RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡала мөхитендә хәүеф-хәтәр күп...

24.01.2012 Ҡала мөхитендә хәүеф-хәтәр күп...

йәки Ауыл егеттәре үҙҙәренең бер ҡатлылығы арҡаһында яҙмыштарын боҙа
Бындай сетерекле хәл тураһында һүҙ ҡуҙғатҡанда өлкәндәр, ғәҙәттә, Хоҙайым күрһәтмәһен, күргәндәргә түҙем бирһен, ти. Уйламаған ерҙә халыҡ алдында ата-әсәһенең, яҡындары һәм туғандарының битенә ҡыҙыллыҡ килтереп, үҙҙәренең матур башланып торған тормош-яҙмыштарын ҡырҡа кире яҡҡа бороп ебәргән Әлшәй райо­нынан 17 йәшлек егет менән ҡырмыҫҡалы районынан 18 йәшлек егеттең ғәзиздәренә лә Аллаһы Тәғәлә сабырлыҡ бирһен инде. һәр ата-әсә балаларының лайыҡлы кеше булып аяҡҡа баҫыуын, ҡартлыҡ көндәрендә улар­ҙан игелек күрергә теләй. Был ғибрәтле хәл егеттәрҙең үҙҙәренең генә түгел, ә уларға күҙ терәп торған яҡындарының бөтә өмөттәрен һүндерҙе. Уйламаған ерҙән бәләгә тарыған егеттәрҙең ата-әсәһенең йөрәктәрен әрнетке килмәһә лә, был хәл тураһында күптәр, бигерәк тә йәштәр, ауылдан ҡала мөхитенә килеп эләккән ҡыҙҙар һәм егеттәр ғибрәт тә, һабаҡ та алһын өсөн яҙыр­ға мәжбүрбеҙ.
17 һәм 18 йәшлек ауыл егеттәре баш ҡалабыҙға уҡырға, белем алырға, һөнәрле булырға тип килә. Юғары уҡыу йортона ингән балалары өсөн яҡындары һөйөнөп бөтә алмай. Һуңғы аҡсаһын түгеп булһа ла, дөйөм ятаҡта йәшәгән улдарына ярҙам итергә, уҡытырға тырышалар. Тик яҡты уттары, музыкаһы, шау-шыуы менән үҙенә ылыҡтырып торған төнгө клуб-кафеларҙы күреп өйрәнмәгән ауыл балалары ниңәлер шул әүрәткес көстө еңеп сыға алмай, кеҫәһендә биш тин генә аҡса булған хәлдә лә, ошондай учреждениеларҙа «тормоштоң тәмен татып», күңел асыу яғын ҡарай башлай. Йәнәһе, улар кемдән кәм? Уларҙың да матур йәшәгеһе килә!
Их, белгән генә булһа ине йәш-елкенсәк ҡалалағы ошо сағыу уттар һәм матур музыка аҫтында ниндәй хәүеф-хәтәр йәшеренгәнен! Был ике егет тә ҡала мөхитенә артыҡ үҙләшеп етмәҫ борон уҡ кафела күңел асмаҡсы була. Күңел асыу, уларса, әлбиттә, спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙан тора. Ошонда таныша ла инде улар өлкән йәштәге бер ир менән. Һүҙҙән һүҙ сығып, ир быуындары ла ҡатып етмәгән, йөҙҙәренән бер ҡатлылыҡ бәреп торған балаларҙы фатирына саҡыра. Ошо ерҙә уның тәҡдименән баш тарт бит инде! Юҡ шул, ике «йәшел ауыҙ» нилектәндер матур һөйләп өйрәнгән, йышылып бөткән ағайҙың ауыҙынан күҙҙәрен ала алмай. Китә былар эйәреп ҡала кешеһенә. Уйлап ҡараһаң, ниңә ир беҙҙе өйөнә саҡыра икән, тигән шик тыуырға тейеш булғандыр ҙа бит йәштәр­ҙең күңелендә, тик араҡы аңдарын томалаған булғандыр инде. Бәлки, күрәһеләре, йәғни тәҡдирҙәре шулай булғандыр: ир, ишекте эстән бикләп, йәштәргә бәйләнә, йәғни егеттәрҙең үҙҙәренең аңлатыуынса, ҡосаҡлай, иңдәренән һыйпай, интим урындарына ҡағылып, кейемдәрен систерергә тырыша, енси мөнәсәбәткә инергә тәҡдим итә башлай. Ишек бикле булғанлыҡтан, егеттәр унан ҡасып ҡотола алмай һәм, намыҫтарын һаҡлап, ғәрлектәренә сыҙай алмайынса, кухня өҫтәлендә ятҡан бысаҡҡа тотона. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, студент егеттәр гомосексуалист иргә бысаҡ менән 55 тапҡыр сәнскән! Традицион ориентацияла булмаған ирҙе ҡорбан ҡылып, шулай итеп, был ике йәш егет һөҙөмтәлә үҙҙәрен дә ҡорбан иткән. ҡылған енәйәт эҙҙәрен йәшерергә теләп, мәйетте зал иҙәненең уртаһына һалып, сепрәк-сапраҡ менән ҡаплайҙар ҙа... ут төртәләр! Был ғына әҙ күренгән иҫеректәргә: үлгән ирҙең паспортын, кредит карталарын, кеҫә телефонын, муйынындағы алтын сылбырын һәм 600 һум аҡсаһын үҙләштерергә булалар! Иртәгәһен енәйәтселәр Һа­рытауҙа йәшәгән туғандарына ҡасып китергә уйлай, тик уларҙың был ниәте килеп сыҡмай: үҙләштергән аҡсалары юлға етмәй...
ҡылған енәйәттәре өсөн улар­ҙы республикабыҙҙың Юғары суды хөкөм итә: кесеһенә бәлиғ йәшкә етмәүе арҡаһында туғыҙ йыл бирәләр, өлкәне иһә законда ҡаралған срокка төрмәгә ебәрелә. Өҫтәүенә, ҡаты режимлы колонияға билдәләргә тигән хөкөм сығарыла. Ғөмүмән, Енәйәт кодексында бындай енәйәт өсөн 20 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡарала икән. Йәш енәйәтселәрҙең хәлен теге ирҙең гомосексуалист булыуы әҙерәк еңеләйткән. Баҡһаң, «ҡорбан» (бында кем ҡорбандыр әле?!) ҡаланың Мөбәрәков урамындағы бер йортта фатирға инеп йәшәгән һәм күрше-тирәһе, уның йыш ҡына торлағына йәш егеттәрҙе алып ҡайтып, енси мөнәсәбәткә инеүен шаһитлаған. Егеттәр менән ир, башлыса, интернет аша танышыр булған. Шуныһы ғәжәп тә, аяныс та: ирҙең ғаиләһе, өс балаһы бар.
Юғары суд енәйәтсе егеттәр­ҙең ғаиләһенән «ҡорбан»дың тол ҡалған ҡатынына һәм атайһыҙ ҡалған өс балаһына әхлаҡи зыян өсөн икеләтә һәм янған фатир хужабикәһенә матди зыян хаҡын түләтергә тигән ҡарар сығара.
Эйе, ҡала мөхите бик ылыҡтырғыс та, күңелле лә, шул уҡ ваҡытта хәтәр ҙә. Күрше күршеһен белмәгән шарттарҙа миллиондан ашыу кеше йәшәгән мегаполиста кемдең кем булыуын ҡайҙан танып йәки күреп белеп бөтөргә мөмкин? Берҙән-бер юл − үҙеңде лә, балаларыңды ла һаҡлау һәм яҡлау сараларын күреү. Бының өсөн балаларҙы бәләкәйҙән сит-ят кешеләр­ҙән тартына, ҡурҡа белергә өйрәтеү, әҙәп-әхлаҡ ҡа­нун­дарын һеңдереү, сетерекле хәлдәр­ҙән иҫкәртеү, ата-әсәгә «дилбегә»не артыҡ ысҡындырмау фарыздыр. Баш­ҡаса мөмкин түгел. Сөнки һуңғы бер нисә тиҫтә йыл эсендә йәмғиәтебеҙҙең әхлаҡи яҡтан тарҡала барыуы, көслө заттарҙың бәйелһеҙләнеү осраҡтарының йышайыуы үтә лә һағайта. Интернетты, матбуғат сараларын асыуың була, былт итеп педофилдар, көсләүселәр, үлтереүселәр тураһындағы мәғлүмәттәр килеп сыға. Бындай мәғлүмәттәрҙең халыҡты шаҡ ҡатырырға теләүҙән түгел, ә әҙәм балаларын төрлө хәүеф-хәтәрҙән иҫкәртеү маҡсатында бирелеүен онотмайыҡ.

Йәнбикә БАЙЫШЕВА










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”