RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Батыр егет – ил күрке

17.02.2012 Батыр егет – ил күрке

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө яҡынлаша. Был байрам мәктәптәрҙә киң билдәләнә. Атайҙарға, Ватан һаҡсыларына арналған төрлө байрам кисәләре, һалдаттар менән осрашыуҙар, хәрби уйындар ойошторола. Әлбиттә, был саралар йыр-бейеүһеҙ үтмәй. Ошо уңайҙан уҡытыусыларҙың теләктәрен иҫәпкә алып, хәрби-патриотик йырҙарҙың һүҙҙәрен бирергә булдыҡ.

Һалдаттар

Р. Әхмәтйәнов һүҙҙәре,
Ф. Әхмәҙиев көйө
Оҙатып вокзалдар ҡаршында,
Әсәләр маңлайҙан үптеләр.
Донъяны күрмәгән балалар
Туҙанлы юлдарҙан үттеләр.
Балалар керҙеләр уттарға,
Балалар һүҙ бирҙе туптарға.
Күптәре, төрөнөп шинелгә,
ҡалдылар йыраҡта йоҡларға.
«Балалар, тороғоҙ, балалар,
Ашығыҙ һыуына табында…»
Нисә йыл тормайҙар балалар
Иҙелдә һәм Дунай ярында…

Уятма, йоҡлаһын; һин, әсә,
Айҙарҙы, йылдарҙы һанап бар.
Күңелдә һаман йәш, гел бала –
ҡайтмаған һалдаттар,
һалдаттар.

Әсә ул йоҡламай, сабыйы
Юрғанын асһа ла, уяна…
Әсәләр йөрәге шикелле
Майҙанда мәңгелек ут яна.

Әсәләр йөрәге шикелле
Ут яна, уйлана, талпына.
Әсәләр хәтере шикелле
Ел йөрөй ҡурғандар артында.

Батырҙар йыры

Н. Нәжми һүҙҙәре,
З. Исмәғилев көйө
Эйәрле ат беҙ менгәндәр,
Һау булығыҙ, йән һөйгәндәр,
Ил саҡыра изге яуға,
ҡылыс – билдәрҙә.
Бәйге түгел яу ҡырҙары,
Мөмкин булмаҫ ҡайтыуҙары
бөтәбеҙгә,
Бәлки, кире тыуған илдәргә,
Бәйге түгел яу ҡырҙары,
Мөмкин булмаҫ ҡайтыуҙары
бөтәбеҙгә,
Бәлки, кире тыуған илдәргә.

Алдыҡ яра, йә үлдек беҙ,
Үлем бар тип белмәнек беҙ,
Үттек илдәр, үттек юлдар
Изге яуҙарҙа.
Булманы башҡорт ҡайҙарҙа,
Ат эсерҙек яҙғы айҙа
Висла, Одер, Дунай тигән
Алыҫ ярҙарҙа!

Һаумы, тыуып үҫкән ерҙәр!
Бар икән дә күрер көндәр.
Шатлыҡтары ҡанат йәйә
Беҙҙең йырҙарҙың.
Һағындырған тыуған яҡтар,
Тып-тып баҫып килә аттар,
Дан бөркөлә, саң бөркөлә
Беҙҙең юлдарҙан!
Һай, юлдарҙан!

Еңеүселәргә дан

Р. Ниғмәти һүҙҙәре,
З. Исмәғилев көйө

Яу ораны һалды Ватан,
Ат атланды батырҙар –
Ил дошмандарын ҡыйратып,
Яуҙан еңеп ҡайтырҙар.

ҡушымта:
Һай, аҫыл ил улдары,
Яуҙан еңеп ҡайтығыҙ.
Һай, алтын ил ҡыҙҙары,
Ҙур дан менән балҡығыҙ.

Яуға оҙаттыҡ ирҙәрҙең
Аҫылын, батырҙарын.
Яуға оҙаттыҡ ҡыҙҙарҙың
Алтынын, матурҙарын.

ҡушымта:
Һай, аҫыл ил улдары,
Яуҙан еңеп ҡайтығыҙ.
Һай, алтын ил ҡыҙҙары,
Ҙур дан менән балҡығыҙ.

Яҙ ҡояшы кеүек балҡып,
Батырҙар ҡайтты яуҙан.
Яҙ ташҡыны кеүек урғып,
Йырҙары килә алдан.

Любизар

Халыҡ һүҙҙәре, халыҡ көйө
Беҙ һуғышҡа ингәндә,
Бәхилләштек барыбыҙ.
Беҙ һуғыштан сыҡҡанда,
Алдан сыҡты даныбыҙ.

Любезники, любизар,
Маладис, маладис.

Француздар килеп ингән
Мәскәү тигән ҡалаға.
Беҙҙең ғәскәр ҡыҫып алғас,
Сығып ҡасты далаға.

Любезники, любизар,
Маладис, маладис.

Наполеонға тәхет кәрәк,
Үҙ еренә һыймаған.
Мәскәүҙәргә килеп ингәс,
Ул да үҙен һынаған.

Любезники, любизар,
Маладис, маладис.

Француздар танынылар
Әрәсәйҙә үҙҙәрен.
Урыҫ, башҡорт ҡыҫмаҡлағас,
Табалмайҙар эҙҙәрен.

Любезники, любизар,
Маладис, маладис.

Мәскәүгә лә керҙек беҙ,
Парижды ла күрҙек беҙ.
Француздарҙы еңгәндә,
Ер емертеп йөрөнөк беҙ.

Любезники, любизар,
Маладис, маладис.

Шайморатов генерал

ҡ. Даян һүҙҙәре,
З. Исмәғилев көйө
Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал;
Ат уйнатып алда бара
Шайморатов генерал.

Совет иле өсөн яуҙа
Кисте һыуҙы, уттарҙы.
Дошмандарға ябырылғанда,
Утлы дауыл ҡуптарҙы.

Шайморатов яу ҡырында
Дошмандарҙы көл иткән;
Утта янмай, һыуҙа батмай,
Һай, батыр ҙа ир икән.

Совет халҡы тыуған илдән
ҡыуҙы яуыз дошманды;
Бер туғандай үтәнеләр
Изге Ватан ҡушҡанды.

Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай
Һинең улдарың, Урал.
Шулар менән дошман ҡырҙы
Шайморатов генерал.

Һалдат булам

М. Рәхмәтова һүҙҙәре,
В. Мәүлитов көйө
Олатайым матрос булып,
Алыҫ диңгеҙҙә йөҙгән.
Акула менән киттарҙы
Яҡындан ғына күргән.

ҡушымта:
Мин дә үҫкәс һалдат булам,
Кирза итек кейермен.
Ялға ҡайтҡас ҡыҙҙар менән,
Тыпырлатып бейермен.

Ә атайым пограничник,
Ватан сиген һаҡлаған.
ҡара төндә, ел-ямғырҙа
Тау-таш аша атлаған.


Әрме
Халыҡ һүҙҙәре, халыҡ көйө
Әрмеләрҙә йөрөп, сәс еткерҙем,
Сәскенәйем етте лә үрмәгә.
Ризыҡ яҙған булһа, бер
ҡайтырбыҙ
Тыуған еркәйҙәрҙе лә күрмәгә.

Йәмле генә Урал буйҙарында
ҡымыҙлыҡтан да йыуан
йыуа бар.
Егет кенә саҡта әрмеләрҙә
Хеҙмәт итеү тигән дә йола бар.


Олатайым миҙалдары

Олатайым миҙалдары
Сыңғылдап сың-сың сыңлай.
Мин тыңлайым шул сыңдарҙы,
Һеңлем дә сыңды тыңлай.
ҡушымта:
Сың-сың сыңлайҙар,
Беҙ еңдек, тип йырлайҙар.

Олатайым оло яуҙа
Ауыр юлдарҙы үткән.
Еңеүсе олатайымды
Тыуған яҡтары көткән.
ҡушымта.

Песня о Щорсе

М. Голодный һүҙҙәре,
М. Блантер көйө

Шел отряд по берегу, шел
издалека,
Шел под красным знаменем
командир полка.
Голова обвязана, кровь
на рукаве,
След кровавый стелется
по сырой траве.
Эх, по сырой траве!
«Чьи вы, хлопцы, будете, кто
вас в бой ведет?
Кто под красным знаменем
раненый идет?»
«Мы сыны батрацкие, мы –
за новый мир,
Щорс идет под знаменем,
красный командир.
Эх, красный командир!
В голоде и в холоде жизнь его
прошла,
Но недаром пролита кровь его
была.
За кордон отбросили лютого
врага,
Закалились смолоду, честь
нам дорога.
Эх, честь нам дорога!»
Тишина у берега, смолкли
голоса,
Солнце книзу клонится, падает
роса.
Лихо мчится конница, слышен
стук копыт.
Знамя Щорса красное на ветру
шумит.
Эх, на ветру шумит!


Ерҙән һалдат атлай

Ф. Шафиҡова һүҙҙәре,
М. Сәлимов көйө

Ерҙән һалдат атлай,
Тыуған ерҙе һаҡлай.
Ерҙә яңғ(ы)рай һалдат
йырҙары.
Сит ерҙе ятһынып,
ҡошсоҡтай талпынып,
Тыуған яҡҡа ҡайта уйҙары...
ҡушымта:
Һайт-два, һайт-два,
Уңға- һулға ҡарама!
Һайт-два, һайт-два,
ҡара тураға ғына!

Үткән йылдар шаңы,
Атайҙарҙың даны
ҡалған унда Днепр ярында.
Һин ғорурһың, илем,
Ышаныслы сигең,
Шундай һалдаттарың
барында.
ҡушымта:
Һайт-два, һайт-два,
Уңға-һулға ҡарама!
Һайт-два, һайт-два,
ҡара тураға ғына.


«Идёт солдат по городу»

М. Танич һүҙҙәре,
В. Шаинский көйө
У солдата выходной,
Пуговицы в ряд.
Ярче солнечного дня
Золотом горят.
Часовые на посту,
В городе весна,
Проводи нас до ворот,
Товарищ старшина,
Товарищ старшина.


Идёт солдат по городу,
По незнакомой улице,
И от улыбок девичьих
Вся улица светла.
Не обижайтесь, девушки,
Но для солдата главное,
Чтобы его далёкая
Любимая ждала.

А солдат попьёт кваску,
Купит эскимо,
Никуда не торопясь,
Выйдет из кино.
Карусель его помчит,
Музыкой звеня,
И в запасе у него
Останется полдня,
Останется полдня.
Идёт солдат по городу,
По незнакомой улице,
И от улыбок девичьих
Вся улица светла.
Не обижайтесь, девушки,
Но для солдата главное,
Чтобы его далёкая
Любимая ждала.

Идёт солдат по городу,
По незнакомой улице,
И от улыбок девичьих
Вся улица светла.
Не обижайтесь, девушки,
Но для солдата главное,
Чтобы его далёкая
Любимая ждала,
Любимая ждала.


Ел, ерәнем

Н. Иҙелбай һүҙҙәре,
З. Исмәғилев көйө
Ел, ерәнем, егетеңде
Еткер ел етмәҫ ергә.
Яланда түгел, яуҙа ла
Гел икәү булдыҡ бергә.

Менгән атым –
Уң ҡанатым,
Һин батыр егет күрке, һай!..
Һинең менән
Елдәй елгән
Батыр егет – ил күрке.
ҡолон саҡтан татыу үҫтек
Ирәндек итәгендә.
Ил саҡырғас, яуға киттек
Йәмле йәй иртәһендә.

Менгән атым –
Уң ҡанатым,
Һин батыр егет күрке, һай!..
Һинең менән
Утҡа ингән
Батыр егет – ил күрке.
Беҙ ҡайттыҡ икәү иҫән-һау,
Яуҙа дошманды еңеп.
Һинең даның, Ирәндектау, –
Ерәнсәй менән егет.

Менгән атым –
Уң ҡанатым,
Һин батыр егет күрке, һай!..
Һинең менән
Яуҙа еңгән
Батыр егет – ил күрке!


Синий платочек

Я. Галицкий һәм
Г. Максимов һүҙҙәре,
Е. Петерсбурский көйө
Синенький скромный платочек
Падал с опущенных плеч.
Ты говорила,
Что не забудешь
Ласковых, радостных встреч.

Порой ночной
Мы распрощались с тобой...
Нет больше ночек!
Где ты, платочек,
Милый, желанный, родной?

Письма твои получая,
Слышу я голос родной.
И между строчек
Синий платочек
Снова встает предо мной.

И мне не раз
Снились в предутренний час
Кудри в платочке,
Синие ночки,
Искорки девичьих глаз.

Помню, как в памятный вечер
Падал платочек твой с плеч,
Как провожала
И обещала
Синий платочек сберечь.
И пусть со мной
Нет сегодня любимой, родной,
Знаю, с любовью
Ты к изголовью
Прячешь платок голубой.

Сколько заветных платочков
Носим мы в сердце с собой!
Радости встречи,
Девичьи плечи
Помним в страде боевой.

За них, родных,
Любимых, желанных таких,
Строчит пулеметчик,
За синий платочек,
Что был на плечах дорогих!

Огромное небо


Р. Рождественский һүҙҙәре,
М. Бернес көйө

Об этом, товарищ,
не вспомнить нельзя −
В одной эскадрилье
служили друзья
И было на службе и
в сердце у них
Огромное небо, огромное
небо,
Огромное небо, одно
на двоих.

Летали, дружили
в небесной дали,
Рукою до звёзд дотянуться
могли.
Беда подступила как слёзы
к глазам −
Однажды в полёте,
однажды в полёте,
Однажды в полёте мотор
отказал.

И надо бы прыгать,
не вышел полёт.
Но рухнет на город пустой
самолёт.
Пройдёт, не оставив живого
следа,
И тысячи жизней, и тысячи
жизней,
И тысячи жизней прервутся
тогда.
Мелькают кварталы,
и прыгать нельзя −
«Дотянем до леса, −
решили друзья –
Подальше от города смерть
унесём,
Пускай мы погибнем,
пускай мы погибнем,
Пускай мы погибнем,
но город спасём».

Стрела самолёта рванулась
с небес,
И вздрогнул от взрыва
берёзовый лес.
Не скоро поляны травой
зарастут,
А город подумал, а город
подумал,
А город подумал, ученья
идут.

В могиле лежат посреди
тишины
Отличные парни отличной
страны.
Светло и торжественно
смотрит на них
Огромное небо, огромное
небо,
Огромное небо, одно
на двоих.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”