RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яңы йылда бөтә уй-хыялдарығыҙ ҙа тормошҡа ашһын!

06.01.2012 Яңы йылда бөтә уй-хыялдарығыҙ ҙа тормошҡа ашһын!

Әхәт МОСТАФИН, Башҡорт дәүләт университеты ректоры:
− Ысын күңелдән бөтәгеҙҙе лә Яңы йыл менән ҡотлайым. Ошондай ҡышҡы көндәрҙә мөғжизә беҙҙең йорттарыбыҙға күңелле мәшәҡәттәр, сәғәт 12 тулғанын түҙемһеҙләнеп көткән мәлдәр, сабыйҙарса әкиәткә ышаныу һәм туғандар менән осрашыу ҡыуанысы булып килеп инә. Ошо тылсымлы, яҡты байрам барығыҙ өсөн дә яҡшы үҙгәрештәргә ышаныс менән бәйле булһын, Яңы йыл бәхет, тыныслыҡ, именлек һәм тотороҡлоҡ алып килһен.
Яңы йылға аяҡ баҫҡан мәлдә үткәндәребеҙгә ҡарап һығымталар яһайбыҙ һәм киләһе көндәргә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Киләһе йыл барығыҙ өсөн дә изге эштәргә һәм шатлыҡлы хәбәрҙәргә байыраҡ булһын, яуланған уңыштарығыҙ тағы ла артып китһен һәм алдығыҙға ҡуйылған бар мәсьәләләр ҙә сиселеш тапһын.
2012 йылға университет яңы ҙур пландар менән аяҡ баҫа. Һәм беҙ ышаныслы итеп әйтә алабыҙ – был пландарҙың тормошҡа ашыуы Рәсәйҙең юғары профессиональ белем биреү системаһында абруйыбыҙҙы күтәрәсәк.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге һәм күтәренке кәйеф теләйем.

Хәбир СӨЛӘЙМӘНОВ, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы башҡорто, бокс буйынса Америка чемпионы:
– 2011 йыл еңелдәрҙән булманы, беренсе тапҡыр еңелеүҙең әсе тәмен татыным. Тормош та бит ҡайһы саҡ уңлы-һуллы сикәләп ҡуя, әммә күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә ярамай. Һинең нисек һуғыуың түгел, ә ҡаршылыҡты нисек күтәрә бе­леүең мөһим. Һәр саҡ маҡсат­ҡа ынтылып, тик алға атларға кәрәк. Яңы­раҡ Мексика­лағы алышта еңеп сыҡтым. 14 февралдә Лос-Анджелеста ринг көтә.
ҡәҙерле Башҡортостан халҡы, ҡәрҙәштәрем! Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ихлас ҡотлайым! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, мөхәббәт, бәхет теләйем.

Гүзәл СИТДИҡОВА, яҙыусы:
– Бына бишенсе тапҡыр инде миңә Аждаһа (Ылыу) йылы урап килде. Тулы бер мөсәл тамам. Йыл бик иҫтәлекле булды, республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтендәге эшемде йомғаҡлап, етәкселек теҙгенен халҡыбыҙҙың талантлы, күренекле ҡыҙы, ғалимә Розалия Солтангәрәева ҡулына тапшырҙым. Йәмәғәт башланғысында эшләп, нисәмә йыл йән йылыһын, рух көсөн халҡыбыҙға бүләк иткән һәммә арҡаҙаштарға рәхмәт! Уларҙы исемләп әйтә башлаһаң, йә берәйһен онотормон, унан бында һыйып та бөтмәҫ – һәр берегеҙ үҙегеҙгә ҡабул итегеҙ, әхирәттәр!
2011 йылда балалар өсөн китап тамамланым. Компьютер тураһындағы «Һөнәрбаш» тигән әкиәтемде тулыландырҙым, уны компьютер төшөнсәләре тәржемәһе менән байыттым. Интернет селтәренә балалар өсөн башҡортса әҫәрҙәр индерәм. Быға ихтыяж ҙур икәнен көндән-көн нығыраҡ аңлайым.
Беҙҙең никахыбыҙға 40 йыл тулды. Өйләнешкәндә туй сәфәре тигән нәмә юҡ ине бит, ауыр заманда үҫтек, икебеҙ ҙә ҙур ғаиләнән. Бына ошо 40 йыллыҡты беҙ Швейцарияға өс көнлөк сәфәр менән билдәләнек. Тап килһә килә икән – Люцернда ҡала көнөнә юлыҡтыҡ. ҡала шау-гөр килә, ярты сәғәтлек һушты алмалы авиашоу ҡараныҡ, ә төн уртаһында бығаса күрелмәгән семәр һалынған ярты сәғәтлек фейерверк менән хозурландыҡ. Иң һуңғы биҙәк – йылмайған кеше һыҙатланышы.
Йәш ғаиләләргә теләгем: юғына – сабыр, барына шөкөр итһендәр. Донъя ҡораманан йыйылып бөтәйә ул, шунда ҡәҙере лә була. Йәшлектәге хыялдар олоғайған көндә лә ҡабул булып ҡуя – бына беҙҙеке кеүек.


Иршат ФӘХРЕТДИНОВ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты:
– Яңы йыл менән ҡотлап, һайлаусыларыма рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Бөтөн Башҡортостан халҡына һаулыҡ, бәхет, хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйем.
Барлыҡ проблемалар, насар уйҙар, яманлыҡтар, үпкәләр иҫке йылда онотолоп ҡалһын. Бер-беребеҙгә ҡарата йылы мөнәсәбәт һаҡлаһаҡ, аңлашып йәшәһәк, берҙәм булһаҡ, тормошобоҙ ҙа күркәм, күңелдәребеҙ ҙә бөтөн, уйҙарыбыҙ ҙа яҡты булыр. 2012 йылда һөйөнөслө мәшәҡәттәр менән именлектә, муллыҡта, шатлыҡ-ҡыуаныстар кисереп кенә йәшәргә яҙһын!

Фәнзил ҡАҘАҡБАЕВ, Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы:
– Стәрлебаш районының иҡтисади һәм социаль тотороҡлоғон агросәнәғәт комплексы тәьмин итә: беҙҙә 16 ауыл хужалығы, 102 фермер хужалығы эшләй, 6 меңдән ашыу шәхси ярҙамсы хужалыҡ бар. 2011 йылда 1 миллиард 408 миллион һумдан ашыуыраҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештерелде. Аграрийҙарға дәүләт ярҙамы һәм, әлбиттә, ауыл хеҙмәтсәндәренең үҙҙәренең тырышлығы арҡаһында һуңғы йылдарҙа иген урып йыйып алыу буйынса рекордлы уңышҡа өлгәштек – 55 мең тоннанан ашыу иген йыйып алдыҡ (һәр гектарҙан уртаса уңыш 21,7 центнер тәшкил итте). Һуңғы йылдар­ҙың климат шарттарының бигүк һәйбәт булмауына ҡарамаҫтан, эре мал һаны һаҡлап ҡалынды һәм һөҙөмтәлә ит, һөт етештереү күләме артты. Иҡтисади ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, район хужалыҡтарында 37 миллион һумдан ашыуыраҡ суммаға ауыл хужалығы техникаһы һатып алынды.
Йәш белгестәрҙе йәлеп итеү программаһы уңышлы эшләп килә. Байтаҡ сәнәғәт һәм социаль-мәҙәни объектҡа реконструкция, капиталь ремонт башҡарылды, бассейны булған «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексы сафҡа индерелде, заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған дауахана корпусы төҙөлдө. «Берҙәм Рәсәй» партияһы булышлығында ауыл урамдары, юлдар төҙөкләндерелә. Торлаҡ төҙөү мәсьәләһе яйлап булһа ла хәл ителә. Быларҙың барыһы ла – халыҡтың тормош-көнкүреш кимәленең яҡшыра барыуы билдәһе.
Яңы – 2012 йыл да район халҡы өсөн арыу ғына килер, тип ышанғы килә. Сөнки матур ғына проекттар планлаштырылған һәм улар дәүләтебеҙ ярҙамында мотлаҡ бойомға ашырыласаҡ, тип ышандыра алам. Районыбыҙҙың социаль-иҡтисади мөмкинлектәре ҙур инвестициялар йәлеп итеүгә, яңы эшмәкәрлек тармаҡтарын үҫтереүгә һәләтле.
Тормош бер урында тормай. Ауылдарҙа тормош артабан һүнмәһен, мәктәптәр ябылмаһын өсөн йәш ғаиләләрҙең демографик мәсьә­ләгә иғтибар итеүе насар булмаҫ ине. Нәҡ йәштәр шуны күҙ уңынан ысҡындырмаһын ине: балалар һаны талапҡа тура килгән мәктәптәребеҙҙең матди-техник базаһы йылдан-йыл яҡшыра бара, мәктәп автобустарының һаны арта. 17 уҡытыусыбыҙ яҡшы хеҙмәте өсөн РФ Прези­дентының, бишәүһе БР Прези­дентының аҡсалата премияһына лайыҡ булды. Уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡы күтәрелә. Мәғариф учреждениелары көндән-көн компьютер йыһаздары, башҡа әсбаптар менән нығыраҡ йыһазландырыла, спорт төрҙәрен киң йәйелдереү буйынса маҡсатлы дәүләт һәм район программалары тормошҡа ашырыла – быларҙың һәммәһе лә йәш быуындың бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яҡшы нигеҙ булып тора. Йәш ғаиләләргә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы ла демографик хәл-торошто юлға һалыу­ға ярҙам итеүен иҫәптән төшөрөргә ярамайҙыр.
Яңы йыл – халыҡтың иң сағыу һәм иң яратҡан байрамдарының береһе. Ул беҙҙе яңы өмөттәр, бәхет тураһындағы хыялдар, имен, етеш тормошта йәшәү теләге менән берләштерә. Ихлас күңелдән республиканың бөтөн халҡына киләһе йылда тик яҡшы үҙгәрештәр, яңылыҡтар һәм иҫтә ҡалырлыҡ матур хәл-ваҡиғалар ғына көтөүен теләйем. Һәр ғаиләлә, һәр йортта тик шатлыҡ-ҡыуаныстар, мөхәббәт һәм үҙ-ара аңлашыу булһын. Бөтә уй-хыялдарығыҙ ҙа тормошҡа ашһын!

Хәлит СӨЛӘЙМӘНОВ, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы:
– 2011 йыл сибайҙар өсөн үҙгәрештәр осоро булды һәм байтаҡ әһәмиәтле ваҡиға менән билдәләнде. ҡала сәнәғәте тотороҡло эшләне. Дөйөм алғанда, тауар етештереү 18 процентҡа артты.
Арҡайым ҡасабаһында башланғыс мәктәп менән балалар баҡсаһын сафҡа индереүҙе үткән йылдың мөһим ваҡиғаларына ла индерер инем. Хәҙер ата-әсәләргә балаларын алыҫта, ҡала үҙәгендә урынлашҡан белем биреү учреждениеларына йөрөтөргә кәрәкмәй. Был күпкә уңайлы.
Табиптарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән һөҙөмтәле эшләнек. Элек үҙәк дауахананың бүлеге урынлашҡан бинаны 20 фатирлы йортҡа үҙгәртеп ҡорҙоҡ. Бынан тыш, төҙөлөү хәлендәге алты коттеджды табиптарға бирҙек. Һөҙөмтәлә ҡала үҙәк дауаханаһы ситтән 20-нән ашыу табипты эшкә алды.
Өсөнсө йыл рәттән ҡалабыҙ иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙа йәшәгән граждандарҙы яңы йорттарға күсереү буйынса федераль программала ҡатнаша. Әле 72 ғаилә яңы фатирҙарға күсергә әҙерләнә.
Сибай ҡалаһында социаль өлкәлә иң ҙур проблемаларҙың береһе − балалар баҡсаларының етешмәүе. Былтыр 220 урынлыҡ мәктәпкәсә балалар учреждениеһын төҙөү һәм 110 урынлыҡ балалар баҡсаһына реконструкция үткәреү өсөн аҡса бүленде. Һуңғы­һы ошоға тиклем икенсе маҡсатта фай­ҙа­ланыла ине. Яңы йыл алдынан ике шәхси балалар баҡсаһы асылды. Был мөһим эшкә тотонған ҡыйыу эшҡыуарҙар­ға эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса махсус программаға ярашлы финанс ярҙамы күрһәттек.
2011 йылда Сибай Х халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивален үткәреүҙә ҡатнашты.
Көньяҡ Урал райондарын иҡтисади үҫтереүҙең 2011 – 2015 йылдарға иҫәпләнгән комплекслы программаһын ҡабул итеү үткән йылдың иң әһәмиәтле ваҡиғаларының береһе булды.
Берҙәмлек менән генә ҙур эштәр атҡарырға, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға мөмкин. Киләсәктә лә берҙәм һәм әүҙем булайыҡ. Форсаттан файҙаланып, бөтә республика халҡын Яңы – 2012 йыл менән ҡотлайым. Донъялар именлеге, бәрәкәтле тормош, эшегеҙҙә уңыштар теләйем.


Юлиә Ғәбитова (Чигвинцева), Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы бейеүсеһе:

− Беҙҙең филармонияла яңы директор булғас, бөтә артистар ҙа ныҡлап эшкә тотондо. Йыл дауамында бик күп концерттар ҡуйҙыҡ. Филармония исеменә премия бирелеүе лә − шул хеҙмәттең емеше.
Ә мин үҙем быйыл Конгресс-холда уҙғарылған Бөтә Рәсәй әсәләр форумында ҡатнаштым. Унда беҙ Башҡортостаныбыҙҙа йәшәүсе ете милләт әсәһен һынландырҙыҡ. Бик мөһим сара булды ул. Шулай уҡ «Башҡорт йыры» проекты ла бик күңелле булып иҫтә ҡалды.
Ә теләктәргә килгәндә, иң мөһиме, бөтәһенә лә һаулыҡ теләйем. Сәләмәтлек булһа, бөтә нәмә лә була ул. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Шулай уҡ «Йәшлек» гәзитенә лә рәхмәтемде еткерәм.

Фәрит МУСИН, Күгәрсен районы хакимиәте башлығы:
– Белеүебеҙсә, 2011 республикабыҙҙа ҙур үҙгәрештәр йылы булды. Шуға ҡарамаҫтан, ул бик матур үтте. Беҙҙең район өсөн дә уҙған йылды бик уңышлы тип әйтергә була.
Баҫыуҙарҙан мул уңыш йыйып алынды, мал аҙығы әҙерләү буйынса ла ҡуйылған бурысты тулыһынса үтәнек. Һөт һауып алыу буйынса райо­ныбыҙ республикала иң алдынғы ун район иҫәбенә инде. Быға тиклем бер ҡасан да ундай һөҙөмтәгә өлгәшә алғаныбыҙ юҡ ине. Ошо көндәрҙә генә һауымды 6000 литрға еткергән алдынғы һауынсыларыбыҙҙы бүләкләнек. Тәүәкән ауылында спорт-һауыҡтырыу үҙәге асылды. Мораҡта 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә. Төпсән ауылы янында аҫылмалы күпер файҙаланыуға тапшырылды. Сирбай, Үрге Мөрсәләй, Түкәт ауылдарына газ үтте.
Яңы йылда барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, яңынан-яңы уңыштар һәм һәр өйгә тик бәхет кенә теләйем. Район халҡына теләгем – тағы ла бергә тырышып эшләргә, яңынан-яңы үрҙәр яуларға, сөнки алда эшләйһе эштәр, хәл итәһе мәсьәләләр күп. Яңы йыл тик һөйөнөслө яңылыҡтар һәм тағы ла ҙурыраҡ уңыштар ғына алып килһен.


Фәрит ӘЙҮПОВ, ҡа­ри­ҙел райо­ны хакимиәтенең эштәр идарасыһы:
– 2011 йыл ҡариҙелдәр өсөн ғәҙәттәге ябай эш йылы булараҡ үтеп китте. Кеше өсөн иң мөһиме – һаулыҡ. Барыбыҙҙың да иҫән-һау, имен-аман булыуыбыҙ, Яңы йылды теүәл һәм татыу ғаилә булып ҡаршылауыбыҙ – үҙе оло ҡыуаныс.
2012 йыл районыбыҙ халҡы өсөн ҙур өмөт-ышаныстар вәғәҙә итә. Әйтәйек, республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү буйынса комплекслы программаға ярашлы, ҡариҙел – Мәсәғүт юлы асфальтланасаҡ; Өфө йылғаһы аша капиталь күпер төҙөләсәк; беҙҙә ГЭС төҙөләсәге үҙе үк район һәм унда йәшәгән халыҡ өсөн ҙур һәм ҡыҙыҡлы яңылыҡ; шулай уҡ ауылдарға газ үткәреү эштәре дауам итәсәк. Ошо һөйөнөслө проекттар бойомға ашырылһа, Аждаһа йылы беҙҙең хәтерҙә тик яҡшы яҡтан ғына һаҡланып ҡаласаҡ.
Яңы йылда райондаштарыма, республикабыҙҙа йәшәгән барлыҡ халыҡҡа ныҡлы сәләмәтлек, имен таңдар, етеш тормош һәм тик шатлыҡ-ҡыуаныстар кисереп кенә йәшәүҙәрен теләйем.

Гөлфиә НАЗАРОВА, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Башҡорт телен өйрәнәм» тапшырыуы мөхәррире:
– 2011 йылға үпкә юҡ. Яңы үрҙәр яуланды, шатлыҡлы-ҡыуаныслы мәлдәр күп булды. «Башҡорт телен өйрәнәм» тапшырыуы «Ер һәм кешеләр» халыҡ-ара фестивалендә еңеп сыҡты. Әле яңы проект өҫтөндә эшләйбеҙ.
«Үҙ йортом» дәүләт программаһы буйынса йорт һалдыҡ. Яңы йылда бар төҙөлөш эштәрен тамамлап, шунда күсеп сығырға ниәтләйбеҙ.
Башҡорт йондоҙнамәһе буйынса 2012 йыл – Ылыу йылы. Ылыу – ул һыу өҫтөндә йүгереп йөрөгән оҙон ботло себен. Был йылда фетнәләр, һуғыштар ҡубыр, тиҙәр. Ә мин, киреһенсә, тыныслыҡ булһын, ылыу кеүек, тормошта еңеллек, етеҙлек булһын, тип юрайым.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”