RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Усаҡ һүнмәһен, нәҫел ебе өҙөлмәһен

06.07.2012 Усаҡ һүнмәһен, нәҫел ебе өҙөлмәһен

Усаҡ һүнмәһен, нәҫел ебе өҙөлмәһен
Үткән аҙнала Ейәнсура районының өс ауылында – Иҙәштә, Яңыбайҙа, Ибрайҙа гөрләп «Шәжәрә», «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы уҙҙы. Гәзитебеҙҙең был һанында Иҙәш менән Яңыбайҙағы байрамдар хаҡында бәйән итмәксебеҙ.

Иҙәш

Ауылдаштар үпкәләмәһен инде ҡушаматтарын республика кимәлендә таратҡанға – районда ауылды «ҡытай» тип кенә ебәрәләр. Халҡының күп булыуына ҡарап әйтәләр быны. Иҙәштәр үҙҙәре лә исемгә күнеккән. Уның ҡарауы, оптималләштереү елдәре ауыл мәктәбен урап үтә. 90-сы йылдарҙан һуң ғына урта мәктәпкә әйләнгән белем усағын ябыу хаҡында һүҙ күтәрелмәй ҙә хатта. Бөгөн 111 уҡыусы иҫәпләнә, мәктәп янындағы балалар баҡсаһына ла 25-тән ашыу бала йөрөй. ҡасандыр беҙ ҙә бер класта ғына 31 бала уҡыһаҡ, бөгөн клас­таштарым – Вәсилә еңгә менән Фаиз ҡыуатовтар – биш, Әлфинур еңгә менән Радмир ҡыуандыҡовтар – алты, Рәфиә менән Шәйнур еҙнә Күскилдиндар – ете, Гөлкәй менән Артур еҙнә Ишмырҙиндар ете бала тәрбиәләй. Бер синыфтан ике әсәнең, ике клас­таштың ҡатынының «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгәне бармы икән?
Иҙәштә элек-электән ҡыуандыҡовтар, ҡәҙербаевтар, Мөхәмәтйәновтар, Ураҡаевтар, Ишкининдар, Ишмырҙиндар, Фәйрушиндар, Мусаҡаевтар, Уразовтар, ҡунаҡбаевтар, Ғайсаровтар, Байгилдиндар, Фәйзуллиндар династиялары йәшәгән. Ситтән килеп урынлашыусылар бик аҙ. Сәбәптәре төрлөсә. Иҙәштәр ситтәрҙе үҙ араһына бик индереп бармай, ә үҙ-ара бик татыу, дуҫ көн күрә. Хатта заманындағы репрессия елдәре ауылға ҡағылмай – халыҡ бер-береһе өҫтөнән ялыу яҙмай. Башҡортостаныбыҙ ҙа ошо ауыл кеүек булһа икән дә бит.
Усаҡ һүнмәһен, нәҫел ебе өҙөлмәһен
Тәбиғәтенең матурлығын тәфсирләп яҙып та тормайым. Шуныһын ғына әйтеү ҙә етә – Иҙәш йылғаһында бәрҙенән, суртандан башҡа балыҡ юҡ. Уныһын да ҡурҡа-ҡурҡа ғына яҙам әле, хәҙер деликатес ашарға яратыусылар күп бит, килеп йонсоторҙар йә. Улай тиһәң дә, ауыл­ға кемгәлер төбәп бармаһаң, имен-аман ҡайтырмын тимә. Хатта элек-электән милиция, бөгөн полиция инде, хеҙмәткәрҙәре лә уны урап уҙырға тырыша.
Республика кимәлендә исемдәре билдәле ауылдаштары ла күп иҙәштәрҙең. Яңы ғына юбилейын билдәләгән яҙыусы Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллина, тарихсы Дамир Күскилдин, ағалы-ҡустылы Наил һәм Нурвил Сөләймәновтар, мәрхүм шағир Ғилман Ишкинин, журналистар Фәтих Абдуллин, Зөлфиә Фәйрушина, йырсы-композитор Минзирә Аҡҡошова һ.б. Бына ошондай данлы кешеләрҙе биргән ауыл халҡы 29 июндә, быға тиклем Ейәнсура районында булмағанса туғыҙ тирмә ҡороп, ситтә йәшәгән ауылдаштарын йыйҙы.
Байрамға әҙерлек былтыр уҡ башлана. Үтәғол ауыл хакимиәте башлығы Хәйҙәр Сәйфетдинов әйтеүенсә, халыҡ тәүҙә, нимәгә кәрәк ул байрам, тиеберәк ҡараһа ла, аҙаҡ дәртләнеп эшкә тотона. Йәш етәксенең тәүге етди эше булғас, ул да байрамды үткәреүгә бөтә көсөн һала. Тиҙ арала ауыл кейәүгә сы­ғыр­ға йыйынған кәләштәй матурая. Өсҡат менән Иҙәште тоташтырыусы баҫманың яңыртылыуы ғына ла халыҡты күпме бәләнән ҡотҡара.
Усаҡ һүнмәһен, нәҫел ебе өҙөлмәһен
Шуныһы ҡыуаныслы – ауылым тип янып йөрөүсе егеттәр ярҙам ҡулы һуҙырға ашыға. Элекке кеүек иҙәштәр ҙә, колхоз булыр әле, тип бер аҙ бушҡа ышанып йөрөгәндән һуң ең һыҙғанып яңы тормошҡа яраҡлашырға тотона. Шундайҙарҙан Мансур ҡәҙербаевты, Радмир ҡыуандыҡовты, Рим Байгилдинды, Ирәндек ҡобағошовты, Фәһим һәм Илшат Ура­ҡаевтарҙы, Варис Мөхәмәтйәновты миҫалға килтерергә була. Кемдер пилорама аса, кемдер теплицала йәшелсә үҫтерә, кемдер бура бурай, магазин асып һатыу итә. Фаиз ҡыуатов иһә бөтә көсөн бал ҡорттарын ҡарауға бирә. ҡалған ир-егеттәр ҙә тик ятмай – йә Себерҙә, йә яҡын тирәләге ҡалаларҙа ғаиләһен ҡарарлыҡ аҡса таба.
Беҙ кемдән кәм, тигән кеүек, Ура­ҡаевтар араһы байрамға хатта ике тирмә ҡороп ҡуя. Ә тирмәләрҙә нимә генә юҡ! Быуа эшләп, балыҡ та ебәрелгән, эргәлә генә ҡурай еләге бешә. Иллә балалар рәхәтләнде инде ҡурай еләгенә. Башҡорттоң боронғо эш ҡоралдары ла, араның төплө эшләнгән шәжәрәһе лә, хатта, комиссия ағзаларын аптыратып, сабыйын имеҙеп ултырған әсә лә тирмәнең бер йәме була икән дә. Республика кимәлендә лә бындай энтузиазм менән биҙәлгән тирмәләрҙе осратмаҫһың. Әлбиттә, һәр байрамдың күрке булған спорт ярыштары, уйындар бик күп ойошторолдо. Тағы бер нәмәне билдәләмәйенсә булмай – бер кем дә һорамаһа ла, билдәле журналист Дәүләткирәй Мәһәҙиевтың улы, Өфөләге «Дельрус» компанияһы директоры Рәхим Мәһәҙиев иҙәштәргә бер ҡосаҡ бүләк ебәрә. Уның әсәһе лә ошо ауылдан бит. Бәйгеләрҙә еңеүселәр электр ит турағысын, сәйнүкте, үтекте файҙаланған һайын уға рәхмәт уҡыр әле. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рауил ҡунаҡбаев иһә мәктәпкә автобус, мәҙәниәт йортона яңы аппаратура бүлеүҙәре хаҡында белдерҙе. Ул аппаратураны ауыл таланттары һынап та ҡараны инде. Хатта байрам шатлығын уртаҡлашырға килгән район артистары – Фәйрүзә Хәсәнова, Вафа Мәүлетов, Радмир Дәүләт­бәков, Сәүиә Йән­сурина, Айгиз Түлә­баевтар, бынау хәтле йырсы-бейеүселәрегеҙ бар, беҙҙе нимәгә саҡырҙығыҙ инде, тип, «местный»ҙарҙы ҡупайтып та ебәрҙе.
Усаҡ һүнмәһен, нәҫел ебе өҙөлмәһен
«Бына яңы мәсеткә генә нигеҙ һалып өлгөрөп булманы», – тип бер аҙ көйөбөрәк йөрөй ине Радмир ҡыуандыҡов. Баҡтиһәң, эшҡыуар ауылдаштарының рөхсәте менән иман йорто өсөн урын әҙерләп тә ҡуйған икән. Шундай егеттәргә «афарин»дан башҡа ни әйтерһең! Нисауа, киләһе осрашыуға тиклем яңы мәсет тә булыр, тип өмөтләнәйек. Ана бит, ҡунаҡҡа ҡайтыусыларҙың күбеһе, ни эшләп беҙҙе лә ойоштороу эштәренә ылыҡтырманығыҙ, тип, төҙөлөшкә үҙ өлөшөн индерәсәге хаҡында белдерҙе. Иң мөһиме, халыҡ ошондай саралар­ҙың ауылдың киләсәге өсөн бик кәрәкле булыуына тағы бер инанды.

Күргәндәрен, ошо ауылда тыумаһа ла, күптән Иҙәш кешеһенә әйләнгән
Артур Дәүләтбәков бәйән итте.
Розалия Сәйфетдинова һәм
автор фотолары
.


Яңыбай

30 июндә Яңыбай ауылында ҡарасуриндар, ҡужәхмәтовтар, Хөсәйеновтар, Күсәковтар, Күҙә­шевтар, Мортазиндар үҙ тамырҙарын барланы. Ошо уҡ көндө мәсет асыу тантанаһы ла булып үтте.

Яңыбайҙарҙың тантаналы сараһы яңы төҙөлгән мәсет алдында башланды. Уны ауыл биләмәһе башлығы Самат Зият улы ҡансурин асты. Артабан ауыл муллаһы Хәлит ағай Солтанов һүҙ алып, мәсетте төҙөүгә көс түккән ауылдаштарының исемдәрен атаны, уны төҙөкләндереүгә аҡсалата ярҙам иткән ҡан-ҡәрҙәштәренә (улар бик күп ине) йөрәк түренән сыҡҡан оло рәхмәттәрен еткерҙе. Ғаиләләренә, үҙҙәренә Аллаһы Тәғәләнең сауаптарын насип итһен, тине сығыш яһаусы. Мәсетте төҙөүгә яңыбайҙар дәррәү күтәрелгән, кесеһе лә, олоһо ла берҙәй булып ҡулынан килгәнсә башланған изге эште аҙағына еткереүгә тос өлөштәрен индерергә тырышҡан, бер кем дә ситтә ҡалмаған. Ысынлап та, сығыш яһаусыларҙың һәр береһенең телмәрендә был һүҙҙәр ҡыҙыл еп булып үтте. Кемдәр туранан-тура мәсет төҙөү эшендә ҡатнаша алмаған, ошо тантаналы сарала махсус әҙерләнгән йәшниккә үҙ иғәнәләрен индер­ҙе.
Муниципаль район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Басир Ғәфүрйән улы Хәбибуллин да яҡташтары алдында телмәр тотоп, уларҙы ошо оло ваҡиға – мәсет асылыу тантанаһы менән тәбрикләне. Мәсеткә Түбәнге Мәмбәтша мәсетенең метрика китабынан алынған мәғлүмәттәр­ҙең тәржемәһе лә, төп нөсхәһе лә баҫыл­ған китапты бүләк итте. Был эштә уға Иҫәнғолдан тарихи ҡомартҡыларҙы өйрәнеүсе Иршат Йәнбирҙин ярҙам ҡулы һуҙған. Әйткәндәй, был китап 20 данала баҫылған һәм уны Басир Ғәфүрйән улы ауыл китапханаһына, мәктәпкә лә бүләк итте. Ә үҙ ғаиләһе исеменән ул мәсеткә 5 мең һум иғәнә индерҙе.
Төштән һуңға яңыбайҙар һәм ситтән ҡайтҡан ҡунаҡтар Шәжәрә байрамы үтә торған майҙанға ағылды. Унда һәр ара үҙ шәжәрәһен барлап, тирмәһен ҡорған. Һәр ара сәхнәгә сығып үҙҙәрен яҡланы. Ғөмүмән, Яңыбай ауылында һәр ырыуҙың ғорурланып телгә алырлыҡ үҙ шәхестәре бар. Мәҫәлән, ҡужәхмәтовтар Ирек Сабирйән улы Сабировты үҙ ырыуының арҙаҡлы шәхесе тип иҫәпләй. Ул районыбыҙ йәмәғәтселегенә киң билдәле булмаһа ла (ни тиһәң дә, СССР-ҙың Дәүләт именлек комитеты (КГБ) структураһында хеҙмәт иткән кеше бит), ғүмер юлы халҡына, иленә намыҫлы хеҙмәттә үткән.
Мортазиндар ырыуынан Хәким Мортазин – Башҡортостан Республи­каһының атҡаҙанған артисы, Әбдел­ғәзиздең балалары Рәҡиә, Зәки, Рәйсә Медногорск ҡалаһында йәшәй һәм сауҙа өлкәһендә уңышлы эшләп йөрөй. Нурвил Мортазин хәҙерге ваҡытта ауыл мәҙәниәт йортона етәкселек итә.
Күҙәшевтар ара­һында төрлө һөнәр кешеләре бар. Мә­ҫәлән, яңы колхоз төҙөлөшө башланған йылдарҙа коллектив хужалыҡта рәйес булып Шамил Кү­ҙәшев эшләгән. Хәҙерге быуындан Тәнзилә, Хөсәйен Күҙәшевтар «БР-ҙың мәғариф отличнигы», Илдар Күҙәшев «БР-ҙың атҡаҙанған юл төҙөүсеһе» исемдәрен йөрөтә. Алис менән Иҙел Күҙә­шевтар эске эштәр бүлеге хеҙмәтен һайлаған.
Күсәковтар нәҫеленән Ишғәле Күсәков – һуғышҡа тиклемге ауыр йылдарҙа ауыл советы рәйесе, ике тап­ҡыр коллектив ху­жалыҡ рәйесе йөгөн тарта. Хәҙерге бы­уындан Факил Күсә­ков та тәүҙә ҡужанаҡ, аҙаҡ Иглин районы Аҡбирҙе ауыл биләмәләрендә хакимиәт башлығы булып эш­ләй.
Яңыбай ауылы тарихында Хөсәйеновтар нәҫеленең дә индергән өлөшө ҙур. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәлиән Хөсәйенов 32 йыл буйы ауыл советы рәйесе йөгөн тарта. Уның бер туған ҡустыһы Нурый 22 йыл колхоз рәйесе булып эшләгән. Шәкир Нурый улы 1983 йылда партия райкомында ойоштороу бүлеге инструкторы, 1984 − 1988 йылдарҙа – “Инәк” совхозында партия ойошмаһы секретары, 1988 − 1992 йылдар­ҙа – “Салауат” колхозында рәйес, 1992 − 2003 йылдарҙа Яңыбай ауыл советы рәйесе лә, бер үк ваҡытта колхоз рәйесе лә булып эшләй.
Шәжәрә байрамы барышында сараны үткәреүгә тос өлөш индергән уңған ғаиләләргә ауыл советының Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды. Төплө һәм йөкмәткеле төҙөлгән ҡансуриндар шәжәрәһенә 1-се урын бирелде. “Иң яҡшы шәжәрә” номинацияһында – ҡужәх­мәтовтар менән Күсәковтар, дәртләндереү призы менән Хөсәйеновтар, Күҙәшевтар, Мортазиндарҙың шәжәрәләре билдәләнде. Рәсимә Янбаева менән Гөлъямал Хисмәтова “Иң яҡшы баҡса” номинацияһында еңеүсе булды. Район мәҙәниәт бүлеге артистары яңыбайҙарҙың Шәжәрә байрамын сағыу йыр-моңдары менән биҙәһә, ауылдың һәүәҫкәрҙәре лә һынатманы, үҙҙәренең йыр-моңға ғашиҡ булыуын күрһәтә алдылар.

Миҙхәт АҪЫЛБАЕВ.
Автор фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”