RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Зарланырға урын юҡ

04.05.2012 Зарланырға урын юҡ

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бөгөн тейешле иғтибар бүленәме? Улар үҙҙәре хаҡында күрһәтелгән хәстәрлек менән ҡәнәғәтме? Ошо һорау менән беҙ бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

Иршат Фәхретдинов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, парламенттың Ветерандар эштәре буйынса комитеты ағзаһы:
– Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Рәсәй Хөкүмәте, республика етәкселеге яғынан да етерлек ярҙам күрһәтелә. Уртаса эш хаҡы менән сағыштыр­ғанда, уның күләменән ике тапҡыр күп пенсия алалар. Льготалары байтаҡ. Әммә дәүләтебеҙҙә уларға ҡарата ғәҙелһеҙлектәр етерлек. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын фатир менән тәьмин итеү тураһында РФ Президентының Указы булды. Әммә әлегә тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж яугирҙар, фатир юллап, һаман да чиновниктарҙың тупһаларын тапарға мәжбүр.
Мин халыҡ менән осрашыуҙар ойошторғанда, торлаҡ сертификаттарын ала алмауҙарына дәғүә белдереп, ярҙам һорап килеүселәр күп. Үҙҙәре менән йорттарының фотоларын, документтарын да килтереп күрһәтәләр. Күренеп тора, йорт иҫке, уңайлы шарттар юҡ. Ветерандарҙы торлаҡлы итеүҙән республика бюджеты зыян күрмәй, сығымдар федераль бюджет иҫәбенә ҡаплана. Шул аҡсаны аҡыллы итеп бүлеп, райондарҙағы чиновниктар кисәге яугирҙарҙы фатирлы итә ала бит. Юҡ, улар, киреһенсә, йортҡа ремонт эшләйбеҙ, тип үҙҙәренең таныш фирмаларын яллап, үҙ мәнфәғәттәрендә аҡса эшләйҙәр. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына юғары даирәләрҙәге етәкселәр тарафынан иғтибар, кешеләрсә мөнәсәбәт юҡ. Миңә мөрәжәт иткәндәргә, РФ Дәүләт Думаһы депутаты булараҡ, ярҙам итергә тырыштым. Күптәрен торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булараҡ сиратҡа ҡуйыуға өлгәштек, хәҙер сертификат көтәләр.

Вәсилә ХӘКИМОВА, уҡытыусы:
– Олатайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Үкенескә күрә, хәҙерге көндә үҙҙәренең яуҙаштарына күрһәткән иғтибарҙы күрә алманы. 65 йәшендә алған яраларынан донъя ҡуйҙы. Уның, мин Бөйөк Ватан һуғышы ветеранымын, тип маҡтанып, льготаларын даулап йөрөгәнен хәтерләмәйем. Һуғыш инвалиды булараҡ, йылына бер мәртәбә санаторийға барып ҡайта ине. Хәҙер олатайым иҫән булһа икән, тим. Хөкү­мә­те­беҙ ветерандарға һуңлап йөҙ борҙо. Һуғыштың эсендә йөрөгәндәр иртә донъя ҡуйҙы, унда ҡорбан булғандар бөтөнләй онотолдо.

Нуретдин Килсенбаев, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны:
– Хөкүмәткә үпкә юҡ. Пенсияны һәйбәт кенә алабыҙ, беҙгә тейешле льготалар менән файҙаланабыҙ. Күп замандашыбыҙ торлаҡ сертификаттары алып, бар уңайлыҡтары ла булған фатирҙарҙа йәшәй. Табиптар йыл һайын һаулығыбыҙҙы тикшереп тора, бик сырхаулап китһәк, Республика ветерандар госпиталендә һаулығыбыҙҙы нығытып сығабыҙ. Донъя рәхәтлектәре кисереп, йәшәргә лә йәшәргә әле беҙгә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”