RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тарихи хәҡиҡәт хаҡына

27.01.2012 Тарихи хәҡиҡәт хаҡына

Тарихи  хәҡиҡәт хаҡына
Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев күптән түгел 2012 йылды Рәсәй тарихы йылы итеү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Йәмәғәтселектең иғтибарын Рә­сәй­ҙең донъя кимәлендә тотҡан урынына, илдең үткәненә йүнәлтеү өсөн эшләнде был аҙым. Бөгөнгө йәшәйешебеҙҙең асылын нығыраҡ аңлау, киләсәгебеҙҙе күҙаллау өсөн дә кәрәк тарих тәҙрәһенә бағыу. Илебеҙ етәксеһе быны бик аңлап эш итә һәм уның был Указы бик ваҡытлы ҡабул ителде.
Рәсәйҙең донъя кимәлендә тотҡан ролен анығыраҡ күҙ алдына килтереү өсөн, әлбиттә, тарихҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ер шарында бөйөк державаға (был бәхәсһеҙ) әүерелерҙән алда уртаҡ ватаныбыҙ бик күп тетрәнеүҙәр, солғаныштар, һуғыштар кисергән. Бөгөн ҡайһы бер аналитиктар, тарихсылар Рәсәйҙе баҫып алыусы, иҙеүсе сифатында ғына һүрәтләй. Әммә был дөрөҫлөккә тап килеп бөтмәй. Дөрөҫ, Рәсәй батшалары даими рәүештә үҙ биләмәләрен, ил сиген киңәйтеү буйынса эш алып барған. Тик һәр ваҡыт туп һәм ҡылыс менән генә бойомға ашырмаған бит улар үҙ уй-ниәттәрен. Үҙебеҙҙең ата-бабаларҙың – башҡорттарҙың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүен генә алайыҡ. Ә бит ундай миҫалдар бихисап һәм бының тарихи әһәмиәтенең ниндәй ҙур икәнлеген бер нисә һүҙ менән генә аңлатып бөтөү мөмкин түгел. Ваҡ халыҡтарҙы ваҡытында Рәсәй үҙ ҡанаты аҫтына алмаһа, ул милләттәрҙең яҙмышы нимә менән бөтөүен күҙ алдына ла килтереп булмай.
Рәсәйҙең донъя кимәлендә тотҡан тарихи роленә килгәндә инде, төп биш ваҡиғаны билдәләргә була. Шуларҙың беренсеһе булып 1380 йылда Мәскәү кенәзе Дмитрий етәкселегендәге рус ғәскәрҙәренең Куликов яланында Мамай хан ғәскәрен еңеүе тора. Тап ошо ваҡиға Мәскәү дәүләтенең көсәйеүенә килтерә һәм 100 йылдан һуң, 1480 йылда кенәз Иван III ваҡытында Әхмәт хан яуының юлы ҡыйыла һәм Мәскәү дәүләте татар-монгол иҙеүенән тулыһынса ҡотола. Василий III ваҡытында Смоленск, Рязань кенәзлектәре Мәскәүгә ҡушылып, Рус дәүләте төҙөлөүгә нигеҙ һалына. Рәсәйҙең тәүге батшаһы Иван IV (Грозный) ваҡытында ил биләмәләрен көс менән дә, дипломатик юл менән дә киңәйтеүгә өлгәшелә. Тап шул ваҡиғаларҙан һуң Рус дәүләте бик тиҙ көсәйеп китә һәм үҫеш ала, күрше-тирә халыҡтар менән сауҙа бәйләнештәрен үҫтерә.
Икенсе мөһим ваҡиға – 1812 – 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында Рәсәй армияһының Наполеон ғәскәрҙәрен еңеүе. Рәсәй ғәскәрҙәре француздарҙы ғына еңеп ҡалмай, байтаҡ ҡына Европа халҡын ҡоллоҡтан азат итә. 1917 йылғы Октябрь революцияһын да Рәсәйҙең донъя тарихында тотҡан ролен билдәләүсе төп ваҡиғаларҙың береһенә индермәй булмай. ҡайһы берәү­ҙәр­ҙең минең менән килешмәүе лә мөмкин. Бер яҡтан ҡарағанда, улар хаҡлы кеүек. Ни өсөн тигәндә, Октябрь революцияһы аша барлыҡҡа килгән дәүләт ҡоролошо 70 йылдан һуң юҡҡа сыҡты бит, тиеүселәр булыр. Ниндәйҙер кимәлдә шулай уйлаусылар хаҡлы. Икенсе яҡтан, ошо ҡоролош әллә күпме дәүләттең күҙен асты, донъя аренаһында бейеклектәргә күтәрҙе. Рәсәйҙең үҙендә барлыҡҡа килгән социалис­тик ҡоролош түңкәрелһә лә, башҡа дәүләттәрҙә ул күкрәп сәскә ата. Алыҫ китмәй, социалистик ҡоролошло ҡытайҙы ғына алайыҡ. Былтыр был ил эске тулайым продукт етештереү буйынса Японияны ла уҙып китеп, АҡШ-тан ҡала, донъяла икенсе урынға сыҡты. Ошондай темп менән үҫешһә, уға АҡШ-ты ҡыуып етергә лә күп ҡалмай. ҡытайҙар, әлбиттә, тырыш халыҡ. Әммә бөгөнгө бейеклектәргә күтәрелеүҙәрендә улар, һис шикһеҙ, Рәсәйгә һәм элекке СССР-ға бурыслы. Ваҡытында СССР һәм Рәсәй ҡытайға ярҙам күрһәтмәһә, улар бөгөнгө уңыштарына өлгәшә алмаҫ ине. Дмитрий Медведев 2012 йылды Рәсәй тарихы йылы тип иғлан иткәндә ҡытайҙарҙың иҫтәренә ошо хәҡиҡәтте төшөрөргә уйлағандыр, тим. Юҡһа улар ҡайһы ваҡыт кем арҡаһында ошондай уңышҡа ирешеүҙәрен онотоп ебәргән кеүек.
Илебеҙ тарихында уның донъя кимәлендәге ролен билдәләрҙәй дүртенсе ваҡиға – 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңеү. Әгәр ҙә батыр совет халҡы Гитлерҙы еңмәгән булһа, беҙҙең илебеҙҙең дә һәм бик күп Европа иленең дә яҙмышы ла, көн итмеше лә бөтөнләй башҡаса булыр ине. ҡайһы бер халыҡтар ҙа, илдәр ҙә ер йөҙөндә булмаҫ ине, моғайын. Ошоға юл ҡуймаған ата-бабаларыбыҙға һәм иҫән ҡалған бөгөнгө ветерандарыбыҙға беҙ мәңге бурыслы. Был дәһшәтле йылдар илебеҙ тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған һәм беҙ, беҙҙән һуң киләсәк быуындар­ҙың уларҙы оноторға хаҡы юҡ.
Рәсәй тарихындағы бишенсе мөһим ваҡиға – 1961 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагариндың йыһанға осоуы. Тап ошо ваҡиға илебеҙҙе донъя кимәлендә танытты. Уның донъяла тәү башлап йыһанды үҙләштерә башлауы хатта ҡан дошмандарҙы ла уның менән иҫәпләшергә мәжбүр итте. Илебеҙҙең йыһанды үҙләштерә башлауы донъя тарихында ла мөһим урын алып тора.
Минеңсә, ошо биш ваҡиға Рәсәйҙең донъя кимәлендә тотҡан ролен билдәләрҙәй факторҙар булып тора. Был ваҡиғаларҙы шартлы рәүештә генә билдәләнем һәм уларҙы етәү, унау итергә лә мөмкин. Рәсәй тарихы йылы барышында ошо һәм башҡа ваҡиғаларға ла ентекле баһа, анализ бирелер тип ышанғы килә. Әле иһә ҡәләмгә тотоноуымдың сәбәбе башҡасараҡ һәм һүҙемде шул юҫыҡҡа күсермәксемен. Алда яҙып үтеүемсә, илебеҙ тарихы данлы ла, шанлы ла. Шул уҡ ваҡытта тарихты яҙған осраҡта тарихи факттар күрәләтә төшөрөп ҡалдырыла, ете ҡат йоҙаҡ аҫтына йәшерелә. Тарих арбаһынан төшөрөп ҡалдырылған факттар теге йәки был осорҙо, ваҡиғаны ысынбарлығында күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирмәй. Илебеҙ тарихына бәйле бер ниндәй әһәмиәте булмаған ваҡиға төшөп ҡалһа, бер ни әйтмәҫ инең дә бит. Ә бит күп осраҡта иң мөһимдәре төшөрөп ҡалдырыла. Бер кемгә лә сер түгел, совет осоронда илебеҙ тарихы тик бер яҡлы ғына яҡтыртылды. Шул инерция буйынсамы, башҡа сәбәптәнме, ошо ғәҙәт бөгөн дә дауам итә. Рәсәй тарихын рус халҡы тарихы менән генә бәйләү модаға инеп китте. Һүҙ ҙә юҡ, илебеҙ үткәнендә рус халҡы мөһим урын алып тора. Әммә Рәсәй тарихы бер рус халҡының ғына тарихы түгел бит әле. Унда һәм уның ҡоролошона һиҙелерлек өлөш индереүсе шәхестәребеҙ ни сәбәптәндер тарих дәреслектәренән төшөп ҡалған. Әйтәйек, 1612 йылда Мәскәүҙән поляк баҫҡынсыларын ҡыуып сығарған Минин менән Пожарский отрядында ҡатнашҡан башҡорт атлылары һәм башҡа халыҡ вәкилдәре хаҡында бер һүҙ ҙә юҡ. Шулай уҡ 1696 йылда батша Петр I Азов походында төрөк ғәскәр­ҙәренә ҡара-ҡаршы 70 меңлек сиреү ҡуя һәм ике яҡ ғәскәрҙең бәрелеше алдынан ҡанун буйынса ҡаршы яҡтарҙың иң көслө, иң ғәйрәтле, сос батыры ҡылысҡа-ҡылыс һәм хәнйәргә-хәнйәр ҡаршы алышына 70 меңлек ғәскәренән Алдар Иҫәнгилдинды үҙе һайлап ала. Петр I өмөтөн аҡлай башҡорт батыры – икәүҙән-икәү алышта төрөктәр яғынан ҡаршы сыҡҡан яуыз черкесты еңеп, дөйөм Рәсәй армияһының еңеп сығырына һуғышсыларҙа ҙур өмөт, ышаныс, дәрт уята һәм был шулай булып сыға ла. Төрөктәр тылына разведкаға барып, мөһим “тел” алып ҡайт­ҡаны һәм черкес менән алышта еңеүгә өлгәшеп, дөйөм уңышҡа тос өлөш индергәне өсөн Петр I Алдар Иҫәнгилдинға исемле ҡылыс бүләк итеп, тарханлыҡ дәрәжәһе бирә. Алдар Иҫәнгилдин батыр, ҡыйыу һуғышсы ғына түгел, оҫта ойоштороусы, һәләтле дипломат та була. 96 төр һалым һалыуға ризаһыҙлыҡ белдереп, башҡорттарҙы Петр Беренсегә ҡаршы яуға күтәрә. Был башҡорт восстаниеһы тарихҡа 1704 – 1711 йылдарҙағы Алдар һәм Күсем яуы булараҡ теркәлә. Батша властары тарафынан яу көслөк менән баҫтырылғандан һуң Алдар “һыуҙан ҡоро сығыу”ға ғына өлгәшеп ҡалмай, һуңғараҡ Рәсәй батшалығы исеменән ҡаҙағстанға илсе лә булып бара. ҡаҙағстанды Рәсәйгә ҡушыу­ға ҙур өлөш индерә. ҡыҫҡаһы, Рәсәй тарихында яҡты эҙ ҡалдыр­ған шәхес. Үкенескә күрә, Башҡортостан тарихында уның хаҡында мәғлүмәт булһа ла, Рәсәй тарихында ул “онотолоп” ҡалған. Был бер генә миҫал түгел. Салауат Юлаев, Батырша, ҡараһаҡал хаҡында ла мәғлүмәттәр юҡ. Улар бит батша власына ҡаршы күтәрелгән шәхестәр, шуға күрә улар тураһында яҙмауҙы хуп күргәндәр­ҙер, тиеүселәр булыр. Уныһы ла булыуы мөмкин. Ә ул сағында ни өсөн Рәсәй сәнәғәтенә нигеҙ һалыу­сы шәхестәребеҙ Исмәғил Тасимов, Надир Уразмәтовтар Рәсәй тарихында урын алмаған, тигән урынлы һорау тыуа. Исмәғил Тасимов, тау сәнәғәте рудопромышленнигы булараҡ, 1773 – 1775 йылдарҙағы Салауат Юлаев яуы мәлендә Санкт-Петербургҡа ба­рып, Берг-коллегияға мөрәжәғәт итеп, Рәсәйҙә тау сәнәғәтенә белгестәр әҙерләү өсөн үҙ аҡсаһына тау училищеһы астырыуҙы юллап йөрөгән кеше. Бер башҡорттоң (Салауат Юлаев) Рәсәй етәкселегенә ҡаршы сығыуы, икенсе башҡорттоң (Исмәғил Тасимов) үҙ аҡсаһына тау училищеһы астырыр­ға йөрөүе Екатерина II аптырашта ҡалдыра. Исмәғил Тасимовтың һәм уның партнерҙарының аҡсаһына Екатерина II астырта-астыртыуын тау училищеһын. Тик унда башҡорт балаларына ғына уҡырға насип булмай. Шул училище нигеҙендә һуңғараҡ Санкт-Петербургта В. Пле­ханов исемендәге Тау институты барлыҡҡа килә. Исмәғил Тасимовтың исемен мәңгеләштереү буйынса Хәйбулла районында уның исемендәге тау колледжы барлыҡҡа килде-килеүен. Әммә был бит Башҡортостан кимәлендә генә. Рәсәй кимәлендә руда эшкәртеү эшен башлап йөрөүсе кешенең исеме илебеҙ тарихы биттәрендә, һис шикһеҙ, урын алырға тейеш.
Исмәғил Тасимовтан бер аҙ һуңғараҡ осорҙа йәшәгән Надир Уразмәтовты ла оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Ул Рәсәйҙә тәү башлап кәрәсин эшкәртеү заводы (бөгөнгөсә әйтһәк, нефть эшкәртеү заводы) төҙөгән һәм ошо эште яйға һалған кеше. Был ике милләттәшебеҙҙең исемен Рәсәй кимәлендә күтәрергә, киләсәк быуынды улар рухында тәрбиәләргә тейешбеҙҙер. Руда һәм нефть эшкәртеү өлкәләрендә Исмәғил Тасимов һәм Надир Уразмәтов исемендәге Рәсәй Хөкүмәте премиялары булдырғанда ла ҡамасаулыҡ итмәҫ. Сөнки уларҙың икеһе лә үҙ тармаҡтары буйынса Рәсәйҙә сиҙәм күтәреүселәр булып тора. Ә башлап бураҙна ярыусыларға һәр ваҡыт ауырға тура килә. Маҡсаттарына ирешеү өсөн уларға үҙҙәренең дөрөҫ юлдан барыуын, мең ҡаршылыҡҡа ҡарамайынса, батша властарына иҫбат итергә тура килгән.
Уларҙан һуңғараҡ осорҙа йәшәгән башҡа милләттәштәребеҙ ҡаһым Мырҙашев, Зәки Вәлиди, Муса Мортазин кеүек шәхестәребеҙ тураһындағы мәғлүмәттәр ҙә Рәсәй тарихы дәреслектәрендә лайыҡлы урын алырға тейеш.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев Указына ярашлы, Рәсәй тарихы йылын уҙғарыу буйынса Рәсәй Хөкүмәтенә һәм төбәктәр етәкселәренә саралар планы әҙерләргә ҡушылған. Ошоларға ярашлы төрлө саралар, фәнни-ғәмәли конференциялар уҙғарылыр, тарихи шәхестәргә һәйкәлдәр булдырылыр, башҡа эштәр атҡарылыр тип ышанғы килә. Ошоларға өҫтәп, Рәсәй тарихы йылында яңыртылған илебеҙҙең тарихын өр-яңынан яҙырға һәм онотолоп, төшөрөлөп ҡалдырылған ваҡиғаларҙы, тарихи шәхестәрҙе яңынан тергеҙергә кәрәк, минеңсә. Милләтсе тигән ҡараштан ныҡлап арынып, уртаҡ ватаныбыҙ тарихында яҡты эҙ ҡалдырған башҡорттар­ҙың да, башҡа милләт вәкилдәренең дә исемдәре ил йәмәғәтселегенә еткерелергә тейеш. Үткәнде белмәй тороп, киләсәкте күҙаллап булмай, тигән бер аҡыл эйәһе. Быны Рәсәй етәкселеге лә инҡар итмәй. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин илебеҙҙең демократик үҫешкә юл алыуын билдәләгән бер мәлдә Рәсәйҙең донъя кимәлендәге тарихи роле генә түгел, ил эсендәге рухи һәм тарихи ҡиммәттәре лә ҡәҙерле һәм яҡын. Тарихи хәҡиҡәт хәтерҙән юйылмаһын ине.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”