RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәскәү һынай ҡанаттарҙы

27.12.2011 Мәскәү һынай ҡанаттарҙы

Илебеҙ баш ҡалаһында белем алыусы башҡорт ҡыҙы Миләүшә Абсалиҡова, уҡып бөткәндән һуң мотлаҡ тыуған Башҡортостаныма ҡайтасаҡмын, ти
Архангел районының иң ҙур башҡорт ауылы Абҙанда мәктәпте тамамлағандан һуң Рәсәй дәүләт социаль университетының социаль эш, педагогика һәм ювенология факультетына уҡыр­ға ингән Миләүшә Абсалиҡова тәүге осрашыуҙа уҡ күңелгә оҡшаны. Асыҡ йөҙлө, алсаҡ һылыуҡай ябай ауыл ғаиләһенән: атаһы Зөлфәр Зәкиулла улы «Баҫыу» йәмғиәтендә һыу айыр­ғыс ҡорамалдары операторы булып эшләй, әсәһе Гөлфинә Мансур ҡыҙы ауыл советында бухгалтер вазифаһын башҡара. Уларҙың балалары Миләүшә менән Фидан, бөтә донъя бер урамға һыйған икән, тип ышанып, тыныс, һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда дәртле, һәләтле ата-әсә «Йәш ғаилә» конкурсында ҡатнашырға ниәт итә. Йыр, бейеү өйрәнеү, шиғыр ятлау, конкурс­тың башҡа төрлө һынауҙарына әҙерләнеү ғаиләне туплай, бәләкәстәрҙең ҡанатын үҫтереп ебәрә. Тап ошонан башланғандыр кеүек Миләүшәнең әүҙем тормошҡа аяҡ баҫыуы.
− Ул саҡта миңә − биш, ҡустым Фиданға өс йәш ине, − тип хәтерләне ошо хаҡта шәп ҡыҙыҡай. − Һуңынан Стәрлетамаҡта үткән «Йәш ғаилә» конкурсына ла барып, призлы урын алып ҡайттыҡ. Аҙаҡ, бер аҙ ҙурайғас, ҡустым менән конкурста «Урал батыр» эпосын ятланыҡ. Мәктәптә уҡый башлағас, спорт ярыштарынан да ситтә ҡалыу юҡ инде, шулай ҡайнап йәшәү ҡыҙыҡ та, күңелле лә. Олимпиадаларҙа ла ҡатнаштым.
Миләүшә, әйткәндәй, ун беренсе синыфта уҡығанында ғына ла, мәҫәлән, ете фән буйынса район олимпиадаһында көсөн һынай. Йәмғиәтте өйрәнеү, тарих, хоҡуҡ, башҡорт теле, иҡтисад буйынса беренсе урын ала, рус теле һәм әҙәбиәтенән икенсе урынға лайыҡ була. Мәктәптең бейеү ансамбле составында «Еҙ үксә» конкурсында, әкиәттәрҙе сәхнәләштереү буйынса «Башҡортостан ынйыһы» бәйгеһендә, йыр менән «Яҙғы тамсылар»ҙа ҡатнаш­ҡан әүҙем, аҡыллы ҡыҙҙың мәктәпте көмөш миҙалға тамамлауы бер кемде лә ғәжәпләндермәй. Нимә эшләһә лә бар күңелен һалғанын, тырышлығын барыһы ла күрә-белә йөрөй. Ә ҡыҙ үҙе иһә иң мәртәбәле еңеүҙәре рәтенә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған олатаһының исемен халыҡҡа ҡайтарыуҙы индерә. Олатаһы Зәйнулла Вәлиәхмәт улы Абсалиҡов Ленинград өсөн барған яуҙа башын һала. Әммә Синявино бейеклегендә һалдаттарға ҡуйылған һәйкәлдә уның исеме булмай сыға. Миләүшә бындай ғәҙелһеҙлек менән килешмәй, 2008 йылда өлкәләге Хәрби дан музейына хат яҙып ебәрә. Йыл буйына музей мөдире менән хәбәрләшкәндән һуң, ниһайәт, олатаһының исеме һәйкәлгә яҙыла.
− Бер нәмә лә, бер кем дә онотолмаған, тигән һүҙҙәр ошонан ғибәрәт була, − ти Миләүшә. − Битарафлыҡ арҡаһында күпме һалдаттың исеме шул килеш ерҙә ятып ҡалған? Был әлегәсә билдәһеҙ...
Илебеҙ баш ҡалаһына нисек уҡырға барыуын да ихлас тасуирлай Архангел ҡыҙы. Башҡортостандан йүнәлтмә буйынса, дөйөм конкурс кәртәләрен үтеп, Рәсәй дәүләт социаль университетына биш ҡыҙ уҡырға инә.
− ҡыуанып юлға сыҡтыҡ, тик Мәскәү ҡолас йәйеп түгел, турһайып арты менән ҡаршыланы, − тип һөйләй ул был турала. − Айырата әйткәндә, уҡыу йортона тейәнешеп килеп төшһәк, һеҙгә ятаҡ юҡ, тиҙәр. Аптырап, юғалып ҡалдыҡ. Әлдә Баймаҡ районынан Регина Үтәшеваның апаһы Гөлшат ҡаршы алғайны, ул беҙҙе тура үҙенә алып ҡайтты. Бер ай тиерлек улар­ҙың ғаиләһе менән фатирҙы бүлешеп йәшәнек. Аҙаҡ Мәскәүгә яҡын бер ҡаласыҡтан ятаҡ бирҙеләр. Иртәнге сәғәт биштә торабыҙ, алтынсы яртыла юлға сығабыҙ, туғыҙға университетҡа килеп етәбеҙ. Дәрестәр бөткәс, ятаҡҡа киске унда саҡ ҡайтып етәбеҙ. Декабрҙә генә Мәскәүҙең үҙенән ятаҡ бирҙеләр. Йоҡобоҙ туйып ҡалды. Уның ҡарауы, был хәл беҙҙе сыныҡтырҙы. Хөкүмәттән Солтанов фамилиялы бер ағай, Мәскәү – тормош мәктәбе, уны лайыҡлы үтһәгеҙ, аҙаҡ ҡыйын булмаясаҡ, тигәйне, ысынлап шулай, ахыры. Мәктәптәге кеүек шулай уҡ тырышып уҡыһағыҙ, һеҙҙән фәтүә сығыр, тип тә әйткәйне ул ағай. Белем алып, республикаға ҡайтығыҙ, Баш­ҡор­тос­танды күтәрегеҙ, тип фатиха биргәнен дә иҫтә тотабыҙ. Элек кескәй генә ҡапсыҡта йәшәгәнбеҙ икән, тип ҡуям. Бында килгәс, офоҡтар киңәйҙе, донъя ғәжәп икән.
Тыуған яҡтарын ныҡ һағынған йәштәр «Мәскәү башҡорттары» ойошмаһы, Башҡортостан студенттары ассоциацияһы ойошторған саралар аша яҡташтары менән гел осрашып тора, ай һайын тиерлек башҡорт дискотекаһына баралар, үҙ телебеҙҙә туйғансы һөйләшеп, һыуһынды ҡандырабыҙ, тиҙәр.
− Бүлмәлә өс ҡыҙ йәшәйбеҙ, барыбыҙ ҙа Башҡортостандан, − ти Миләүшә. − Аллаға шөкөр, үҙ-ара бик татыубыҙ. Яҡташтар менән осрашҡандан һуң тыуған яҡҡа ҡайтып килгәндәй булабыҙ. Шау-шыу, һәр саҡ өлтөрәп ашығыу тәүҙә йонсотһа ла, хәҙер өйрәндек инде. Хоҙай һәр кемдең хәленән килерлек ауырлыҡтар ебәрә бит. Хәйер, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итеүсе дуҫтарыбыҙ ҙа бар.
Башҡорт ҡыҙҙары университетта һынатмай. Ябай ауыл мәктәбен тамамлаған Миләүшә ике сессияны ла тик «бишле» билдәләренә генә тамамлаған. Башҡа ҡыҙҙар ҙа яҡшы студенттар иҫәбендә, «Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда» тигән девизға таянып, университет тормошонда әүҙем ҡайнап йәшәйҙәр.
Тыуған яҡты юҡһынып, атай-әсәйҙе, тыуған ауылды, ауылдаштарҙы, урман-ҡырҙарҙы иҫләһәк, тамаҡҡа төйөр тығыла, Башҡортостан − йөрәгебеҙҙә, ти ҡыҙҙар.
− Ситтә йәшәгәндә генә тәпәй баҫҡан ерҙең ҡәҙере беленә икән, − Миләүшә бер мәлгә яман­һыуланы. − Илағы килә хатта. Ләкин һағыныуҙан ғына түгел, ә республикабыҙҙың гүзәллеген бар тулылығында тойоуҙан күңел тула. Башҡортостан тураһындағы хәбәрҙәрҙе уҡып, ишетеп, бергә ҡыуанабыҙ, көйәбеҙ.
Алла бирһә, юғары белем алғас, мотлаҡ тыуған яғыбыҙға ҡайтасаҡбыҙ, Башҡортос­тандың сәскә атыуына булышлыҡ итәсәкбеҙ. Ә әлегә «Йәшлек» гәзите биттәре аша тыуған яғыбыҙға ялҡынлы сәләмдәр ебәрәбеҙ.
Ерән сәсле ихлас ҡыҙ беҙҙең менән хушлашып, метроға табан йүгерҙе. Атлап түгел, осоп ҡына йөрөй инде үҙе, тип һоҡланып ҡарап ҡалдым артынан. Ысынлап та, Миләүшә − ҡанатлы кеше. Ә Мәскәү, уны һынап-һынап та, ҡанаттарын һындыра алмаған, киреһенсә нығытҡан ғына.
Баныу ҡАҺАРМАНОВА.
Мәскәү − Өфө.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”