RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ғүмерегеҙ аҫыл, үҙегеҙ йәш

09.08.2011 Ғүмерегеҙ аҫыл, үҙегеҙ йәш

Ғүмерегеҙ аҫыл, үҙегеҙ йәш
Ниңә бөтә халыҡ башкөллө Бөрйән тип йәне сығыр ҙа, бар донъя мәшәҡәттәрен онотоп, шунда тороп сабыр булды һуң әле? Беҙҙең арбаһы ауыр халыҡты ла урынынан ҡуҙғатырлыҡ нимәһе бар икән ер аяғы-ер башында ятҡан шул төбәктең? Туҡта, «Бөрйән» тигән тауыш ишетелеү менән, урыҡ-һурыҡ ҡына һуғып торған йөрәгем ниңә яҙҙарҙа оя ҡороп талпын­ған ҡошсоҡтай, леп-леп килә башлай? Һәммә донъяны арҡырыға-буйға үтеп йөрөгән хәҙерге кешеләрҙе тәбиғәт хозурлыҡтары менән генә арбай алыуы – ай-һай... Күптәр минең уйлауымса, үҙҙәре лә уйламаҫтан, Бөрйән халҡын күрергә бында ынтылалыр. Тормошто алып барыуға тырабыз, ҡара тырыш кешеләр, күкрәкте киреп, кәүҙәне тура тотоп ҡына йөрөүсе егеттәрҙе, ҡараштары йәйге төн кеүек серле ҡыҙҙарҙы Бөрйәндән бүтән тарафтарҙа осратыу мөмкин түгел. Замандашым, Бөрйәндең зәһәр тауышлы йырсыһы Ғилман Сәфәрғәлиндың:
Күгәреп тә ятҡан күк арҡала
Баҙал ғына тауҙың бөркөтө.
Яҫы ғына яурын, ҡара ла ҡош –
Ах, миленький, Бөрйән егете, – тип һуҙып ебәргәне булыр.
Әй, Баҙал тигәндән... Ғәлиәкбәр ауылынан сығып, мәшәҡәтле байтаҡ юл үтеүгә, Иҫке Собханғолға ыңғайлай килә, һәр кемдең ҡарыуын ошо бейек һырт ала. Ул Акбейек тауынан башлана ла, егерме биш саҡрым арала биш сусағын сурайтып, Ағиҙелгә төкөлөп үк туҡтай. Баҙал күкрәгенән урғылып сыҡҡан шаян Алағуян да һыртҡа юлдаш булып килә-килә лә, Собханғолға ярып инеп, йәнә Ағиҙелгә ҡоя.
Әҙәм балаһының яҙмышы ла тауҙарҙыҡы шикелле. Кеше ғүмеренең ағышы ла йылғалар­ҙыҡына оҡшаш. Исмәғил Ғәбитов, ошо йәшенә етеп, Баҙалдың ташлы-соҡорло үренә нисә мәртәбә артылды икән? Тамараһы менән ҡуш булып, Нөгөш һыуҙарын күпме уртлағандыр? Әйткәндәй, Оло һәм Кесе Нөгөштәр, береһе – Ишембай тарафтарындағы ҡалыу, икенсеһе Йүрмәтауҙан юл алып, Исмәғилдең ата йорто Ғәлиәкбәргә етте тигәндә генә ҡауыша. Йылғалар юлында ла мин аңлата алмаҫлыҡ хикмәт күрәм, сөнки Ғәбитовтың хәләле Ишембай яғындағы Әптек тигән ауылда буй еткергән бит.
Тамара Зәйләғи ҡыҙы менән Исмәғил Әхмәҙулла улы минең өсөн һәм ғаиләмә сит кешеләр түгел. Һөйгәнең, яҡын туғандарың тураһында сөсөләнеп сер сисеү ғәҙәте башҡортҡа ят. Шуға күрә, хис-хәтерләүҙәрем күкрәгемде ярып барһа ла, мөмкин ҡәҙәр тыйылырға, уларҙы йүгәнләргә тырышам. Ғәбитовтарҙың тормош-көнкүрешен, бына инде дүрт тиҫтә йылдан күберәк, тәүҙә – таныш, торараҡ – дуҫ һәм, ахыр килеп, ҡәҙерле ҡәрҙәш булараҡ күҙ алдынан үткәрәм.
Алтмыш беренсе йылдың авгусы быйылғы һымаҡ бәрәкәтле килгәнмелер, ярты быуат үткәс быны хәтерләү ауыр, иллә Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлап, районына ҡайтып төшкән Исмәғил, хәленән килһә, әлеге августы, алтындан ҡойоп, пьедесталға һәйкәл итеп ҡуйыр ине. Илле йыл! Мәңгелектең үҙе кеүек оҙон да, керпек һирпеп алған һымаҡ та ара. Серләшеп килешеүҙәренсә, институтты Исмәғилдән бер йылға алда бөтөргән Тамараһы, әлегә Яппарова булып, Бөрйәндең Аҫҡар мәктәбендә уҡытып йөрөй. Ғәбитовтың иһә институт тамамлаған мәлдә башын аңҡы-тиңке иткән хәлдәр хәтһеҙ булды. Ул бит ябай ғына талип түгел, уҡыуҙың да, йәмәғәт эштәренең дә алдында барған егет – институт комсомол ойошмаһы сәркәтибе, өҫтәүенә, йә эшкә, йә иһә аспирантурала ҡалырға димләйҙәр. Әммә Исмәғилдең һүҙе ул саҡта ла хәҙерге һымаҡ бер булған. Эшкә бүлеүсе комиссия алдында: «Йә Иҫке Собханғол урта мәктәбенә яҙаһығыҙ, булмаһа, Ғәлиәк­бәргә ҡайтам», – тип ныҡышып тик тора икән был. Тегеләр улай оторо тороуҙың сәбәбен ҡапылда аңлай алмағас: «Бөрйәндә мине кәләшем көтә. Дәүләт имтихандары бөткәс үк ул Стәрлегә килә лә, яҙылышабыҙ», – тип сер ҡапсығын аса бирергә мәжбүр була.
Туйҙарҙың күпселеге шау-гөр, матур теләктәр, моң һәм уйын-көлкө менән үтә. Ғәбитовтарҙың шатлығын да һабаҡташтары, туғандары, дуҫтары уртаҡлаш­ҡан. Тик тормоштоң ғына гөл-сәскәле туйҙар менән оҡшашлығы юҡ. Фатихаларҙың ихлас күңелдән әйтелгәндәре генә һине оҙатып бармаһа... Исмәғил менән Тамара район үҙәгендәге урта мәктәптә, береһе – физиканан, икенсеһе математиканан уҡытып, эш башлаған. Көн­итмештәре – мәктәп эргәһендәге ҡыҫынҡы ғына бүлмә.
Исмәғил Әхмәҙулла улы, йәшен тултырып, пенсияға сыҡҡанға ҡәҙәр республика етәкселегендә юғары вазифаларҙа эшләне. Туҡһанынсы йылдарҙа, яңылышмаһам, уны Мәскәүгә саҡырып та йөрөнөләр. Хакимлыҡ баҫҡыстары, дәрәжәләр, маҡтаулы исемдәр нәҫелдән биреп ҡалдырыла торған мөлкәт түгел. Олоғайған көнөңдә тыныслыҡта, етеш тормошта йәшәү өсөн йәшлек йылдарыңда, көс-кәрең барҙа, йөҙөп йөрөп эшләргә кәрәк. Исмәғил үҙе лә, хәләле Тамара ханым да ошо хәҡиҡәттең инҡар иткеһеҙ өлгөһөлөр.
Әлеге мәктәп торлағында, мөҙҙәте еткәс, йәштәрҙең Азат исемле улы тыуған. Шатлыҡ Ағиҙел тулҡыны кеүек йөрәккә ҡаҡҡан саҡта тар бүлмәләр ҙә киңәйеп китәлер. Ул арала Исмәғилде, йәштәр бик ҡыҫтай торғас, комсомолдың район комитетына беренсе сәркәтип булып һайланырға ризалаш­тыр­ғандар. Былай ҙа ултырып тына алмаған кешегә самай эше табылған инде. Ә Тамара һуң? Ул инде ғүмер баҡый: «Тоғролоҡтоң төбө – аҫыл таш, сабырлыҡтың төбө – һары алтын», – тигән һүҙҙе нарыҡлап йәшәй. Исмәғил, мәктәбен ҡалдырып, халыҡ араһында йөрөй торған эшкә күскәндә, Тамара, бәлки, тыуған һәм әлегә тыуып өлгөрмәгән уландарының атаһы ниндәй өйөрмәләр эсенә инеп китеүен аңлап та етмәгәндер. Ләкин сабырлыҡҡа тәүәккәллек ҡушылһа, алға әйҙәүсе көс шул булыр. Ғәбитовтағы егәрлелек, ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек иһә, арттырыу тимәгеҙ, Бөрйән халҡының яртыһына етерлек.
Әҙернә лә йәйә, ай, һөйәк
баш,
Йәшел ебәк кәрәк керешкә.
Егет кенә булһаң, тәүәккәл
бул,
Тәүәккәллек кәрәк һәр эшкә.
Ил хакимы Хрущев республика, райондарҙы, ҡорама юрған ише, бер һүткәндә, бер теккәндә, Ғәбитов та, комсомол хеҙмәте менән, Белорет ҡалаһына барып эшләп алды. Тамара математикаһын киске мәктәпкә йөрөгән йәштәргә уҡытты. Ошо урында хәбәремде өҙөп, һүҙҙе Рауил Байбулатовтың «Сағыл ташта үҫкән ҡарлуғас» тигән китабына бирәйем.
«Тамара әсәһенән ишеткәне бар ине: имеш, бер яҡшы ҡыҙ ете улға тора. Әммә бала саҡта уларҙың нисек буласағын ҡайҙан ғына белеп бөтәһең инде. Исмәғиле менән үҙенә оҡшап үҫһәләр һәм кеше булһалар, йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтерергә тейеш түгелдәр ҙә бит.
... Ир бала әсәһенә, ҡыҙ бала атаһына оҡшаһа, бәхетле була тиҙәр. Бына уның икенсе балаһы – ҡыҙыҡай атаһы Исмәғилгә һуйып ҡаплаған төҫлө донъяға яралыр... 1963 йылдың декабрендә Ғәбитовтарҙың икенсе балалары... ҡыҙыҡай урынына туп-тумалаҡ малай донъяға тыуҙы». Уға Илдар тигән исем ҡуштылар. Әйткәндәй, йәнә һигеҙ йылдан Ғәбитовтар ғаиләһен Наил атлы хәтәр шәп егет түңәрәкләп ҡуйҙы.
Исмәғил Әхмәҙулла улы биләгән вазифаларҙы, ул башҡарған эштәрҙе тәфсирләй китһәм, һүҙҙең осона бөгөн генә сыға алмам. Беҙҙә кемдең кем булыуын уның ниндәй социаль һәм мөлкәти баҫҡыста тороуы менән баһалау бар. Юҡсыллыҡ һәм хоҡуҡһыҙлыҡ замандарынан ҡалған шауҡымдыр был. Исмәғилдең ғәжәйеп тырышлығы һәм Тамара ханымдың һоҡланғыс хәстәрлеге менән Ғәбитовтарҙың ғаиләһе лә мохтажлыҡ кисермәне. Был ғаиләлә һыныҡ әпәкәйҙең ҡәҙерен беләләр һәм хәләл малды сәбәп итеп мыйыҡ ҡабартыу юҡ. Азат, Илдар, Наил һәр саҡ эш менән мәшғүл, хәстәрҙәрҙе уртаға һалып һөйләшә торған һәм олоһо-кесеһе әҙәпле тиңлектә булған шарттарҙа үҫтеләр. Әгәр, кешене хеҙмәт һәм хәстәрлек тәрбиәләй, тигән фекер дөрөҫкә сыҡһа, ул Ғәбитов­тарҙан алынғандыр. Тамара Зәйләғи ҡыҙы, Башҡортостан­дың атҡаҙанған уҡытыусыһы, ғаилә мәшәҡәттәренә күмелеп, Стәрлетамаҡ педагогия институты менән ҡәнәғәтләнһә, Исмәғил Әхмәҙулла улы, әлеге уҡыу йортонан аҙаҡ, Башҡор­тостан ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын һәм Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамланы.
Балалар, әсә-атанан күреп, тун да бесә, уҡ та юна белһен ул. Малайҙар иһә, Тамара ханымдың уйҙарын уҡыған һымаҡ, ысын мәғәнәһендә егет булып буй тартты. Өсәүһе лә урта мәктәпте алтын миҙалға бөттө. Азат бөрйәндәр араһынан тәүге техник фәндәр докторы булып китте, хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры, уртансылары Илдар ҙа – техник фәндәр докторы, профессор, Башҡортостан дәүләт аграр университеты ректоры, төпсөктәре Наил – медицина фәндәре кандидаты, Бөрйән үҙәк район дауаханаһының баш табибы булып эшләй. Һәр ҡайһыһының ғаиләһе, күҙ терәп торған балалары, мөкиббән китеп башҡарырлыҡ хеҙмәте бар. Өлкән Ғәбитовтарҙың никахына ошо көндәрҙә илле йыл тула. Халыҡ: «Илле йылдан ил яңырыр, йөҙ йылдан ҡаҙан яңырыр», – тигән. Ил, ысынлап та, ошо осорҙа яңырҙы, әммә ҡаҙан, ғаилә символы булып, элекке көйөнсә ҡалды. Ғаилә усағында ут һүрелмәһә, ҡуҙ һүнмәһә генә бәхет ғүмерле була.
Беҙҙең яҡта ошондай йыр һүҙҙәрен һамаҡлап йөрөүселәр ҙә бар.
Урап та урап ат сабырға
ҡыҙыл буйы кеүек ер ҡайҙа?
Бөрйәндәрҙә ирҙәр күп
булһа ла,
Һинең кеүек толпар ир ҡайҙа?
Мәғлүмдер, йыр Исмәғил Әхмәҙулла улына ла, Тамара Зәйләғи ҡыҙына ла инселәнгән һымаҡ.

Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”