RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

23.08.2011 Тыуған ер ҡәҙере

Тыуған ер ҡәҙере
Зәкирә әбей, бер ай тирәһе түшәктә ятҡандан һуң, еңеләйеп, таҙарынып, 94 йәшендә донъя ҡуйҙы. Уны оҙаҡ йылдар ҡарап, тәрбиәләп йәшәгән кинйә ҡыҙы Тәнзилә был юғалтыуҙы ауыр кисерҙе. Йөрәге семетеп-семетеп алды, күҙҙәренән бөрсөк-бөрсөк йәштәр тәгәрәне. Әммә әсәһе кеүек бөтә ауырлыҡтарҙы, тормош ҡуйған һынауҙарҙы шымып, тешләнеп, сабырлыҡ, түҙемлек менән үтеп өйрәнгән ҡатын тиҙ генә үҙен ҡулға алып, иң яҡын кешеһен һуңғы юлға оҙатыу мәшәҡәттәренә күмелде. Башынан әсәһенең, үҙенең тормош юлы, гүйә кинотаҫмамы ни, бер-бер артлы йүгерҙе лә йүгерҙе, әле бер осраҡ, әле икенсеһе хәтерендә яңырып ҡына торҙо.
... Был ауылға Тәнзилә бынан 40 йыл элек килен булып төштө. Бер республика булһа ла, тыуған районы бынан бик алыҫ ине. Үҙҙәрендәге кеүек ялтыр тауҙар, климат шарттары араһында әллә ни айырма ла юҡ, тик ҡышын сатнама, теш һындырырлыҡ һыуыҡтары ғына үҙәккә үтә, ә ҡалғандары – түҙерлек.
Төшкән ереңә таш булып бат, киленсәк, тип һамаҡлағандағы кеүек, Тәнзилә лә был ерҙе, иренең туғандарын бик тиҙ үҙ итте. Үҙе лә ауыҙ тултырып хәбәр һөйләп йөрөмәне, ишеткәндәрен дә күңеле төпкөлөнә батыра белде. Әгәр зәһәр булһа, бәлки, күптән ғаиләләре тарҡалыр, балалары ла атайһыҙ үҫер ине. ҡатын-ҡыҙ ғаилә усағының тотҡаһы, тигән һүҙҙәрҙе бер ваҡытта ла онотманы.
Совет осоронда ҡатын-ҡыҙ башҡар­ған эште ул да иңендә тартты. Йылы ҡуйынына һыйынып, иҙрәп йоҡлап ятҡан балаларын ҡосағынан айырып, таңғы сәғәт биштә фермаға йүгерә ине. Ул заманда хәҙерге ваҡыттағы кеүек рәхәтләнеп бала ҡарау отпускыһында ултырыу мөмкинлеге лә булманы. Балаға ике ай тулыр-тулмаҫтан бригадир: "Тиҙерәк эшкә сыҡ!" – тип үткән һайын зитҡа тейә, партия менән янай. Ул саҡта яҡлауһыҙ ҡатын-ҡыҙға өйҙә ултырыу ҡайҙа инде. Бала ҡарауы еңелдән булмаһа ла, ҡатындар баланы дүрт-биштән дә кәм тапманы, эшенә лә өлгөрҙөләр. Хәҙер генә бер бала табалар ҙа, ун бала баҡҡандай, тирә-яҡҡа бәлә һалып ултыралар, хан ҡыҙындай булып йөрөйҙәр. Ә ул заманда ҡайҙа ундай хөрмәт, хөрриәт.
Тыуған еренән алыҫ йәшәһә лә, Зәкирә атай йортона йыш ҡайтып йөрөнө. Юл михнәттәренән ҡурҡмай, балаларын да һәр саҡ үҙе менән алып ҡайта ине. Атай йортоноң йылыһын, өләсәләренең тәмле аштарын, мул емешле баҡсаһында рәхәтләнһендәр, туғандарын белеп үҫһендәр, тип тырышты ул. Ни тиһәң дә, был яҡтар­ҙың саҡ ҡына йылы булыуы баҡсала уҡ күренеп тора: бында йәй уртаһында уҡ помидор­ ҡыҙарып ултыра, ҡарбуз һәм ҡауындары ла үҙҙәренеке. Килен булып төшкәс тә Тәнзилә әсәһенән яйлап-яйлап алмағас үҫентеләрен, ирга, ҡарағат алып ҡайтып ултыртты. Хәҙер, ана, баҡсаһында мул уңыш биреп ҡыуандырып, тыуған яҡтарын иҫкә төшөрөп ултыралар. Ә инде әсәһенең ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән төрлө ҡайнатмаларын, компоттарын һағынып ҡына иҫкә алырға ҡала.
Бар яҡтан да килгән ине шул Зәкирә әбей. Бай ҡыҙы булып был донъяға тыуа ул. Ғаиләлә биш бала араһында уртансы ҡыҙ. Ике апаһы Троицкиҙа белем алды. Донъялар үҙгәреп китеүе генә ҡыҙға уҡырға ҡамасаулай.
Кәртә тултырып килеп ингән мал көтөүен ҡаршылау бала сағының матур хәтирәләренең береһе булып иҫендә ҡалған. ҡунаҡҡа барғанда атаһы менән әсәһе айырым аттар егеп йөрөй торғайны. Ә уларҙың шәплеге! Алдан ҡапҡа асып көтөп кенә торалар, аттар кәртәгә ингәс кенә саҡ туҡтай. Өйөр айғырҙарының бейә, тайҙарҙы өйөрөүе, ҡурсалауы, ситтәрҙе яҡын да ебәрмәй талашыуын күҙәтергә ярата ине. Тик яҙмыш ҡына уларҙы бер ҙә ҡурсаламаны.
Бер уйһыҙ ғына йәшәп ятҡанда Октябрь революцияһы тормоштарын селпәрәмә килтерҙе. Көтөү-көтөү малын, ерҙәрен тартып алдылар һәм "Беренсе трактор" колхозын төҙөнөләр, ә өйҙәрендә ауыл советы урынлашты. Ә ата-әсәһенә бәләкәс кенә өй бирҙеләр. Зәкирәгә, буй етеп килгән ҡыҙ булғас, нисектер ата-әсәһенең кейәүгә бирергә тип әҙерләгән бирнәһен ҡалдыралар. Малдарын тартып алған саҡта бер ҡустыһы кәзә бәрәсен барып ҡосаҡлай, үҙенсә алып ҡалырға тырыш­ҡандыр инде, тик уны йыға төртөп, бәрәсте алып китәләр.
Күп михнәт, ыҙа үтте баштарынан. Мөлкәттәрен тартып алһалар ҙа, быуаттар төпкөлөнән килгән тәрбиә, әҙәп кеүек төшөнсәләрҙе, тыуған илгә булған оло мөхәббәтте улар­ҙың аңдарынан тартып ала алманы большевиктар. Зәкирә әбей ҙә ошо ғаиләлә алған тәрбиәгә бер ваҡытта ла хыянат итмәне. Башҡорттарҙың тормошонда ҙур урын биләгән, башҡорт ғаиләһендә тәрбиәләнгән үткер, сая, шул уҡ ваҡытта уҫал, кәрәк саҡта донъя дилбегәһен ҡулына алыр ҡатын-ҡыҙ сифаттары уның ата-бабалары ҡанынан килә. Ғүмерҙә бер тамсы араҡы ауыҙына алманы әсәһе, эскән кешене лә ене һөймәне. Араҡыны һәр саҡ: "Ағыу бит ул", – тип әйтә торғайны.
Совет кешеләре күтәргәнде ул да иңендә һөйрәне. Яҙмыш уны Ермолаевола төпләндерҙе. Дүрт балаға ғүмер бирҙе. Һәр береһендә әҙәплелек, тыйнаҡлыҡ, тырышлыҡ кеүек тәрбиә орлоҡтарын сәсеүгә ирешә ул.
Ваҡыт тигәнең күҙ асып йомғансы үтә лә китә икән. Балалары башлы-күҙле булып бөткәс, һуҡыр эсәге шартлап, ҡапыл бабайы вафат булып ҡалды. Әле генә шаулап торған өй бушап ҡалғандай тойолдо, әлдә янында туғандары булды, хәлен белешеп торҙолар. Балалары эргәһендә булһа, ҡалай шәп булыр ине, тип күп ваҡыт уйлап-уйлап ала. Юҡ шул, яҙмыш елдәре илебеҙҙең төрлө мөйөштәренә сәсте уларҙы ла: оло улы – Себерҙә, өлкән ҡыҙы – Тольятти ҡалаһында, бәләкәй ҡыҙы – Әбйәлилдә, янында булғаны үлеп ҡалды. Бына ҡартайған көнөндә бер үҙе, балаларының килеп киткәненә һөйөнөп, көңгөр-көңгөр итеп үҙ аллы донъя көттө. Ниндәй генә саҡта ла әсәһенең өйө һәр саҡ таҙа, тәртиптә булды.
Йылдар үтеү менән уғата ҡартай­ҙы ул. Яңғыҙы ыҙаланмаһын, туғандарҙы борсомаһын, тип, ике ҡыҙы кәңәшләшеп, өйҙө һатырға, ә әсәләрен үҙҙәре янына алырға булды. Тыуған нигеҙенән ҡуҙғалтыуҙы ауыр кисерҙе әсәләре. Үҙенә бикләнеп ҡалды. Өй һатыу мәшәҡәттәре тамамланғас, әсәләрен оло ҡыҙы Тольяттиға алып ҡайтты. Үҙенә бер бүлмә бирҙеләр, әммә сит-ят ергә йөрәге ятманы. Тыуған ерен – Башҡортостанын һарыға һабышып һағынды. ҡайғырыуынан күҙ нурҙары һүнде, ғүмер буйы бер туҡтауһыҙ йөрөүгә күнеккән аяҡтары, әҙ хәрәкәт итеүгә ҡатып, йөрөмәҫ булып китте.
Өс йылдан һуң әсәне Тәнзиләгә алып килделәр. Тәнзилә уны баланы ҡараған кеүек тәрбиәләне. Тәүҙәрәк әсәһе өй тирәһендә йөрөштөрҙө, хатта картуф йыйыша ине. Йылдар үтеү менән ҡартлыҡ үҙенекен итте: яңылыша, кешене лә танымай башланы. ҡартайған кеше балаға әйләнә, тигәндәре шулдыр инде. Шулай итеп, ғүмер тигәне әсәһе өсөн дә туҡтаны...
Зәкирә әбей был ауыл халҡы өсөн бары ҡоҙағый ғына булһа ла, ауылдың ололары, туған-тыумаса уны һуңғы юлға оҙатырға килде. Мосолман йолаһы ҡушҡанса мәрхүмәне тәрбиәләй башланылар. Бына һыу алып килделәр. Мәйет эргәһендә бары ҡатын-ҡыҙ заты ҡалды. Тәнзилә әсәһенең шәп сағында уҡ: "Үлгәс асырһығыҙ", – тип биргән тоҡсайын һандыҡ төбөнән сығар­ҙы. Төйөнсөк эсендә нисек тәрбиәләргә икәнлеген ул тәфсирләп яҙып ҡалдырғайны. Кәфенлек, йыуыу өсөн бейәләйҙәр, алъяпҡыстарына тиклем тегеп әҙерләп ҡуйған. Зәкирә әбейҙең әхирәт кейемдәрен бөтә нескәлектәренә тиклем алдан әҙерләүенә йыуырға ингән әбейҙәр "Ах!" итте. Кемгә ниндәй хәйер таратырға икәнлегенә тиклем тәфсирләп яҙған. Шулай уҡ: "Мин кәзә һуйҙырып, ҡөрьән астыр­ҙым. ҡөрьән астырмағыҙ", – тип, балаларын мәшәҡәтләмәҫ өсөн бөтә сараһын да күргән.
Тәрбиәләп бөткәс, Зәкирә әбейҙе һуңғы юлға – мәңгелек йортҡа оҙатырға сыҡтылар. Арба ҡуҙғалырға торғанда Тәнзилә келәттә торған тоҡсайҙы иҫенә төшөрҙө. Йәһәт кенә уны инеп алып сыҡты ла: "Был – әсәйемдең тыуған еренән алып килгән тупрағы. Ерләгәндә, бергә кү­мер­һегеҙ, тип әйткәйне", – тип иренә тотторҙо. Был инде оҙатырға килеүселәрҙе тағы ла бер аптыратты, Зәкирә әбейҙең тыуған еренә һөйөүе шулай оло хөрмәт тойғоһон арттырҙы.
Эйе, башҡорт өсөн ер, тыуған ил төшөнсәһе үтә лә ҡәҙерле һәм яҡын. Быны мин ябай ғына күренгән, әммә бай нәҫелгә ҡараған, тыуған ерен алтын бишектәй күргән, унан айы­рыу­ҙы үтә лә ауыр кисергән Зәкирә әбей миҫалында күреп тетрәндем. Балалары өйөн һатып, сит ерҙәргә алып китергә булғас, ул тыуған еренең тупрағын тоҡсайға тултырып алған. Ошо тоҡсайҙағы иң ҡәҙерле әйбер менән Тольяттиға барғанда ла айырылмаған. Һуңғы йортона киткәндә лә Зәкирә әбей тыуған еренең бер остоғо – иң ҡәҙерле тупраҡ менән бергә китте һәм үҙенең аҫабалығын, оло йөрәкле башҡорт ҡыҙы булыуын башҡаларға аңлатырлыҡ миҫал итеп күрһәтә белде.

Рәмилә МУСИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”