RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәми Ғарипов – беҙҙең арала

13.03.2012 Рәми Ғарипов – беҙҙең арала

Рәми Ғарипов – беҙҙең арала
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғарипов Баймаҡҡа йыш ҡына килеп йөрөгән, мәктәп уҡыусылары менән осраш­ҡан, шиғри кисәләрҙә ҡатнашҡан, “Октябрь байрағы” гәзитендә шиғыр­ҙарын баҫтырған. Бөйөк шағир­ҙың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан Баймаҡ үҙәк район китапханаһы февраль айын Рәми Ғарипов айлығы тип иғлан итте. Бында ғына түгел, һәр ауыл китапханаһында Рәми Ғариповҡа арналған ҡәҙер һәм хәтер кисәләре, шиғырҙарын яттан һөйләү, мәктәптәрҙә “Шағирға әйтер һүҙем” тип аталған хаттар конкурстары үткәрелә.
Үҙемә лә шундай сараларҙың берәүһен ойошторорға, икенсеһендә шаһит булырға тура килде. Арабыҙҙа шағирҙы тере сағында күреүселәр ҙә байтаҡ икән. Шуларҙың был шәхес тураһындағы иҫтәлектәрен ишетеү мине тетрәндерҙе. Хәйер, баштан башлайыҡ әле.
Мөхәббәт өсөн йәшәмәйем,
Йәшәү өсөн кәрәк МӨХӘББӘТ!
Мин аҡылдан яҙып һөйҙөм һине,
Һөйә алмам шулай ғүмерҙә –
Көс ташыуҙан ҡулдарыма минең
Эш етмәҫтәй ине был ерҙә!..
(Рәми Ғарипов,
Башҡортостандың халыҡ шағиры).

Рәми Ғарипов һәм мөхәббәт – айырылғыһыҙ. Сөнки уның өсөн мөхәббәт төшөнсәһе шундай киң – икенсе енес вәкиленә ҡарата ғына түгел, ошо йәшәгән ергә, Ватанға, кешелеккә мөхәббәт, уның өсөн өҙгөләнеү, хәстәрлек күреү, киләсәген ҡайғыртыу шиғырының һәр юлында ярылып ята. Шуға күрә Р. Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенең сираттағы ултырышы “Рәми Ғарипов ижадында – мөхәббәт лирикаһы” темаһына арналды. Алдан район гәзитендә иғлан булғанға күрә Башҡортостандың халыҡ шағирының ижадын ысын күңелдән яратҡан, ихтирам иткән кешеләр йыйылды. Күп булмаһаҡ та, тап күңелдәр рухташлығы кисәнең мәртәбәһен күпкә күтәрҙе.
Кисә башында Рәми Ғариповтың тормош һәм ижад юлына байҡау яһалды, үҙәк район китапханаһының мәғлүмәт-хоҡуҡ бүлеге мөдире Миләүшә Юнысова видеопроектор аша шағир тураһында слайдтар күрһәтте, уның шиғырына яҙылған йырҙарҙы тыңлап кинәндек.
Арабыҙҙа Рәми Ғариповты тере сағында күреүселәрҙең булыуы хайран ҡалдырҙы. Ғүмәрҙән Әлфиә Йомағужина, Баймаҡтан Айһылыу Ураҙгилдина, Яраттан Хәбирә Ғәҙелшина, Гүзәл Монасипова шағир­ҙы күреүҙәре хаҡында мауыҡтырғыс итеп бәйән итте. Борис ағай – Хәйретдинов Салауат районының Арҡауыл ауылында шағирҙың йорт-музейында булыуы, “Туған тел” шиғырына үҙе яҙған йырҙы салауаттарҙың нисек дәррәү ҡабул итеүен, хатта Өфөлә ҙур сарала ошо йырҙы башҡар­ғанда халыҡтың тороп алҡышлауын ҡыҙыҡ итеп һөйләне. Борис ағай баянда уйнап, “Туған тел” йырын йырлап, кисәгә йәм өҫтәне.
Һәр беребеҙ, рухланып, үҙе яҙған шиғри күстәнәстән ауыҙ иттерҙе. Йәш шағирә Гөлнара Буранғо­ловаға артабан да туҡталып ҡалмай ижад итергә, ә Хитап Хә­митов менән Айһылыу Ураҙгилдинаға ижадын матбуғатта күрһәтеү сараһын күреү кәрәклеге тураһында тәҡдимдәр әйтелде. Әлфиә Йомағужина Рәми Ғариповҡа арналған шиғыры менән таң ҡалдырҙы. Һөнәре буйынса рәссам булһа ла, кисерештәрен шиғыр юлдары аша ла еткерергә ынтылған Зөлфирә Күсәбаеваның шиғырҙары ла күңелдәргә май булып яғылды. Тамашасы ғына булып килһәләр ҙә, Гүзәл Монасипова менән Хәбирә Ғәҙелшина апайҙар: “Йәнгүҙәй”, ысынлап та, йәнле. Беҙ, халыҡ күп булыр, ултырырға урын да булмаҫ, тип ҡурҡа-ҡурҡа ғына килгәйнек, халыҡ бындай сараға күпләп йөрөмәй икән. Был эште ауылдарҙа ла йәнләндерергә кәрәк. Күптәр район үҙәгенә йыш ҡына йөрөй алмай бит”, – тигән матур кәңәш-тәҡдимдәрен еткерҙе.
Таралышырға теләмәй, ҡабат-ҡабат шиғыр уҡыныҡ. Әлфиә Йомағужина: “Рәми Ғарипов Баймаҡта йыш булған. Уны күреп-белеүселәрҙең иҫтәлектәрен йыйып, матбуғатта баҫтырып, йә берәй брошюра сығарып булмаҫмы икән?” – тигән бик кәрәкле тәҡдим индерҙе. Быны барыһы ла дәррәү күтәреп алды. Кисә һуңында “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенә йыллыҡ план ҡабул иттек.
Рәми Ғариповтың бик матур юлдары бар:
“Яратылырға хаҡлы тик
Ярата белгән генә!”
Был юлдарға бер ниндәй ҙә аңлатма кәрәкмәй. Замандаштарыма ла, бөйөк шәхесебеҙҙе ололап, ул әйткәнсә, һөйөү ҡәҙерен белеп кенә йәшәргә яҙһын, тип теләйем.

Үлемһеҙ шиғырҙарҙы байҡаныҡ

jmҡалабыҙ мәктәптәрендә белем алыусы ҡыҙҙар-малайҙар ул көндө юғары күңел күтәренкелеге, дәрт менән рух бөркөлөп торған үҙәк район китаханаһының ишеген асты. Шулай булмай ни – бөгөн улар Рәми Ғариповтың шиғырҙарын яттан һөйләү бәйгеһендә көс һынашасаҡ бит!
Кисә башланыр алдынан бындай күтәренкелек баһалама төркөмө ағзаларының йөҙөндә лә сағыла ине – улар бөгөн рәхәтләнеп бөйөк шәхесебеҙҙең ҡабатланмаҫ шиғырҙарын тыңлаясаҡ!
Бәйге хаҡында тасуирлап тороу кәрәкмәйҙер – һәр сығышты аяҡ үрә баҫып алҡышлап оҙатырға мөмкин ине. Яңылышһалар ҙа, ҡайһы бер урындарында онотһалар ҙа... Сөнки ҡыҙыҡлы уйынды ситкә ҡуйып, атай-әсәйҙәрҙең ҡушҡан эштәре, былай ҙа мәңге бөтмәҫ дәрестәрҙән тыш ваҡыт табып, ошо шиғырҙарҙы ятлағандары өсөн. ҡайһы бер сығыштарҙан яңыса яңғыраш ишетелгәндәй, күңелдәр тертләп, күҙҙәр йәшкәҙәп киткеләне. Үлемһеҙ шиғыр­ҙар һәр быуынды ла тетрәндерә, доға кеүек, ҡабатлаған һайын яңыра ғына бара! Ошондай уй-кисерештәремдән үҙемдең күңелде өйкәп торған ҡайһы бер күренештәр сүп кенә кеүек тойолоп китте. Бына бит шиғри һүҙҙең көсө!
Рәми Ғарипов – беҙҙең арала
Шулай итеп, тетрәнеүҙәр кисерә-кисерә бәйге ахыры килеп еткәнен дә һиҙмәй ҡалғанбыҙ. “30 уҡыусы ятлап бөттө ләме ни?” – тип аптырап, бер-беребеҙгә ҡарашып ҡуйҙыҡ.
Урындар түбәндәгесә билдәләнде. 5 – 7-се кластар араһында беренсе урынға – Зөлфиә ҡотлогилдина (Баймаҡ лицей-интернаты), икенсегә – Арыҫлан Баязитов (3-сө мәктәп) һәм Гөлсибәр Тотманова (БЛИ), өсөнсө урынға Заһит Боҫҡонов (3-сө мәктәп), Зөбәржәт Ишморатова (4-се мәктәп), Иҙел ҡудашев (1-се мәктәп) лайыҡ булды. 9 – 11-се кластар араһында беренсе урын – Баймаҡ лицей-интернатынан Гөлсимә Рыҫҡоловаға, икенсе урын – 4-се мәктәптән Айгизә ҡарасоваға, өсөнсө урын 3-сө мәктәптән Радмир Үлйәбаевҡа бирелде.
Афарин, башҡорт шиғриәтенә һөйөү йөрөтөүсе йәш быуын вәкилдәре!
Ә Гөлсимә Рыҫҡолова тураһында айырым яҙып үткем килә. Сөнки ҡатнашыусылар араһында башҡорт халыҡ кейемендә һәм ҡулына ҡурай тотоп, шағирҙың “ҡурай” шиғырын илатҡансы һөйләүсе бары ул ғына булды. Талғын көй аҫтында был шиғыр иң моңло йырҙарыңдан да моңлораҡ, һағышлыраҡ, әсерәк булып, бәғерҙәрҙе телде. Гөлсимә үҙе Хәйбулла районының Хворостянское исемле урыҫ ауылынан булһа ла, Баймаҡ лицей-интернатында уға башҡорт теленә шул тиклем көслө һөйөү уятҡандар – ул хатта башҡортса шиғырҙар, йырҙар ижад итә башлаған. “Мин, мәктәпте бөткәс, педиатр булырға, балаларҙы дауаларға хыялланам. Шиғырҙарҙы 8-се класта уҡығанда яҙа башланым, ә йырҙы 9-ҙы бөткәс, йәйгеһен яҙҙым. Ул үҙемдең шиғырыма яҙылды һәм “Юғалма” тип аталды. 10-сы класҡа килгәс, мәктәптә үткән “Алло, таланттар эҙләйбеҙ!” конкурсында шуны йырлап еңеүсе булдым. Шунан артабан да йырҙар яҙа башланым. Гитарала уйнарға яратам. ҡала буйынса “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” конкурсында беренсе урынды алдыҡ. Мәктәбебеҙҙең КВН составының әүҙем ағзаһымын. Быйыл Сибайҙа үткән “Шаяниум” төбәк фестивалендә “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” тигән диплом бирҙеләр”, – тип уңайһыҙланып ҡына һөйләне ул. Уны алып килгән тәрбиәсе Фәнүзә Байғотлина: “Бөтә конкурстарҙа ла ул һәр ваҡыт ҙур теләк менән ҡатнаша һәм еңеп сыға. Гөлсимә – беҙҙең ҡотҡарыусыбыҙ”, – тип маҡтап алды. “Фәнүзә апай үҙе гел ярҙам итә”, – тип Гөлсимә лә апаһына яратып ҡарап ҡуйҙы. Лицей-интернат уҡыусылары, ата-әсәһенән алыҫта булғанға ла, уҡытыусы, тәрбиәсе ағай-апайҙарына шул тиклем күңелдәрен баҫҡан икәне күҙгә ташланып тора. Бындай яҡынлыҡ бөтә мәктәптәрҙә лә күҙәтелһә ине ул.
... Рәми Ғарипов ҡыҫҡа ғүмерле булһа ла, бай йөкмәткеле һәм оҙон ғүмерле ижад һандығын аманат итеп ҡалдырҙы. Уның тормошо ни тиклем ҡатмарлы булған – шиғырҙары шул тиклем бәхетлерәк. Бәлки, ошоноң өсөн дә бар ауырлыҡты йөрәктән үткәрергә кәрәк булғандыр...

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.
Автор фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”