RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » һөткә мәҙхиә йырлау байрамы

06.09.2011 һөткә мәҙхиә йырлау байрамы

Республикабыҙҙа һөт фестивале киләһе йылдарҙа ла үткәреләсәк
һөткә мәҙхиә йырлау байрамы
Үткән шәмбелә баш ҡалабыҙҙа шаулап-гөрләп үткән «Һөтлө ил» фестиваленән ҡайтып барғанда башҡа шундай уй килде: был тиклем дә матур, ғәжәйеп байрамды ойоштороусылар уға нисә ай әҙерләнде лә, күпме аҡса түкте икән? Сөнки һәр нәмә ныҡлап уйланылған, еренә еткереп башҡарылған, халыҡ иғтибарын йәлеп итерлек һәм байрамдан ҡәнәғәт ҡалырлыҡ итеп эшләнгән! Шулай булмаһа, Гиннестың рекордтар китабына эләгәбеҙ тип, аяҡтан баҫҡан, арттан шыуғанына тиклем бер төптән «Вимм-Билль-Данн» компанияһының 3,2 процент ҡуйылыҡтағы «Домик в деревне» һөтөн эсер өсөн оҙондан да оҙон ике сиратҡа тороуын нимә менән аңлатырға мөмкин? Өфө хал­ҡын аңларға ла бу­ла: бөтә ҡала ме­нән берлектә бер көндә 7000 литр һөт эсеп, донъя ре­корды ҡуйыу мөмкинлеге гел ге­нә бирелмәй бит. Тырышлыҡ­тары елгә османы өфөләрҙең: бер нисә сәғәт эсендә алға ҡуйылған бу­рыс үтәлеп, Баш­ҡортостан Рәсәй­ҙең һәм Гиннес­тың рекордтар китабына инеүгә иреште!
һөткә мәҙхиә йырлау байрамы
Мәҡәләне нәҡ һөт эсеүҙән башлауыбыҙ бушҡа түгел – ап-аҡ «Һөтлө ил»гә «ҡапҡа» нәҡ ошо һөт эскән ерҙән асылды ла инде. Ә артабан!? «ҡапҡа»ны аша сығып, артабан бер аҙым да яһай алмайынса, аптырап туҡтап ҡалдым: әйтерһең дә, ҡырмыҫҡа иләүе – аяҡ баҫыр урын юҡ! Халыҡ «стена»һын саҡ-саҡ йырып, һөт һәм ҡырылмаһа ҡырҡ төрлө һөт продукцияһы «йылға булып аҡҡан» «Һөт йәрминкәһе», «Матурлыҡ салоны», «Һөт кафеһы», «Һөт фермаһы», «Һөт оҫтаханаһы», «Сыр иле», «Веселый молочник» кафеһы палаткалары урынлашҡан майҙансыҡтарҙы ҡарап, халыҡтың кәйефенә күҙ һалғандан һуң яһалған һығымта: ысынлап та, башҡортостандар аҡ (халыҡ телендә «аҡ» һөт тигәнде аңлата) ярата икән. Буш таратылған һөттө генә түгел, ә етештереүселәр хаҡы, йәғни магазиндыҡынан арзаныраҡ һатылған һөт менән унан етештерелгән башҡа ризыҡты кешеләр сумка тултырып һатып алды. «Матурлыҡ салоны»ында ҡулдарыма битлек, массаж эшләтеп, кершән яҡтырып сығырмын тигән уйҙан кире дүнгәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым: нәфис зат вәкилдәре үҙҙәренең асылын был ерҙә лә күрһәтте – һыу буйы теҙелгән сиратта торғо килмәне.
Фестивалде ойоштороусылар маҡсатты дөрөҫ билдәләгән икән: сара, ысынлап та, бөтә ғаилә байрамына әүерелде. ҡулдарына аҡ шар тотҡан һәр бала туңдырма ялап, һөт эсеп, туйғансы батутта һикереп, һүрәт төшөрөп, «ауыл ихатаһы»нда өйөп ҡуйылған бесән күбәләрендә аунашып, арбала ултырып, «ат», «һыйыр» менеп, «һарыҡ бәрәстәре»н ҡосаҡлап мәж килде, шул ыңғай­ҙа фотоға төштө. Ә «Һөт фермаһы»нда бестужев, голштин, симменталь һәм башҡа нәҫелгә ҡараған быҙаулы ысын һыйырҙарҙы, ҡолондары менән тоҡомло башҡорт аттар­ын, роман нәҫелле бәрәсле һарыҡтарҙы һушы китеп ҡараған балаларын ситкә алып китә алмай йонсоған ата-әсәләргә ҡарап, ауыҙ үҙенән-үҙе йырылды. Бына бит ҡала балаһы өсөн ысын асыш ҡайҙа ул: улар бит быға тиклем үҙебеҙҙең ауыл ерендә аҫралған малдарҙан бигерәк әллә ҡайҙан – Африканан, Австралиянан килтерелгән маймыл, көнгөрә, фил кеүек януарҙар менән күптән һәм нығыраҡ таныш! Шулай ҙа «Алексеевский» совхозының тәүлегенә 50-шәр, 56-шар литр һөт биргән рекордсы-һыйырҙары бар ерҙә сит ил йәнлектәре ары торһон.
һөткә мәҙхиә йырлау байрамы
Тағы ла бер хәлгә ғәжәпләнерлек тә: нәҡ ошо көндә, ошо ерҙә Ауыр­ғазы районының «Мол­би» ауыл хужалығы предприятиеһының һыйыры быҙауланы! ҡыҙыҡ, оҙон керпекле был «сабый»ға исемде Фестиваль тип ҡушырҙармы икән?!
Байрамда йылға булып аҡҡан һөт һәм һөт ризыҡтары, әлбиттә, күп­тәр­ҙе артыҡ хайран ҡалдырманы – улар ысын тамашаға һыуһаған: 2,5 метр диаметрлы ҡыҫтыбыйҙы көттө күп халыҡ. Һәм бына ул матурҡай, тәмлекәй: «Аҡбуҙат» рестораны оҫталары Елена Кривошей менән Александр Коваль ауыҙ һыуын ҡо­рот­ҡан ҡыҫтыбыйҙы әҙерләүгә ке­реште. 50 килограмдан ашыуыраҡ ҡуҙ өҫтөндә бешкән ашамлыҡтың тәме... ай-һай! Ваҡлап туралған ҡыҫтыбый өлөштәренә һуҙылған ҡулдар нисә меңгә етте икән?
... Фестиваль үҙ яйы менән барҙы. Рус дәүләт драма театры алдындағы сәхнәлә сығыш яһаған баш ҡаланың өлкән һәм бәләкәй артистарын ҡарау өсөн йыйылған майҙан күс кеүек ҡайнай. Бөтөн нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан бала ата-әсәһенең ҡулынан ысҡынып йүгереп китһә, тиҙ генә табырмын тимә. Бына бит, кескәй генә ҡыҙсыҡ аҡырып илап, ары йүгереп, бире йүгереп, әсәһен эҙләй. Йөрәк һығылып ҡуйҙы. Күтәреп алып:
– Исемең нисек? – тип һорайым.
– Элина-а-а, – тип илай-илай яуап бирә белде бәләкәс.
– Нисә йәш һиңә?
– Өс...
ҡарасәле, сабый йәшен дә әйтә белде.
һөткә мәҙхиә йырлау байрамы
Әсәһе килеп сыҡмаҫмы икән, тип алан-йолан ҡаранып бер аҙ тора биргәс, рация тотоп торған полицейский янына килдек. Радио рупорлы аҡ палатка янына яҡынлашҡан ерҙә йәш бала етәкләгән ҡатын Элинабыҙҙы эләктереп ала һалды.
– Әсәһе әле «Мираҫ» ансамблендә сығыш яһай. Элина ҡу­лымдан ысҡынып йүгерҙе шул, – тип, ҡатын, ты­ныслана төшкән ҡыҙыҡайҙы етәкләп, сәхнәгә та­бан ыңғайланы. Уны ҡарашыбыҙ менән драма театры ишегенән инеп киткәнсе оҙатып ҡалдыҡ. Шулай, бындай ҡымйышта энә түгел, баланы ла юғалтыуың ғәжәп түгел.
Ул арала ха­лыҡ, килделәр, килделәр, тип, сәхнәгә яҡыныраҡ йыйылышты. Кемдер, фотоаппаратын сығарып, сәхнәгә сығып баҫҡан республика башлығы Рөстәм Хәмитовты һәм Мәскәү ҡунаҡтарын – РФ ауыл хужалығы министры Елена Скрынникты, Рәсәйҙең баш санитар табибы Геннадий Онищенконы шалт та шолт төшөрә башланы, икенселәр уларға телефондарын тоҫҡаны.
– Бөгөн Өфөлә бик сағыу, ҡыҙыҡлы ваҡиға – Бөтә Рәсәй «Һөтлө ил – 2011» фестивале старт алды, – тип башланы сығышын Рөстәм Хәмитов һәм халыҡты байрам менән тәбрикләне. – Беҙҙең ғорурланырлыҡ урыныбыҙ бар – ауыл хужалығы производствобыҙ уңышлы, ауыл эшсәндәре баҫыуҙарҙа, фермаларҙа тырышып эшләй. Ошо позицияны юғалтмаҫҡа ине.
Елена Скрынниктың да сығышы бик ҡыҫҡа булды. Ул, халыҡты фестиваль менән ҡотлап, Башҡортостандың Рәсәйҙә иң күп һөт етештереүсе субъект булыуын билдәләне.
– Һөт – изге ризыҡ. Сөнки һәр кеше тәүге көндәренән үк әсә һөтөн имеп үҫә, – тип, Геннадий Онищенко бөгөнгө сараның мөһимлегенә баҫым яһаны.
Милли һөт етештереүселәр союзы идараһы рәйесе Андрей Даниленко иһә ошондай матур фестивалде ойошторғаны өсөн Президентыбыҙға, һөт етештереүселәргә күрһәткән ярҙамы өсөн Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығына рәхмәтен белдерҙе.
Төбәк башлығы һәм илебеҙҙең баш ҡалаһынан килгән ҡунаҡтарға «Һөт фонтаны»н асыу мөмкинлеге бирелде: тәүҙә һыйыр елененән безелдәп кенә аҡҡан кеүек бәләкәй «һөт» ағымының тора-бара көслө һәм бейек фонтанға әүерелгәнен халыҡ көслө алҡыштарға күмде.
Өлкәндәр һәм балалар өсөн төрлө уйындар, конкурстар, күңел асыуҙар дауам итте. Ә сәғәт 5-тә йәштәр күптән көткән танылған музыкаль төркөмдәр һәм йырсыларҙың концерты башланды. Киске сәғәт 11-ҙә байрам, һәр ваҡыттағыса, салют менән тамамланды.
һөткә мәҙхиә йырлау байрамы
Бөтә Рәсәй һөт фестивалендә БР Президенты Рөстәм Хәмитов менән РФ ауыл хужалығы министры Елена Скрынник тарафынан республика­ның һөт тармағын үҫтереү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылыуы сараның иң кульминацион нөктәһенә әүерелде. Был документ республиканың «Һөтсө­лөк малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу» маҡсатлы программаһын бойомға ашырырға ярҙам итәсәк.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”