RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һынауҙарҙың иң ауыры – үҙ-үҙеңде еңеү

15.05.2012 Һынауҙарҙың иң ауыры – үҙ-үҙеңде еңеү

Һынауҙарҙың иң ауыры – үҙ-үҙеңде еңеү
Учалы ҡыҙы Зөлфиә Камалетдинованың йәшәү асылы –әйләнә-тирәне яҡтыраҡ, яҡшыраҡ һәм камилыраҡ итеү
Таныштарҙан, минән булмай, барыбер килеп сыҡмаясаҡ, хәлдән килмәй, тигәнде ишетһәм, Зөлфиә Камалетдинованы иҫләйем − ул бер ваҡытта ла яҙмышҡа зарланып ултырмай, осраған кәртәләрҙе йә урап үтә, йә еңеллек менән уларҙы еңә лә артабан юлын дауам итә. Шуға ла, нимәгә тотонһа ла, килеп сыға, хәленән килә, уңыш унан һис ҡасан йөҙөн бормай.
Ғөмүмән, Зөлфиә булмышы менән ситтән күҙәтеүсе түгел. Ул − тормош уртаһында ҡайнап йәшәргә яратҡан һәләтле, ижади шәхес. ҡытай статуэткаһына оҡшаған һомғол кәүҙәле нәфис ҡыҙ сибек, йомшаҡ холоҡло күренә, әммә тәү ҡарамаҡҡа ғына шулай, ысынында иһә ҡорос ихтыярлы. Әйтәйек, мәктәптә уҡығанында саңғыла йөрөй башлағас, тренер тәрбиәләнеүселәренә, ярыш алдынан икмәк, тәмле-татлы ашауығыҙҙы онотоп тороғоҙ, юғиһә йүгереүе ауыр булыр, ти. Бар күңелен һалып ярыш­ҡа әҙерләнгән Зөлфиә тренер кәңәшен тота һәм... еңеү яулай! Шунан бирле ул бөтөнләй икмәк, ҡамыр аҙыҡтарын ашамай, һөт ризыҡтарына өҫтөнлөк бирә (ик­мәк­һеҙ бер көн дә йәшәй алмағандар өсөн был бөтөнләй башҡа һыймаған хәл, шулай бит?!).
БДУ-ның Сибай институтын тамамлап ҡайтҡан ҡала ҡыҙы мәғариф бүлегенә эш һорап килгәс, уға, Рәсүл мәктәбенән башҡа урында немец теле уҡытыусыһына ҡытлыҡ юҡ, тиҙәр. Шулай итеп, Зөлфиә дәртләнеп ауылда эш башлай. Ихлас күңелле, асыҡ, бер ҡатлы ауыл балаларына ғашиҡ булып, ул дәрестәрҙән һуң теләүселәрҙе шахмат серҙәренә өйрәтә, беркетелгән синыф уҡыусылары менән бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар.
− ҡунаҡсыл, алсаҡ бер әбейҙә фатирҙа тороп, уның менән сөкөр­ләшеп йәшәнек, − тип хәтерләй ул осорҙо Зөлфиә. − Ә шулай ҙа Сибайҙы юҡһындым, студент йылдарын һағындым.
Шуға ла Сибай институтына студенттарҙы немец теленән һәм латындан уҡытырға саҡырғас, һис бер һүҙһеҙ риза була.
Энергияһы ташып барған, эшлекле ҡыҙ беренсе айҙа уҡ тарих-филология факультетында КВН командаһын ойоштора (шул йылды ул етәкләгән «СКИФФ» командаһы республика кимәлендә беренсе урынды ала). Факультет профоргының шәхси тормошҡа ваҡыты ҡалмай: көн дә − уҡытыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында баскетбол, теннис, волейбол уйындары, аҙна һайын тиерлек капустниктар, ай һайын − концерттар…
− Тормош шундай ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булғас, уны хатта йоҡоға сарыф итергә йәл ине − тәүлегенә өс сәғәт йоҡлайым, шул етә, арыу-талыуҙың әҫәре лә юҡ, − тип көлә Зөлфиә. − Бәхетем − сикһеҙ! Кан­дидатлыҡҡа минимумды тапшырғас, Өфөгә аспирантураға уҡыр­­ға индем, ләкин күңелем Мәс­кәүгә тартылды. Беренсе тапҡыр барғанда баш ҡаланы яулай алманым (конкурсты үтмәнем), икенсеһендә генә уңыш йылмайҙы. Ярты йыл уҡығас, юғары уҡыу йортон ҡалдырырға тура килде. Проблема ғилми етәксе менән мөнәсәбәттәрҙә ине: Мәскәүҙә тыуып үҫкән тәкәббер ҡатын мине өлгөргән шәхес итеп ҡабул итмәй, аңламай, тулыһынса үҙгәртергә теләне, осрашҡан һайын гел тәнҡитләр ине. Хәйер, иҫкәртмәләренән бигерәк, кәмһетеүле тонда һөйләшеүе күңелемә ауыр таш булып ятты. Етәксене алмаштырырға рөхсәт итмәгәс, уйлап-уйлап, документтарымды алдым.
Зөлфиә тыуған еренә еңелеүсе булып ҡайтыр­ға теләмәй, Мәскәүҙә тороп ҡала. Бирәм тигән ҡолона − сығарып ҡуя юлына, тигәндәй, кистәрен иҙән йыуған автосалонда эш тә табыла: бер көн кредит банкы ашығыс рәүештә документтарҙы тултырып ебәреүҙе һорай, ә белгес һуңлай. Зөлфиә, ҡайҙа документтарҙы мин тултырайым, тип компьютер артына ултыра һәм тиҙ генә эште башҡарып ҡуя. Шулай итеп, страховка компанияһында карьераһы башлана: Зөлфиәне кредит эксперты итеп тәғәйенләй­ҙәр, махсус курста уҡытып сығаралар, аҙаҡ ул бүлекте етәкләй. Учалы ҡыҙы үҙенең бурыстарына яуаплы ҡарай, уларҙы теүәл үтәй. Алдынғы страховка компанияларында стажировка үткәс, уны брокер фирмаһына эшкә саҡыралар. Зөлфиә торлаҡ эҙләп йөрөүе, аҡсаһыҙ интегеүе тураһында һөйләргә яратмай, бик күп мохтажлыҡ кисерергә, әллә күпме ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға тура килде, тиеү менән сикләнә. Кеше хәлен кеше белмәй, үҙ башынан үтмәһә, тип йырҙа йырланғанса, баш ҡалаға эш эҙләп килеүселәрҙең хәлен яҡшы аңлай, мохтаждарға хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Зөлфиә ҡуртымға алған бер бүлмәле фатир йыш ҡына Мәскәү башҡорттарының үҙенсәлекле штабына әүерелә һәм тәмле мәтрүшкә еҫтәре аңҡып торған сәй табыны артында хәйриә акциялары, кино һәм театрға походтар, милли байрамдар, балалар өсөн иртәлектәр үткәреү буйынса төрлө идеялар тыуа.
− Мәскәү башҡорттары менән нисек танышып, дуҫлашып китеүемде лә белмәйем, − ти Зөлфиә. − Нисектер мин − уларҙы, улар мине йөҙ йыл белгән кеүек. Бында студенттар ҙа, эшләгән йәштәр ҙә күп. Беҙ бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, беренсе курсҡа уҡыр­ға килгән студенттарҙы күҙ уңында тотабыҙ, башҡорт мәҙәниәтен пропагандалау менән шөғөлләнәбеҙ − кешеләр үҙ тамырҙарын белергә тейеш. Беҙҙең «Мәскәү башҡорттары» ойошмаһын рәсмиләштерҙеләр, һәм мин, әүҙем ағзаһы булараҡ, мәҙәниәт-спорт секторы өсөн яуап бирәм.
Зөлфиәнең изге күңелле холҡон белгәнгә, дауаханаларҙа ауыр хәлдә ҡалған яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүен һорап, иң тәүҙә уға мөрәжәғәт иткәйнем. Һәм ул, йомарт, әүҙем, гүзәл кеше, һынатманы: баш тартмай, мөмкин булғандың барыһын да эшләне. Зөлфиә Камалетдинова юҡҡа ғына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайланмағандыр − әйләнә-тирәне яҡтыраҡ, яҡшыраҡ, камилыраҡ итеү – уның тормош кредоһы. Ғилемдар Рамазановтың, һынауҙарҙың иң ауыры − үҙ-үҙеңде еңеү, үҙгәртеү, тигән шиғри юлдары бар, ошо йәһәттән Зөлфиә, һис шикһеҙ, еңеүсе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”