RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сит планета вәкилдәре кешеләрҙе нисек талаған?

06.07.2012 Сит планета вәкилдәре кешеләрҙе нисек талаған?

“Алло! Полициямы?” Экстре­маль хәл-ваҡиға тыуғанда, тиҙ ярҙам һорап шылтыратыу был. «Эйе, йыш ҡына шулай, ләкин гел түгел. Төрлөһө лә була», – тиҙәр Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы дежур часы хеҙмәткәрҙәре. “Минең тәҙрәм аҫтында президентты туҡмайҙар”, “сит планета вәкилдәре таланы”, “минең күршеләрем розеткаға безелдәй” – был бер көн эсендә ишеткән “хәл-ваҡиғалар”ҙың бер нисә миҫалы ғына. Полиция хеҙмәткәрҙәренең бындай хәбәрҙәргә зарланыуын аңларға ла була. Сөнки, Закон буйынса, уларҙың һәр береһе иғтибарға алынырға тейеш.
Ысынлап та, дежур часть телефоны бер генә минутҡа ла тынманы. Беҙ наряд менән ебәргәндәрен түҙемһеҙләнеп көттөк. Киләһе саҡырыу Өфөнөң Вологда урамынан килде. Был адрес полиция хеҙмәткәрҙәренә күптән таныш. Фатирҙа тәртип һаҡлаусыларҙы көнөнә бер нисә тапҡыр саҡырыусы яңғыҙ пенсионер ҡатын йәшәй. Уның әйтеүенсә, өй янында бер нисә кеше Президентты туҡмай. Ә пенсионер ҡатын үҙе бөтөнләй тиерлек күрмәй. “Күргәндәре” хаҡында ул дежур часҡа гел хәбәр итә икән. ҡатындың һүҙҙәренсә, уның 40 йәшлек улы илде етәкләй.
– Улымды һайланылар, ул бар президенттарға ла президент, ә уны ҡалай йәберләйҙәр! Бына күптән түгел билдәһеҙ кешеләр уны рельстарға бәйләгән һәм поезд үткәнен көткән, – тип илай пенсионер ҡатын. – Уны туҡмай­ҙар, ә улым һуңынан үҙенең эшенә бара алмай. Күгәргән йөҙ менән нисек телевизорҙан сығыш яһаһын инде?!
Был осраҡ көлкөлө күренһә лә, участка уполномоченныйының йөҙөндә һис тә йылмайыу тыуҙырмай. Нимә генә булһа ла, полиция хеҙмәткәре хәл-ваҡиғаның барлыҡ сәбәбен белергә тейеш.
Орджоникидзе районының дежур часына көнөнә 30-ҙан ашыу ошондай мөрәжәғәт килә. Тап шунса тапҡыр тикшереү-оператив төркөмдәр саҡырыу­ҙарға сыға, ялған мәғлүмәттәргә ваҡытын сарыф итә. Сөнки полиция хеҙмәткәрҙәре һәр шылтыратыуға бәйле сара күрергә бурыслы.
– Тәүлегенә дежур часҡа 200-ҙән ашыу шылтыратыу килә. Улар иғтибарһыҙ ҡалмай, барыһы ла мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алыу журналына теркәлә, – тип һөйләй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы буйынса полиция бүлегенең дежур сменаһы етәксеһе Роберт Кадымов. – Ләкин нормаль эшләүгә күбеһенсә ҡайҙа һәм ниндәй һорау менән мөрәжәғәт иткәндәрен аңламаған иҫерек граждандарҙың шылтыратыуы ҡамасаулай.
Күршеләрҙең насар холҡона зарланып шылтыратыуҙар полиция хеҙмәткәрҙәре өсөн “классика”ға әүерелеп бара. Шундай шылтыратыу менән дежур часҡа Рима Юрий ҡыҙы мөрәжәғәт итте. Өлкән йәштәге ҡатын Шота Руставели урамында урынлаш­ҡан фатирында ғәҙәттән тыш хәл режимын иғлан иткән һәм “02” һандарын йыш йыя. Дежур частың операторҙары уны тауышынан уҡ танып тора. ҡатын гел күршеләренә зарлана – йәнәһе лә, улар енәйәт ҡыла. Йә наркопритон ойошторола, йә йыйылышып эсәләр һәм уның әйбер­ҙәрен урлайҙар икән.
– Бына һеҙгә һорау, нишләп күршеләрем минең эргәнән китмәй? Әгәр мин, улар әйтеүенсә, насар булһам, үҙемдең эштәрем өсөн яуап бирмәһәм, нишләп икенсе урынға күсмәйҙәр? Барыһы ла минең янда йәшәй, минән өҫтәге ҡаттағылар ҙа шул иҫәптә, – ти пенсионер. – Улар миңә йоҡларға ирек бирмәй, төн буйы фатирҙарында йөрөй һәм төн үткәнсе 200 тапҡыр сүкеш менән нимәгәлер һуға. Кем быға сыҙай алыр?!
Ошо уҡ йортта йәшәүсе күршеләре икенсерәк фекерҙә: “Был өлкән йәштәге ҡатынды барыһы ла белә. Уның аҡылы һау түгел! Ул барыһын да үҙенең уйҙырмалары менән ялҡытып бөттө, йәшәргә ирек бирмәй! Беҙ уға иғтибар итмәҫкә тырышабыҙ, уның оло булыуын ихтирам итәбеҙ”.
Полиция хеҙмәткәрҙәре “02“ телефонына шылтыратыу­ҙарҙың ҡайһы берен ялған саҡырыу тип билдәләй. Ә бының өсөн штраф һалына. Тәртип һаҡлаусылар әйтеүенсә, был шылтыратыуҙар мөһимерәк осраҡтарҙы асыҡлауға тәғәйенләнгән ваҡытты, көстө һәм сараларҙы талап итә. Ошо уҡ ваҡытта кемдер ысынлап та ярҙамға мохтаж бит.

Мәҙинә ХӨСӘЙЕНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”