RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ябай китапханасылар ғына түгел

31.01.2012 Ябай китапханасылар ғына түгел

Өфөләге һуҡырҙар өсөн махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре кеүек иғтибарлы кешеләр күберәк булһа, инвалид балаларҙың тормошо күпкә мәғәнәлерәк булыр ине
Ябай китапханасылар ғына түгел
Һуҡырҙар өсөн махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре йөрәктәрен балаларға бирәләр, тип әйтһәк, һис тә арттырыу йәки шаштырыу түгел. Ябай балалар­ға түгел, донъяның яҡты нурҙарын, мөғжизәле йәйғор төҫтәрен күреүҙән, ҡоштар һайрауын, диңгеҙ шаулауын, ата-әсәһенең яғымлы тауышын ишетеүҙән мәхрүм ителгән, йә иһә хәрәкәттәре сикләнгән, ләкин күңелдәре, теләктәре, хыял-ынтылыштары менән барыбер яҡтылыҡҡа ынтылған, изгелеккә, мәрхәмәтлеккә инанған сабыйҙар­ға бирәләр. Бындай балаларҙың күптәре һәләттәре яғынан башҡа тиҫтерҙәренән йыш ҡына юғарыраҡ та тора.
Бына инде алтынсы йыл республиканың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы ниндәйҙер актуаль темаға конкурс иғлан итә һәм төрлө төбәктәрҙән инвалид балаларҙы оло тантанаға йыйып, уның һөҙөмтәләре буйынса матур тамаша уҙғара.

Конкурс тактиль китап яһауға арналғайны. Уларҙың күбеһе ифрат та матур һәм бик ҡыҙыҡлы, форматы буйынса мауыҡтырғыс һәм төрлөлөгө менән жюри ағзаларын таң ҡалдырҙы. Сөнки профессиональ кимәлдә эшләнгән тактиль китаптар байтаҡ ине.
Был көндө һуҡырҙар китапханаһы республикабыҙҙың төрлө ҡалаларынан һәм ауылдарынан килгән балалар, ата-әсәләр һәм китапханасылар менән тулды – тамашалар залында: «Донъя менән бергәләп танышайыҡ» тигән конкурстың йомғаҡлау тантанаһы уҙғарыла.
ҡулдан эшләнгән тактиль йыйынтыҡтар менән китапхана хеҙмәткәр­ҙәре һигеҙенсе йыл шөғөлләнә. Иң тәүге ҡулдан яһалған тактиль китап Асҡын китапханаһында эшләп килгән «Бал ҡорто» исемле ижад түңәрәгендә нәшер ителгәйне. Стәрле­тамаҡ ҡалаһының моделле китапханаһы – ошо һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған китапхананың филиалы, даими рәүештә тактиль китаптар нәшер итә һәм «ҡулдан эшләнгән иң яҡшы тактиль әҫәр» номинацияһында ІІ дәрәжә диплом менән бүләкләнә. Тактиль (бындай китаптарҙы һуҡыр балалар брайль системаһы буйынса уҡый ҙа ала һәм нимә хаҡында һүҙ барһа, шул нәмәнең ҡабарынҡы һүрәте лә булырға тейеш) китап әҙерләү буйынса «Донъя менән бергә танышайыҡ» тигән конкурс иғлан ителгәс тә инвалид балалар ата-әсәләр, китапханасылар ярҙамында тырышып эшкә тотона һәм тиҙҙән ҡулдан яһалған тәүге тактиль китаптар китапханаға килә лә башлай.
Шуны ла әйтергә кәрәк, был ҡабарынҡы һүрәтле тактиль әҫәр­ҙәр кескәй һуҡырҙар өсөн бигерәк тә кәрәкле. Сөнки сабый бала китапта себеш тураһында һүҙ бара икән, уның бәләкәс кенә йомшаҡҡай йән эйәһе икәнен ишетеп кенә түгел, һәрмәп тойоп та белергә тейеш. Әҙ булһа ла күҙе күргән бала өсөн бындай китап­тар­ҙа ҙурайтылған, ә тома һуҡырҙар өсөн брайль хәрефтәр менән текстар ҙа ҡуйыла. Шуға күрә был китаптарҙы эшләү ифрат та ҙур хеҙмәт талап итә.
Конкурс эштәре өс номинация буйынса баһаланды.
Беренсе номинация «Устарымда ҡояш» тип аталды. Балалар үҙҙәре ижад иткән әкиәттәргә, шиғырҙарға, хикәйәләргә ҡабарынҡы һүрәттәр эшләгәйне. Был конкурста ун дүрт эш ҡаралды. ҡайһы ғына эште алһаң да, юғары баһаға лайыҡ кеүек, шулай ҙа аҙаҡ жюри ағзалары бер ҡарарға килеп, өс балаға урын бирҙе. 1-се урын – Учалынан алты ғына йәшлек Айлина Шәрифйәноваға, 2-се урын – Борайҙан Илнур Миңләхмәтовҡа, 3-сө урын Бәләбәйҙән һигеҙ йәшлек Артём Әхмәдовҡа бирелде.
Икенсе номинация «Мин ижад итә алам» тип аталды һәм бында урта һәм өлкәнерәк йәштәге хәрәкәттәре сикләнгән балалар тарафынан рус һәм башҡа телдәрҙә яҙылған әҫәр­ҙәргә тактиль китаптар эшләнергә тейеш ине.
Был өлкәлә егерме бер эштән иң яҡшыһы тип табылған тактиль китаптарҙың авторҙары Кушнарен­конан Алина Нуакаева – 1-се, 2-се урынды – Өфө ҡалаһынан Айвар Фәйрушин, шулай уҡ Өфөнән Дауыт Ғәлиуллин 3-сө урынды яуланы.
Конкурста иң йәш ҡатнашыусы Валерия Фәйзуллинаға ни бары дүрт кенә йәш булһа ла, ул өләсәһе ярҙамында «Донъя менән танышам» тигән китабы менән «Мин ижад итә алам» номинацияһында айырым приз лауреаты булды.
Өсөнсө номинация «Беҙ бергә» тип аталды. Унда ун дүрт эш ҡаралды, китапханалар, ижад үҙәктәре, интернаттар һәм башҡа ойошмалар­ҙың ярҙамы менән хәрәкәттәре сикләнгән балалар­ҙың китаптары баһаланды. Тәүге урында Краснокама китапханаһы менән берлектә Эльза Ғәббәсова, икенсене Учалы китапханаһы менән Александра Старцева, Родион Фәттәхов әсәһе менән эшләгән китабы өсөн өсөнсө урынды алды.
Шулай итеп, хәрәкәттәре сикләнгән һәм һуҡыр балалар үҙҙәре матурлыҡ тыуҙырыусылар булып сыҡты. Уларҙың һиҙгер ҡулдары менән яһалған китаптарҙы шул тиклем зауыҡлы итеп күҙлеләр ҙә эшләй алмаҫ ине әле.
Байрам бит ул бөтәһе өсөн дә шатлыҡ, тантана булырға тейеш. Ошо конкурста ҡатнашҡан бер генә бала ла күстәнәсһеҙ ҡалманы, еңеүселәр­ҙе бүләкләү йыр-моң менән үрелеп барҙы, балалар­ҙың үҙҙәре ижад иткән шиғырҙары менән биҙәлде. Азат Закиров моңло итеп «Инештәр» йырын йырлап ебәргәс, күҙҙәргә йәш тулды, Наталия Минеева башҡарыуында «Бер миләш», Әлфиә Әхмәева башҡарыуында «Йырлағым килә» йырҙары, Әлиә Түләүғәлиеваның үҙе ижад иткән шиғырын уҡыуы, һигеҙ йәшлек Вадим Хәйруллиндың немец те­лен­дә шартлатып шиғыр һәм күңелле йыр башҡарыуы, әлбиттә, барыһының да күңеленә хуш килде. Ә инде иң аҙаҡтан экранда күрһәтелгән клип ошондай балалар араһында һәләтлеләрҙең бик күп булыуын, әгәр ҙә уларға ысын күңелдән ярҙам итеүселәр табыл­ғанда, киләсәктә Салауат Низаметдинов кеүек республикабыҙҙың ғорурлығы булырлыҡ шәхестәр үҫеп сығасағына иманым камил. Клипта Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусыһы Азат Исҡужин башҡарыуында йыр күрһәтелде, ул Хәйбулла районының Аҡъяр телевидениеһы тарафынан район хакимиәте башлығы Рөстәм Хәйруллиндың финанс ярҙамында эшләнгән.
Бындай саралар махсуслаштырылған һуҡырҙар китапханаһында йыш булып тора: китапханасылар брайль системаһы, тауышлы китаптар, тактиль китаптар эшләп кенә ҡалмай, презентациялар уҙғара, төрлө темаларға байрамдар ойоштора. Ошоларҙың барыһына китапхана директоры Роза Хәниф ҡыҙы етәкселек итә, ә китапхананың методик бүлеге мөдире Айгөл Рафаил ҡыҙы, директор урынбаҫары Вера Николаевна, инженер-программист Руслан Рәйес улы һәм башҡалар – уның тоғро ярҙамсылары, бергәләшеп китапханала байрам мөхитен тыуҙырыусылар.
Бер туҡтауһыҙ эҙләнеү, уйланыу, тағы ла бейегерәк маҡсаттар ҡуйып, яңы үрҙәргә ынтылып инвалид балаларға ошондай күркәм байрамдар ойоштороу – уларҙың хеҙмәт һыҙаттары. Улар ябай китапханасылар ғына түгел, ә үҙ эштәрен ҙур дәрт менән ысын күңелдән бирелеп атҡарыусылар.
Үкенескә күрә, конкурсҡа барлыҡ инвалид балалар ҙа килә алмай, йә юлға аҡсалары юҡ, йә уларҙы алып килеү өсөн айырым транспорт талап ителә, ә ярҙам итергә теләүселәр бик аҙ. Бындай балалар бер генә саранан да ситтә ҡалырға тейеш түгел дә бит. Киләсәктә байҙарыбыҙ мәрхәмәтлерәк булып, инвалид балаларға ла йөҙҙәре менән борол­һа, физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ҡарата мәрхәмәтлелек акциялары ғәҙәти хәлгә әйләнеп көн дә уҙғарылып торһа, тормошобоҙ тағы ла күркәмерәк булмаҫ инеме икән?
Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”