RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла “Йәшлек” менән

27.01.2012 Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла “Йәшлек” менән

Был аҙнала ла, шөкөр, дежур телефоныбыҙ тынманы. Трубканы алып, өмөт тулы тауышығыҙҙы ишетеү – үҙе ҙур ҡыуаныс ул. Төрлө һорауҙар, тәҡдимдәр, әрнеүҙәр, хатта: «Тик һеҙгә генә һөйләйем, гәзиткә яҙмағыҙ», – тип шылтыратыусылар ҙа осраны. Шулай уҡ иларға ла, көлөргә лә белмәй аптыран­ған саҡтар булды. Сер сер булып ҡала, ә башҡа шылтыратыуҙар иғтибарығыҙға тәҡдим ителә.
Йылайыр районының Воскре­сенское ауылынан Фатима менән Юлай ҡУДАШЕВТАР яңыраҡ Ишбулды ауылында булып, хайран ҡалғандарын бәйән итте. «Егермеләп өйҙән торған был ауылда бик дәртле, берҙәм халыҡ йәшәй. Уларҙың шатлыҡтары ла һәр саҡ уртаҡ. Яңы йыл байрамдарына ҡарата урам буйына һәр береһе шыршы ултыртҡайны. Ауылға килеп инһәң – шул тиклем матур, әйтерһең дә, әкиәт донъя­һы! Боҙ майҙансығы эшләгәндәр, халыҡ дәррәү хоккей уйнай. Ауыл депутаты Азат Әмәкәсов, староста Ғәли Амантаев халыҡты берләштереүгә күп көс һала». Афарин! Ишбулдылар ҙур ауылдар­ға өлгө булырлыҡ.

Әбйәлил районының Байым ауылынан Рәүилә ханым «Йәшлек»тең тиражы артыуына ихлас ҡыуанысын белдереп, эшебеҙҙә тағы ла юғарыраҡ уңыштар теләне. Рәхмәт, Рәүилә апай. Шунан ул ауылдаштарының көнитмеше хаҡында һөйләне: «Һуҡыр күҙ асылғандай булды, донъялар яҡтырып китте бит. Ауылдағы бағаналарҙа ут ҡабыҙылды, хәҙер ҡараңғы ваҡытта ла яҡты. Балалар мәктәпкә яҡты юлдан йөрөй, хәүеф­һеҙерәк булды, беҙҙең дә күңел тынысланды. Яңы тәғәйенләнгән ауыл хакимиәте башлығы Йәлил Насип улы Зәйтүнов ауыл өсөн ихлас тырышып эшләй, ул ошо ваҡ мәсьәләне тиҙ арала хәл итеп ҡуйҙы. Яңы башлыҡ башланғысы менән Ғабдин, Йәнекәй, Аһылай ауылдарының урамдары ла яҡтыртылды. Ауыл халҡы исеменән уға, шулай уҡ староста Ғәҙел Моратов, депутат Марат Нафиҡов, электрик Салауат Ғатауллиндарға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ».

Көйөргәҙе районының ҡотлоюл ауылынан Нәғим АҡСАРОВ һөйөнөсө менән уртаҡлашты. «Беҙҙең «Осҡон» ауыл хужалығы кооперативының эше көйлө, хеҙмәт хаҡын ваҡытында алабыҙ. Хужалыҡ етәкселәре беҙҙең хаҡта һәр ваҡыт хәстәрлек күрә. Мәҫәлән, декабр­ҙә мине һәм тағы бер нисә хеҙмәттәшемде ун көнгә Күмертау ҡалаһындағы профилакторийға ебәрҙеләр. Әлеге мәлдә бер нисә эшсебеҙ «Яҡтыкүл» шифаханаһында сәләмәтлеген нығыта. Бындай иғтибар өсөн хужалыҡ рәйесе Рәмил Мостафин, профком сәркәтибе Радик Соб­ханғолов, бригадир Дамир Ибраһимов, ферма мөдире Ғәҙелхәй Боҫҡоновтарға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Улар беҙҙең хаҡта ҡайғыртып торғас, эшләүе лә күңелле», – тине гәзит уҡыусыбыҙ. Бындай етәкселәргә, афарин, тиергә генә ҡала!

Бөрйән районының ҡотан ауылынан 88 йәшлек Миңһылыу НӘҘЕРШИНА, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына торлаҡҡа сертификат алыу өсөн сиратта тороуын белдереп, уның һаман бирелмәүенә зарланды.
Был һорауға Бөрйән районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы вазифаһын башҡарыусы Ғәзиз Манапов яуап бирҙе: «Миңһылыу Нәҙершина тормош иптәше менән законлы никахҡа инмәгән булған. Улар балалар үҫтергән, матур тормош көткән. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны бер нисә йыл элек вафат булған. Миңһылыу Ғиниәт ҡыҙының тормош иптәше, ысынлап та, шул кеше икәнлеген суд аша дәлилләнеләр, әйтергә кәрәк, был процедура бик оҙаҡ ваҡытты алды. Әле инәйҙең хоҡуҡтары тергеҙелде, уға сират буйынса сертификат тапшырыласаҡ».

Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылынан Фәрит ИСМӘҒИЛЕВ ҡайғыһын һөйләне. Ул йүкә сәскә атҡан мәлдә ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡҡа умарталарын ҡуйған. Яуыз әҙәмдәр 25 баш умартаһын урлап киткән. «Полицияға ла ғариза яҙҙым, үҙем дә эҙләп ҡараным – зым-зыя юҡ булды», – тине ул. Фәрит Исмәғилевтың умарталарына ҡул һуҙыусыларға сит кешенең әйбере бәхет килтермәйәсәк, әлбиттә. Урындағы эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре, уғрыларҙы табыу – һеҙҙең төп бурысығыҙ.

Белорет ҡалаһынан Йомабикә ханым, ятаҡтағы күршеләре менән аңлаша алмай, аптырап, беҙгә шылтыратты. «Улар дөйөм ҡулланыуҙа булырға тейешле аш-һыу бүлмәһенә бер кемде лә индермәй», – тине ул. Йомабикә ханым­ға Белорет ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең участка уполномоченныйҙары менән берлектә тәрбиәһеҙ күршеләрен «аҡылға ултыртырға» кәрәктер.

Баймаҡ районының Темәс ауылынан Мәрзиә АРЫҪЛАНОВА, пенсионерҙарға банкылар кредит бирмәй, тип аһ-зарын түгеп, власть органдарына үпкәһен белдерҙе.
Учалы районынан үҙен Зифа тип таныштырған ханым, Мәскәүҙә баҫылған баҫмалар бик һуңлап килә, ә «Йәшлек»тең шишәмбе һанын тик шәмбелә генә алам, тине.
Әйтергә кәрәк, учалылар йыш ҡына баҫмаларҙың ваҡытында килмәүенә зарлана. Учалы почтамты етәкселәре был мәсьәләне үҙ ағышына ҡуймай, тиҙ арала хәл итер, тип ышанғы килә. Сөнки һуңлап килгән баҫмалар, айырыуса гәзиттәр үҙ баһаһын юғалта – улар мотлаҡ сыҡҡан көнөндә уҡыусыларыбыҙға барып етергә тейеш.

Ғафури районынан ике ул үҫтереүсе Зөлфиә Әйбәкова, яңғыҙ әсәләргә ниндәй матди ярҙам ҡаралған, тип һорашты. Был һорау­ға БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының социаль түләүҙәрҙе билдәләү һәм тәғәйенләү бүлеге начальнигы урынбаҫары Флүрә Арыҫланова яуап бирҙе: «Әгәр ҙә ғаилә килеме йәшәү минимумынан түбән булһа (5484 һум), балалар пособиеһы икеләтә күләмдә түләнә. Ул Башҡортостанда – 284 һум. Бала тәрбиәләүсе яңғыҙ әсәләргә шунан башҡа бер ниндәй ҙә матди ярҙам ҡаралмаған».

ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн ауылынан Илдар ӘЛМӨХӘМӘТОВ инвалидтарға автотранспорт биреү тәртибе менән ҡыҙыҡһынды. Ул Чечнялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, инвалид. Был һорауға БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының ветерандар менән эшләү бүлеге начальнигы урынбаҫары Сергей Макаров яуап бирҙе: «2005 йылдың 1 ғинуарына тиклем, «Һуғыш инвалидтары тураһында»ғы Федераль закондың 14-се статьяһына ярашлы, инвалидтарға бушлай «Ока» автомобиле бирелә ине. Әммә 2005 йылда был Законға үҙгәреш индерелде, хәҙер һуғыш инвалидтарына бушлай автотранспорт бирелмәй».

Даими шылтыратыусыбыҙ, Күгәрсен районынан Владик ҡЫҘРАСОВ беҙҙе ҡытай календары буйынса яңы башланып торған Аждаһа йылы менән ҡотлағас, үтенесен еткерҙе. Владик ағай, Премьер-министр Владимир Путиндың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 73, индексы – 450077. Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 276-12-90, 276-51-81.

Гәзит уҡыусылар пенсиялар, төрлө социаль түләүҙәр һәм башҡа һорауҙар буйынса йыш шылтырата. Уларҙың һорауҙарын төрлө министрлыҡтарға еткерәбеҙ, әммә белгестәр, граждандың туранан-тура шәхси мөрәжәғәте, документы булмау сәбәпле, аныҡ яуап бирә алмай. Белгестәр Учалы районынан Хәтип Хажин, Ишембай районынан Гөлнур Кирәева, Бөрйәндән Әлфирә Яубаҫарова, Әбйәлилдән Райхана Әбсәдиеваларға үҙ райондарындағы бүлексәгә йәки идаралыҡҡа барырға кәңәш итте. Гәзит уҡыу­сылар шулай уҡ ошо инстанциялар ойошторған «ҡыҙыу бәйләнеш»кә шылтырата ала. Улар хаҡында беҙ гәзит битендә мәғлүмәт биреп барабыҙ.
Дежур телефон эшен дауам итә, шылтыратыуҙар ҡабул итергә әҙербеҙ!

Гүзәл БИКМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”