RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Юғарыраҡ бейеклеккә күтәрелер өсөн көс түгергә кәрәк»

01.06.2012 «Юғарыраҡ бейеклеккә күтәрелер өсөн көс түгергә кәрәк»

«Юғарыраҡ бейеклеккә күтәрелер өсөн  көс түгергә кәрәк»
Донъяла ни тиклем кеше йәшәһә, шунса тарих бар, тиҙәр. Тик тормошон йәшәйеш өлгөһө итеп дөрөҫ алып барған кешеләр бик һирәк. “Кеше ни өсөн йәшәгәнен аңларға тейеш, шул саҡта ул йәшәүҙән тулыһынса ҡәнәғәт буласаҡ”, − ти геройым, фәйләсүф, социолог, профессор, Өфө дәүләт авиация техник университетының социология кафедраһы етәксеһе Фәнил Сәйет улы Фәйзуллин. “Рәсәй халыҡтарының үҫеше”, “Йәмғиәт уй-фекере” исемле Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү программалары етәксеһе, “Башҡорт энциклопедияһы” мөхәрририәте ағзаһы, Рәсәй социологтары һәм фәйләсүфтәре йәмғиәте президиумы ағзаһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре фәндә тос, ҡыйыу фекерҙәре менән билдәле, ә шәхси тормошо хаҡында һүҙ сыҡһа, иғтибарҙы ситкә йүнәлтеүҙе хуп күрә. Профессор менән 70 йәшлек юбилейы уңайынан осрашыу тураһында телефон аша һөйләшкәндә үк: “был юлы күберәк үҙегеҙ хаҡында һөйләгеҙ инде”, − тигәс, ул ризалашты. Ғөмүмән, Фәнил Фәйзуллин кеүек хеҙмәт титаны менән аралашыу үҙе бер ғүмер. Унан урғылған энергиянан көс алаһың, уй-фекерҙәрең донъя­һын байҡап, ниндәйҙер һығымталар яһайһың, алға маҡсаттар билдәләйһең.

− Фәнил Сәйетович, бәләкәйҙән үк ысынбарлыҡ асылын аңларға теләп үҫтегеҙме? Ғөмүмән, тормош юлығыҙ хаҡында һөйләп үтһәгеҙ ине.
− Ауыр 1942 йылда Өфө районының Яңы ҡарашиҙе ауылында тыуғанмын. Үҙемдең, ата-бабаларымдың кендек ҡаны тамған мең ырыуы башҡорттары биләмәһе һәр саҡ йөрәккә яҡын. ҡасандыр дворяндар ерҙәрҙе баҫып ала башлағас, йәнтөйәген, тупрағын һаҡлап, ерҙәрҙе бирмәҫ өсөн ауыл халҡы Иҙелдең бер яғынан икенсе ярына күсеп ултырған. Шулай итеп, Иҫке һәм Яңы ҡарашиҙе ауылдары барлыҡҡа килә. Тиҙҙән атайымды Иглин районына эшкә ебәреү сәбәпле, беҙгә ҡарашиҙенән күсергә тура килгән.
Атайымдың әсәһе яғынан ике туған ағаһы − Зиннәтулла Булашев, 1930 − 37 йылдарҙа БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе вазифаһын үтәй. Тик ул Сталин хакимлыҡ иткән мәлдә, бик күп талантлы шәхестәр кеүек, “халыҡ дошманы” тип нахаҡҡа ғәйепләнә һәм атып үлтерелә. Үкенескә күрә, Булашев фамилиялы шәхес тураһында бөгөн бигүк яҙмайҙар, Башҡор­тостандың үҫешенә индергән өлөшөн баһалап, аңлап етмәй­ҙәр, күрәһең. Ә бит республикала төп индустриаль объекттарҙың төҙөлә башлауы тап олатайымдың ҙур эшмәкәрлеге менән бәйле. Атайыма, көслө һәм рухлы башҡортҡа, ныҡлап үҫергә насип булманы, ҡара эслеләр уның һәр саҡ халыҡ дошманы ҡустыһы икәнлеген иҫенә төшөрөп торҙо.
Иҫке ҡобау мәктәбендә уҡыным. Ун класты тамамлағас, Өфөнөң ”Синтезспирт” заводында эшләргә тура килде. Заманында унынсыны бөтөргән уҡыусыларҙың ни бары 20 процентын юғары уҡыу йортона алдылар. Юғары уҡыу йортона һынау тотҡанда һөҙөмтәләре хөрт, шулай ҙа хеҙмәт стажы булған егеттәр уҡырға инеп китте, ә мин тороп ҡалдым. Заводта эшләгәндә профориентациям бөтөнләй үҙгәр­ҙе, бәләкәйҙән хыялланған, инженер булырға тигән теләгем һүнде. Үҙем дә һиҙмәҫтән, гуманитар, иҡтисади, социаль мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһына башланым. Атайым өс тиҫтә йыл самаһы мәктәп директоры булып эшләне, әсәйем дә уҡытты. Шуға ла бәләкәйҙән китаптар араһында үҫтем, ә күп китап уҡыу бар донъяны һәм кешенең йәшәйешен аңларға теләүгә ынтылыш биргәндер, ахыры. Артабан кем буласағымды теүәл хәл итеп, Башҡорт дәүләт университетына килдем. Нисәмә йыл үтһә лә, уҡытыусыларым хаҡында изге хәтирәләр күңелемдән юйылмай: Кейекбаев, Сәйетбатталов, Баранов кеүек шәхестәр минең фәлсәфәүи аңымдың үҫешенә оло йоғонто яһаны. Өсөнсө курстан Бөтә Союз студенттар конференцияларында ҡатнаша башланым. Мәскәү, Ленинград, Новосибирск, Ереван, Тбилиси һ.б ҡалаларҙа уҙған конференцияларҙа фән кешеләре менән аралашыу, әлбиттә, эҙһеҙ үтмәне.
БДУ-ны 1966 йылда тамамланым да, берәр йыл Иҫке Турбаҫлы мәктәбендә – директор урынбаҫары, Өфөнөң һөнәри техник училищеһында уҡытыусы булып эшләнем. Тиҙҙән илебеҙҙең күренекле социологы һәм философы Нариман Айытовҡа аспирантураға индем. Аспирантуранан һуң, белеүегеҙсә, бөтә ғүмерем ошо Өфө дәүләт авиация техник университеты менән бәйле.
− Ғилми хеҙмәткәр, уҡытыусы, доцент, профессор, кафедра мөдире, факультет деканы, социологик лаборатория етәксеһе − уҡытыусылыҡ баҫҡысы буйлап тулыһынса күтәрелеү тик тырыштарға һәм уңғандарға йылмая. Етмәһә, һеҙ алдынғы фән һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Фәндәр академияһын, ундағы тикшеренеү институттарын ойоштороп ебәреүселәрҙең береһе, бихисап ғалим әҙерләгәнһегеҙ...
− Ул йылдарҙа, эште башлап йөрөгәндә, Башҡортостанда Фән­дәр академияһы асылыуға ҡаршы сығыусылар байтаҡ булды. Беҙ, бер төркөм фекерҙәштәр, Рәсәй Фәндәр академияһының президиумына барҙыҡ, республикала бындай ойошманың кәрәклеген нигеҙләргә тырыштыҡ. Ниһайәт, 1991 йылда хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Әлбиттә, ул саҡтағы Президенттың ярҙамынан тыш, бер нәмә лә эшләй алмаҫ инек.
Был фәнни үҫешкә бик ҙур аҙым, бөгөн ни бары өс милли республиканың үҙ академияһы бар, улар − беҙ, Татарстан һәм Саха-Яҡут Республикаһы.
Фәндәр академияһы нигеҙендә төрлө институттар булдырҙыҡ, улар, шөкөр, бик яҡшы, әүҙем эшләп килә.
Мин бер ҡасан да власть органдарына эшкә урынлашыу тураһында хыялланманым, тик фән өлкәһендә шөғөлләндем. 80-се йылдарҙан башлап үҙемә аспиранттар алып өйрәтәм, уҡытам. Минең бөгөн 150 тирәһе фән кандидаты һәм докторы бар. Бер тарихсы танышым, Фәнил, фән кешеләре әҙерләү буйынса Башҡор­тостанда һин беренсе урында тораһың, тигәйне. Ысынмы, бушмы, уны тикшереп ҡараған юҡ (көлә), әммә ғорурланырлыҡ уҡыусыларым менән бәхетлемен. Уларҙың араһында кафедра мөдирҙәре, факультет декандары, тикшеренеү институты ректоры ла бар. Мин үҙемдең мәктәбемдең үҫешен ҡайғыртам, киң ҡарашлы шәхестәр әҙерләүҙә ваҡыт менән иҫәпләшмәйем. Сөнки профессор кешенең үҙенең фәнни мәктәбе булырға тейеш. Ул юҡ икән, тимәк, уның киләсәге лә юҡ, шуға күрә аспирантһыҙ профессорҙарҙы һәр саҡ тәнҡитләйем. Беҙҙең иңдә бик күп проблеманы хәл итеү бурысы ята. Уларҙы тикшереп, ниндәйҙер ҡарар ҡабул итеү бер кешенең генә ҡулынан килгән эш түгел. Шуға күрә артыңдан йөҙләгән уҡыусың һинең идеяларыңды, маҡсаттарыңды тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итергә, хеҙмәтеңде дауам итергә тейеш.
500-ләп фәнни хеҙмәтем бар, 47 китап, төрлө монографиялар, автор­ҙаш мәҡәләләрем баҫылып сыҡты. Сит илдәр менән бер ҡасан да бәйләнеште өҙмәйем. Ә элекке СССР дәүләттәренең фән эшмәкәр­ҙәре менән аралар бөтөнләй һыуынғаны юҡ, бергәләшеп конференциялар үткәреп торабыҙ, уҡыусыларыбыҙҙы бер-береһе менән таныштырып, бәйләнештәр­ҙе нығытабыҙ. Гуманитар фәндәр иң тәүҙә халыҡ мәнфәғәтен, ил ғәмен тормошҡа ашырыуға ҡорол­ған булырға тейеш. Беҙ бөгөн күберәк иҡтисади мәсьәләләр тураһында һөйләйбеҙ, ә халыҡтың рухи байлығы, эске донъяһы хаҡында онотабыҙ. Рухһыҙ кеше патриот була алмай.
Тормошта бер үкенесем бар − йырларға өйрәнмәнем. Бала саҡта атайым баян һатып алып биргәйне, тик өй артына сығып, уның өҫтөнә китап һалып уҡый торғайным.
− Халҡым, тип янған профессор­ҙы илдәге сәйәси проблемалар ҙа борсой торғандыр?..
− Борсоған һорауҙар күп инде ул. Күп нәмәгә тәнҡит күҙлегенән ҡарайым. Бөгөн Рәсәйҙең күп аҡыл эйәләре Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына (ВТО) инеүҙе хуплай. Дәүләткә был уңыш килтермәйәсәк. Сөнки беҙҙең тауарҙар сит илдеке менән сифат буйынса ярыша алмай. Мәҫәлән, Рәсәй һәм сит ил автомобиленең хаҡы бер була икән, бер кеше лә үҙебеҙҙә етештергәнен һатып алмаясаҡ. Тағы бер проблема: сит ил банкылары беҙгә актив йоғонто яһаясаҡ. Бөгөн Рәсәйҙә ипотекаға 12 – 15 процент түләйбеҙ икән, цивилизациялы илдә был һан 4 проценттан артмай. Тимәк, мин сит ил банкыһын һайлаясаҡмын. Был инде беҙҙең банкылар системаһының емерелеүенә килтерәсәк.
Һуңғы арала илдә власть вертикален нығытыу реформаһына күп иғтибар бүленә башланы. Власть вертикален нығытыу демократия киңлектәрен сикләүгә ҡайтып ҡала. Путин һуңғы сығыштарының береһендә былай тине: “Власты нығытыу һәм демократик принциптар араһында ниндәйҙер органик бәйләнеш булдырыу өҫтөндә тейешенсә эшләргә кәрәк”. Был осраҡта беҙгә республиканың компетентлығын яңынан киңәйтеү мотлаҡ. Заманында Федераль килешеүҙә өс компетентлыҡ − федераль органдар, республика һәм берлектә хәл итә торған компетентлыҡтар билдәләнгәйне. Ә хәҙер килешеүҙәге пункттарҙың байтағы үҙгәреш кисерҙе − бергә хәл итә торған мәсьәләләр тулыһынса федераль органдар ҡарамағына күсте, көндән-көн хоҡуҡтарыбыҙ тарайғандан-тарая бара. ҡоролтай ҡарарҙарының тормошҡа ашмауы хаҡында мин генә түгел, башҡа ғалимдар ҙа сығыш яһай. Милли кадрҙар мәсьә­ләһе − иң ауыртҡан ер. Барлыҡ милли проблемалар бер һорауға ҡайтып ҡала − кисекмәҫтән суверенлыҡты нығытыу мөһим. Бөгөнгө беҙҙең суверенлыҡ, беләһегеҙме, ниндәй: Башҡор­тостан Рәсәй иҡтисадының үҫешенә индергән өлөш буйынса − 10-сы, ә халҡының көнкүреш сифаты буйынса 54-се урында килә. Суверенлыҡ хаҡында һөйләйбеҙ икән, тәү сиратта, ошо ғәҙелһеҙлекте юҡҡа сығарырға кәрәк. Башҡортостандың мөмкинлектәре бихисап. Ауыл хужалығын, сәнәғәт, туризмды дөрөҫ, ныҡлы үҫтерә белһәк, йәшәйеш алға китәсәк. Ғөмүмән, Рәсәй Федерация­һының Конституцияһы республикаларҙың ҡабул ителгән Консти­туциялары нигеҙендә эшләнергә тейеш. Ә беҙ, киреһенсә, тегендә ҡабул итеп, аҙаҡтан бында яраҡлаштырабыҙ. Бөгөнгө етешһеҙлектәрҙе мин тормош насар тип күрһәтергә теләүҙән түгел, ә хәл итеү юлдарын билдәләү өсөн күрһәтәм.
Күп кенә милли мәсьәләләр баҫылып-ҡыҫылып, исем өсөн генә ҡағыҙҙа “хәл ителә”, төбәк компонентын алып ташлау, дөрөҫөн әйткәндә, башҡорт милләтенең мәнфәғәттәренә төкөрөп ҡарауға тиң булды. Ата-әсәләренең битарафлығы арҡаһында башҡорт балаларының күбеһе туған телен өйрәнеүҙән мәхрүм. Халыҡ үҙ илендә үҙ телен өйрәнә алмай, тигән һүҙ был. Ғөмүмән, тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, милләтеңде үҫтереү өсөн атай, әсәй, өләсәй, олатай илһөйәрлек тәрбиәһе менән шөғөлләнергә тейеш.
Өфө урамдарында башҡорт, рус телендәге яҙыуҙарға ҡарағанда сит телдәрҙәге алтаҡталар күберәк. Ә бына Европа илдәрендә сит телдәрҙә бер яҙыуҙы ла осратмаҫһың. Беҙҙең илдә һәр саҡ күршенең тауығы ҡаҙҙай булып күренде, милли ғорурлыҡ төшөнсәһе юҡ. Ә башҡорттоң ғорурланырлыҡ эштәре юҡ түгел. Мәҫәлән, быйыл 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығы билдәләнә. 29 башҡорт полкы Парижға барып еткән. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Башҡорт кавалерия дивизияһы Советтар Союзы геройҙары һаны буйынса беренсе урында тора. Төньяҡ Кавказ восстаниелары ныҡ көслө булған, тип һөйләйҙәр. Оҙаҡ йылдар барған Шамил хәрәкәте, мәҫәлән, беҙҙең ихтилалдарҙан күпкә ҡайтышыраҡ. Үҙебеҙҙең батырҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығын, яҡшы һуғышсы булыуын, тарихыбыҙҙы күрһәтә белергә, ғорурланырға тейешбеҙ.
− Һөйләшкән арала һеҙҙең ябайлыҡҡа хайран ҡалдым. Бөйөклөк һәм ябайлыҡ һыҙаттары нисек бер кешелә һыйыша ала?
− Үҙемде бөйөк кешегә тиңләмәйем, шулай ҙа был һорауға яуап биреп ҡарайым.
Уйлауымса, кеше аҡыл яғынан ни тиклем бейегерәк күтәрелә, шул тиклем ябай булып ҡала. Цивилизациялы илдәрҙә йыш булам (Австралияла ғына булғаным юҡ) һәм бөтә донъяға киң билдәле шәхестәр менән осрашам. Башҡарған эшенә ҡарағанда үҙ шәхесен мөһимерәк баһалаған «Рәсәй йондоҙҙары»на өйрәнгән кешеләргә бындай шәхестәрҙең үтә лә ябайлығы сәйер тойоласаҡ. Күптәр, үҙҙәрен элита итеп күрһәтергә теләп, башҡаларҙы үҙенә ҡаршы ҡуя. Элиталыҡ − образ түгел, ә йөрәктән урғылған тәрбиәлек, аҡыл. Балаларыма ла был хәҡиҡәтте һеңдерә алдым. Дүртәүһенең икәүһе фән юлын һайланы, үҙҙәренең тырышлығы менән фән кандидаттары дәрәжәһенә етте. Ньютон әйтмешләй, һәләттең 95 проценты ул − тир. Тир түгелмәһә, һәләт асылмай ҡаласаҡ. Ундайҙарҙы “танылмаған генийҙар” тип атайым. Тауға менһәң, тирә-яҡ күренә, унан да бейегерәк тауға менһәң, күренеш тағы ла киңәйә, юғарыраҡ күтәрелгән һайын яҡшыраҡ, тик менер өсөн көс түгергә, ялҡауланмаҫҡа кәрәк.
− Фәнил Сәйетович, тағы бер тапҡыр юбилейығыҙ менән! Һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхет теләйбеҙ. Милләт идеяһы өсөн янып йөрөгән кәртәле, осло ташлы юлдарығыҙҙа тик уңыштар юлдаш булһын!
Лилиә ХӘЛИТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”