RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәштәр алдында бар юлдар ҙа асыҡ

29.06.2012 Йәштәр алдында бар юлдар ҙа асыҡ

Йәштәр алдында бар юлдар ҙа асыҡ
Өфө ҡалаһы округы буйынса ҡала хакимиәте ҡарамағындағы йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Урал Килсенбаев менән комитеттың эшмәкәрлеге һәм йәштәр тормошо тураһында һөйләштек.

− Урал Таһир улы, комитет йәш быуын менән ниндәй юҫыҡта эш алып бара?
− Өфө ҡалаһында 30 йәшкә тиклемге 459 мең кеше иҫәпләнә. Уларҙың тормошона ҡағылған бар өлкәне лә алырға тырышабыҙ. Спорт, мәҙәни, мәғариф, рухи һ.б. йүнәлештәрҙә маҡсатлы эшмәкәрлек алып барыла. Үҫмерҙәр, студенттар, эшләүсе йәштәр һәм йәш ғаиләләр менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ.
Беҙҙең ҡарамаҡта – 81 үҫмерҙәр клубы, унда бөтәһе 480 түңәрәк-секция бар. Йыл әйләнәһенә тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған бихисап сара уҙғарыла. Әйткәндәй, уларҙың барыһы ла бушлай. Тик ниңәлер күптәр ундай клубтарҙың барлығы хаҡында бөтөнләй белмәй, йә түләүле тип уйлай. Беҙҙең www.juniorufa.ru сайтында клубтар менән танышып, балаларығыҙҙы йөрөтә башларға мөмкин.
Йәштәрҙең иң әүҙем һәм дәртле өлөшө − студенттар менән әүҙем эшләйбеҙ. Кисә “Йәш ғалимдар советы” республика йәмәғәт ойошмаһының фирҡәһен булдырҙыҡ. Көҙгә табан студенттар араһында ғилми эштәр буйынса конкурс иғлан итергә иҫәп тотабыҙ. Был уларҙы яңы үрҙәргә, асыштарға илһамландырыр, тигән ышаныстамын. Урта махсус белем биреү учреждениелары уҡыусылары өсөн махсус премия булдырылды. Был да үҙенә күрә дәртләндереү сараһы.
Ғаиләле йәштәрҙең ике проблемаһы бар. Тәүгеһе торлаҡ мәсьәләһе булһа, икенсеһе – психологик проблемалар. Тәүге мәсьәлә буйынса Өфө ҡала хакимиәтенең иҫәп һәм торлаҡ бүлеү бүлеге шөғөлләнә. Ә ҡаланың “ИНДИГО” медик-социаль үҙәге белгестәре йәш ғаиләләрҙең рухи һорауҙарын хәл итергә булышлыҡ итә.
Шулай уҡ уҡыусыларҙы ла эшкә йәлеп итәбеҙ. Улар үҙҙәре шөғөлләнгән үҫмерҙәр клубын төҙөкләндереүҙә ҡатнаша ала. Баланың тир түгеп, үҙе аҡса эшләүе әһәмиәтле. Тағы ла бер тәрбиәүи мәл – үҙе шөғөлләнгән клубты ремонтлауҙа ҡатнашҡас, хеҙмәтте ихтирам итергә өйрәнә.
Ғөмүмән, йәштәр сәйәсәте буйынса комитет оҙайлы йылдар бер система булдырған. Беҙҙең маҡсат – һәр бер звеноны нығытыу һәм тағы ла камиллаштырыу. Шуныһы күңелде ҡыра – йәш быуынды тәрбиәләү менән шөғөлләнеүсе белгестәрҙең хеҙмәте түбән баһалана. Уларҙы бары энтузиазм һәм балаларға булған эскерһеҙ һөйөү эшләтә.

− Ауыр хәлдә ҡалған ғаиләлә үҫеүсе бәлиғ булмаған балалар өсөн ниндәй саралар уҙғараһығыҙ?
− Был категорияға ҡараған балалар һәр саҡ иғтибар үҙәгендә ҡала. Төрлө инстанциялар менән берлектә уларҙың көнитмеше менән танышып торабыҙ. Әгәр ҙә үҫмер файҙалы сараларға ылыҡтырылһа, кире күренештәргә ваҡыты ла ҡалмаясаҡ. Беҙ уларҙы үҫмерҙәр клубына йәлеп итәбеҙ. Шулай ҙа, бер ойошмала ундай балалар 10 проценттан артмаҫҡа тейеш, тигән талап бар.
Әлеге мәлдә Алкин ҡасабаһындағы хәрби-патриотик үҙәктә йөҙ үҫмер өсөн лагерь ойошторолдо. Унда барыусыларҙың күбеһе − ауыр хәлле ғаиләлә үҫеүсе малайҙар. Хәрби тәрбиә уларҙы спортҡа һәм сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуға булышлыҡ итәсәк. Кем белә, бәлки, күптәре киләсәктә хәрби юлын һайлар.

− Үкенескә күрә, бөгөн баш ҡалала башҡорт йәштәре өсөн даими эшләп килгән клуб йәиһә күңел асыу үҙәге юҡ...
− Эйе, был һорау актуаль булып ҡала. Яңыраҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты уҙғарған “Сәләмәт тормош өсөн” акцияһы сиктәрендә милли көрәште үҫтереү өсөн дүрт келәм тапшырылды. Спортҡа иғтибарҙы артабан да көсәйтәсәкбеҙ.
Йәш яҡташтар ойошмаларының беҙҙең менән бәйләнешкә сыҡмауы ла күңелде ҡыра. Әбйәлилдәр генә был тәңгәлдә әүҙемлек күрһәткәйне. Барыһы берләшеп эшләгәндә һөҙөмтәлерәк булыр ине, тигән фекерҙәмен.
Был йүнәлештә ниәттәр күп. Уларҙы яҡын арала тормошҡа ашыра башларбыҙ.

− Бизнесҡа тотонорға йөрьәт иткән егет-ҡыҙҙар һеҙҙең яҡтан ниндәй ярҙамға өмөт итә ала?
− Бөгөн комитет улар өсөн махсус программа әҙерләү өҫтөндә эшләй. Йәштәр араһында эшҡыуарлыҡ юлын һайлаусылар бихисап. Уларҙың сағыу идеялары күп, дәрттәре ташып тора, юғалтыуҙарҙан да ҡурҡмай­ҙар. Әммә эшен аҙағына тиклем алып барып еткереүселәр һирәк.
Эшҡыуарлыҡҡа тотоноусы йәштәргә матди ярҙам, йәғни субсидия биреүгә ҡаршымын. Ә уларға ошо өлкә тураһында күберәк белем бирергә кәрәк, тип уйлайым. Комитет ҡыҙ һәм егеттәр өсөн төрлө курстар ойоштора, унда юридик, психологик һ.б. аспекттар ҡарала. Уларҙы эш урыны менән тәьмин итеү мәсьәләһен күтәрҙек. Уны льготалы шарттар­ҙа, әгәр мөмкин булһа, бушлай биреү күҙ уңында тотола. Бизнесҡа тотонған йәштәрҙе даими күҙәтеү аҫтына алыу, улар өсөн семинарҙар, осрашыуҙар ойоштороу планлаштырыла.
Бер нисә йыл дауамында БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән берлектә “Бизнес-йәй” сараһы уңышлы үткәрелеп килә. Быйыл ул Нуриман районында тәбиғәт ҡосағында уҙасаҡ. Унда йәштәр менән тәжрибәле эшҡыуарҙар осрашасаҡ. Тәүгеләренә был сара маҡсаттар билдәләүҙә ярҙам итһә, икенселәренә яңы идеялар табырға булышлыҡ итәсәк.

− Һеҙҙең комитет − йәштәр менән туранан-тура эшләгән ойошма. Уларҙың проблемалары һәм ҡаҙаныштары менән яҡындан танышһығыҙ. Замана ҡыҙ-егеттәре тураһында ниндәй фекерҙәһегеҙ?
− Барыһын да бер ҡалыпҡа һалып булмай. Элек-электән әүҙем йәштәр булған һәм бар, һүлпәндәре лә етерлек. Бары ваҡыт ҡына үҙгәрә, ә быуындар шул килеш ҡала. Тик хәҙер айырма шунда: йәштәр яңынан-яңы технологияларҙы тиҙ арала үҙләштереп, тормошта файҙалана ла башлай. Улар дәғүәселеккә һәләтле, юҡҡа ғына эш биреүселәр йәштәргә өҫтөнлөк бирмәй.
Йәшлек – ғүмерҙең иң гүзәл сағы. Нәҡ ошо саҡта кеше шәхес булып формалаша, уның алдағы көндәренә нигеҙ һалына. Беҙҙең бурыс – уларға шәхес булып үҫешергә ярҙам итеү.
Йәштәргә ҡарата дөрөҫ булмаған фекер йәшәй. Йәнәһе, улар тәжрибәһеҙ, ярҙамға мохтаж. Юҡ! Уларҙы ҡурсырға кәрәкмәй. Бер аҡыл эйәһе: “Кеше ни тиклем иртәрәк хата эшләп өлгөрһә, шул тиклем уңыштары күберәк була”, − тигән. Йәштәр ҡыйынлыҡтар менән күҙгә-күҙ осрашып, уларҙы хәл итергә өйрәнергә, сынығырға тейеш.
Башҡортостан йәштәре үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамаһын, ә бөтә донъялағы тиңдәштәре менән бер кимәлдә булһын ине. Бөгөн бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Теләк кенә булһын.

Гүзәл БИКМӘТОВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”