RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әсәләр Ергә нур сәсәләр

06.12.2011 Әсәләр Ергә нур сәсәләр

Әсәләр Ергә нур сәсәләр
Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғолда район әсәйҙәре ҡор йыйҙы – төбәктә тәүге тапҡыр Әсәләр форумы үтте. Форумға 33 ауылдан 164 делегат саҡырылды.
Форумдың маҡсаты ауылда йәшәүсе әсәләрҙең ижтимағи тормошта тотҡан ролен билдәләүҙе, ғаилә хәле, әсәлек һәм балалыҡ тураһында фекер алышыуҙы, күп бала тәрбиәләүсе, уллыҡҡа алынған балаларҙы ҡараусы, ил һаҡсыларын үҫтереүсе әсәләрҙе, эшҡыуарлыҡ менән бер рәттән күп бала үҫтереүсе әсәләрҙе тәбрикләүҙе үҙ эсенә алды. Шуға ла был әһәмиәтле сарала мөһим көнүҙәк темаларға сығыштар ихлас ҡотлауҙар, бүләкләүҙәр, матур йыр-бейеүҙәр менән аралашып барҙы.
Әсәләр форумы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Вәлиеваның тәбрик һүҙе, ете һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе әсәләрҙе бүләкләү менән башланды.
Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәмилә Салауатова 15 – 16 ноябрҙә Өфөлә үткән 5-се Бөтә Рәсәй әсәләр форумынан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты, Президент Рөстәм Хәмитовтың әсәләргә булған ихтирамлы мөнәсәбәте, хөкүмәтебеҙҙең әсәлек статусын күтәреү буйынса алып барған эшмәкәрлеге тураһында һөйләп үтте. Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы район ҡатын-ҡыҙҙар советтарының эшмәкәрлеген яҡшыртыу буйынса фекерҙәрен белдерҙе: ауыл биләмәләрендәге ҡатын-ҡыҙҙар советтарында күбеһенсә уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре төп эште башҡара. Советтарҙа оло быуын кешеләренең фекерҙәренә ҡолаҡ һалып эш итәләр. Әгәр ҙә ауыл хакимиәттәре башлыҡтары ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә берҙәм эш алып барһа, ауылдағы күп кенә мәсьәләләр еңелерәк хәл ителә.
Ғәлиәкбәр, Кейекбай, ҡыпсаҡ, ҡолғана, Тимер, Иҫке Монасип ауыл хакимиәттәрендә ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаларында әүҙемлек күрһәтә, хакимиәт менән берлектә эш алып бара.
Әсәләр Ергә нур сәсәләр
БР-ҙың атҡаҙанған табибы, акушер-гинеколог Зәйтүнә Мырҙағо­лова – районда бик күп баланы яҡты донъяға ҡабул иткән абруйлы кендек инәһе. Ул үҙенең сығышында әсә һәм бала һаулығын һаҡлау тураһында фәһемле фекерҙәре менән уртаҡлашты: «Элек аҙыҡ-түлектең, тәбиғәттең таҙа, саф булыуы ла әһәмиәтле роль уйнағандыр. Ауыл ерендә ҡатын-ҡыҙҙар бер ниндәй медицина ярҙамһыҙ күп бала тапҡан. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер күп ҡатын-ҡыҙ тәүге балаһын да көс-хәл менән таба. Йылдан-йыл операция менән бала тапҡан ҡатындарҙың һаны арта. Ысынлап та, гүзәл заттың бала табыу һәләте көсһөҙләнә барыуы хәүеф уята. Уның төп сәбәптәре иҫәбендә тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы, биоөҫтәмәләр, буяғыстар ҡушылған ризыҡтарҙы ҡулланыу, ҡыҙ балалар­ҙың физкультура, спорт менән шөғөлләнмәүе, мәктәп эскәмйәһенән үк балаларҙың тәмәке тартыуы, спиртлы эсемлектәр ҡулланыуы тора.
Мәҫәлән, ҡыҙ балаға кока-кола эсерергә, чипсы ашатырға ярамай. Сөнки улар организмда эстроген – ҡатын-ҡыҙ гормондары бүленеүҙе тотҡарлай. Үҫмер егеттәр кеҫә телефонын салбар кеҫәһендә йөрөтә икән, был тестостерон етештереүҙе тотҡарлай».
Бөрйән районының ЗАГС бүлеге етәксеһе Гүзәл Абдуллина районда һуңғы осорҙа игеҙәк балаларҙың донъяға килеүе тураһында һөйләне. Ул, йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, өс һәм дүрт балалы булып, матур донъя көткән әсәләргә бүләктәр тапшырҙы.
Район хәрби комиссариаты хеҙмәткәре Флүзә ҡаһарманова Бөрйән районы әсәләре тарафынан тыуған илебеҙҙең ышаныслы һаҡсылары тәрбиәләнеүе тураһында бәйән итте. Бөрйән егеттәренең хәрби хеҙмәттән ситтә ҡалырға теләмәүе уларҙың бәләкәйҙән патриотик рухта тәрбиәләнеүе хаҡында һөйләй. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары, запас­тағы подполковник Азамат Ырыҫбаев хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған егеттәрҙең әсәләренә – Хәйриямал Йәғәфәроваға, Таңһылыу Нурғәлинаға, Сәғүрә Иманғоловаға оло рәхмәтен белдерҙе.
Иҫке Собханғол мәсете имам-хатибы Әмир Сәйетбаталов һөйләгән вәғәз бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ғаиләлә әсәгә булған ихтирамды тәрбиәләүҙә ислам дине әһәмиәтенең баһалап бөткөһөҙ булыуы хаҡында кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр килтерҙе ул.
Күптән түгел доғаларҙы һөйләү буйынса үткәрелгән «Иман нуры» балалар конкурсы еңеүселәре Гөлсибәр Науразбаева һәм Ғияз Мөхәммәтовтың күңелдәргә үтеп инерлек итеп изге ҡөрьән сүрәләрен уҡыуы әсәләргә көслө тәьҫир яһаны. Балаларҙың ихласлығына һоҡланмау мөмкин түгел. Күп әсә өсөн был күренеш, һис шикһеҙ, матур өлгө булды. Әсәләр форумының илаһи доғалар яңғырауында тамамланыуы, тамашасылар күңелен сафландырып, матур тойғолар уятты.
Сара һуңында Бөрйән районы әсәләр форумы үҙ резолюцияһын да ҡабул итте һәм районда йыл һайын Әсәләр форумын ойошторорға ҡарар ителде.

Рәғиҙә ИСТӘКОВА.
Бөрйән районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”