RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Батырҙарға һәйкәл ҡуяйыҡ!

28.02.2012 Батырҙарға һәйкәл ҡуяйыҡ!

Батырҙарға һәйкәл ҡуяйыҡ!
Данлыҡлы хәрби командир, дәүләт эшмәкәре, публицист Муса Мортазиндың исеме күптән мәңгеләштерелергә тейеш ине
Яҡты донъяла ни бары 46 йыл ғына йәшәп ҡала Муса Лут улы Мортазин. Әйтәләр бит: кеше ғүмере ул йәшәгән йылдар менән түгел, бәлки ана шул йылдар эсендә башҡарған эштәре, күрһәткән хеҙмәттәре менән баһалана. Берәүҙәр оҙон ғүмерле булып та, әллә ни эш ҡыйратмай, халҡына, иленә лә файҙаһы теймәй, «көн үтһен, сабата туҙһын» тигәндәй, ер ҡорто һымаҡ, бер урында тапана, алға ла ынтылмай, артта ла ҡалмай. Улар менән бөгөн донъя тулы. Икенселәре иһә ҡыҫҡа ғына тормош юлында ла иҫ китмәле эштәр эшләргә, батырлыҡ, гражданлыҡ ҡаһарманлығы күрһәтергә өлгөрә, халҡының оло абруйын яулай, милләтенең йөрәк түренә инеп ултыра. Бәлки, шуғалыр ҙа уларҙың ғүмер­е лә ҡыҫҡа, эйе, үкенескә күрә, үтә ҡыҫҡа була.
Шулар араһында хәҙерге Учалы районы егете, Граждандар һуғышының легендар геройы, өс тапҡыр ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, ике тапҡыр көмөш ҡылыс, яҙыулы алтын сәғәт менән бүләкләнгән, Башҡорт кавалерия бригадаһы командиры, эшсе-крәҫтиән ҡыҙыл Армияһының аттар составын яңыртыу буйынса 2-се бүлексә начальнигы, комбриг (хәҙергесә әйткәндә − генерал-полковник) званиеһындағы Муса Мортазинды ла күрәм.
Шуны ла хәтер һандығынан сығармаҫҡа кәрәк: М. Мортазин хәрби командир ғына түгел, бәлки дәүләт эшмәкәре лә, тарихсы ла, яҙыусы-публицист та ине. Граждандар һуғышынан һуң ул Башҡорт АССР-ы Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе вазифаһын башҡара, 1-се Бөтә Рәсәй мосолмандары съезы (1917 йыл, май), Советтарҙың VIII Бөтә Рәсәй съезы (1920 йыл, декабрь), эшсе, крәҫтиән, ҡыҙыл армеец һәм казак депутаттары Советының Х (1922 йыл, декабрь) һәм ХI (1924, ғинуар) Бөтә Рәсәй съездары, СССР Советтарының I (1922 йыл, декабрь) һәм II (1924 йыл, ғинуар) съездары делегаты итеп тә һайлана. Тимәк, Муса Мортазин 20-се йылдарҙа Башҡортостанды Башҡортостан итеп ойоштороуҙа һәм дөйөм ил тарихында мөһим роль уйнаған, тотҡан дәрәжәһе лә, халыҡ араһындағы абруйы ла ҙур булған һәм уны бер кем дә инҡар итә алмай.
Әммә ошо бөйөк кешенән халыҡтың ысын дошмандары «халыҡ дошманы» яһап, 1937 йылдың 27 сентябрендә атып үлтерә. Шуныһы үкенесле: 1956 йылдың 14 июлендә уның исеме аҡланып, 1961 йылда Коммунистар партияһына кире ҡайтарылһа ла республиканың власть башындағы әпкәләйҙәре һәм Шариковтары (М. Булгаков, «Эт йөрәге») уны халыҡҡа еткерергә ашыҡмай, аяҡ терәп ҡарыша.
Ул ғына ла түгел, 1959 йылдың сентябрь һанында «Әҙәби Башҡортос­тан» (хәҙер «Ағиҙел») гәзитендә Муса Мортазин тураһында бәләкәй генә мәҡәлә баҫылыуын күргәс тә уның мөхәррире Григорий Михеевты КПСС өлкә комитеты секретары үҙ кабинетынан ете ҡат тиреһен тунап эттән алып эткә һалып һүгеп сығара.
Әммә власть түрәләренең бер төрлө лә яҡлауын тапмаған Муса Морта­зиндың исеме Советтар Союзының хәрби начальниктары, атап әйткәндә, Семен Буденный, Алек­сандр Горбатов, Хлеб­никовтар тарафынан юға­ры баһалана. Советтар Союзы Маршалы Семен Буденный уның тураһында 1968 йылдың сентябрендә «Советская Баш­кирия» гәзитендә бына нимә тип яҙа: «Башҡорт ере ҡаһарманлыҡ өлгөләрен аҙ белмәй. Граждандар һуғышы йылдарында Фрунзе, Блю­хер, Ажин, Чапаев, Мортазин, бер туған Кашириндар армиялары, дивизиялары, полктары ысын батырҙарса һуғышты…» Шунда уҡ ул Муса Мортазин хаҡында китап яҙырға теләген белдерә, ләкин өлгөрә алмай, 1973 йылда вафат булып ҡала.
Йылдар үтеп, ҡайһы бер яуыздар властан киткәс кенә башҡорт халҡының ҡаһарман улы тураһында иҫтәлектәр яҙыу мөмкинлеге тыуа һәм Ғәзим Шафиҡов («Для ратных дел рожденный», в кн. «И Совесть, и жертвы эпохи», 1991), Рәшит Шәкүр («Муса Мортазин», «Арҙаҡлы башҡорттар» китабы, 1998), Рәүеф Насиров («Яла кеше үлтерә», «Уҙамандар эҙләйем» китабы, 1997; «Ыласын йөрәклеләр», «Муса батыр» китабы, 1992) очерктар баҫтырһа, Мәүлит Ямалетдинов («ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым»), Рәшит Солтангәрәев («Осто бөркөт») повестарын, Яныбай Хамматов «Комбриг Мортазин» романын яҙҙы.
Шуны ла әйтмәксемен: үткән быуаттың 60-сы йылдарында Муса Мортазиндың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән уға һәйкәл ҡуйыу, Өфө урамдарының береһенә уның исемен биреү тураһында һүҙ булғайны. Әммә власть әһелдәре республика йәмәғәтселегенең фекеренә мыйыҡ та бормағас, ул туҡталып ҡалды. Муса Лут улының 100 йыллыҡ юбилейы (1991 йыл) алдынан ул мәсьәлә йәнә ҡалҡып сыҡты һәм… йәнә яҡлау тапманы.
Беҙҙә шулай бит ул: Баш­ҡортостанға бер төрлө лә ҡатнашлығы булмаған һәм уның ҡайҙалығын да белмәгән «бөйөк» кешеләргә һәйкәл ҡуйыумы, урам, майҙандарға исем ҡушыу, уларҙың яҙыусыларына премиялар биреү булһынмы, дәррәү күтәреп алабыҙ, ә үҙебеҙҙекеләр, йәнәһе, «кейәү үҙебеҙҙеке» тигәндәй, һәр саҡ тип әйтерлек ситтә ҡала. Ана, әле Өфөлә Михаил Нестеров менән Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйыу тураһында һүҙ бара, ә былтыр декабрҙә «МК в Башкортостане» аҙналығы республикала әллә ни таныш түгел, Өфөлә тыуып, бер нисә йыл ғына йәшәп киткән ниндәйҙер яҙыусы Сергей Довлатовҡа һәйкәл асыу мәсьәләһен күтәргәйне. Әйҙә ҡуйһындар ҙа, ти, ул һәйкәлдәрҙе. Бер ҙә ҡаршылығым юҡ. Әммә шул уҡ ваҡытта башҡортобоҙҙоң бөйөк улдары Зәки Вәлиди, Муса Мортазин, Миңлеғәле Шайморатов, Жәлил Кейекбаев, Мостай Кәрим тураһында һүҙ ҙә булғаны юҡ. Быны нисек аңларға ла, нисек аңлатырға һуң? Бөгөн бит халҡыбыҙҙың аҫыл ирҙәрен һәләк иткән Жданов та, Заликин да юҡ. Башҡалары ла власть башында түгел, ә беҙ һаман уларҙың шәүләһенән шөрләйбеҙ, яңылыш һүҙ әйтеп, милләтселектә ғәйепләмәҫтәрме тип, артыбыҙға әллә нисәмә тапҡыр әйләнеп ҡарайбыҙ, ҡурҡабыҙ. Етмәҫме икән, ағай-эне?
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: Муса Мортазинға һәйкәл асыу тураһындағы 60-сы йылдар тәҡдименә кире ҡайтырға һәм был эште йәһәтләргә кәрәк, минеңсә.

Ризван ХАЖИЕВ,
журналист һәм яҙыусы, филология фәндәре кандидаты.
Дыуан районы,
Мәсәғүт ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”