RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Учалының үҙе бер мөғжизә егете!

19.06.2012 Учалының үҙе бер мөғжизә егете!

Учалының үҙе бер мөғжизә егете!
Сабый сағында бәпкә үләнендә тәгәрәп-аунап үҫкән, үҫмерлек осоронда эштән баш ҡалҡытмаған Мәүлит исемле зирәк аҡыллы малай бер ауылдашының тәҙрә төбөндә ултырып, граммофондан ишетелгән йырҙарҙы тыңлап ота. Ошо мәлдәрҙә уның йөрәге тулай, аңы иләҫ-миләҫ килә, күңеле осар ҡоштай талпына. Музыканан шул тиклем оло ләззәт алыр икән кеше! Икенсе яратҡан шөғөлө һүрәт төшөрөү булған ошо бала үҙ ауылында башланғыс, Аһылайҙан әллә ҡайҙа алыҫта ятҡан ҡаҙаҡҡолда һигеҙ йыллыҡ белем алғас, Өфөгә йыйынырға булып китә – баш ҡалала уҡып сыҡҡыһы килә. Халыҡ йырҙарын, ҡурай моңдарын кескәйҙән йөрәгенә, зиһененә һеңдергән моңло, йырлы күңелле, матурлыҡты һәр нәмәлә күрә белгән үҫмер әсәһенән юлға, ятаҡта йәшәргә, тип ҡыймай ғына ҡырҡ һум аҡса һорай. Ул саҡта ауыл кешеһе өсөн был бик ҙур аҡса була (әйтәйек, юғары уҡыу йорто студенты яҡынса 25 һум стипендия ала, үҫмерҙәр ботинкаһы 6 һум, балалар аяҡ кейеме1 һум 80 тин тора). Шуға ла ейәнен былай ҙа янынан алыҫҡа ебәргеһе килмәгән олатаһы һүҙгә ҡыҫылып, орошҡандай, былай ти:
«ҡырҡ һум – аҙ аҡса түгел, уға ике тоҡ он алып, ике ай буйына икмәк ашарға мөмкин».
Ләкин ябай ауыл ҡатыны улының һәләтле икәнен күреп, уға мотлаҡ уҡырға, үҫергә кәрәклеген аңлап, балаһына ҡанат ҡуя: кейеменә йәшерен кеҫә тегеп, аҡса һала, юлда абай булырға өндәп, яҡшы уҡы, тырыш, тип фатихаһын бирә. Шулай итеп, ун биш йәшлек үҫмер тыуған ауылы Аһылайҙан баш ҡалаға юллана, Өфө музыка-педагогия училищеһына уҡырға инеп китә... Балаһының хыялын селпәрәмә ватмаған әсәһенең фатихаһы, уға ҡаҡшамаҫ ышанысы Мәүлит Ямалетдиновты ғүмер буйы оҙата йөрөй кеүек. Эйе, төпкөлдә йәшәп тә, яҡтылыҡҡа, белемгә ынтылған бала – Мәүлит ағай ул. Һуңынан яҡташым урау-урау юлдар менән шиғриәткә килеп, тәүге китабын ташҡа баҫҡанда бар булмышын ошо шиғри юлдарҙа сағылдыра:
Тыуған яғым гүзәл яҡ булды,
Һөйгән малҡайғынам ат булды,
Иң яратҡан төҫөм аҡ булды,
Яман юлда йөрөү ят булды...
Урау-урау юлдар тим, сөнки Мәүлит ағай музыка-педагогия училищеһынан һуң армияла хеҙмәт итә.
Училищела уҡығанында йыр уҡытыусыһы Нәжибә Fирфанова Учалы егетен Свердловск консерваторияhына уҡырға барырға өндәй, ләкин Мәүлит ағай, артист тормошо минең өсөн түгел, тип йырсы булыуҙан баш тартһа ла, мәҙәниәттән айырылмай – Сибайҙа, Баймаҡ районында балаларға музыка дәрестәрен биреп, хеҙмәт юлын башлай. Унан һуң тыуған яғына ҡайтып, районыбыҙҙың данлы «Байрамғол» совхозында балалар музыка мәктәбендә эшләй. 1984 йылда ғаиләһе менән Учалы ҡалаһына күсә, 1-се музыка мәктәбендә ҡурай класы аса. Йылдан-йыл бер баҫҡысҡа өҫкә күтәрелгән кеүек, аралашыуҙарҙан, уйланыу­ҙарҙан, үҙ аллы белем алыуҙан күңел офоҡтары киңәйгән, зиһене байыған, талант ҡырҙары камиллашҡан кешенең Мәс­кәүҙәге М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтының юғары әҙәби курстарына уҡырға инеүе осраҡлы хәл түгел – ул үҙенең юлын таба. Был юл бик тә үҙенсәлекле, йырлы-моңло, тәрән хисле һәм төрлө-төрлө юлаҡлы. Әллә нисә һөнәрҙе бергә үреп, әллә күпме жанрҙа берҙәй юғары кимәлдә ижад иткән сәсән телле яҙыусы, шағир, ҡурайсы, йырсы яҡташым үҙен киноактерлыҡта ла уңышлы һынаны – режиссер Айсыуаҡ Йомағоловтың «Төндә мөмкин» фильмында төп ролде башҡарҙы.
– Мин Өфөгә күсеп килгәс, Мәскәүҙән уҡып ҡайтҡан Айсыуаҡ менән тәүге мәлдә ятаҡта бер бүлмәлә йәшәнем, – тип һөйләне ошо хаҡта Мәүлит ағай. ‒Шунда һәләтле егет менән яҡындан танышып, дуҫлаштыҡ. Байтаҡ ваҡыт уҙғас, бер төркөм әҙип Дүртөйлөгә Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмигә hәйкәл асырға барҙыҡ. Унда Айсыуаҡ та барғайны. Шул сара мәлендә һиҙҙермәй генә мине төшөрөп йөрөгән икән. Бер мәл ул миңә шылтыратты ла, киноға төшөргә саҡырҙы. Тәүҙә ышанмай, шаярта икән, тип уйлайым, йәнәһе лә, артистар бөткәнме. Шулай ҙа сценарийҙы һоратып алдырҙым. Уҡып сыҡҡайным, бер ҙә күңелемә ятманы, ҡуй, юҡ менән булмайыҡ, тинем. Тик Айсыуаҡ, ай-вайыма ҡуймай, миңә тап һеҙ кәрәк, бына күрерһегеҙ, һеҙгә оҡшаясаҡ, тип күндерҙе. Ауырлыҡ менән генә ризалашып, төшөрөү майҙансығында режиссер нимә ҡушты, шуны эшләнем. Аҙаҡ эш процесына башкөлләй инеп киттем, хатта оҡшай ҙа башланы. Иң мөһиме, эшебеҙ уңышлы килеп сыҡты кеүек, сөнки фильм бер нисә фестиваль лауреаты булып танылды.
Триллер кеүек башланып, психологик драмаға әүерелгән ҡыҫҡа метражлы «Төндә мөмкин» фильмында хәҙер инде төп ролдә Мәүлит ағайҙан башҡа бер кемде лә күҙаллауы мөмкин түгел (бына бит талантлы режиссерҙың һиҙемләүе ҡалай дөрөҫ булған!). Ул прокуратура тәфтишсеһе ролен шундай ышаныслы итеп башҡара, әйтерһең дә, ғүмер буйы шул эштә эшләгән. Хәйер, Мәүлит ағай ҡайҙа, кем булып эшләһә лә, эште төптән егелеп тартыр, бурыстарына яуаплы ҡарар ине. Сөнки ул шундай кеше, башҡаса булдыра ла, йәшәй ҙә алмай.
Илһам сығанағы булған, «рух аҙығына тат булған» халҡына ул бурысын тулыһынса түләй: Учалыла «Ирәмәл» башҡорт халыҡ үҙәген етәкләгән осорҙа уның тырышлығы менән Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһында ҡурай класы, башҡорт фольклоры бүлеге, 12-се башҡорт лицейы асыла, үҙ телебеҙҙә «Яйыҡ» гәзите сыға башлай, Учалы яҙыусылар ойошмаhы, «Өлкәр» әҙәби журналы булдырыла.
Учалы яҙыусылар ойошмаhының яуаплы сәркәтибе вазифаhын башҡарған ваҡытта төбәктәге әҙиптәрҙе туплауға, уларҙың ижадын үҫтереүгә, әҫәрҙәрен нәшер итеүгә көсөн йәлләмәне. Ун биш йыл эсендә йөҙ китап ташҡа баҫылған! Башҡорт әҙәбиәтен, мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән өлөшө хаттин ашҡан! Бөгөн Белоретта уңышлы эшләп килгән «Иҙел башы», Инйәрҙең «Инйәр тулҡындары», Әбйәлил­дең «Йәйғор», Силәбенең «Аҡмулла», Магнитогорскиҙың «Урал ынйылары», Мәсетленең «Әй моңдары» ижади берләшмәләре лә Мәүлит ағайҙың эшмәкәрлеге емеше. Халҡыбыҙҙың һирәк башҡарылған йырҙарының ноталарын нәшер итеүе лә мәҙәниәтебеҙҙе балҡытып ебәреүгә тиң. Фольклор өлгөләрен йыйыу менән шөғөлләнгән яҡташым онотолоп барған «Бибекәй», «Һандуғас йыры» (Күбәләк ырыуы варианты), «Кирам көйө», «Мәжлес көйө» һәм башҡа йырҙарға яңынан йән өрҙө. Мәшһүр ҡаҙаҡ шағир-аҡыны Джамбул Джабаевтың тыуған илендә – Сарагач ауылында һәм Алматы ҡалаһында үткәрелгән Халыҡ-ара төрки шиғриәте фестивале лауреаты Мәүлит Ямалетдин тәүгеләрҙән булып ҡөрьән сүрәләрен шиғыр юлдарына hалды, башҡорт шиғриәтен робағиҙар жанры менән байытты. Нимәгә тотонһа ла еренә еткереп эшләгәнгә, һәр ижад емеше – йөҙөк ҡашылай.
Халҡым, тип йәшәгән, милләтем, тип янып-көйгән, арымай-талмай башҡорт рухиәтен үҫтереүгә ҡырҡ биш йыл ғүмерен арнаған ике тиҫтә китап авторына быйыл алтмыш биш йәш. Ошо айҡанлы үткәрелгән ижад байрамында Мәүлит ағайҙың йырҙары, шиғырҙары яңғыраны, уға бик күп матур теләк-ҡотлауҙар яуҙы.
– Һәр ижадсы халҡы менән бөйөк. Халҡымдың мәҙәниәтенән илһам, һут алып ижад итәм, – тине әҙип кисә һуңында. – Хәләл ефетем Мәрйәм Зәйнетдин ҡыҙына түҙемле булғаны өсөн рәхмәт. Мине ихтирам итеп кисәгә килеүселәргә, ғөмүмән, ижадыма битараф булмағандарға рәхмәт.
... Ошо мәлдә мин, әгәр илле йыл элек олатайҙың һүҙен йыҡмай, Мәүлитте ауылдан ебәрмәһәләр, уның тормош юлы нисегерәк булыр ине икән, тип баш ваттым. Хәйер, уның һәләте, ташты тишеп сыҡҡан үлән кеүек, барыбер өҫкә ҡалҡып сығыр, ул бер ҙә юғалып ҡалмаҫ ине, тигән фекергә килдем. Әйтәйек, ижад юлына боролмаһа, ул тирә-яҡҡа танылған балта оҫтаhы булып китер ҙә, гүзәл йорттар һалыр ине, сөнки ул ағас эшен ярата. Ә бәлки ул урмансы булыр ине – тәбиғәткә һөйөүе сикһеҙ... Кем булһа ла, изге Мәүлит айында донъяға килгән Мәүлит булып, академик Ғайса Хөсәйеновтың һүҙҙәре менән әйткәндә, үҙе бер мөғжизә, уникаль күренеш булып ҡалыр ине.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”