RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Еребеҙ берәү генә

04.05.2012 Еребеҙ берәү генә

Еребеҙ берәү генә
Эй, илһамлы, аҡ ҡояшлы,
тылсымлы яҙ,
Мәрхәмәтле тәбиғәттең
инсафлығы
Һиндә күңел юшҡындарын юя
алырлыҡ,
Йәнде арбай торған һылыу ҡыҙ
сафлығы!
Тәбиғәттең көләкәс яҙҙары ла, йәмле йәйҙәре лә, алтын көҙҙәре лә, аҡҡош һымаҡ ап-аҡ ҡыштары ла − һәр береһе үҙенсә матур, һәр береһе үҙенсә күркәм. Уның бөтә миҙгелдәрен дә кеше ниндәйҙер бер эске кинәнес менән көтөп ала.
Тәбиғәт һәм кеше! Кеше һәм тәбиғәт! Был ике һүҙ, был ике төшөнсә үҙе шундай ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта ғәжәйеп серле лә кеүек. Донъя яратылғаны бирле кеше һәм тәбиғәт күҙгә күренмәгән мең-мең ептәр менән бер-береһенә бәйләнгән.
Башҡорт халҡының мажаралы әкиәттәрендә лә, данлы дастандарында ла, фәһемле риүәйәттәрендә лә, мәшһүр ҡобайырҙарында ла, моңло йырҙарында ла Кеше һәм Тәбиғәттең мәңге-мәңге айырыл­ғыһыҙ образдары сағылыш таба. Тәбиғәткә ғашиҡ әҙәм булғанғалыр инде, тирә-яҡ мөхиттең һәр бер тын алышын тойоп торам.
Сабый күңелкәйе кителһә,
Көнгә баҡҡан сәскә бойоғор.
Йәрен көтөп ғашиҡ тилмерһә,
Аҡҡош ҡаурыйҙары ҡойолор.

Ауыр һүҙ ишетһә тол ҡатын,
Башын эйер ҡайын, уфылдап.
Үкһеҙ етем сорлап илаһа,
Янар тауҙар ҡуйыр һулҡылдап.

Сәсән бинахаҡҡа интекһә,
Һайрар ҡошсоҡ зарға һабышыр.
Буйҙаҡ уфтанғанда, моңһоу ай
Болоттарға кереп аҙашыр.

Йәш килендең йәне әсенһә,
Өйәңкеләр сеңләр бөгөлөп,
Һалдат ыңғырашҡанда сал бөркөт
Тертләп китер, хәүеф һиҙенеп.

Әсә бәғеркәйе әрнеһә,
Буръяҡланып даръя сайҡалыр.
Рәнйетелһә ата йөрәге,
Урал таштарынан ҡан тамыр.

ҡыҙ керпеге йәшкә сыланһа,
Зәңгәр болан үкһер тынлыҡта.
Яугир йөрәген услап йығылһа,
ҡапыл йондоҙ һүнер офоҡта!
Кеше – тәбиғәттән, тирә-яҡ мөхиттән, ерҙән, күктән айырыл­ғыһыҙ илаһи йән эйәһе ул. ҡояштың яҡты нурҙарын да, көмөштәй саф һыуҙарын да, хәләл ризығын да, мул ырыҫын да, һулап туя алмаҫлыҡ һауаһын да йомарт бүләк итә уға тәбиғәт! Йәшәү көсө, рух сығанағы булған үҙебеҙҙең ғәзиз Урал тәбиғәтенә ер йөҙөндәге инсандар­ҙың ғына түгел, күк есемдәренең дә күҙҙәре ҡыҙығалыр, моғайын.
Мәғрур Ирәмәлдең, күк Ирәндектең, Ямантауҙың һырттарына баҫып, тау һауаһын һулауҙары үҙе ни тора!
Тыуып үҫкән төйәккәйҙең икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарында алтын тулҡындай сайҡалған тос башаҡтар шауын тын ҡалып, йотлоғоп тыңлау­ҙары үҙе бер ғүмер бит!
Сал тарихлы Талҡаҫтың, данлыҡлы ҡандраның, зауыҡлы Асылы­күлдең тоноҡ һыуҙарында ҡойоноп, ҡомдарында ҡыҙыныуҙары үҙе бер ғүмер бит!
Боронғо Шүлгәнташ мәмерйәһенең, шанлы Ғәҙелша шарлауығының, шифалы ҡорғаҙаҡ шишмәһенең гүзәллектәрен күреп хозурланыу үҙе бер ғүмер бит!
Ата-бабаларыбыҙҙың төйәге − уралып ятҡан Уралыбыҙ һәр төрлө файҙалы ҡаҙылмаларға ла ифрат бай. Алтын, көмөш, алмас тиһеңме, тимер, баҡыр, таш күмер тиһеңме, йәшмә, уран, нефть, газ тиһеңме... Барыһы ла бар Уралда!
Бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәғдәндәр, ғәжәйеп үҙенсәлекле мөғжизәләр төйәге ул Урал! Был иҫ китерлек мөғжизәләрҙе тәбиғәт мең-мең йылдар дауамында тыуҙырған. Ана шуның өсөн дә ата-бабаларыбыҙ күҙ ҡараһындай һәр саҡ ҡурсыған, ошондай ҙа затлы хазинабыҙға, ошондай ҙа оло мираҫыбыҙға ҡарата беҙҙең көллөбөҙҙә лә ҙур яуап­лылыҡ тойғолары булырға тейеш.
Ә бит ер өҫтөндәге һәр үҫемлек, һәр сәскә, һәр йән эйәһе игелекле инсандарҙың ихлас ярҙамына мохтаж.
ҡарашың менән наҙла һин,
Томбойоҡ бойоҡҡанда,
Күбәләкте ҡурсалап ал,
Бәләгә юлыҡҡанда.

Гөл-сәскә һыуға тилмерһә,
Яуҙыр шифалы ямғыр,
Аҙашҡан аҡҡош юлында
Өмөт шәмдәле яндыр.

Яңғыҙ ҡоралай һыҡтаһа,
Йыуат һин һағышынан,
Ыласындың ни әйтерен
Аңла күҙ бағышынан.

Урман шауын да тоя бел,
Тау йөрәген дә тыңла,
Аҡ ҡайындарға ҡушылып,
Тәбиғәт йырын йырла!
Эйе, аҡ ҡайындарға ҡушылып, тәбиғәт йырын йырлағы килә, зәңгәр күк моңон, ғәзиз ер моңон йырлағы килә, үҙебеҙ йәшәгән ил-йортобоҙҙо йәйғорло йырҙар менән нурлағы килә.
Ләкин, үкенескә күрә, күңелдә шатлыҡ моңдары сыңлар саҡта көтмәгәндә кәйеф ҡырылған минуттар ҙа була икән.
Ап-аҡ йөҙлө ҡайын илай,
Һулҡылдап, һыҡтап илай,
Йыуатһам да, ҡайындың һис
Йәштәрен тыйып булмай.

Ғазап йотоп, үкһей ҡайын
Бөгөлә-бөгөлә елдәргә,
Барын һөйләр ине лә шул,
Телдәре юҡ һөйләргә!

ҡайын илай...
ҡайғыһынан
Түҙә алмай иламай...
Был ҡайындың тамырына
Балта сапҡан бер малай!
ҡайын тамырына балта сапҡан малайҙар берәү генә түгел шул. Улар бик күптәр. Малайҙар ғынамы ни, ҡайһы бер олпат-олпат ағайҙар ҙа тәбиғәт тамырына ла, тыуған ер тамырына ла, тормош тамырына ла балта саба. Өфөлә лә әҙ түгел ундай­ҙар. Мәҫәлән, әүәлерәк, баш ҡалабыҙҙың ял паркында йөрөгән саҡта мин ике сал сәсле олпат кешенең, йәғни ҡурамшин менән Еникеев атлы уҙамандың, йөрәге һыҙлап, әсенеп һөйләшеүен ишеттем. Ана шул ҡаһарман ветерандар тарафынан паркта ун ике йыл буйына, күңел нурҙарын биреп, ҡурсалап-тәрбиәләп бер имән ағасы үҫтерелгән.
Ләкин шуныһы аяныслы: яу һәм хеҙмәт ветерандарының яҡты йәдкәре булып киртләс, эре япраҡтарын ялбырлатып, көн сыуағына йылмайып ултырған әлеге йәп-йәш имән ағасын ниндәйҙер бәндә ҡырҡып-ботарлап быраҡтырған.
Их, шул яһилдарҙың ҡулдарын шаҡарып бәйләп ҡуйырға ине лә бит! Тәбиғәт дошмандарының ҡылған этлектәре һуңғы йылдарҙа самаларҙан ашып китте шул.
Республикабыҙҙың ҡайһы бер райондарында сәфәрҙә йөрөгәндә йәнде тетрәтерлек күренештәргә тап булаһың. Бәғзе ауылдарҙың йылға буйҙарына тиреҫ, тиҙәк, сүп-сар түгелә, яр ситендә лә, һыу эсендә лә быяла ватыҡтары, резина ҡалдыҡтары, тимер-томор тулып ята. Йылға ярҙарында күпереп сәскә атҡан муйыл ағастарының ботаҡтары яҙ һайын рәхим­һеҙ ботарлана. Күҙҙәрҙе ҡамаштырырлыҡ шау сәскәле аҡландар, тотош тау битләүҙәре буйынан-буйына малдан тапатыла. Йәйге эҫеләрҙә ҡайһы бер күлдәргә мөңөр-мөңөр мөңрәшеп, һыйыр­ көтөүе килеп төшә. ҡасандыр селтер-селтер аҡҡан гәлсәр шишмәләр, көслө урғылышлы йылғалар һайыға. Ярҙарға һыйынып үҫкән ҡоба талдар, еректәр, энәлектәр тәләфләнә. Йылғаларҙың боронғо көс-ғәйрәттәре лә юҡ дәрәжәһендә.
Шаршыларҙа елпеүестәрен ел­бер­ләтеп, тәңкәләрен ялтлатып йөҙөп йөрөгән бәрҙеләр, затлы балыҡтар – бағырҙар һирәгәйгәндән-һирәгәйә. Йылға-күлдәребеҙҙең байтағының һыуы буръяҡлы. Кеше һаулығына зарарлы матдәләр күп унда. Йәшерен-батырын түгел, үҙебеҙ Ағиҙел тигән йәйрәп ятҡан даръя буйында йәшәһәк тә, таҙа һыу таба алмай йонсойбоҙ. Фәҡәт бер генә тапҡыр килгән ғүмеребеҙ эсендә эсәр һыуыбыҙҙа булған ни саҡлы фенолдан, ни саҡлы диоксиндан сарсайбыҙ.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, Башҡор­тостан йылғаларының бөгөнгө торошо ифрат аяныслы, ә иртәгәһе ҡыуаныслымы һуң? Был һорауға: «Эйе, ҡыуаныслы!» – тип сатнатып ҡына яуап биреүе лә ҡыйын.
Еребеҙҙең йәшел туны, йәшел ҡалҡаны булған урмандарыбыҙҙың хәле лә бик шәптән түгел. Яҡшы сифатлы ылыҫлы ағастар аяуһыҙ ҡырҡыла, ҡарағастар һирәк-һаяҡ ҡына тороп ҡалған. ҡасандыр үтеп сыҡҡыһыҙ ҡуйы ағаслыҡ булған шырлыҡлы урмандар ярлылана, яланғаслана. Был күренештәр бик тә ауыр бит уйлай белгән кешегә, нисәмә йыл ҡырҡып боталған ағас­тар һыу төптәрендә, йылға төптәрендә бешегә!
Мунса миндеге өсөн йәп-йәш ҡайындарҙың, ап-аҡ сауҡаларҙың йәм-йәшел суғылйым суҡтары күпләп мөнтәлә. Хуш еҫле баҙыян сәскәләре, күкшел мәтрүшкәләр көлтәләп-көлтәләп төбө-тамыры менән йолҡоп алына. Утлы ҡуҙ төҫлө баҙлап янып, суҡланып-һутланып ултыр­ған баландар, йәшкелт аҡ сәскәле үрмәле ҡомалаҡтар әрәм-шәрәм ителә. Шифалы дарыу үләндәре аҙая, ер өҫтөндә йәшеллек бермә-бер кәмей. Урал урмандарында маһайып, алпан-толпан баҫып йөрөгән айыуҙар, һомғол ҡоралайҙар, тарбаҡ мөгөҙлө боландар, шеш ҡолаҡлы ҡуяндар, оҙон ялбыр ҡойроҡло төлкөләр, ҡош-ҡорт һирәгәйә, һайрар ҡыуаҡтарынан биҙеп, һары һандуғастар ояларын ташлап китә. ҡарт имән ботаҡтарына ҡунған тумыртҡалар ҙа, ваҡыты-ваҡыты менән ниндәйҙер хәүеф һиҙенеп, ҡапыл һағайып ҡуя. Бөгөнгөһө көндә Ирәмәл, Ирәндек, Ямантау, Елмерҙәк, ҡаратау, Тора-тау кеүек мөһабәт тауҙарҙың да, ҡандракүл, Мауыҙҙы, Асылыкүл, Өргөн, Талҡаҫ кеүек һары томбойоҡло тәрән күлдәрҙең дә, Ағиҙел, Ашҡаҙар, ҡариҙел, Яйыҡ, Дим, Йүрүҙән, һаҡмар кеүек ҡеүәтле йылғаларҙың да һәр береһенең үҙ хафалары бар. Ә уларҙың хәүеф-хафаларына әҙәм балалары, ер улдары ҡолаҡ һаламы һуң?
Донъяларын туйындырам,
Ниндәй һәйбәт кейендерәм,
Бер яҙ булып балҡып янһам,
Бер көҙ булып һөйөндөрәм,
Ошо изгелек өсөнмө
Күпме ҡайғы-хәсрәт күрәм?! −– тип миһырбанлы Ер-әсә бер ҙә юҡҡа ғына йәне өҙгөләнеп-әсенеп әйтмәйҙер.
Ифрат тынғыһыҙ, ығы-зығылы, борсоулы заманда ғүмер һөргәнгәме, һәр төрлө донъя мәшәҡәттәренә күмелгәнгәме, беҙ, инсандар, тирә-яҡ мөхитте, мөҡәддәс тәбиғәтте хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалау хаҡында ҡайһы саҡта бөтөнләй онотабыҙ, буғай.
Ана шуның өсөн дә бәрәкәтле тупрағыбыҙ, ҡырлас тауҙарыбыҙ, ер-һыуҙарыбыҙ ауыр көрһөнөп етем­һерәй, ахыры. Ә бына ошо етем­һерәгән ғәзиз йәнтөйәгебеҙ­ҙең үҙәк өҙгөс кисерештәре, бо­лоҡһоуҙары иңрәй-иңрәй үтә кеүек минең йөрәккәйем арҡыры.
Баҙыҡ имән шикелле,
Ергенәмә ерегеп,
ҡан тамырҙарым менән
Йәнтөйәккә берегеп;
Атайсалда үҫтем мин,
Ер-һыуым тип йән атып,
Йән атыуҙан ни файҙа?
Аһ... көндәрем үтә шул
Бәғеремде ҡанатып!

Зәңгәр Димдең,
Иҙелдең
ҡото китте бөтөнләй,
Өфө тауы өҫтөндә,
Тирә-яҡты һөрөмләп,
Тут торбалар төтөнләй!

Ашҡаҙар аҡҡоштары
Әллә ҡайҙа олаҡҡан?
Субырлап йәш тамғандай
Һәр ҡамыш,
һәр ҡыуаҡтан.
Гөлдәр үбеп,
бал йыйып,
Илен балға туйҙырған
Бал ҡорттарын зәһәр көс
Күс-күсенән айырып,
Пыран-заран туҙҙырған!

Ирәндек битләүендә
Болоҡһойҙар сәскәләр,
Башы һыйыр юлаҡтан
Әүәлгесә елдереп
Килеп сыҡмай йәтсәләр.
Һайрар ҡошон юҡһынып,
Зар илайҙар сәхрәләр!

Екән һулый,
күл ҡорой,
Эсәр һыуҙар ыулана,
Гүйә, хәүеф һиҙенеп,
Быуаттар төпкөлөнән
Боронғо мәмерйәләр,
Арҡайымдар шомлана.
Шомлана ер.
Ағастар
ҡуя ҡапыл дерелдәп.
Әйтерһең, бар Тереклек,
Бәндәнән ярҙам һорап,
ҡарай кеүек мөлдөрәп.
Көн бөтмәһә,
ай бөтмәҫ,
Ай бөтмәһә, йыл бөтмәҫ...
Алла бойорһа, тимен,
Урал тәбиғәтенең
ҡанһыраған яраһын
Йәһәтерәк бәйләргә
Кешелекле,
шәфҡәтле,
Миһырбанлы ҡул бөтмәҫ!

Эй, мөҡәддәс Уралым, −
Ике күҙем алмаһы,
Хәтеремә уйылған
Тарихыңдың тамғаһы;
Их, танһыҡтар ҡанғансы
Йөҙҙәреңә бағаһы,
Йәнем, тәнем менән бит
ҡыш күркен,
йәй йәмдәрен,
Әсе әрем тәмдәрен,
Ер-Әсәнең ғәмдәрен
Йөрәгемә һеңдергән
Мин – тәбиғәт балаһы!
Мин – тәбиғәт балаһы!

Ана шуға күрә лә сыуаҡ Башҡортостандың тәбиғәт ынйылары миңә шул хәтле ҡәҙерле. Сөнки был баһалап бөткөһөҙ ҡәҙерле ынйылар – борон-борон заман­дар­ҙан алып бөгөнгәсә һаҡланған сал Уралдың иҫтәлекле ҡомартҡылары бит улар!
Тимәк, кеше үҙенең бөтә булмышы, бөтә асылы менән тирә-яҡ мөхит алдында, тәбиғәт алдында, мәрхәмәтле тыуған ер алдында ғүмере буйына бурыслы!
Зәңгәр күктә нурлы ҡояшыбыҙ берәү генә булған кеүек, беҙҙең зиннәтле, бай тәбиғәтле мөҡәддәс еребеҙ ҙә берәү генә!
Эйе, еребеҙ берәү генә! Уға ҡарата үтә лә һаҡсыл мөнәсәбәттә булыр­ға кәрәк.
Хәҙерге битарафлыҡ, хәҙерге баш-баштаҡлыҡ осоронда тыуған еребеҙҙең ҡото-ырыҫы ҡорғаҡһып бара.
Йәншишмә һыуын һирпеп, донъябыҙҙы мәңге үлемһеҙ иткән Урал батырыбыҙҙың йәнтөйәгенә бөгөн хәүеф-хафа янағанын йәһәтерәк төшөнһөн ине инсандар.
Шундай оло хәҡиҡәт бар:
Уны бик күптәр аңлай,
Ер хисен юғалтҡан әҙәм
Ил улы була алмай.

Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”