлы булып тыуған. Уларҙы ата-әсәһенән тәжрибә үткәреү өсөн алып китәләр һәм ҡыҙҙар ете йыл буйы СССР Фәндәр академияһының Педиатрия институтында йәшәй. Бынан һуң сиам игеҙәктәрен моторика өлкәһендә проблемалары булғандар өсөн махсуслашҡан интернатта йәшәтәләр һәм үлгәнгә тиклем ҡыҙҙарҙы аҡыл­ға һай тип һанайҙар.
Маша менән Дашаның яҙмышы бик күңел­һеҙ. Улар бер ваҡытта ла ата-әсәһе менән йәшәмәй, интернаттан һуң ғүмерҙәре аҙағына тиклем ҡарттар йортонда була.

Лючио һәм Симпличио Година

Улар 1908 йылда тыуған. Бер туған малай­ҙар донъяла бик оҫта бейеүсе булып таныла. Лючио менән Симпличио игеҙәк ҡыҙҙарға өйләнә һәм бергәләп бейей башлай. ҡыҙҙар ябай игеҙәктәр була.
Лючио 28 йәшендә бөйөр сире менән ҡапыл ғына үлеп китә, Симпличионы үлгән ағаһынан айырып алып ҡотҡарырға тырышалар, тик ул да, өс көн дә тормай, яҡты донъя менән хушлаша.
Виталия һәм Вилия Тамулявичустар

ҡыҙҙар 1987 йылда Литвала тыуған. Улар, бер-береһе менән баштары тирәһендә тоташ­ҡанлыҡтан, иң һирәк сиам игеҙәктәре булып һанала. Шулай ҙа табиптар ике ҡыҙҙы айыра алған – 1989 йылда Мәскәүҙә уларға уңышлы операция яһалған.

Роза һәм Джозефа Блажек

Бер-береһе менән янбаш тирәһендә тоташ­ҡан ҡыҙҙар 1872 йылда Богемияла тыуған. Улар 1892 йылда уҡ бөтә донъяға арфа һәм скрипкала уйнап танылыу яулаған. Был балалар тыуғас, ата-әсәһенең ҡото осҡан һәм ҡыҙҙарҙы үлтереү өсөн бер нисә көн ас тотоп та ҡараған. Сәләмәтлектәре бик ныҡлы булған ҡыҙҙар, ул замандағы тормоштоң бөтә ауырлыҡтарын еңеп сығып, оҙаҡ ҡына ғүмер кисергән.

Дэйзи һәм Виолетта Хилтон

Был сиам игеҙәктәре оҙаҡ ваҡыт циркта сығыш яһаған һәм фильмдарҙа ла төшкән.

Джованни һәм Джакомо Точчи

Малайҙар 1877 йылда Италияла тыуған. Улар алтынсы ҡабырғаларына тиклем бөтөнләй бер-береһенә оҡшамаған ике кеше булған, ә ҡабырғаларҙан аҫта – икеһе лә бер иш. Егеттәр оҙаҡ ваҡыт циркта сығыш яһаған, бик етеш йәшәрлек аҡса эшләгән. Оҙаҡ ҡына йәшәгәндәр – 63 йәшкә тиклем.

Абигейл һәм Бриттани

Был сиам игеҙәктәре 1990 йылдың 7 мартында Америкала тыуған. Әлеге көндә улар операция ярҙамында айырылмаған иң оло сиам игеҙәктәре итеп билдәләнә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”